ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ | ХЕҘМӘТТӘН ШАТЛЫҠ ТАП
Өйрәнеүселәргә насар аралашыуҙан һаҡланырға ярҙам ит
Йәһүәнең дуҫы булыр өсөн, өйрәнеүсегә дуҫтарҙы аҡыл менән һайларға кәрәк (Зәб 15:1, 4). Яҡшы дуҫтар уға ыңғай яҡтан тәьҫир итер (Ғһ 13:20; lff 48-се дәрес).
Өйрәнеүсегә донъялағы дуҫтары менән араны өҙөү ауыр булырға мөмкин, шуға күрә уны аңларға тырыш. Хәлдәрен өйрәнеү ваҡытында ғына түгел, ә башҡа ваҡытта ла белешеп тор. Уға смс-хәбәр яҙ, шылтырат, ыңғайы килгәндә инеп сыҡ. Өйрәнеүсе рухи яҡтан үҫкән һайын, уны ҡәрҙәштәр менән бергә аралашып алырға саҡыр. Шул саҡта ул юғалтҡанынан күпкә күберәккә эйә булғанын аңлар (Мк 10:29, 30). Йәһүә ғаиләһенең үҫеүен күреү һиңә, һис шикһеҙ, шатлыҡ килтерер.
«ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘРГӘ НАСАР АРАЛАШЫУҘАН ҺАҠЛАНЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Насар аралашыу нимә ул? (1Кр 15:33).
Джейд Йәһүә шаһиттарының күңел асыуҙарын нисек күҙ алдына килтергән?
Нита Джейдҡа аралашыу даирәһен алмаштырырға нисек ярҙам итте?