АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | БАШЛАНМЫШ 15—17
Ни өсөн Йәһүә Ибрам менән Сарайға яңы исемдәр биргән?
17:1, 3—5, 15, 16
Йәһүә Ибрамды саф тип һанаған. Үҙ вәғәҙәһен ентекләберәк аңлатып, Алла уға һәм Сарайға пәйғәмбәри мәғәнәгә эйә яңы исемдәр биргән.
Исемдәренә ярашлы Ибраһим — күп халыҡтарҙың атаһы, ә Сара батшаларҙың әсәһе булып киткән.
Ибраһим
«Күп халыҡтарҙың атаһы»
Сара
«Батша ҡыҙы»
Беребеҙ ҙә тыуған саҡта үҙенә ниндәй исем бирелеүенә тәьҫир итә алмай. Әммә Ибраһим менән Сара һымаҡ беҙ ҙә яҡшы абруй ҡаҙана алабыҙ. Үҙеңдән һора:
Йәһүә ҡарашынан саф булыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк?
Мин бөгөнгө көндә Йәһүә алдында ниндәй абруй ҡаҙанам?