Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb18 март 7 б.
  • «Уяу булығыҙ»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Уяу булығыҙ»
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Һеҙ иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалаһығыҙмы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылыр
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2019
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
mwb18 март 7 б.
Ғайса ҡиссаһындағы ун ҡыҙ

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | МАТФЕЙ 25

«Уяу булығыҙ»

25:1—12

Ғайса ун ҡыҙ тураһындағы ҡиссаны майланған шәкерттәренә һөйләгән булһа ла, был ҡисса бөтә мәсихселәрҙе лә күп нәмәгә өйрәтә ала (bw556-TAT 12—16 бб.). Ғайса пәйғәмбәр: «Уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ», — тигән (Мт 25:13). Һин был ҡиссаны аңлата алаһыңмы?

  • Кейәү (1-се шиғыр): Ғайса.

  • Аҡыллы ҡыҙҙар (2-се шиғыр): бирелгән йөкләмәләрҙе тоғролоҡ менән башҡарырға әҙер булған майланған мәсихселәр; улар ахырға тиклем донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡый.

  • Ҡысҡырған тауыш: «Кейәү килә!» (6-сы шиғыр): Ғайсаның килеү осорон күрһәткән дәлилдәр.

  • Алйот ҡыҙҙар (8-се шиғыр): кейәүҙе ҡаршыларға сыҡҡан, әммә уяулығын юғалтып, тоғро ҡалмаған майланған мәсихселәр.

  • Аҡыллы ҡыҙҙар май бүлешмәй (9-сы шиғыр): тоғро майланған мәсихселәр мәңгегә мөһөрләнгәс, улар инде тоғро ҡалмағандарға ярҙам итә алмаясаҡ.

  • «Кейәү килеп еткән» (10-сы шиғыр): Ғайса ҙур афәт тамамланғанға тиклем бер аҙ алдараҡ хөкөм итер өсөн килә.

  • Аҡыллы ҡыҙҙар кейәү менән туй мәжлесенә инә һәм улар артынан ишек бикләнә (10-сы шиғыр): Ғайса тоғро майланған мәсихселәрҙе күктә йыя, ә тоғро ҡалмағандар күктә йәшәргә өмөттәрен юғалта.

Ҡиссала, күп кенә майланған мәсихселәр тоғро ҡалмаҫ һәм башҡалар менән алмаштырылыр, тип әйтелмәгән. Ҡисса майланғандар өсөн киҫәтеү булып тора: зирәк һәм уяу булырғамы йә алдан күрә белмәй, тоғролоҡһоҙлоҡ юлынан барырғамы — быны уларҙың һәр береһе үҙе һайлай. Ғайса: «Әҙер булығыҙ», — тигән (Мт 24:44). Ул, өмөтөбөҙ ниндәй генә булмаһын, йөрәгебеҙҙе тоғро хеҙмәт өсөн әҙерләүебеҙҙе һәм уяу ҡалыуыбыҙҙы теләй.

Уяу булыуымды мин нисек күрһәтә алам?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу