Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • km 3/15 1 б.
  • Һин Кисәгә әҙерләнәһеңме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һин Кисәгә әҙерләнәһеңме?
  • Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ 2015
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Һин Кисәгә әҙерләнәһеңме?
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Йәһүә Кисәлә булыр өсөн һалған тырышлығыбыҙҙы фатихалай
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ 2015
km 3/15 1 б.

Һин Кисәгә әҙерләнәһеңме?

Б. э. 33 йылының 13 нисан көнө. Ғайса үлем язаһына дусар ителеүенә бер кис ҡалғанын белә. Ул был кисте үҙенең яҡын дуҫтары менән үткәрергә теләй. Ғайса дуҫтары менән бергә һуңғы тапҡыр Пасха байрамын үткәрергә, ә унан һуң яңы байрамды — Хужабыҙҙың киске ашын ғәмәлгә индерергә йыйына. Ундай мөһим ваҡиғаға, әлбиттә, яҡшы әҙерләнергә кәрәк. Шуға күрә ул Петер менән Яхъяға барыһын әҙерләргә ҡуша (Лука 22:7—13). Ул ваҡыттан бирле йыл һайын Кисәне үткәрергә йыйынған мәсихселәр был ваҡиғаға әҙерләнә (Лука 22:19). 3 апрелдә үтәсәк Кисәгә әҙерләнер өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк?

Өлкәндәр нисек әҙерләнә?

  • Батшалыҡ Залын йәки берәй тура килгән бинаны әҙерләй. Унда етерлек урын, яҡшы вентиляция һәм яҡты булырға тейеш. Кисәне үткәреү урынының алдан яҡшылап йыйыштырылыуы тураһында ҡайғырта.

  • Берәй тәжрибәле докладсыны, рәйеслек итеүсене һәм символдарҙың ҡулдан-ҡулға тапшырылыуы алдынан доға ҡыласаҡ ҡәрҙәштәрҙе һайлай.

  • Ике йыйылыш Кисәне бер-бер артлы үткәрһә, башҡа йыйылыш өлкәндәре менән ваҡыт тураһында һөйләшә, шулай уҡ зал һәм автомобиль ҡуйыу урындары үҙ ваҡытында бушаһын өсөн саралар күрә.

  • Урынлаштырыусы һәм символдарҙы тапшырыусы ағай-ҡәрҙәштәрҙе һайлай һәм уларға етәкселек бирә.

  • Яраҡлы символдар, тәрилкәләр, бокалдар, өҫтәл һәм ашъяулыҡ әҙерләй.

Вәғәзселәр нисек әҙерләнә?

  • Кисәгә саҡырыу кампанияһында ашҡынып ҡатнашырға тырыша.

  • Изге Яҙмаларҙы өйрәнеүселәр, туғандар, синыфташтар, хеҙмәттәштәр һәм таныштар исемлеген төҙөп, уларҙы саҡыра.

  • Кисәне байрам итеү осорана тәғәйенләнгән Изге Яҙмалар өҙөктәрен уҡый һәм уҡығандары өҫтөндә уйлана.

  • Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыр өсөн, Кисәгә үҙ ваҡытында килә.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу