МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Балаларығыҙға хәҡиҡәт юлына ныҡ баҫырға ярҙам итегеҙ
Атай-әсәйҙәр балаларына Йәһүәгә хеҙмәт итеү шатлыҡ һәм бәхет килтереүен теләй. Быға ирешер өсөн, уларға балаларын тәрбиәләгәндә Изге Яҙмалағы принциптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк (Ғһ 22:6).
Ғаиләгеҙҙә асыҡ аралашыу булһын (Яҡ 1:19).
Үҙегеҙҙең өлгөгөҙ менән өйрәтегеҙ (Ҡн 6:6).
Даими рәүештә рухи эштәрҙә ҡатнашығыҙ (Еф 6:4).
«НЫҠЛЫ ЙОРТ ТӨҘӨГӨҘ. БАЛАҒЫҘҘЫ „ДӨРӨҪ ЮЛҒА“ БАҪТЫРЫҒЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Ата-әсәләр нисек аҡыллылыҡ сағылдыра ала?
Ата-әсәләр Яҡуп 1:19-ҙағы принципты нисек ҡуллана ала?
Ауырлыҡтар тыуғанда, ата-әсәләр нимә эшләй ала?