АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | 2 ФЕССАЛОНИКАЛАРҒА 1—3
Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылыр
Павел ошо аяттарҙа кем һәм нимә тураһында әйткән?
Уны «тотҡарлаған» нәмә (6-сы аят). Күрәһең, һүҙ илселәр тураһында бара.
«Билдәле булыу» (6-сы аят). Илселәрҙең үлеменән һуң мөртәттәр йыйылышта асыҡ итеп ялған тәғлимәттәр тарата башлай, һәм уларҙың ике йөҙлөлөгө асыҡлана.
«Ҡанунһыҙлыҡтың йәшерен көсө» (7-се аят). Павел көндәрендә кемдең «ҡанунһыҙлыҡ кешеһе» булыуын аңлауы ауыр булған.
«Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе» (8-се аят). Бөгөнгө көндәрҙә ул төркөм булараҡ христиан дине әһелдәре.
«Раббы Ғайса уны [ҡанунһыҙлыҡ кешеһен]... Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер» (8-се аят). Ғайса Йәһүәнең был яуыз донъяға ҡаршы сығарған ҡарарҙарын, шул иҫәптән «ҡанунһыҙлыҡ кешеһе[нә]» сығарылған ҡарарҙы тормошҡа ашыра башлар. Был уның батша булараҡ килеү осорон асыҡ итеп күрһәтәсәк.
Ошо аяттар нисек һине әүҙем һәм ваҡытты бушҡа сарыф итмәйенсә вәғәзләргә дәртләндерә?