Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 июнь 26—31 бб.
  • Ғүмер буйы Бөйөк Нәсихәтсебеҙҙән өйрәнәбеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғүмер буйы Бөйөк Нәсихәтсебеҙҙән өйрәнәбеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • АТАЙ-ӘСӘЙЕМДЕҢ ҮРНӘГЕ
  • ТУЛЫ ВАҠЫТЛЫ ХЕҘМӘТТЕ БАШЛАЙБЫҘ
  • МИССИОНЕРҘАР БУЛЫП ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ
  • ЕВРОПАҒА, Ә ШУНАН АФРИКАҒА ЮЛ ТОТАБЫҘ
  • ЯҠЫН КӨНСЫҒЫШТА ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ
  • АФРИКАҒА КИРЕ ҠАЙТАБЫҘ
  • Рухымды төшөрмәҫкә ныҡлы ҡарар иттем
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Йәһүәнең фатихалары мин көткәндән ҙурыраҡ булып сыҡты
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Йәһүә һуҡмаҡтарымды тура итте
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Йәһүәнең бүләктәре һәм ҡиммәтле һабаҡтары
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 июнь 26—31 бб.
Франко Дагостини.

БИОГРАФИЯ

Ғүмер буйы Бөйөк Нәсихәтсебеҙҙән өйрәнәбеҙ

ФРАНКО ДАГОСТИНИ ҺӨЙЛӘНЕ

БЛОКПОСТАР, утлы баррикадалар, дауылдар, граждан һуғышы, эвакуация. Пионер һәм миссионер булып хеҙмәт иткәндә беҙ ҡатыным менән ошоға оҡшаш ауырлыҡтарҙы үтеп сыҡтыҡ. Әммә шундай тормош һайлауыбыҙға бер ҙә үкенмәйбеҙ. Йәһүә һәр ваҡыт нығытып һәм фатихалап торҙо. Беҙ Бөйөк Нәсихәтсебеҙҙән күп нәмәгә өйрәндек, һәм ул өйрәтеүен һаман да дауам итә (Әйүп 36:22; Ишағ. 30:20).

АТАЙ-ӘСӘЙЕМДЕҢ ҮРНӘГЕ

1950-се йылдарҙың аҙағында ғаиләбеҙ Италиянан Канадаға Ки́ндерсли ҡалаһына (Саска́чеван провинцияһы) күсенде. Тиҙҙән атай-әсәйем Изге Яҙманы өйрәнә башланы, һәм хәҡиҡәт тормошобоҙҙа төп урын биләне. Ҡайһы саҡта беҙ көнө буйы бергәләп хеҙмәт итә торғайныҡ. Шуға күрә ҡайһы ваҡыт, мин инде 8 йәштән үк ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итәм, тип шаяртам!

Франко бала саҡта ата-әсәһе, ағаһы һәм ике һеңлеһе менән.

Беҙҙең ғаиләбеҙ. Яҡынса 1966 йыл

Атай-әсәйем ябай ғына йәшәһә лә, ҡорбандарға барыуҙа улар иҫ киткес өлгө булып торҙо. 1963 йылда улар Пасаде́нала (АҠШ, Калифорния штаты) үткән халыҡ-ара конгресҡа барыр өсөн күп кенә әйберҙәрен һатты. 1972 йылда итальян телендә һөйләшкән кешеләргә вәғәзләр өсөн, беҙ 1 000 саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан Трейл ҡалаһына (Канада, Британ Колумбия провинцияһы) күсендек. Атайым магазинда йыйыштырыусы булып эшләне. Уға яҡшыраҡ эш тәҡдим итһәләр ҙә, ул рухи эштәрҙән иғтибарын ситкә йүнәлтмәҫ өсөн шул эшкә ризалашмай торғайны.

Мин атай-әсәйемә бик рәхмәтлемен, сөнки улар ағайыма, миңә һәм ике һеңлемә яҡшы үрнәк ҡалдырҙы: әгәр Батшалыҡ беренсе урында булһа, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртасаҡ (Матф. 6:33). Тормошом дауамында мин быға күп тапҡыр инандым.

