Йәһүә шаһиттары Әзербайжанда вәгәзләй
Инеш һүҙҙәр
БЕРЕНСЕ КИЛЕҮ
Һора: ризаһығыҙҙыр, балаларға ла, ололарға һымаҡ, дөрөҫ булғанды эшләүе ауыр, сөнки насарлыҡҡа, яҡшылыҡҡа ҡарағанда, өйрәнеүе еңелерәк.
Уҡы: Эф 6:4
Мөмкин булһа, һөйләшеүҙе былай дауам итергә була: Изге Яҙмала балаларыбыҙға дөрөҫ булғанды эшләргә ярҙам иткән башҡа кәңәштәр ҙә бар. Ваҡытығыҙҙы алмаҫ өсөн, киләһе тапҡыр ни өсөн тап ата-әсәләргә балаларын Изге Яҙмалағы принциптарға өйрәтергә кәрәк икәнен ҡарап сығырға тәҡдим итәм.
МОСОЛМАН КЕШЕҺЕ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ
Һора: һеҙгә «Алла һаҡлаһын...» тигән һүҙҙәр танышмы? Нисек уйлайһығыҙ, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ысындан да һаҡлаһын өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
Уҡы: Зәб 91:14, 15
Мөмкин булһа, һөйләшеүҙе былай дауам итергә була: бында, Алла беҙҙе һаҡлаһын өсөн, беҙгә уның исемен белергә һәм ҡулланырға кәрәк, тип әйтелә. Һеҙ Алланың исемен ишеткәнегеҙ бармы? (Зәб 92:1) Аллаһы Тәғәләнең 99 исеме бар, тип иҫәпләһәләр ҙә, Ул үҙен ошо исем менән атауыбыҙҙы теләй.
ҠАБАТ КИЛЕП КИТЕҮ
Һөйләшеүҙе былай тип башла: үткән тапҡыр беҙ балаларыбыҙға дөрөҫ булғанды эшләргә нисек ярҙам итә алғаныбыҙ хаҡында һөйләшкәйнек. Бөгөн һеҙгә балаларыбыҙҙы нисек яҡлап булғаны тураһындағы бер фекерҙе уҡып киткем килә.
Уҡы: ҒҺ 14:15
Мөмкин булһа, һөйләшеүҙе былай дауам итергә була: үткәндәге һөйләшеүебеҙ тураһында уйланып, мин һеҙҙең өсөн бер мәҡәлә эҙләп таптым. Унда, балаларҙы тәрбиәләүҙә ата-әсәнең роле ниндәй, тигән һорау ҡарап сығыла. («Балаларҙы нисек тәрбиәләргә?» тигән мәҡәләне тәҡдим ит, hf 7-се бүлек.) Был мәҡәләлә һеҙ балаларҙы тәрбиәләүгә ҡағылышлы тағы ла күберәк кәңәштәр табырһығыҙ.
МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ
Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.