Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 июнь 14—19 бб.
  • Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БЕҘ АХЫРҘЫҢ ҠАСАН КИЛЕРЕН БЕЛМӘЙБЕҘ
  • БЕҘ ЙӘҺҮӘНЕҢ НИСЕК ЭШ ИТЕРЕН БЕЛМӘЙБЕҘ
  • БЕҘ ИРТӘГӘ НИМӘ БУЛЫРЫН БЕЛМӘЙБЕҘ
  • ЙӘҺҮӘНЕҢ БЕҘҘЕ НИ ТИКЛЕМ ЯҠШЫ БЕЛГӘНЕН АҢЛАП БӨТӨРӘ АЛМАЙБЫҘ
  • Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Йәһүәнең «тере Алла» булыуын һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Яҡын киләсәктә Йәһүә кешеләрҙе нисек хөкөм итер?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренең һуңғы һүҙҙәре нимәгә өйрәтә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 июнь 14—19 бб.

26-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ

Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?

«Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе беҙҙең өсөн аҡыл етмәҫлек» (ӘЙҮП 37:23).

ТӨП ФЕКЕР

Беҙ киләсәктә буласаҡ нәмәләрҙең бөтәһен дә белеп бөтә алмайбыҙ. Әммә иғтибарыбыҙҙы белгәндәргә йүнәлтһәк һәм Йәһүәгә таянһаҡ, был беҙгә билдәһеҙлектән ҡурҡмаҫҡа ярҙам итер.

1. Йәһүә беҙгә ниндәй һәләттәр биргән һәм ни өсөн?

ЙӘҺҮӘ беҙгә уйланыу, яңы нәмәләргә өйрәнеү һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтен биргән. Ни өсөн Йәһүә беҙҙе шулай итеп барлыҡҡа килтергән? Ул беҙҙең уның тураһында белем алыуыбыҙҙы һәм уға аҡыл менән хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй (Ғиб. һүҙ. 2:1—5; Рим. 12:1).

2. а) Беҙҙең ниндәй сиктәребеҙ бар? (Әйүп 37:23, 24). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.) б) Бөтә нәмәне лә белә алмағаныбыҙҙы таныу ни өсөн файҙалы?

2 Өйрәнергә һәләтле булһаҡ та, беҙҙең белемдәребеҙ сикле. (Әйүп 37:23, 24-те уҡығыҙ.) Әйүп тураһында уйланып алайыҡ. Йәһүә уға күп һорауҙар биргәс, ул әле күп нәмәне белмәгәнен таныған. Алла менән аралашыу Әйүпте баҫалҡыландырған һәм фекерен үҙгәртергә ярҙам иткән (Әйүп 42:3—6). Әгәр беҙ тыйнаҡ ҡалып бөтә нәмәне белә алмағаныбыҙҙы таныһаҡ, был беҙгә файҙа килтерер. Ниндәйҙер һайлау алдында торғанда шундай тыйнаҡлыҡ Йәһүәгә күберәк таянырға ярҙам итә. Беҙ шуға ышанабыҙ: ысынлап та белергә кәрәкле нәмәләрҙең бөтәһен дә Йәһүә беҙгә асыр (Ғиб. һүҙ. 2:6).

Яҡтылыҡтың нурҙары ҡуйы болоттар аша Әйүптең йөҙөн яҡтырта. Шулай итеп Йәһүә уның менән һөйләшә. Был аралашыуҙы Елиуй һәм Әйүптең өс «йыуатыусыһы» күҙәтеп тора.

Әйүп бөтә нәмәне белеп бөтмәгәнен таныған. Беҙгә лә шундай ҡараш үҫтереү файҙалы. (2-се абзацты ҡарағыҙ.)


3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Артабан беҙ билдәле булмаған нәмәләр тураһында һәм быға ҡағылышлы ниндәй ауырлыҡтар тыуа алғаны хаҡында һөйләшербеҙ. Шулай уҡ нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы икәнен дә күрербеҙ. Был мәҡәлә Йәһүәнең «камил белемгә Эйә» булыуына һәм кәрәкле белемдәр бирәсәгенә ышанысыбыҙҙы нығытыр (Әйүп 37:16).

БЕҘ АХЫРҘЫҢ ҠАСАН КИЛЕРЕН БЕЛМӘЙБЕҘ

4. Марк 13:32-лә әйтелгәнсә, беҙ нимәне белмәйбеҙ?

4 Марк 13:32-не уҡығыҙ. Беҙ был яуыз донъяның ҡасан юҡ ителәсәген белмәйбеҙ. Хатта Ғайса ла ерҙә йәшәгәндә «ул көндөң һәм сәғәттең ҡасан килерен»a белмәгән. Һуңыраҡ ул илселәренә, «Атамдың ғына» «ваҡыттарҙы һәм миҙгелдәрҙе» билдәләргә хоҡуғы бар, тип әйткән (Илс. 1:6, 7, төшөрмә). Йәһүә Шайтандың донъяһын ҡасан юҡ итәсәген инде билдәләгән. Ләкин беҙ бының ҡасан буласағын һанап сығара алмайбыҙ.

5. Ахырҙың ҡасан килерен белмәүебеҙ беҙгә нисек тәьҫир итергә мөмкин?

5 Ғайсаның һүҙҙәренән күренеүенсә, ахырҙы тағы күпме көтөргә кәрәклеген беҙ белмәйбеҙ. Шул арҡала кемдеңдер түҙемлеге бөтөргә йәиһә Йәһүә көнөн күп йылдар көткәнгә ул бойоғорға мөмкин. Ә кемгәлер туғандарының һәм башҡа кешеләрҙең мыҫҡыллауҙарына сыҙам ҡалыуы ауырҙыр (2 Пет. 3:3, 4). Шул саҡта, ахырҙың көнөн һәм сәғәтен теүәл белһәк, сыҙам ҡалыуы еңелерәк булыр ине, тип уйлай башлауыбыҙ бар.

6. Ни өсөн ахырҙың ҡасан килерен белмәү яҡшы?

6 Ысынында Йәһүәнең ахырҙың ҡасан килеүе тураһында әйтмәгәне бигерәк тә яҡшы. Шул саҡта беҙ күктәге Атабыҙҙы яратҡаныбыҙҙы һәм уға таянғаныбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Беҙ бит Йәһүәгә был донъяның ахырына тиклем генә түгел, ә мәңге хеҙмәт итергә йыйынабыҙ. Әйҙәгеҙ, «Йәһүәнең көнө» ҡасан килере тураһында артыҡ күп уйламайыҡ, ә ул көндөң ниндәй фатихалар килтерәсәгенә иғтибарыбыҙҙы йүнәлтәйек. Был беҙгә Алла менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға һәм уны ҡыуандырыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә ярҙам итер (2 Пет. 3:11, 12).

7. Беҙ нимә беләбеҙ?

7 Әйҙәгеҙ, инде белгән нәмәләр тураһында уйланайыҡ. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр буйынса, 1914 йылда һуңғы көндәр башланған. Шул ваҡыттан башлап донъяла ниндәй шарттар буласағын Изге Яҙма ентекләп һүрәтләп бирә. Шуға беҙ «Раббының бөйөк көнө» яҡын булғанына шикләнмәйбеҙ (Саф. 1:14). Шулай уҡ Йәһүә мөмкин тиклем күберәк кешенең «Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе» ишетеүен теләй. Был мөһим эште ул беҙгә тапшырған (Матф. 24:14). Был хәбәр яҡынса 240 илдә һәм территорияла 1 000-дән ашыу телдә вәғәзләнә. Кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара алған эштә ашҡынып ҡатнашыр өсөн, беҙгә ахырҙың «көнөн һәм сәғәтен» белеү мотлаҡ түгел.

БЕҘ ЙӘҺҮӘНЕҢ НИСЕК ЭШ ИТЕРЕН БЕЛМӘЙБЕҘ

8. Вәғәзсе 11:5-тә әйтелгәнсә, «Алла ғәмәлдәре» үҙ эсенә нимәне ала?

8 Беҙ «Алла ғәмәлдәрен» белеп бөтә алмайбыҙ. (Вәғәзсе 11:5-те уҡығыҙ.) Ниндәй ғәмәлдәр тураһында һүҙ бара? Үҙ ихтыярын үтәр өсөн Йәһүә нимәнелер үҙе эшләй, ә ҡайһы бер нәмәләрҙе рөхсәт итә. Йәһүәнең ҡайһы бер ваҡиғаларға юл ҡуйыуының сәбәптәрен теүәл белмәйбеҙ. Шулай уҡ уның беҙгә нисек ярҙам итәсәген дә белмәйбеҙ (Зәб. 36:5). Алланың эштәре, әсә ҡарынындағы баланың үҫеше кеүек, беҙҙең өсөн сер. Хатта ғалимдар ҙа быға бәйле бөтә процестарҙы һаман да аңлап бөтә алмай.

9. Йәһүәнең беҙгә нисек ярҙам итәсәген белмәгәнгә беҙҙең ниндәй ауырлыҡтар тыуырға мөмкин?

9 Йәһүәнең беҙгә нисек итеп ярҙам итәсәген белмәгәнгә күрә, беҙҙең икеләнеүсән булып китеүебеҙ бар. