ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ | ХЕҘМӘТТӘН ШАТЛЫҠ ТАП
Өйрәнеүсеңде рухи яҡтан туҡланырға өйрәт
Рухи ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн һәм рухи яҡтан өлгөрөп еткән мәсихсе булып китер өсөн, өйрәнеүсегә Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәрҙе генә белеү әҙ (Мф 5:3; Евр 5:12—6:2). Уға рухи яҡтан үҙ аллы туҡланырға өйрәнергә кәрәк.
Баштан уҡ өйрәнеүсегә өйрәнеүгә нисек әҙерләнеп булғанын күрһәт, һәм быны ғәҙәткә индерергә ярҙам ит (mwb18.03 6 б.). Уны шулай уҡ, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән берәй теманы үҙ аллы өйрәнгәндә, һәр ваҡыт доға ҡылырға дәртләндер. Өйрәнеүсегә тикшеренеү үткәреү өсөн тәғәйенләнгән электрон ҡоралдарҙы күрһәт һәм уларҙы нисек ҡулланып булғанын аңлат. jw.org сайтында сыҡҡан яңы нәмәләрҙе һәм JW Broadcasting®-тағы яңы сығарылыштарҙы ваҡытында нисек ҡарап булғанын күрһәт. Яйлап ҡына өйрәнеүсегә Изге Яҙманы көн һайын уҡыу ғәҙәтен үҫтерергә, йыйылыштарға әҙерләнергә, шулай уҡ үҙенә ҡыҙыҡ булған һорауҙар буйынса тикшеренеү үткәрергә ярҙам ит. Уны белгәндәре хаҡында тәрән уйланырға өйрәт.
«ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘРГӘ РУХИ ЯҠТАН ТУҠЛАНЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Нита Джейдҡа Изге Яҙманы өйрәнеүҙең маҡсаты дөрөҫ яуаптар ғына табыуҙа түгел икәнен аңларға нисек ярҙам итте?
Джейд Йәһүәнең енси әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡарашын нимә ярҙамында аңланы?
Өйрәнеүсеңде йөрәген һәм аҡылын туҡландырырға өйрәт
Уйланыу тураһында әйткәндә, Джейд нимәне аңланы?