Йәһүә шаһиты бер иргә вәғәзләй (Тувалу)
Инеш һүҙҙәр
БЕРЕНСЕ ҺӨЙЛӘШЕҮ
Һора: бөгөн һәр кемдең тормошо мәшәҡәттәр менән тулы. Нисек уйлайһығыҙ, шундай тормошта стресс кисермәйенсә генә йәшәп буламы?
Уҡы: Вғ 4:6
Тәҡдим ит: Изге Яҙмалағы ошо кәңәш хатта мәшәҡәттәр күп булғанда ла көстө дөрөҫ ҡулланырға һәм шатлыҡ һаҡларға ярҙам итә. Киләһе осрашыуҙа был кәңәште тормошта нисек ҡулланырға икәнен күрһәтермен.
ХӘҠИҠӘТКӘ ӨЙРӘТЕГЕҘ
Һора: кеше Алланан ҡурҡыуын нисек күрһәтә ала?
Уҡы: 1Ях 5:3
Хәҡиҡәт: Алланы яратыуыбыҙ уның әмерҙәрен үтәүебеҙҙән күренә.
ҠАБАТ КИЛЕП КИТЕҮ
Һора: эшләргә лә, ял итергә лә кәрәк, башҡа мөһим эштәр ҙә бар, ваҡытты нисек дөрөҫ ҡулланырға һуң?
Уҡы: Зәб 4:8а
Тәҡдим ит: Изге Яҙмаға нигеҙләнгән ошо бәләкәй генә мәҡәләнән һеҙ эшкә лә, ял итеүгә лә аҡыллы ҡараш һаҡларға ярҙам иткән кәңәштәр табырһығыҙ. [«Как с мудростью использовать время?» тигән мәҡәләне йә тура килгән башҡа мәҡәләне тәҡдим итергә була.]
МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ
Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.