Конгресҡа саҡырыу
1. Конгресҡа саҡырыу кампанияһы ҡасан башланасаҡ?
1 Әйтәйек, һин туғандарың менән дуҫтарың өсөн берәй тәмле ризыҡ әҙерләргә йыйынаһың, ти. Уны әҙерләр өсөн, һин, бәлки, күп көс һалырһың һәм күп аҡса сарыф итерһең. Һис шикһеҙ, һин яҡындарыңды илһамланып үҙеңә ҡунаҡҡа саҡырырһың. Рухи мәжлес менән сағыштырырлыҡ киләһе конгресты әҙерләгәндә лә, ҡәрҙәштәребеҙ күп көс һалған. Конгресс башланыуға тиклем өс аҙна ҡалғас, беҙ кешеләрҙе конгресҡа саҡырасаҡбыҙ. Ниндәй хөрмәтле эш тапшырған беҙгә Йәһәвә! Беҙгә саҡырыуҙарҙы илһамланып таратырға нимә ярҙам итәсәк?
2. Кампанияла бөтә көстәребеҙҙе һалып ҡатнашырға нимә этәргес булыр?
2 Кампанияла бөтә көстәрҙе һалып ҡатнашыр өсөн, Йәһәвәнең конгрестар аша биргән көс өҫтәүсе етәкселеге беҙҙең үҙебеҙгә ниндәй файҙа килтергәне тураһында уйланыу мөһим (Ишағ. 65:13, 14). Беҙгә шулай уҡ йыл һайын үтә торған кампанияның емештәрен иҫтә тоторға кәрәк. («Кампанияның емештәре» тигән рамканы ҡара.) Беҙ саҡырған кешеләрҙең ҡайһы берҙәре конгресҡа, һис шикһеҙ, киләсәк. Әммә килеүселәрҙең һаны күп булмаһа ла, кампанияла ашҡынып ҡатнашыуыбыҙ Йәһәвәгә дан килтерер һәм уның йомарт булыуын күрһәтер (Мәҙ. 144:3, 7; Ас. 22:17).
3. Саҡырыу ҡағыҙҙарын беҙ нисек таратасаҡбыҙ?
3 Өлкәндәр советтары кампания ваҡытында йыйылыштың бөтә территорияһын нисек эшкәртеп өлгөрөү тураһында уйланыр һәм кешеләр өйҙә булмаһа, уларға саҡырыу ҡағыҙҙарын ҡалдырырғамы-юҡмы, шулай уҡ йыйылыш территорияһының ижтимағи урындарында саҡырыу ҡағыҙҙарын таратырғамы-юҡмы икәнен хәл итер. Ял көндәрендә, урынлы булһа, саҡырыу ҡағыҙҙары менән бергә шул айҙа таратыла торған брошюраларҙы ла тәҡдим итеп була. Кампания тамамланғас, унда ашҡынып ҡатнашыуыбыҙҙы белеү һәм Йәһәвә ойошторған рухи мәжлескә күп кеше килеүен күреү беҙгә күп шатлыҡ өҫтәйәсәк!