МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Һин Алла Һүҙен ни тиклем ҡәҙерләйһең?
Изге Яҙмала уның Авторының — Алланың фекерҙәре һәм һүҙҙәре яҙылған (2Пт 1:20, 21). Изге Яҙма, Батшалыҡтың Алла хакимлығын аҡлаясағына баҫым яһап, киләсәктә яҡшы тормош була тип, кешелеккә өмөт бирә. Изге Яҙмала шулай уҡ ҡайғыртыусан Атайыбыҙ Йәһүәнең шәхесе асыла (Зәб 86:15).
Алла Һүҙен ҡәҙерләр өсөн, һәр беребеҙҙең үҙ сәбәптәре бар. Әммә һин, Изге Яҙманы көн һайын уҡып һәм белгәндәреңде ҡулланып, был бүләкте ҡәҙерләүеңде күрһәтәһеңме? Эштәрең мәҙхиә йырлаусының: «Ҡануныңды шундай яратам мин», — тигән һүҙҙәренә ҡушылыуыңды күрһәтһен (Зәб 119:97).
«УЛАР ИЗГЕ ЯҘМАНЫ ҠӘҘЕРЛӘГӘН. ӨҘӨК (УИЛЬЯМ ТИНДАЛ)» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Уильям Тиндал Изге Яҙманы ни өсөн тәржемә иткән?
Ни өсөн уның Изге Яҙманы тәржемә итер өсөн һалған тырышлыҡтары шул тиклем ҙур әһәмиәткә эйә?
Изге Яҙманың ул тәржемә иткән экземплярҙары Англияға нисек барып эләккән?
Һәр беребеҙ Алла Һүҙен ҡәҙерләүен нисек күрһәтә ала?