МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Йәһүәнең әхлаҡи нормалары буйынса йәшә
Йәһүә Алла кешеләр өсөн әхлаҡи нормалар билдәләгән. Мәҫәлән, уның ниәте буйынса, никах — ул ир менән ҡатын араһындағы мәңгелек союз (Мт 19:4—6, 9). Ул әхлаҡһыҙлыҡтың бөтә төрҙәрен хөкөм итә (1Кр 6:9, 10). Йәһүә хатта үҙ хеҙмәтселәренә кейем һәм тышҡы ҡиәфәткә ҡағылышлы принциптар биргән. Был принциптарҙы тотоп, уның хеҙмәтселәре был донъя кешеләренән айырылып тора (Ҡн 22:5; 1Тм 2:9, 10).
Бөгөнгө көндә күптәр Йәһүәнең юғары нормаларын кире ҡаға (Рм 1:18—32). Улар донъяла киң таралған ҡараштарға үҙ кейемдәренә, тәртиптәренә, тышҡы ҡиәфәттәренә тәьҫир итергә юл ҡуя. Күптәр үҙенең боҙоҡ тәртибе менән ғорурлана, ә башҡаса йәшәгән кешеләрҙән мыҫҡыллап көлә (1Пт 4:3, 4).
Йәһүә шаһиттары булараҡ, беҙ Алланың әхлаҡи нормалары буйынса оялмайынса йәшәргә тейеш (Рм 12:9). Нисек итеп? Беҙ башҡаларға Аллаға нимә оҡшай, ә нимә оҡшамай икәнлеге тураһында һөйләйбеҙ. Ләкин беҙ үҙебеҙ ҙә юғары әхлаҡи нормалар буйынса йәшәргә тейеш. Мәҫәлән, килеш-килбәткә килгәндә, үҙеңдән һора: «Минең һайлауым Йәһүәнең нормаларын йә был донъяның ҡарашын сағылдырамы? Тышҡы ҡиәфәтем һәм кейемем Алланы һөйөндөрөргә теләгәнемде күрһәтәме?» Ә күңел асыуҙы һайлағанда, үҙеңә бындай һорау биреп була: «Йәһүәгә был фильм йәки телетапшырыу оҡшар инеме? Унда ниндәй әхлаҡи нормалар сағыла? Шундай күңел асыуҙан һуң мин артабан да Йәһүәнең әхлаҡи нормаларын тоторға теләрменме? (Зәб 101:3) Минең һайлауым туғандарыма һәм башҡа кешеләргә абыныу ташы булып тормаҫмы?» (1Кр 10:31—33)
Ни өсөн Йәһүәнең әхлаҡи нормалары буйынса йәшәү үтә мөһим? Сөнки тиҙҙән Ғайса Мәсих ерҙәге яуызлыҡты һәм әхлаҡһыҙлыҡты юҡ итәсәк (Йз 9:4—7). Ерҙә тик Алланың ихтыярын үтәп йәшәгән кешеләр генә ҡаласаҡ (1Ях 2:15—17). Әйҙәгеҙ, бер нигә ҡарамай Алланың әхлаҡи нормалары буйынса йәшәйек. Шул саҡта башҡалар беҙҙең тәртибебеҙҙе күреп, Алланы данлар! (1Пт 2:11, 12)
Тышҡы ҡиәфәтем һәм кейемем мине ниндәй яҡтан күрһәтә?
«ЙӘҺҮӘНЕҢ ДУҪЫ БУЛ. БЕР ИР, БЕР ҠАТЫН» ТИГӘН ЙӘНҺҮРӘТТЕ (ТАТ.) ҠАРАП, КИЛӘҺЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Ни өсөн Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәү аҡыллы?
Ни өсөн ата-әсәләр балаларын бәләкәй саҡтан уҡ Йәһүәнең әхлаҡи нормаларына өйрәтергә тейеш?
Ололар һәм балалар башҡаларға Алланың игелеген татып ҡарарға нисек ярҙам итә ала?