ТУЛЫ ВАҠЫТЛЫ ХЕҘМӘТТЕ БАШЛАЙБЫҘ

1980 йылда мин Де́бби исемле бер сибәр ҡыҙ ҡәрҙәшкә өйләндем. Уның рухи маҡсаттары бик яҡшы ине. Беҙ тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашырға теләнек, шуға туйыбыҙҙан һуң өс ай үткәс, Дебби пионер булып хеҙмәт итә башланы. Бер йылдан һуң беҙ вәғәзселәргә ихтыяж булған бер бәләкәй йыйылышҡа күсендек, һәм мин дә пионер хеҙмәтен башланым.

Франко менән Дебби туй көнөндә.

Туй көнөбөҙ. 1980 йыл

Ваҡыт уҙыу менән дәртебеҙ һүрелде һәм беҙ кире ҡайтып китергә булдыҡ. Бәхеткә ҡаршы, беҙ тәүҙә район күҙәтеүсеһе менән һөйләшеп алған инек. Ул игелекле, әммә тура итеп беҙгә: «Проблема үҙегеҙҙә. Һеҙ хәлде насар яҡтан ғына күрәһегеҙ. Яҡшы яҡтарын да эҙләргә тырышығыҙ — уларҙы табырһығыҙ», — тине. Уның кәңәше беҙҙе уятып ебәргәндәй булды (Зәб. 140:5). Беҙ уны шунда уҡ ҡулландыҡ һәм ҡәрҙәшебеҙҙең хаҡ булыуын күрҙек. Ысынлап та, йыйылышта Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итергә теләгән ҡәрҙәштәр, шул иҫәптән балалар һәм ирҙәре хәҡиҡәттә булмаған ҡыҙ ҡәрҙәштәр бар ине. Был осраҡтан беҙ үҙебеҙ өсөн яҡшы һабаҡ алдыҡ. Иғтибарҙы ыңғай нәмәләргә тупларға һәм Йәһүәнең ауыр булып күренгән хәлде яйға һалыуын көтөргә кәрәк икәнен аңланыҡ (Миҡ. 7:7). Беҙ яңынан шатлыҡ таптыҡ, һәм барыһы ла хәл ителде.

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, беҙҙе Пионерҙар мәктәбенә саҡырҙылар. Унда уҡытҡан ир ҡәрҙәштәр элек сит илдәрҙә хеҙмәт иткән. Улар беҙгә төрлө фотолар күрһәтте һәм үҙҙәренең ауырлыҡтары, фатихалары тураһында һөйләне. Был беҙҙә миссионер булып хеҙмәт итеү теләген уятты. Шулай итеп беҙҙең яңы маҡсатыбыҙ тыуҙы.

Батшалыҡ залы янындағы көслө ҡар яуғандан һуң таҙартылған парковка.

Британ Колумбияһында Батшалыҡ залы янында. 1983 йыл

Беҙ, маҡсатыбыҙға өлгәшергә теләп, 1984 йылда Британ Колумбияһынан 4 000 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан француз телендәге Квебе́к провинцияһына күсендек. Беҙгә яңы мәҙәниәткә өйрәнеп китергә һәм яңы тел үҙләштерергә кәрәк ине. Шулай уҡ беҙҙең тағы бер ауырлыҡ бар ине. Беҙҙең йыш ҡына аҡсабыҙ булманы. Беҙ бер ни тиклем ваҡыт көн һайын картуф ашаныҡ. Уны беҙгә бер таныш фермер үҙенең баҫыуынан йыйырға рөхсәт итте. Дебби картуф бешереүҙә оҫталыҡ күрһәтте. Ул унан төрлө-төрлө тәмле ризыҡтар әҙерләне. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ шатлыҡлы булып ҡалдыҡ, сөнки Йәһүәнең беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡанын күрҙек (Зәб. 63:11).

Бер көндө көтмәгәндә беҙгә шылтыраттылар. Баҡтиһәң, беҙҙе Канада Вефилендә хеҙмәт итергә саҡыралар икән. Беҙ ни эшләргә лә белмәй аптырап киттек, сөнки Гилеад мәктәбенә инде ғариза ебәргән инек. Ләкин беҙ саҡырыуҙы ҡабул иттек. Вефилгә килеп еткәс, беҙ филиал комитетында хеҙмәт иткән Ке́ннет Ли́ттл исемле ҡәрҙәштән: «Ә әгәр беҙҙе Гилеадҡа саҡырһалар, нимә эшләрбеҙ?» — тип һораныҡ. Ул беҙгә: «Саҡырһалар, күҙ күрер», — тине.

Бер аҙнанан беҙҙе Гилеадҡа саҡырҙылар, шуға күрә беҙгә ҡарар ҡабул итергә кәрәк ине. Литтл ҡәрҙәш беҙгә: «Ниндәй генә вариантты һайлаһағыҙ ҙа, ҡайһы саҡта һеҙ, башҡа вариантты һайларға кәрәк булған икән, тип уйларһығыҙ. Бер вариант икенсеһенән яҡшыраҡ, тип әйтеп булмай. Нимәне генә һайлаһағыҙ ҙа, Йәһүә уны фатихалай ала». Беҙ Гилеадты һайланыҡ һәм, күп йылдар уҙғас, Литтл ҡәрҙәштең һүҙҙәре хаҡ булғанын аңланыҡ. Беҙ йыш ҡына был һүҙҙәрҙе беҙҙең кеүек һайлау алдында торған ҡәрҙәштәргә һөйләнек.

МИССИОНЕРҘАР БУЛЫП ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ

(Һул яҡта) Юлиссис Гласс

(Уң яҡта) Джек Редфорд

Беҙ Гилеад мәктәбенең 83-сө синыфында 24 уҡыусы араһында булыуыбыҙға шат инек. Уҡыу Бруклинда (Нью-Йорк) 1987 йылдың апрель айында башланды. Беҙҙе күбеһенсә Ю́лиссис Гласс һәм Джек Ре́дфорд исемле ҡәрҙәштәр уҡытты. Биш ай һә тигәнсә үтеп китте һәм 1987 йылдың 6 сентябрендә сығарылыш үтте. Беҙҙе Жо́н һәм Мари́ Гуд менән бергә Гаитиға билдәләнеләр.

Франко менән Дебби Гаитиҙа, пляжда хеҙмәт иткән саҡта.

Гаитиҙа. 1988 йыл

1962 йылдан башлап Гилеад мәктәбен тамамлаған уҡыусыларҙы Гаитиға билдәләмәйҙәр ине, сөнки шул йылды һуңғы миссионерҙарҙы илдән ҡыуғандар ине. Мәктәп тамамланғандан һуң өс аҙна үткәс, беҙҙе Гаитиға таулы бер төбәккә билдәләнеләр. Унда 35 вәғәзсенән торған бәләкәй генә йыйылыш бар ине. Беҙ йәш, тәжрибәһеҙ инек һәм миссионер өйөндә үҙебеҙ генә йәшәнек. Гаитиҙа йәшәгән кешеләр бик ярлы ине һәм күптәре уҡый белмәй ине. Миссионер хеҙмәтебеҙҙең беренсе йылдарында беҙ нимә генә күрмәнек: граждан сыуалыштарын, дәүләт түңкәрелештәрен, утлы баррикадаларҙы, дауылдарҙы.

Гаитиҙа йәшәгән ҡәрҙәштәрҙән беҙ күп нәмәгә өйрәндек. Улар күп ауырлыҡтар кисерһә лә, сыҙам, шатлыҡлы, Йәһүәне һәм хеҙмәтте ярата ине. Оло йәштәге бер апай ҡәрҙәш уҡый белмәһә лә, яҡынса 150 аятты яттан белә ине. Тирә-яҡтағы мөхит беҙҙе тик Алла Батшалығы ғына кешеләрҙең проблемаларын сисә аласағына нығыраҡ ышандырҙы, һәм беҙ был хаҡта башҡаларға һөйләргә теләнек. Беҙ өйрәнеүселәребеҙҙе йылы һүҙҙәр менән иҫкә төшөрәбеҙ. Һуңыраҡ уларҙың ҡайһы берҙәре даими, махсус пионерҙар булып һәм аҡһаҡалдар булып хеҙмәт итә башланы.

Гаитиҙа мин Тре́вор исемле бер йәш егет менән таныштым. Ул мормондарҙың миссионеры ине. Беҙ уның менән бер нисә тапҡыр Изге Яҙма тураһында һөйләштек. Йылдар үткәс мине бер бүләк көтә ине. Мин унан ошондай һүҙҙәр яҙылған хат алдым: «Киләһе конгреста мин һыуға сумдырылам! Минең, Гаитиға элек мормондарҙың миссионеры булып хеҙмәт иткән ерҙәргә кире ҡайтып, махсус пионер булып хеҙмәт иткем килә». Треворҙың хыялы тормошҡа ашты: улар ҡатыны менән күп йылдар Гаитиҙа хеҙмәт итте.

ЕВРОПАҒА, Ә ШУНАН АФРИКАҒА ЮЛ ТОТАБЫҘ

Франко өҫтәл артында эшләп ултыра.

Словенияла. 1994 йыл

Беҙҙе Словенияға элек эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән ерҙәргә билдәләнеләр. 1992 йылда беҙ Любля́на ҡалаһына килдек. Атай-әсәйем Италияға күсер алдынан ошо ерҙәрҙә тыуып үҫкән. Беҙ килгәндә элекке Югославия территорияһында һаман да һуғыш бара ине. Ундағы эшмәкәрлегебеҙ өсөн Веналағы Австрия филиалы, шулай уҡ За́гребта (Хорватия) һәм Белгра́дта (Сербия) урынлашҡан офистар яуаплы ине. Хәҙер һәр бер республикала филиал асырға пландар бар ине.

Шулай итеп беҙ яңы телде һәм яңы мәҙәниәтте өйрәнеүгә башыбыҙ менән сумдыҡ. Урындағы кешеләр: «Е́зик е те́жик», — ти торғайны. Был һүҙбәйләнеш «Беҙҙең телебеҙ ауыр» тигәнде аңлата. Эйе, ул беҙгә ауыр бирелде. Ләкин ҡәрҙәштәрҙең тоғролоғо беҙҙе һоҡландыра ине. Улар ойошмалағы үҙгәрештәрҙе теләп ҡабул итте, һәм беҙ Йәһүәнең уларҙы нисек фатихалағанын күрҙек. Беҙ Йәһүәнең бөтә нәмәне үҙ ваҡытында яйға һалғанына һәм быны яратыу менән эшләгәненә тағы ла инандыҡ. Словенияла хеҙмәт иткән йылдар беҙҙең өсөн яҡшы мәктәп булды. Унда беҙ элек алған белемдәребеҙҙе нығыттыҡ һәм яңыларын үҙләштерҙек.

Алда беҙҙе тағы күп үҙгәрештәр көтә ине. 2000 йылда беҙҙе Көнбайыш Африкаға Кот-д’Ивуа́р ҡалаһына билдәләнеләр. Шунан һуң 2002 йылдың ноябрь айында ундағы граждан һуғышы арҡаһында беҙҙе Сье́рра-Лео́неға алып сыҡтылар. Унда 11 йыл буйы барған граждандар һуғышы саҡ бөтөп тора ине. Кот-д’Ивуарҙан ҡапыл ғына йыйынып китеү еңел булманы. Ләкин үткән йылдарҙа туплаған тәжрибәбеҙ беҙгә шатлыҡты юғалтмаҫҡа ярҙам итте.

Сьерра-Леонела Изге Яҙманы өйрәнергә теләгән кешеләр күп ине, һәм беҙ иғтибарыбыҙҙы уларға тупланыҡ. Һуғыш йылдарында сыҙам булып ҡалған ҡәрҙәштәрҙең яратыуы беҙҙе рухландыра ине. Улар ярлы йәшәһә лә, булғандарын башҡалар менән теләп уртаҡлашты. Бер ҡыҙ ҡәрҙәш Деббиға үҙ кейеменең береһен бүләк итергә булды. Тәүҙә Дебби алырға теләмәне, әммә теге ҡыҙ ҡәрҙәш был бүләкте алыуын үтенде. «Һуғыш ваҡытында башҡа илдәге ҡәрҙәштәр беҙгә ярҙам итте, хәҙер беҙҙең сират» — тине ул. Беҙ Дебби менән шундай ҡарашты өлгө итеп алырға маҡсат ҡуйҙыҡ.

Ваҡыт уҙыу менән беҙ Кот-д’Ивуарға кире ҡайттыҡ. Ләкин сәйәси ауырлыҡтар арҡаһында унда яңынан сыуалыштар башланды. Шуға күрә 2004 йылдың ноябрь айында беҙҙе вертолётта унан алып сыҡтылар һәм һәр кешегә ни бары 10 килограмм багаж алырға рөхсәт ителде. Беҙ Францияның хәрби базаһында иҙәндә йоҡлап төн үткәрҙек. Икенсе көндө Швейцарияға остоҡ. Төн уртаһында беҙ Вефилгә килеп еттек. Унда филиал комитетында хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр, Хеҙмәтте яҡшыртыу мәктәбен үткәргән уҡытыусылар һәм уларҙың ҡатындары беҙҙе йылы итеп ҡаршы алды. Беҙ әле лә уларҙың ҡосаҡлауҙарын, йылы ризыҡты һәм тәмле Швейцария шоколадын иҫкә төшөрәбеҙ. Уларҙың мөхәббәте йөрәгебеҙгә үтеп инде.

Франко Кот-д’Ивуарҙа Батшалыҡ залының сәхнәһендә.

Кот-д’Ивуарҙа ҡасаҡтарға телмәр һөйләйем. 2005 йыл

Беҙҙе ваҡытлыса Ганаға, ә шунан, сыуалыштар баҫылғас, яңынан Кот-д’Ивуарға ебәрҙеләр. Ҡәрҙәштәрҙең яратыуы беҙгә эвакуация һәм илдән-илгә йыш күсеп йөрөү арҡаһында тыуған стресты йырып сығырға ярҙам итте. Йәһүә ойошмаһында ҡәрҙәштәр бер-береһен яратһа ла, беҙ Дебби менән быны ғәҙәти нәмә кеүек ҡабул итмәҫкә ҡарар иттек. Ысынында ул тынысһыҙ ваҡыттар беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте.

ЯҠЫН КӨНСЫҒЫШТА ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ

Франко менән Дебби Яҡын Көнсығышта боронғо емереклектәрҙе ҡарап йөрөй.

Яҡын Көнсығышта. 2007 йыл

2006 йылда беҙ баш идаралыҡтан Яҡын Көнсығышта хеҙмәт итә башлауыбыҙ тураһында хат алдыҡ. Беҙҙе яңы кисерештәр, ауырлыҡтар, телдәр һәм мәҙәниәттәр көтә ине. Сәйәси һәм дини яҡтан көсөргәнешле булған илдәрҙә йәшәп, беҙгә күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк ине. Ҡәрҙәштәрҙең төрлө мәҙәниәттән булыуҙарына ҡарамаҫтан уларҙың берҙәм булыуы беҙҙе һоҡландырҙы. Ҡәрҙәштәр Йәһүәнең ойошмаһынан алған күрһәтмәләргә буйһонғанға күрә генә, был мөмкин ине. Беҙ улар менән ғорурландыҡ. Уларҙың күбеһе ҡыйыулыҡ менән туғандарының, синыфташтарының, хеҙмәттәштәренең һәм күршеләренең ҡаршы килеүенә түҙә ине.

2012 йылда беҙ Тель-Ави́вта (Израиль) үткән ҙур махсус конгреста булдыҡ. Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамынан бирле был регионда шул тиклем күп Алла хеҙмәтселәре бер ҡасан да бергә йыйылмаған. Был ысынлап та тарихи ваҡиға булды!

Бер тапҡыр беҙҙе эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илгә барып ҡайтырға һоранылар. Беҙ үҙебеҙ менән әҙерәк әҙәбиәт алдыҡ, унда беҙ урындағы ҡәрҙәштәр менән хеҙмәт иттек һәм бер нисә бәләкәй конгреста булдыҡ. Бөтә ерҙә ҡоралланған һалдаттар һәм блокпосттар ине. Әммә беҙ ҡурҡманыҡ, сөнки беҙҙең менән бер нисә ҡәрҙәш йөрөнө һәм башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итмәҫ өсөн үҙебеҙҙе һаҡ тоттоҡ.

