АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | НАУМ 1 —АБАҠУМ 3
Рухи яҡтан уяу бул һәм хеҙмәттә әүҙем бул
Аб 1:5, 6
Күп йәһүдтәр вавилондарҙың Йәһүҙә батшалығын юҡ итә аласағына ышанмаған. Ул ваҡытта Йәһүҙә Мысыр хакимлығы аҫтында булған, шуға күрә лә йәһүдтәр халдейҙар яғынан бер ниндәй ҡурҡыныс та янамай, тип уйлаған. Бынан тыш, улар өсөн Йәһүәнең Иерусалимды һәм ғибәҙәтхананы емерергә рөхсәт итеүе аҡылға һыймаҫлыҡ хәл булған. Әммә пәйғәмбәрлек, һис шикһеҙ, үтәлергә тейеш булған, шуға күрә Абаҡумға рухи яҡтан уяу һәм әүҙем ҡалып, уны көтөргә кәрәк булған.
Был донъя төҙөлөшөнөң ахыры бик яҡын икәненә мине нимә ышандыра?
Рухи яҡтан уяу һәм әүҙем ҡалырға миңә нимә ярҙам итер?