АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | 2 КОРИНФТАРҒА 1—3
Йәһүә — «һәр яҡлап йыуатыусы Алла»
1:3, 4
Йәһүә, мәҫәлән, мәсихселәр йыйылышы аша йыуата. Үҙебеҙҙең йыйылышыбыҙҙа ҡайғы кисергән ҡәрҙәштәрҙе нисек йыуатып була?
Кешене иғтибар менән тыңла һәм һүҙен бүлмә.
«Илағандар менән бергә ила» (Рм 12:15).
Дәртләндергес открытка бүләк ит, электрон хат яҙ йә СМС-хәбәр ебәр (w17.07 15 б. рамка).
Улар менән һәм улар өсөн доға ҡыл.