Тәжрибәлерәк вәғәзселәрҙән өйрән
Беҙ йыйылыштағы тәжрибәле вәғәзселәрҙе бик ҡәҙерләйбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре Йәһәвәгә инде күп йылдар хеҙмәт итә, башҡалары иһә хеҙмәттә файҙалы булған оҫталыҡтарҙы күптән түгел генә үҫтергән. Бөтә был вәғәзселәр Ғайсаның һуңғы көндәрҙә вәғәз һәм шәкерттәр әҙерләү эшен киңәйтеп, мәсихсе йыйылыш менән етәкселек итеүенә шаһит булған (Мат. 28:19, 20). Был ҡәрҙәштәр вәғәздә ҡатнашып, ауырлыҡтар һәм һынауҙар менән осрашҡанда, «кеше көсөнән өҫтөнөрәк ҡөҙрәт» алалар (2 Көр. 4:7). Уларҙан күп нәмәгә өйрәнеп була. Улар үҙҙәре лә тәжрибәләре менән теләп уртаҡлаша (Мәҙ. 70:18). Шуға күрә уларҙан өйрәнер өсөн мөмкинлектәр эҙләргә кәрәк. Быны нисек эшләп була?
Хеҙмәттә. Вәғәздә уңыштарға ирешер өсөн, яңылар һәм тәжрибәләре әҙерәк булған вәғәзселәр өйрәтеүгә мохтаж. Тәжрибәле вәғәзселәрҙең хеҙмәт итеүҙәрен күҙәтеп, күп нәмәгә өйрәнеп була. («Баҫалҡы һәм ҡыҙғаныусан Ғайсанан үрнәк алығыҙ» тигән брошюранан (bw555-TAT) «Хеҙмәттә ашҡыныусан булып ҡалығыҙ» тигән мәҡәләне, «Тәжрибәләре аҙ булған ҡәрҙәштәргә ярҙам итегеҙ» тигән бүлексәлә 3-сө абзацты ҡара.) Ундай вәғәзселәр менән хеҙмәттәшлек итеп, һин нимәгә өйрәндең?
Берәй тәжрибәле вәғәзсе менән хеҙмәткә барырға һөйләш. Уның һаулығы насар булһа, ваҡыт-ваҡыт Изге Яҙмалар өйрәнеүен уның өйөндә үткәрә алыр инеңме? Өйрәнеүҙе үткәргәс, унан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һәм кәңәш биреүен һора.
Улар менән ваҡыт үткәр. Тәжрибәле вәғәзселәр менән аралашып, уларҙы яҡындан белеп була. Уларҙың береһен ғаиләң менән ғибәҙәт ҡылыуға саҡырып, унан интервью ал. Һаулығы насар булһа, ғаиләң менән ғибәҙәт ҡылыуҙы уның өйөндә үткәрә алыр инеңме? Уның хәҡиҡәт менән нисек танышҡанын бел. Ул ниндәй фатихалар татыған? Территорияғыҙҙа ниндәй үҫеш күргән? Йәһәвәгә хеҙмәт итеп, ул ниндәй шатлыҡ кисергән?
Кеше хәленә керә бел һәм артыҡ талапсан булма. Бөтә вәғәзселәрҙең, шул иҫәптән вәғәздә күп йылдар ҡатнашҡандарҙың да, хеҙмәттәге бүләктәре төрлө (Рим. 12:6—8). Ҡайһы бер тәжрибәле вәғәзселәр, оло йәшкә еткәнгә, беҙҙең менән күп ваҡыт үткәрә алмай. Шулай ҙа улар Йәһәвәгә хеҙмәт итеүҙә ҙур тәжрибә туплаған, шуға күрә уларҙан күп нәмәгә өйрәнеп була.