Пәйғәмбәрҙәрҙән өлгө алығыҙ. Аввакум
1. Беҙҙең Аввакум пәйғәмбәр менән ниндәй уртаҡ яҡтарыбыҙ бар?
1 Тирә-яҡтағы яуызлыҡтың артыуын күргәндә, беҙ ҙә Аввакум пәйғәмбәр кисергән тойғолар кисерергә мөмкин. Ул Йәһүәнән: «Ниңә һин миңә яуызлыҡты күрергә бирәһең? Ниңә һин йәбер-золомдо түҙеп тораһың?» — тип һораған (Авв. 1:3; 2 Тим. 3:1, 13). Аввакумдың хәбәре һәм уның иманы тураһында уйланыу беҙҙе нығытырға һәм Алланың хөкөм көнөн көтөп йәшәргә ярҙам итер (2 Пет. 3:7).
2. Тоғролоҡ һаҡлап йәшәүебеҙҙе беҙ нисек күрһәтә алабыҙ?
2 Тоғролоҡ һаҡлап йәшәгеҙ. Насар шарттар арҡаһында төшөнкөлөккә бирелер урынына, Аввакум рухи яҡтан уяу һәм әүҙем булып ҡалған (Авв. 2:1). Йәһүә пәйғәмбәрен Үҙ һүҙенең ваҡытында үтәләсәгенә һәм «тәҡүәнең үҙ тоғролоғо менән йәшәйәсәгенә» ышандырған (Авв. 2:2—4). Һуңғы көндәрҙең ахырында йәшәгән мәсихселәр өсөн был нимәне аңлата? Ахырҙың ҡасан киләсәген түгел, ә уның һис шикһеҙ киләсәген белеү мөһимерәк. Иман беҙҙе уяу булырға һәм хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйырға дәртләндерә (Евр. 10:38, 39).
3. Ни өсөн Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә беҙгә шатлыҡ һаҡларға кәрәк?
3 Йәһүәлә һөйөнөс табығыҙ. Магог еренән Гог Йәһүәнең халҡына һөжүм иткәндә, беҙҙең иманыбыҙ һыналасаҡ (Йәз. 38:2, 10—12). Һуғыш һәр ваҡыт, хатта еңеүселәргә лә, ауырлыҡтар килтерә. Ризыҡ етешмәүе, кешеләрҙең үҙ милкеләрен юғалтыуы, йәшәү кимәленең түбәнәйеүе ихтимал. Ауырлыҡтар көсәйә барғанда, беҙ нисек үҙебеҙҙе тоторбоҙ? Аввакум ауырлыҡтар буласағын белгән, шуға күрә ул Йәһүәлә шатланырға тәүәккәл булған (Авв. 3:16—19). «Йәһүәнең шатлығы» беҙгә лә киләсәктәге һынауҙарҙы кисеп сығырға ярҙам итәсәк (Них. 8:10; Евр. 12:2)
4. Хәҙер беҙ нимәнән шатлыҡ табабыҙ, һәм киләсәктә беҙгә нимә шатлыҡ килтерер?
4 Хөкөм көнөндә ҡотолоп ҡалған кешеләр артабан да Алланың юлдарынан йөрөргә өйрәнәсәк (Авв. 2:14). Терелтелгән кешеләр ҙә Йәһүә тураһында белем аласаҡ. Әйҙәгеҙ, инде хәҙер үк, һәр мөмкинселекте ҡулланып, Йәһүә тураһында һәм уның ғәжәп эштәре тураһында һөйләйек! (Зәб. 34:1; 71:17)