Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w19 август 2—7 бб.
  • Бирешмәйек!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Бирешмәйек!
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ПАВЕЛДЫҢ МИҪАЛЫ БЕҘҘЕ НИМӘГӘ ӨЙРӘТӘ?
  • АУЫРЛЫҠТАРҒА ҠАРАМАҪТАН, ХЕҘМӘТЕБЕҘҘЕ ДАУАМ ИТӘБЕҘ
  • ӨМӨТӨГӨҘҘӨ КҮҘҘӘН ЫСҠЫНДЫРМАҒЫҘ
  • Ярыш юлын «аҙағына тиклем» үтегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Үҙ йөгөгөҙҙө йөрөтөгөҙ, ә артығынан арынығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
w19 август 2—7 бб.

31-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Бирешмәйек!

«Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ» (2 КОР. 4:16).

128-СЕ ЙЫР Ахырғаса сыҙам булайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Тормош өсөн йүгерештә финишҡа барып етер өсөн, мәсихселәр нимә эшләргә тейеш?

МӘСИХСЕЛӘР тормош өсөн йүгерештә ҡатнаша. Яңы ғына йүгерә башлағанбыҙмы йә был йүгерештә күп йылдар ҡатнашабыҙмы, беҙҙең барыбыҙға ла финишҡа барып етер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә кәрәк. Илсе Павелдың Филипптағы мәсихселәргә биргән кәңәше беҙгә көс өҫтәй ала. Ул үҙенең хатын яҙған ваҡытҡа Филипптағы ҡайһы бер мәсихселәр инде йылдар дауамында Йәһүәгә хеҙмәт иткән. Улар яҡшы йүгергән, әммә Павел уларға йүгерештә сыҙамлыҡ сағылдырырға кәрәклеген иҫтәренә төшөргән. Ул уларҙы үҙенән үрнәк алырға һәм «бүләк алыу өсөн маҡсатҡа» ынтылырға өндәгән (Флп. 3:14).

2. Ни өсөн Павелдың Филипптағы ҡәрҙәштәргә биргән кәңәше бик урынлы булған?

2 Павелдың кәңәше бик урынлы булған, сөнки Филипптағы йыйылыш иң баштан уҡ эҙәрләүҙәр менән осрашҡан. Барыһы ла яҡынса б. э. 50 йылында башлана. Павел менән Сила, Алла тарафынан Македонияға барырға саҡырылғас, Филипп ҡалаһына килә (Ғәм. 16:9). Унда улар Лидиә исемле ҡатынды таба. Лидиә уларҙы тыңлай, һәм Йәһүә «уның йөрәген Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлау өсөн» аса (Ғәм. 16:14). Тиҙҙән Лидиә һәм уның өйҙәгеләре һыуға сумдырыла. Ләкин Шайтан шунда уҡ Павел менән Силаға ауырлыҡтар тыуҙыра башлай. Кешеләр уларҙы елтерәтеп ҡала етәкселәренә алып бара ла тәртип боҙоуҙа нахаҡҡа ғәйепләй. Һөҙөмтәлә Павел менән Силаны туҡмайҙар, төрмәгә ултырталар һәм һуңыраҡ ҡаланан китергә ҡушалар (Ғәм. 16:16—40). Улар бирешкәнме? Һис тә юҡ! Ә яңы ойошторолған йыйылыштағы ҡәрҙәштәр тураһында нимә әйтеп була? Улар ҙа барыһын кисереп сыҡҡан. Һис шикһеҙ, уларҙы Павел менән Силаның яҡшы үрнәге рухландырған.

3. Павел нимәне белгән, һәм беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

3 Павел бирешергә уйламаған да (2 Кор. 4:16). Ул шуны белгән: тормош өсөн йүгерештә финишҡа барып етер өсөн, уға иғтибарын маҡсатҡа туплаған килеш һаҡларға кәрәк. Беҙ Павелдың миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Хәҙерге ваҡытта йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең миҫалдары ауыр шарттарҙа сыҙам булып ҡалыу мөмкин икәнен нисек күрһәтә? Киләсәккә өмөт беҙгә бер ҡасан да бирешмәҫкә нисек ярҙам итер?

ПАВЕЛДЫҢ МИҪАЛЫ БЕҘҘЕ НИМӘГӘ ӨЙРӘТӘ?

4. Шарттарына ҡарамаҫтан, Павел нисек хеҙмәттә әүҙем булып ҡалған?

4 Филиптарға хат яҙған сағында Павел ниндәй шарттарҙа булған? Ул Рим ҡалаһында өйҙә һаҡ аҫтында ултырған. Уға өйҙән сығып вәғәзләргә рөхсәт ителмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙенә килгән кешеләргә вәғәзләгән һәм йыйылыштарға хаттар яҙған. Бөгөн дә өйҙән сыға алмаған күп мәсихселәр, һәр мөмкинселектән файҙаланып, үҙҙәренә килгән кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләй. Улар шулай уҡ өйҙә тормаған кешеләргә хаттар яҙып шаһитлыҡ бирә.

5. Филиптарға 3:12—14-тә әйтелгәнсә, Павелға иғтибарын маҡсатына тупларға нимә ярҙам иткән?

5 Павел элекке ҡаҙаныштары йә хаталары тураһында сиктән тыш күп уйламаған, шуға күрә улар уның иғтибарын маҡсатынан ситкә йүнәлтмәгән. Уның һүҙҙәре буйынса, алға ынтылып йүгереште уңышлы тамамлар өсөн, үткәнде оноторға кәрәк. (Филиптарға 3:12—14-те уҡығыҙ.) Нимә арҡаһында Павел иғтибарын ситкә йүнәлтә алған? Беренсенән, мәсихсе булып китер алдынан, ул йәһүд динендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән булған. Әммә ул уларҙы сүп-сар тип һанаған (Флп. 3:3—8). Икенсенән, мәсихселәрҙе эҙәрләгәне арҡаһында ул ғәйеп тойғоһо кисергән. Ләкин был уны Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтатмаған. Өсөнсөнән, Павел, Йәһүә өсөн инде етерлек эштәр башҡарҙым, тип уйлай алған. Ни өсөн? Сөнки ул, төрлө бәләләргә эләкһә лә, хеҙмәтен уңышлы башҡарған. Мәҫәлән, уның төрмәгә ябылғаны, туҡмалғаны, таш менән бәргесләнгәне һәм карап һәләкәтенә эләккәне, шулай уҡ ҡайһы саҡ ризыҡҡа һәм кейемгә ҡытлыҡ кисергәне булған (2 Кор. 11:23—27). Ләкин, быларҙың барыһына ҡарамаҫтан, ул, хәҙер ял итергә лә була, тип уйламаған. Шулай итеп, күп ғазаптар кисерһә лә һәм ҙур уңыштарға ирешһә лә, Павел хеҙмәтен дауам итергә тейешлеген аңлаған. Беҙгә шундай уҡ рух сағылдырырға кәрәк.

6. Беҙгә нимәләрҙе оноторға кәрәк булырға мөмкин?

6 Беҙ нисек, Павел кеүек, үткәндәрҙе онота алабыҙ? Ҡайһы берәүҙәргә элекке гонаһтары арҡаһында ғәйеп тойғоһо менән көрәшергә тура килә. Һеҙ ҙә шундай көрәш алып барһағыҙ, Мәсихтең йолом ҡорбаны тураһындағы мәҡәләләрҙе тикшерегеҙ. Был тема буйынса шәхси өйрәнеү үткәреү, уның хаҡында уйланыу һәм доға ҡылыу беҙҙе мәғәнәһеҙ ғәйеп тойғоһонан азат итергә мөмкин. Һөҙөмтәлә беҙ Йәһүә инде кисергән гонаһтарыбыҙ арҡаһында бүтән көйөнмәҫбеҙ. Павелдың миҫалынан тағы бер һабаҡ алып була. Ҡайһы берҙәребеҙ, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн, күп аҡса килтерә алған карьеранан баш тартҡан. Ундай осраҡта беҙ, үткәнде онотоп, байыу мөмкинлеген ҡулланмағаныбыҙға үкенмәйенсә, артабан хеҙмәт итә алыр инекме? (Һан. 11:4—6; Вәғ. 7:10). Үткәнде онотоу тураһында әйткәндә, беҙгә шулай уҡ элекке ҡаҙаныштарҙы һәм һынауҙарҙы оноторға кәрәк булырға мөмкин. Әлбиттә, үткән йылдарҙа Йәһүәнең беҙҙе нисек фатихалағанын һәм беҙгә нисек ярҙам иткәнен иҫкә төшөрөү уның менән дуҫлығыбыҙҙы нығыта. Әммә беҙ, хеҙмәттә инде етерлек тырышлыҡ һалдым, тип үҙебеҙҙән артыҡ ҡәнәғәт булып китергә теләмәйбеҙ (1 Кор. 15:58).

Ҡайһы бер йүгереүселәр витриналарға йә электрон яйланмаға ҡарап алыр өсөн туҡтай, әммә беренсе йүгереүсе маҡсатын күҙҙән ысҡындырмай

Тормош өсөн йүгерештә беҙгә иғтибарҙы ситкә йүнәлтеп маҡсатты күҙҙән ысҡындырырға ярамай (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. 1 Коринфтарға 9:24—27 буйынса, тормош өсөн йүгерештә еңер өсөн нимә талап ителә? Миҫал килтерегеҙ.

7 Павел Ғайсаның, бөтә көсөгөҙҙө һалығыҙ, тигән һүҙҙәрен яҡшы аңлаған (Лука 13:23, 24). Ул Мәсих һымаҡ ғүмер буйы тырышлыҡтар һалыуҙың мөһимлеген белгән. Шуға күрә мәсихсенең тормошон йүгереш менән сағыштырған да. (1 Коринфтарға 9:24—27-не уҡығыҙ.) Йүгереүсе, финиш һыҙығына етергә тырышҡанға, иғтибарын ситкә йүнәлтмәй. Мәҫәлән, йүгереш ҡала эсендә үткәрелһә, магазиндарҙың ялтыр витриналары йә башҡа нәмәләр йүгереүсенең иғтибарын йәлеп итергә мөмкин. Магазин янында туҡтап, витриналарға ҡарап торған йүгереүсене күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Әлбиттә, юҡ! Ул бит еңергә теләй. Тормош өсөн йүгерештә беҙгә лә иғтибарыбыҙҙы ситкә йүнәлтергә ярамай. Маҡсатыбыҙҙы иҫтә тотоп, Павел һымаҡ бөтә көсөбөҙҙө һалһаҡ, бүләкте алырбыҙ.

АУЫРЛЫҠТАРҒА ҠАРАМАҪТАН, ХЕҘМӘТЕБЕҘҘЕ ДАУАМ ИТӘБЕҘ

8. Беҙ ниндәй өс ауырлыҡты ҡарап сығырбыҙ?

8 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, йүгерештә тиҙлегебеҙҙе кәметә алған өс ауырлыҡты ҡарап сығайыҡ. Был — аҡланмаған өмөттәр, насарая барған һаулыҡ һәм оҙаҡҡа һуҙылған һынауҙар. Башҡаларҙың ундай ауырлыҡтарҙы нисек кисереп сыҡҡанын ҡарап сығыу беҙҙе рухландырып ебәрер (Флп. 3:17).

9. Аҡланмаған өмөттәр беҙгә нисек тәьҫир итергә мөмкин?

