Аудиояҙмаларҙы нисек ҡулланырға?
1. Баҫмаларҙан тыш, беҙ тағы нимәне ҡуллана алабыҙ?
1 Күптәр рәсми сайтыбыҙға инеп, рәхәтләнеп, матур һәм теүәл хәҡиҡәт һүҙҙәрен уҡый (Вәғ. 12:10). Әммә аудиояҙмаларыбыҙ тураһында нимә әйтеп була? Һин уларҙы ҡулланаһыңмы? Улар ярҙамында сайтыбыҙҙа булған күп нәмәләрҙе тыңлап була. Аудиояҙмалар ҡайһы яҡтан файҙалы?
2. Беҙ шәхси өйрәнеү һәм ғаилә өйрәнеүе ваҡытында нисек аудиояҙмаларҙы ҡуллана алабыҙ?
2 Шәхси өйрәнеү һәм ғаилә өйрәнеүе ваҡытында. Юлға һәм көндәлек эштәргә киткән ваҡытты яҡшыраҡ ҡулланыр өсөн, беҙ Изге Яҙма, журналдар, һәм башҡа баҫмаларҙың аудиояҙмаларын тыңлай алабыҙ (Ефес. 5:15, 16). Ғаилә өйрәнеүен төрләндереү өсөн, беҙ шәхси экземплярыбыҙҙан күҙәтеп, баҫманың аудиояҙмаһын тыңлай алабыҙ. Бигерәк тә уҡыу һәләттәрен яҡшыртырға теләгәндәргә һәм башҡа телде өйрәнгәндәргә аудиояҙмаларҙы шәхси өйрәнеү ваҡытында ҡулланыу файҙа килтерәсәк.
3. Беҙҙең территориябыҙҙа аудиояҙмалар кем өсөн файҙалы булыр?
3 Хеҙмәттә. Ҡайһы бер кешеләр уҡырға ваҡыт юҡ тиҙәр. Әммә улар, бәлки, аудиояҙмаларҙы тыңларға теләр. Ҡайһы саҡта беҙ башҡа телдә һөйләшкән кешеләрҙе осратабыҙ. Ундай кеше Батшалыҡ хәбәрен «үҙенең телендә» ишетһә, моғайын, беҙҙе теләп тыңлар (Ғәм. 2:6—8). Күп кенә халыҡтарҙың мәҙәниәтендә иғтибар менән тыңлау бик мөһим роль уйнай. Мәҫәлән, хмонг халҡында быуындан-быуынға килгән тарихи мәғлүмәтте телдән-телгә тапшырыу ғәҙәткә ингән, һәм кешеләр ишеткәндәрен бик яҡшы хәтерендә ҡалдыра. Күп кенә Африка мәҙәниәттәрендә кешеләр ғибрәтле хикәйәләрҙе рәхәтләнеп тыңлай.
4. Аудиояҙмаларҙы хеҙмәтебеҙҙә нисек ҡулланып була?
4 Участкаларҙа вәғәзләгәндә, кешегә тыуған телендә берәй аудиояҙманы тыңлап ҡарарға бирһәгеҙ, был урынлы булырмы? Кешегә электрон почта аша баҫмаларыбыҙҙы аудиоформатта ебәреп буламы? Ҡыҙыҡһынған кешегә аудиоформаттағы баҫмаларыбыҙҙы CD-ға яҙҙырып бирә алабыҙмы? Бәлки, уны баҫтырылған баҫма менән бергә биреп булалыр. Кешегә электрон форматта тотош китапты, брошюраны, буклетты һәм журналды бирһәк, уларҙы отчетыбыҙға яҙа алабыҙ. Эйе, аудиояҙмалар шәхси өйрәнеү үткәреү өсөн дә, Батшалыҡ хәбәренең орлоҡтарын сәсеү өсөн дә бик яҡшы ҡорал булып тора (1 Кор. 3:6).