АФРИКАҒА КИРЕ ҠАЙТАБЫҘ

Франко ноутбукта телмәр баҫтыра.

Телмәр әҙерләйем. Конго 2014 йыл

2013 йылда беҙ яңы билдәләнеү алдыҡ. Беҙҙе Кинша́саға (Конго Демократик Республикаһы) ебәрҙеләр. Конго — тәбиғәте матур ҙур ил, әммә уның халҡы ярлылыҡтан һәм йыш булып торған ҡораллы бәрелештәрҙән интегә. Беҙ тәүҙә: «Африка беҙгә таныш. Беҙ әҙер», — тигән булдыҡ. Ләкин беҙгә күп нәмәгә, мәҫәлән, юлдар һәм күперҙәр булмаһа ла, кәрәкле урынға барып етергә өйрәнергә кәрәк ине. Урындағы ҡәрҙәштәр беҙҙең өсөн иҫ киткес өлгө булды! Матди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, улар шатлыҡлы һәм сыҙам ине, хеҙмәтте ярата ине һәм осрашыуҙарҙа, конгрестарҙа булыр өсөн күп ҡорбандарға бара ине. Беҙ бында Йәһүәнең фатихаһын күрҙек, сөнки күп кешеләр хәҡиҡәтте белергә һәм Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләй ине. Конгола хеҙмәт иткән йылдарҙа беҙ ҡиммәтле тәжрибә тупланыҡ һәм беҙгә туғандар кеүек яҡын булып киткән дуҫтар таптыҡ.

Франко ҡәрҙәштәр менән ауылға вәғәзләргә китеп бара.

Көньяҡ Африкала вәғәзләйбеҙ. 2023 йыл

2017 йылдың аҙағында беҙ яңынан күсендек. Был юлы Көньяҡ Африка Республикаһындағы Вефилдә хеҙмәт итә башланыҡ. Ул беҙ элек хеҙмәт иткән Вефилдәрҙән күпкә ҙурыраҡ ине. Беҙгә быға тиклем бер ҡасан да эшләмәгән эш тапшырҙылар. Әйтерһең дә, беҙ яңынан мәктәптә, парта артына ултырҙыҡ. Бәхеткә ҡаршы, беҙгә элек алған һабаҡтар ярҙам итте. Көньяҡ Африка Республикаһында Йәһүәгә 20, 30, 40 йылдан ашыу хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр менән таныштыҡ. Беҙ уларҙы бик яратып киттек. Вефиль ғаиләһе төрлө милләт кешеләренән торһа ла, иҫ киткес рух сағылдыра һәм берҙәмлектә, татыулыҡта хеҙмәт итә! Эйе, Йәһүә уларҙы, яңы кеше булып кейенергә һәм Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланырға тырышҡаны өсөн фатихалай.

Тулы ваҡытлы хеҙмәт дауамында беҙҙең Дебби менән күп төрлө ҡыҙыҡлы йөкләмәләребеҙ булды. Беҙ төрлө мәҙәниәттәргә һәм телдәргә өйрәндек. Әлбиттә, был еңел булманы. Ләкин ойошманың һәм ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы менән Йәһүәнең беҙҙе бигерәк ныҡ яратҡанын тойҙоҡ (Зәб. 143:2). Беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ, был күп йылдар дауам ителгән уҡыу беҙҙе Йәһүә өсөн тағы ла файҙалыраҡ ҡорал итте.

Мин атай-әсәйемә биргән тәрбиәһе өсөн бик рәхмәтлемен. Шулай уҡ ҡәҙерле ҡатыным Деббиҙың ярҙамын бик ҡәҙерләйем. Төрлө илдәрҙә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәргә уларҙың иҫ киткес үрнәге өсөн рәхмәтлемен. Беҙ Дебби менән киләсәктән нимә көтәбеҙ? Бөйөк Нәсихәтсебеҙ Йәһүәнән яңы һабаҡтар алырға теләйбеҙ!

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу