ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ
Конгресҡа саҡырыу кампанияһы
Йыл һайын беҙ түҙемһеҙлек менән рухи байрамыбыҙҙы — региональ конгресты көтөп алабыҙ. Бәлки, башҡалар ҙа Йәһүәнең игелеген татып ҡарарға теләр, шуға күрә беҙ конгресҡа мөмкин тиклем күберәк кешене саҡырырға тырышырбыҙ (Зәб 34:8). Өлкәндәр кәңәшмәһе, саҡырыуҙарҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк икәнен хәл итер.
ШУНЫ ИҪТӘ ТОТОҒОҘ
Конгресс ҡасан буласаҡ?
Конгресҡа саҡырыу кампанияһы ҡасан башланасаҡ?
Вәғәз осрашыуҙары ҡасан үтәсәк?
Кампания ваҡытында мин ниндәй маҡсаттарға ирешергә теләйем?
Мин кемде саҡырырға теләйем?
НИМӘ ӘЙТЕРГӘ?
Кеше менән иҫәнләшкәс, шуны әйтергә була:
«Бөгөн бөтә донъя буйынса бик мөһим ваҡиғаға саҡырыу таратыла. Саҡырыуҙа ваҡиғаның ҡайҙа һәм ҡасан үтәсәге хаҡында әйтелә. Рәхим итеп килегеҙ, һеҙҙе күреүебеҙгә шат буласаҡбыҙ».
ҠЫҘЫҠҺЫНЫУҘЫ НИСЕК ҮҪТЕРЕРГӘ?
Әлбиттә, беҙҙең маҡсатыбыҙ — конгресҡа мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе саҡырыу. Шулай ҙа кеше ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, уға ваҡыт бүлергә әҙер булығыҙ.
Ял көндәрендә вәғәзләгәндә, саҡырыу менән бергә брошюраны ла тәҡдим итеп була.