32-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Мөхәббәтегеҙ арта барһын
«Мөхәббәтегеҙ... артҡандан-арта барһын тип доға ҡылам» (ФЛП. 1:9).
106-СЫ ЙЫР Мөхәббәт сифатын үҫтерәбеҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Кемдәр Филипп ҡалаһында йыйылыш ойошторған?
РИМ колонияһы булған Филипп ҡалаһына килгәс, Павел, Сила, Лука һәм Тимофей һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә теләгән күп кешеләрҙе осратҡан. Был дүрт ашҡыныусан мәсихсе унда йыйылыш ойошторған, һәм яңы шәкерттәр бергә йыйыла башлаған. Улар, моғайын, ҡунаҡсыл Лидиәнең өйөндә йыйылғандыр (Ғәм. 16:40).
2. Филипптағы йыйылыш ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?
2 Күп тә үтмәҫтән, яңы ойошторолған йыйылыш ауырлыҡтар менән осрашҡан. Шайтан дошмандарҙы Павелға һәм уның хеҙмәттәштәренә ҡаршы ҡотортҡан. Павел менән Силаны ҡулға алғандар, ҡамсылағандар һәм төрмәгә ултыртҡандар. Төрмәнән азат ителгәс, улар, яңы шәкерттәр янына барып, уларҙы рухландырған. Унан һуң Павел, Сила һәм Тимофей Филипп ҡалаһынан киткән, ә Лука, күрәһең, шунда ҡалған. Филипптағы йыйылыш менән артабан нимә булған? Йәһүәнең ярҙамы менән яңы шәкерттәр ашҡынып хеҙмәт итеүен дауам иткән (Флп. 2:12). Һис шикһеҙ, Павелдың улар менән ғорурланырға сәбәбе булған!
3. Филиптарға 1:9—11-ҙә әйтелгәнсә, Павел нимә тураһында доға ҡылған?
3 Ун йыл тирәһе үткәс, Павел Филипптағы йыйылышҡа хат яҙған. Был хатты уҡығанда, һеҙ, моғайын, уның шул ҡәрҙәштәрҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын һиҙәһегеҙҙер. Ул былай тип яҙған: «Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит» (Флп. 1:8). Павел шулай уҡ улар өсөн доға ҡылыуы хаҡында яҙған. Ул Йәһүәнән уларға үҙҙәренең мөхәббәтен арттырырға, тормошта нимә мөһимерәк икәнен дөрөҫ билдәләргә, саф булырға, башҡалар өсөн кәртә булмаҫҡа һәм хаҡлыҡ емештәрен мул итеп килтерергә ярҙам итеүен һораған. Һеҙ, әлбиттә, ризалашырһығыҙ: беҙ ҙә бөгөн Павелдың эскерһеҙ һүҙҙәренән күп файҙа ала алабыҙ. (Филиптарға 1:9—11-ҙе уҡығыҙ.) Был мәҡәләлә беҙ Павелдың филиптарға биргән кәңәштәрен ентекләп ҡарап сығырбыҙ һәм уларҙы нисек ҡулланып булғаны хаҡында уйланырбыҙ.
МӨХӘББӘТЕГЕҘ АРТА БАРҺЫН
4. а) 1 Яхъя 4:9, 10 буйынса, Йәһүә беҙгә үҙ яратыуын нисек күрһәткән? б) Беҙ Алланы ни тиклем ныҡ яратырға тейеш?
4 Йәһүә, үҙенең Улын гонаһтарыбыҙҙы йолоп алыр өсөн ергә ебәреп, беҙгә ҡарата бөйөк мөхәббәт күрһәткән. (1 Яхъя 4:9, 10-ны уҡығыҙ.) Алланың рыяһыҙ мөхәббәте беҙҙе яуап итеп уны яратырға дәртләндерә (Рим. 5:8). Беҙ Алланы ни тиклем ныҡ яратырға тейеш? Ғайса, бер фарисей менән һөйләшкәндә, былай тигән: «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат» (Матф. 22:36, 37). Беҙ Йәһүәне бүленгән йөрәк менән түгел, ә бер бөтөн йөрәк менән яратырға теләйбеҙ. Улай ғына ла түгел, беҙ мөхәббәтебеҙҙең көндән-көн нығый барыуын теләйбеҙ. Павел филиптарға, мөхәббәтегеҙ «артҡандан-арта барһын», тип яҙған. Аллаға ҡарата мөхәббәтебеҙҙе нисек арттырып була?
5. Аллаға ҡарата мөхәббәтебеҙҙе нисек тәрәнәйтеп була?
5 Алланы яратыр өсөн, уны белергә кәрәк. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Яратмаусы Алланы танып белмәй, сөнки Алла — мөхәббәт ул» (1 Яхъя 4:8). Илсе Павел аңлатҡанса, Алла тураһында белемебеҙҙе арттырһаҡ һәм уның ҡараштарын үҙләштерһәк, уға ҡарата мөхәббәтебеҙ тәрәнәйер (Флп. 1:9). Изге Яҙманы өйрәнә башлағанда, беҙ Алланың сифаттары тураһында әллә ни күп белмәһәк тә, уға ҡарата яратыу үҫтерә алдыҡ. Шунан Йәһүәне яҡшыраҡ белгән һайын, уға ҡарата мөхәббәтебеҙ нығый барҙы. Бына ни өсөн Изге Яҙманы даими өйрәнеү һәм уның өҫтөндә уйланыу тормошобоҙҙа мөһим урын биләргә тейеш (Зәб. 77:12).
6. 1 Яхъя 4:11, 20, 21 буйынса, мөхәббәтебеҙ арта барһын өсөн, тағы кемде яратырға кәрәк?
6 Алланың беҙҙе ни тиклем ныҡ яратыуын аңлау беҙҙе шулай уҡ ҡәрҙәштәрҙе яратырға дәртләндерә. (1 Яхъя 4:11, 20, 21-ҙе уҡығыҙ.) Бәлки, беҙ, ҡәрҙәштәрҙе яратыу еңел булыр, тип уйлайбыҙҙыр. Беҙ бит барыбыҙ ҙа Йәһүәгә хеҙмәт итәбеҙ һәм уның күркәм сифаттарын сағылдырырға тырышабыҙ. Бынан тыш, беҙ Ғайса Мәсихтән өлгө алабыҙ, ә ул беҙҙе шул тиклем ярата, хатта үҙ ғүмерен йәлләмәгән. Шулай ҙа ҡайһы саҡ бер-беребеҙҙе яратыу еңел түгел. Филипптағы йыйылышта тыуған бер хәлгә иғтибар итәйек.
7. Павелдың Еводия менән Синтихияға биргән кәңәшенән ниндәй һабаҡ алып була?
7 Еводия һәм Синтихия исемле тырыш апай-ҡәрҙәштәр илсе Павел менән иңгә-иң терәп хеҙмәт иткән. Әммә, күрәһең, холоҡтары төрлө булғанға, улар араһында ҡаршылыҡтар тыуған. Павел, Еводия менән Синтихия хеҙмәт иткән йыйылышҡа хат яҙғанда, был апай-ҡәрҙәштәрҙе айырып телгә алған һәм уларҙы татыулашырға өгөтләгән (Флп. 4:2, 3). Павел бөтә йыйылышҡа: «Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ», — тип яҙыуҙы кәрәк тип тапҡан (Флп. 2:14). Һис шикһеҙ, Павелдың тура кәңәштәре Еводия менән Синтихияға ғына түгел, ә йыйылыштағы бөтә ҡәрҙәштәргә лә бер-береһенә ҡарата мөхәббәтен нығытырға ярҙам иткән.
Ни өсөн иғтибарыбыҙҙы ҡәрҙәштәрҙең яҡшы яҡтарына тупларға кәрәк? (8-се абзацты ҡарағыҙ.)b
8. Нимә арҡаһында ҡәрҙәштәрҙе яратыу ауыр булырға мөмкин, һәм беҙгә нимә ярҙам итер?
8 Беҙ бөтәбеҙ ҙә көн һайын хаталанабыҙ. Еводия менән Синтихия һымаҡ, иғтибарыбыҙҙы ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәренә туплаһаҡ, уларға ҡарата мөхәббәтебеҙ һыуынырға мөмкин. Мәҫәлән, берәй ҡәрҙәш Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа ярҙам итергә онотһа, беҙ асыуланырға мөмкин. Шундай саҡта был ҡәрҙәштең башҡа хаталарын иҫкә төшөрә башлаһаҡ, асыу тойғобоҙ көсәйер, ә мөхәббәтебеҙ һыуыныр. Шуға оҡшаш хәлгә эләккәнегеҙ булдымы? Улайһа, бына нимә тураһында уйлағыҙ: Йәһүә беҙҙең етешһеҙлектәребеҙҙе лә, ҡәрҙәштең йомшаҡ яҡтарын да күрә. Шулай ҙа ул барыбыҙҙы ла ярата. Беҙгә, Йәһүәнән өлгө алып, иғтибарыбыҙҙы ҡәрҙәштәрҙең яҡшы сифаттарына тупларға кәрәк. Ҡәрҙәштәрҙе яратыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалып, беҙ арабыҙҙағы берҙәмлеккә өлөш индерәбеҙ (Флп. 2:1, 2).
«ИҢ ЯҠШЫЛАРҘЫ» ҺАЙЛАҒЫҘ
9. «Иң яҡшылар» үҙ эсенә нимәне ала?
9 Алла тарафынан рухландырылып, илсе Павел филиптарҙы һәм, асылда, бөтә мәсихселәрҙе «иң яҡшыларҙы» һайларға, йәғни тормошта нимә мөһимерәк икәнен айыра белергә дәртләндергән (Флп. 1:10). «Иң яҡшыларға» Йәһүә исеменең изгеләндерелеүе, Алла ихтыярының үтәлеүе һәм йыйылыштарҙың берҙәм булыуы керә (Матф. 6:9, 10; Яхъя 13:35). Тормошобоҙ ошо мөһим нәмәләр тирәһендә әйләнһә, беҙ Йәһүәне яратыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ.
10. Йәһүә беҙҙе саф тип һанаһын өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
10 Павел шулай уҡ «саф» булыуҙың мөһимлеге тураһында яҙған. Саф булыр өсөн камиллыҡ талап ителмәй. Беҙ Йәһүә кеүек саф була алмайбыҙ. Ләкин, мөхәббәтебеҙҙе тәрәнәйтергә тырышһаҡ һәм тормошта нимә мөһимерәк икәнен дөрөҫ билдәләһәк, Йәһүә ҡарашында саф була алырбыҙ. Мөхәббәтебеҙҙе күрһәтер өсөн ысулдарҙың береһе — башҡалар өсөн кәртә булмаҫҡа тырышыу.
11. Ни өсөн беҙ башҡалар өсөн кәртә булырға тейеш түгел?
11 «Кәмселекһеҙ» булырға, йәғни, төп нөсхәлә әйтелгәнсә, «башҡалар өсөн кәртә булмаҫҡа» бойороҡ беҙҙең өсөн етди киҫәтеү булып тора. Беҙ башҡалар өсөн нисек кәртә була алабыҙ? Мәҫәлән, ниндәй кейем, күңел асыу һәм хатта ниндәй эш урыны һайлауыбыҙ ҙа башҡаларҙы рухи яҡтан абындырырға мөмкин. Бәлки, беҙ бер ниндәй насарлыҡ эшләмәйбеҙҙер, әммә ҡарарыбыҙ берәй ҡәрҙәштең выжданын рәнйетә икән, был инде бик етди. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, уның берәй шәкертен рухи яҡтан абындырған кешене, муйынына ауыр таш аҫып, диңгеҙгә батырһалар, уның өсөн был яҡшыраҡ булыр ине! (Матф. 18:6).
12. Пионер булып хеҙмәт иткән бер парҙан нимәгә өйрәнеп була?
12 Әйҙәгеҙ, пионер булып хеҙмәт иткән бер парҙың Ғайсаның кәңәшен нисек ҡулланғанына иғтибар итәйек. Уларҙың йыйылышында яңы ғына һыуға сумдырылған бер пар хеҙмәт иткән. Был ир менән ҡатын иҫке ҡарашлы мөхиттә тәрбиәләнгән, бала саҡтарында уларға күп нәмә рөхсәт ителмәгән. Улар, мәсихселәр хатта яҡшы йөкмәткеле фильмдарға ла йөрөргә тейеш түгел, тип һанаған. Пионер булып хеҙмәт иткән парҙың кинотеатрға барғанын белгәс, улар шаҡ ҡатҡан. Шунлыҡтан пионерҙар, был яңы шәкерттәрҙең выжданы яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға өйрәнгәнгә тиклем, кинотеатрға ваҡытлыса йөрөмәй торорға булған (Евр. 5:14). Шундай фиҙаҡәрлек сағылдырып, пионерҙар «һүҙ һәм тел менән түгел», ә эштәре менән яратыу сағылдырған (Рим. 14:19—21; 1 Яхъя 3:18).
13. Беҙ нисек берәйһен гонаһҡа этәрергә мөмкин?
13 Бынан тыш, үҙебеҙ ҙә абайламаҫтан кешене гонаһҡа этәрһәк, уның алдына абыныу ташы ҡуйыр инек. Нисек улай килеп сығырға мөмкин? Әйтәйек, өйрәнеүсе, оҙаҡ көрәш алып барғандан һуң, эсеүен ташлай, ти. Ул үҙенә эсеүҙән тулыһынса тыйылырға кәрәклеген аңлай. Ул рухи яҡтан тиҙ үҫә һәм һыуға сумдырыла. Һуңыраҡ ҡунаҡ йыйған бер ҡәрҙәш, яҡшы ниәттәрҙән сығып, уны иҫерткес эсемлек эсергә күндереп былай ти: «Һин бит хәҙер мәсихсе, һиндә Йәһүәнең рухы бар. Ә изге рух емешенә тотанаҡлыҡ та керә. Тотанаҡлығың бар икән, бер аҙ эсһәң дә була, иң мөһиме — самаһын белеү». Күҙ алдына ғына килтерегеҙ, яңы ҡәрҙәш ундай насар кәңәшкә ҡолаҡ һалһа, был ниндәй эҙемтәләргә килтерер ине!
14. Йыйылыш осрашыуҙары Филиптарға 1:10-дағы кәңәштәрҙе ҡулланырға нисек ярҙам итә?
14 Йыйылыш осрашыуҙары беҙгә Филиптарға 1:10-да бирелгән кәңәштәрҙе тормошта ҡулланырға ярҙам итә. Нисек итеп? Беренсенән, бай рухи программа Йәһүәнең ҡарашында нимә иң мөһиме икәнен иҫебеҙгә төшөрә. Икенсенән, осрашыуҙарҙа беҙ, саф булыр өсөн, белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланырға өйрәнәбеҙ. Өсөнсөнән, унда беҙ «мөхәббәт менән изге эштәргә» дәртләндереләбеҙ (Евр. 10:24, 25). Ҡәрҙәштәрҙең рухландырғыс һүҙҙәре Аллаға һәм ҡәрҙәштәргә ҡарата мөхәббәтебеҙҙе тағы ла нығыраҡ арттыра. Ә шундай мөхәббәт менән тулы йөрәк беҙҙе башҡаларҙы рухи яҡтан абындырмаҫ өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға дәртләндерә.
АРТАБАН ДА «ХАҠЛЫҠ ЕМЕШТӘРЕН МУЛ КИЛТЕРЕГЕҘ»
15. «Хаҡлыҡ емештәрен» мул итеп килтереү үҙ эсенә нимәне ала?
15 Павел, Филипптағы мәсихселәр «хаҡлыҡ емештәрен мул» итеп килтерһен, тип доға ҡылған (Флп. 1:11). Һис шикһеҙ, «хаҡлыҡ емештәренә» уларҙың Йәһүәгә һәм уның халҡына ҡарата мөхәббәте кергән. Шулай уҡ уларҙың башҡаларға Мәсихкә иман итеүҙәре һәм иҫ киткес өмөттәре тураһында һөйләүе лә «хаҡлыҡ емеше» булып торған. Филиптарға 2:15-тә тағы бер ҡыҙыҡлы сағыштырыу килтерелә. Унда былай тиелгән: «Донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ». Был сағыштырыу Ғайсаның үҙ шәкерттәренә әйткән бындай һүҙҙәрен иҫкә төшөрә: «Һеҙ — донъя өсөн яҡтылыҡ» (Матф. 5:14—16). Ғайса шулай уҡ шәкерттәр әҙерләргә һәм, «донъяның сигенә үк барып етеп», шаһитлыҡ ҡылырға әмер ҡалдырған (Матф. 28:18—20; Ғәм. 1:8). Был үтә мөһим эштә әүҙем ҡатнашып, беҙ «хаҡлыҡ емештәрен» килтерәбеҙ.
Римда өйҙә һаҡ аҫтында ултырғанда, Павел Филипп ҡалаһындағы йыйылышҡа хат яҙа. Бынан тыш, ул, мөмкинлектән файҙаланып, һаҡсыларға һәм үҙенә килеүселәргә вәғәзләй. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)
16. Филиптарға 1:12—14-тән, шарттарыбыҙға ҡарамаҫтан, «донъяла яҡтыртҡыс кеүек» балҡый алыуыбыҙ нисек күренә? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)
16 Ниндәй генә шарттарҙа булһаҡ та, беҙ «донъяла яҡтыртҡыс кеүек» балҡый алабыҙ. Ҡайһы саҡта вәғәзләүгә ҡамасау булып тойолған шарттар, киреһенсә, шаһитлыҡ бирер өсөн мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, филиптарға хат яҙғанда, илсе Павел Римда өйҙә хаҡ аҫтында ултырған. Әммә сылбырҙар уны һаҡсыларға һәм үҙенә килгән кешеләргә вәғәзләүҙән туҡтатмаған. Шул ауыр шарттарҙа ла Павел ашҡынып хеҙмәт иткән һәм шуның менән ҡәрҙәштәренә «Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса» вәғәзләргә ышаныс өҫтәгән (Филиптарға 1:12—14-те уҡығыҙ; 4:22).
Шаһитлыҡ бирер өсөн гел мөмкинлектәр эҙләгеҙ (17-се абзацты ҡарағыҙ.)c
17. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, нисек вәғәзләүен дауам итә?
17 Бөгөн күп ҡәрҙәштәр, Павелдан үрнәк алып, ҡыйыулыҡ сағылдыра. Асыҡтан-асыҡ, шул иҫәптән өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләү тыйылған илдәрҙә йәшәһәләр ҙә, улар вәғәзләр өсөн башҡа ысулдар таба (Матф. 10:16—20). Шундай илдәрҙең береһендә район күҙәтеүсеһе ҡәрҙәштәргә үҙ туғандарына, күршеләр, синыфташтар, хеҙмәттәштәр һәм таныштарына вәғәзләргә һәм уларға үҙ участкаһына ҡарағандай ҡарарға кәңәш иткән. Ике йыл эсендә шул районда йыйылыштарҙың һаны шаҡтай артҡан. Бәлки, беҙ йәшәгән илдә вәғәз эше тыйылмағандыр. Шулай ҙа был ҡәрҙәштәрҙән үрнәк алайыҡ: шаһитлыҡ бирер өсөн гел мөмкинлектәр эҙләйек һәм Йәһүәнең вәғәзләргә ҡамасаулаған төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирәсәгенә тулыһынса ышанайыҡ (Флп. 2:13).
18. Беҙгә тәүәккәллек менән нимә эшләргә кәрәк?
18 Хәҙерге хәл иткес ваҡытта Павелдың филиптарға биргән кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу айырыуса мөһим. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, тормошта нимә мөһимерәк икәнен дөрөҫ билдәләйек, саф булырға тырышайыҡ, башҡаларҙы рухи яҡтан абындырмайыҡ һәм «хаҡлыҡ емештәрен» килтерәйек. Шул саҡта мөхәббәтебеҙ артҡандан-арта барыр, һәм беҙ ҡайғыртыусан Атабыҙ Йәһүәгә дан килтерербеҙ.
17-СЕ ЙЫР «Теләйем!»
a Хәҙерге ваҡытта ҡәрҙәштәрҙе яратыу айырыуса мөһим. Ә әгәр уларға ҡарата яратыу сағылдырыуы ауыр булһа, мөхәббәтебеҙҙе арттырырға нимә ярҙам итер? Павелдың филиптарға яҙған хатында был йәһәттән яҡшы кәңәштәр бирелә.
b РӘСЕМДӘ: Батшалыҡ залын йыйыштырғанда, Роберт, эштән туҡтап, бүтән ағай-ҡәрҙәш һәм уның улы менән аралаша. Саң һурҙырып йөрөгән Артур быға асыулана. Уның уйлауынса, Роберт һөйләшергә түгел, ә эшләргә тейеш. Һуңыраҡ Артур Роберттың оло йәштәге бер апай-ҡәрҙәшкә ихлас ярҙам итеп йөрөүен күрә. Был уға иғтибарҙы ҡәрҙәштәрҙең яҡшы сифаттарына тупларға кәрәклеген иҫенә төшөрә.
c РӘСЕМДӘ: вәғәзләү тыйылған илдә йәшәгән ағай-ҡәрҙәш, башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итмәйенсә, бер танышына шаһитлыҡ бирә. Һуңыраҡ эштә төшкө аш ваҡытында ул хеҙмәттәшенә вәғәзләй.