МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Күп милләтле территорияла йыйылыштарҙың хеҙмәттәшлек итеүе
Батшалыҡ хаҡында хәбәрҙе туған телендә ишеткәндә кешеләр, ғәҙәттә, теләп тыңлай. Бәлки, тап шул сәбәптән б. э. 33 йылындағы Илленсе көн байрамында «ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр» дөйөм ҡабул ителгән телде — еврей йә грек телен — белһә лә, Йәһүә уларҙың һөйөнөслө хәбәрҙе үҙ телендә ишетеүен ойошторған (Ғм 2:5, 8). Бөгөнгө көндә күп милләтле ерҙәрҙә төрлө телдәрҙәге йыйылыштарҙан булған ҡәрҙәштәр бер үк территорияла вәғәзләй. Вәғәзселәр, кешеләрҙең асыуын килтергән уңайһыҙ хәлгә эләкмәйенсә, территорияларында йәшәгәндәрҙең барыһына ла нисек вәғәзләй ала?
Кәңәшләш (Ғһ 15:22). Хеҙмәт күҙәтеүселәренә бергәләшеп күп милләтле территорияла уңышлы вәғәҙләргә ярҙам иткән ысул һайларға кәрәк. Мәҫәлән, территориялар ҙур булмаһа, һеҙҙе башҡа телдә һөйләшкән кешеләр йәшәгән йорттарға йә фатирҙарға инмәҫкә һорарға мөмкин. Әммә башҡа телдәге йыйылыштар үҙ территорияларын ҙур аралар арҡаһында регуляр рәүештә үтеп өлгөрмәһә, улар, бәлки, йыйылышығыҙҙың бөтә йорттарҙа һәм фатирҙарҙа вәғәзләүегеҙҙе һәм ҡыҙыҡһынған кешеләр хаҡында үҙҙәренә хәбәр итеүегеҙҙе теләр (od-TAT 93 б., 37 абз.). Йә улар йыйылышығыҙҙы улар вәғәзләгән телдә һөйләшкән кешеләрҙе эҙләп табыуығыҙҙы һәм уларҙың адрестарын үҙҙәренә тапшырыуығыҙҙы һорар (km-TAT 7/12 5 б., рамка). Бер үк йортта йә фатирҙа төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләр йәшәй алғанын да иҫәпкә алырға кәрәк. Һайланған ысул шәхси мәғлүмәтте яҡлау ҡанундарына ярашлы булырға тейеш.
Хеҙмәттәшлек ит (Еф 4:16). Хеҙмәт күҙәтеүсенең күрһәтмәләре буйынса эш ит. Һинең менән Изге Яҙманы өйрәнгән кеше өсөн йыйылышығыҙҙың теле туған тел булмаһа, был өйрәнеүҙе кешенең туған телендә осрашыуҙарҙы үткәргән йыйылышҡа йә төркөмгә тапшыр. Шул саҡта ул рухи яҡтан тиҙерәк үҫер.
Әҙерлән (Ғһ 15:28; 16:1). Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә икенсе телдә һөйләшкән кешене осратһаң, уның менән һөйөнөслө хәбәр менән бүлешер өсөн көсөңдән килгәндең барыһын да эшлә. Бының өсөн, әҙерләнгән саҡта территорияғыҙҙа йәшәгән кешеләрҙең ниндәй телдәрҙә һөйләшкәне хаҡында уйлан һәм шул телдәрҙә Изге Яҙманы һәм видеояҙмаларҙы яйланмаңа күсереп ал. Шулай уҡ JW Language® ҡушымтаһы ярҙамында шул телдәрҙә һаулыҡ һорашырға өйрәнергә була.