9 Аҡланмаған өмөттәр. Әлбиттә, беҙ Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен зарығып көтәбеҙ. Абаҡум пәйғәмбәр Йәһүәнән Йәһүҙәлә яуызлыҡты бөтөрөүен үтенгәс, Йәһүә уға түҙемлек менән көтөргә ҡушҡан (Аб. 2:3). Әммә өмөттәребеҙ оҙаҡ тормошҡа ашмай кеүек тойолһа, ашҡыныуыбыҙ һүрелергә мөмкин. Беҙҙең хатта күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүебеҙ ихтимал (Ғиб. һүҙ. 13:12). Шундай хәл XX быуаттың башында булған. Ул ваҡытта күп майланған мәсихселәр күктәге бүләген 1914 йылда алырға өмөтләнгән. Әммә уларҙың өмөттәре аҡланмаған. Был тоғро мәсихселәргә тиҫкәре хистәрҙән арынырға нимә ярҙам иткән?

Ройал менән Перл Спатцтар

1914 йылда өмөттәре аҡланмаһа ла, Ройал менән Перл Спатцтар күп тиҫтә йылдар тоғро хеҙмәт иткән (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Бер пар, өмөттәре аҡланмағас, нисек эш иткән?

10 Шундай хәлгә эләккән ике тоғро мәсихсенең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ройал Спатц исемле ағай-ҡәрҙәш 1908 йылда 20 йәшендә һыуға сумдырылған. Ул күктәге бүләген тиҙҙән аласағына шикләнмәгән. 1911 йылда ул, үҙенең кәләше Перлға өйләнешергә тәҡдим яһағанда, былай тигән: «Һин бит 1914 йылда нимә буласағын беләһең. Өйләнешергә теләһәк, быны тиҙерәк эшләргә кәрәк!» 1914 йылда өмөттәре аҡланмағас, улар тормош өсөн йүгерештә ҡатнашыуҙан баш тартҡанмы? Һис тә юҡ, сөнки улар өсөн Алла ихтыярын үтәү бүләк алыуҙан күпкә мөһимерәк булған. Улар йүгерештә сыҙамлыҡ сағылдырырға теләгән. Ройал менән Перл ғүмерҙәренең аҙағына тиклем күп тиҫтә йылдар буйы хеҙмәттә әүҙем һәм тоғро булып ҡалған. Һеҙ, әлбиттә, Йәһүәнең үҙ исемен һәм хакимлығын аҡлауын, шулай уҡ Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен күрергә бик теләйһегеҙ. Бөтә был ваҡиғаларҙың Йәһүә билдәләгән ваҡытта буласағына һис тә шикләнмәгеҙ. Ә әлегә, әйҙәгеҙ, аҡланмаған өмөттәр арҡаһында төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, артабан да Аллабыҙға ашҡынып хеҙмәт итәйек.

Артур Секорд

Оло йәштә булһа ла, Артур Секорд Йәһүәгә иң яҡшыһын бирергә теләгән. (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11, 12. Ни өсөн беҙ, физик яҡтан көсһөҙләнһәк тә, тормош өсөн йүгерештә ҡатнашыуыбыҙҙы дауам итә алабыҙ? Миҫал килтерегеҙ.

11 Насарая барған һаулыҡ. Финиш һыҙығына етер өсөн, йүгереүсе физик яҡтан көслө булырға тейеш. Әммә тормош өсөн йүгерештә физик һаулыҡ талап ителмәй. Хатта физик яҡтан көсһөҙләнә барған ҡәрҙәштәр ҙә, рухи яҡтан көслө килеш ҡалып, Йәһүәгә иң яҡшыһын бирә ала (2 Кор. 4:16). Артур Секорд исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. 88 йәшендә ул Вефилдә инде 55 йыл хеҙмәт иткән булған. Бер көндө Вефилдә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткән апай-ҡәрҙәш уның янына килгән дә яғымлы итеп былай тигән: «Секорд ҡәрҙәш, һин Йәһүә өсөн шул тиклем күп эштәр башҡарҙың!» Әммә Артур ҡәрҙәш үткәндәре менән йәшәмәгән. Ул йылмайған да апай-ҡәрҙәшкә былай тигән: «Эйе, шулай. Ләкин элек башҡарған эштәребеҙ ул тиклем мөһим түгел. Ахырға тиклем тоғро булып ҡалыу — бына нимә мөһим».

12 Бәлки, һеҙ Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт итәһегеҙҙер һәм хәҙер насар һаулыҡ арҡаһында элеккесә күп эшләй алмайһығыҙҙыр. Бойоҡмағыҙ! Йәһүә элек хеҙмәттә башҡарған эштәрегеҙҙе иҫләй һәм бик ҡәҙерләй (Евр. 6:10). Шуны онотмағыҙ: Йәһүәне ни тиклем ныҡ яратыуыбыҙ күпме хеҙмәт итеүебеҙ менән үлсәнмәй. Яратыуыбыҙҙың тәрәнлеге ыңғай ҡараш һаҡлауыбыҙҙан һәм хеҙмәттә көсөбөҙҙән килгәнде эшләүебеҙҙән күренә (Кол. 3:23). Йәһүә мөмкинлектәребеҙҙең сикле икәнен аңлай һәм хәлебеҙҙән килмәгәнде талап итмәй (Марк 12:43, 44).

Анатолий менән Лидия Мельниктар

Анатолий менән Лидия Мельниктар, күп ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тоғро булып ҡалған (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. Анатолий менән Лидияның миҫалы нисек беҙҙе, оҙаҡҡа һуҙылған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, артабан да ашҡынып хеҙмәт итергә дәртләндерә?

13 Оҙаҡҡа һуҙылған һынауҙар. Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәренә тиҫтәләгән йылдар буйы ауырлыҡтар һәм эҙәрләүҙәр кисерергә тура килә. Мәҫәлән, Анатолий Мельникb исемле ағай-ҡәрҙәшкә 12 генә йәш булғанда, уның атаһын ҡулға алып төрмәгә ултыртҡандар, ә һуңынан Молдованан Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Шулай итеп ул ғаиләһенән 7 000 саҡрым алыҫлыҡҡа киткән. Бер йылдан һуң Анатолийҙы, уның әсәһен һәм олатаһы менән өләсәһен дә Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Ваҡыт уҙыу менән уларҙың икенсе ауылда үткән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә мөмкинлеге тыуған, әммә бының өсөн уларға ҡаты һыуыҡтарҙа 30 саҡрым араны ҡарҙан атлап үтергә тура килгән. Һуңыраҡ Анатолий ҡәрҙәште, ҡатыны Лидиянан һәм бер йәшлек ҡыҙынан айырып, өс йылға төрмәгә ултыртҡандар. Бөтә был ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Анатолий һәм уның ғаиләһе Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеүен дауам иткән. Хәҙер Анатолийға 82 йәш, һәм ул Үҙәк Азия филиалының комитетында хеҙмәт итә. Әйҙәгеҙ, Анатолий менән Лидиянан өлгө алып, артабан да сыҙамлыҡ сағылдырайыҡ һәм хеҙмәттә көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйек (Гал. 6:9).

ӨМӨТӨГӨҘҘӨ КҮҘҘӘН ЫСҠЫНДЫРМАҒЫҘ

14. Маҡсатына ирешер өсөн, Павел нимә эшләргә әҙер булған?

14 Павел финишҡа етеп маҡсатына өлгәшеренә һис тә шикләнмәгән. Майланған мәсихсе булараҡ, ул «күктәге тормош» бүләген алырға ынтылған. Әммә Павел был маҡсатҡа ирешер өсөн артабан да тырышлыҡтар һалырға кәрәклеген аңлаған (Флп. 3:14). Филиптар ҙа был маҡсатты күҙҙән ысҡындырмаһындар өсөн, Павел уларға яҙған хатында ҡыҙыҡлы миҫал килтергән.

15. Филиптарҙы маҡсатҡа ынтылырға дәртләндерер өсөн, Павел гражданлыҡ менән миҫалды нисек ҡулланған?

15 Павел филиптарға уларҙың төйәге, йәғни гражданлығы күктәге икәнен иҫтәренә төшөргән (Флп. 3:20). Ни өсөн был миҫал бик урынлы булған? Ул ваҡыттарҙа Рим гражданлығы юғары баһаланғанc. Әммә майланған мәсихселәрҙең гражданлығы күпкә яҡшыраҡ булған, сөнки ҙурыраҡ мөмкинлектәр асҡан. Рим гражданлығын уның менән сағыштырып та булмаған! Шуға күрә Павел Филипптағы ҡәрҙәштәрҙе: «Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ», — тип өндәгән (Флп. 1:27). Был аятта «йәшәгеҙ» тигән һүҙ «үҙегеҙҙе граждандар кеүек тотоғоҙ» тигәнде аңлата. Бөгөн майланған мәсихселәр, бүләк алырға ынтылып, башҡаларға яҡшы үрнәк күрһәтә.

16. Күктә йәшәргә өмөтләнәбеҙме йә ерҙәме, Филиптарға 4:6, 7 буйынса, беҙгә артабан да нимә эшләргә кәрәк?

16 Күктә йәшәргә өмөтләнәбеҙме йә ерҙәме, артабан да маҡсатыбыҙға ынтылайыҡ. Шарттарыбыҙ ниндәй генә булһа ла, үткәндәргә әйләнеп ҡарамайыҡ һәм башҡа берәй нәмә арҡаһында ла Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтамайыҡ (Флп. 3:16). Бәлки, һеҙ Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен инде күп йылдар көтәһегеҙҙер йә һаулығығыҙ насарая баралыр. Йәки оҙаҡ ваҡыт ауырлыҡтар йә эҙәрләүҙәр кисереп йәшәйһегеҙҙер. Нисек кенә булһа ла, «бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ». Киреһенсә, Аллаға ялбарып үтенестәрегеҙҙе еткерегеҙ, һәм ул һеҙгә күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ тыныслыҡ бирер. (Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.)

17. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

17 Йүгереүсе финишҡа етеп килгәндә бар көсөн һалған кеүек, беҙ ҙә, тормош өсөн йүгереш тамамланып барғанда, хеҙмәттә бар көсөбөҙҙө һалырға һәм матур киләсәгебеҙҙе күҙҙән ысҡындырмаҫҡа тейеш. Киләһе мәҡәлә беҙгә тормошта нимә мөһимерәк икәнен билдәләргә ярҙам итер (Флп. 1:9, 10).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Павелдың миҫалы нисек беҙҙе, маҡсатты күҙҙән ысҡындырмайынса, хеҙмәтебеҙҙе дауам итергә дәртләндерә?

  • Аҡланмаған өмөттәр, насарая барған һаулыҡ һәм оҙаҡҡа һуҙылған һынауҙарға ҡарамаҫтан, тормош өсөн йүгереүебеҙҙе дауам итергә беҙгә нимә ярҙам итер?

  • Павелды тормош өсөн йүгерештә бар көсөн һалырға нимә дәртләндергән?

79-СЫ ЙЫР Уларҙы ныҡ булып ҡалырға өйрәтегеҙ

a Йәһүәгә күпме генә хеҙмәт итһәк тә, беҙ артабан да рухи яҡтан үҫергә һәм хеҙмәтебеҙҙе яҡшыртырға теләйбеҙ. Илсе Павел имандаштарын бер ҡасан да бирешмәҫкә өндәгән. Уның филиптарға яҙған хаты беҙгә тормош өсөн йүгерештә сыҙам булырға ярҙам итә ала. Был мәҡәләнән беҙ Павелдың һүҙҙәрен тормошта нисек ҡулланып булғанын белербеҙ.

b Мельник ҡәрҙәштең биографияһы 2004 йыл 22 октябрь һанында сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналында (урыҫ) баҫтырылған ине.

c Филипп ҡалаһы Рим колонияларының береһе булғанға, унда йәшәүселәр Рим гражданлығы биргән ҡайһы бер хоҡуҡтарға эйә булған. Шунлыҡтан Филиппта йәшәгән ҡәрҙәштәр Павелдың миҫалын бик яҡшы аңлаған.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу