Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb16 ноябрь 5 б.
  • Пландар менән хеҙмәт итеүгә әҙерләнәбеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Пландар менән хеҙмәт итеүгә әҙерләнәбеҙ
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн пландарҙы оҫта ҡуллан
    Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ 2015
  • Хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
  • Өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ (I өлөш)
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Барығыҙ һәм шәкерттәр әҙерләгеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Башҡаларын асырға
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
mwb16 ноябрь 5 б.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Пландар менән хеҙмәт итеүгә әҙерләнәбеҙ

Беренсе быуатта күпселек мәсихселәрҙең яҙыу төргәктәре булмаған. Ләкин хеҙмәттә улар кешеләр менән Изге Яҙма нигеҙендә фекер алыша алған (Ғм 17:2, 3). Беҙ ҙә, Изге Яҙма нигеҙендә фекер алышыуға алдан уҡ әҙерләнеп, беренсе мәсихселәрҙән үрнәк ала алабыҙ. Шулай итеп беҙ хеҙмәттә осратҡан кешеләр менән фекер алышырға әҙер булырбыҙ.

БЕҘ НИСЕК ӘҘЕРЛӘНӘ АЛАБЫҘ? Һәр планда шиғырҙар һәм Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә ҡыҫҡаса аңлатма килтерелә. Әммә шиғырҙарҙы нисек аңлатырға? Пландарҙа килтерелгән темалар һәм шиғырҙар беҙҙең баҫмаларыбыҙҙа инде ҡаралған булған. Шуға, өйрәнеүгә әҙерләнгәндә, шундай мәҡәләләрҙе ҡулланыу яҡшы булыр. Ҡайһы бер вәғәзселәр шиғырҙарға аңлатманы иҫендә ҡалдыра, ә башҡалары уларҙы үҙенең пландарына яҙып ҡуя. Шулай уҡ шиғырға асыҡ миҫал һайлап алырға була. Өлкәндәр һеҙгә тура килгән мәҡәләләрҙе табырға бик теләп ярҙам итер. Планда теманы аңлатҡан материал күп түгел. Шуға күрә өйрәнеүҙе үткәргән вәғәзсе, материалды өйрәнеүсенең ихтыяждарына яраҡлаштырыр өсөн, яҡшы әҙерләнергә тейеш. Шулай итеп, өйрәнеү өсөн төп баҫма булмаһа ла, һеҙ, өҫтәмә материалды ҡулланып, өйрәнеүсегә рухи яҡтан үҫергә, иманын нығытырға һәм төрлө һынауҙарҙа ныҡ булып ҡалырға ярҙам итә алаһығыҙ.

ҠАБАТЛАУ. Һәр пландың аҙағында шулай уҡ өҫтәмә шиғырҙар килтерелә. Уларҙы ла уҡырға һәм аңлатырға кәрәк. Материалды ҡабатлар өсөн, шул шиғырҙарға алдан уҡ һорауҙар әҙерләп ҡуйыу яҡшы булыр. Берәй өҫтәмә мәҡәләне ҡулланһағыҙ, материалды шул мәҡәләләге һорауҙар ярҙамында ҡабатлап була.

ҺЕҘ МАҠСАТЫҒЫҘҒА ИРЕШӘ АЛЫРҺЫҒЫҘ. Илсе Павел Изге Яҙма нигеҙендә оҫта итеп фекер алышырға өйрәнгән (Ғм 17:2). Ундай оҫталыҡты үҫтерер өсөн, әҙерләнергә кәрәк. Әҙерләнеүгә ваҡыт бүлеп ҡуйып, һеҙ, һис шикһеҙ, үҙегеҙҙе «бөтөн яҡшы эшкә» әҙерләрһегеҙ (2Тм 3:17).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу