АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | СЫҒЫШ 12
Ҡотҡарылыу байрамы мәсихселәр өсөн нимә аңлата?
12:5—7, 12, 13, 24—27
Унынсы яза ваҡытында иҫән ҡалыр өсөн, израилдәргә Йәһүә күрһәтмәләре буйынса эш итеү мөһим булған (Сғ 12:28). 14 нисандың кисендә ғаиләләргә бергә йыйылырға, шулай уҡ, бер йәшлек һарыҡ йә кәзә бәрәсен һуйып, уның ҡаны менән ишек яңаҡтарын һәм ишек башын буярға кәрәк булған. Шунан уларға был хайуанды, тулыһынса ҡыҙҙырып, ашығып ашарға кәрәк булған. Шул төндә бер кемгә лә өйҙән сығырға ярамаған (Сғ 12:9—11, 22).
Бөгөн тыңлаусанлыҡ беҙҙе нисек яҡлай? Миҫалдар килтер.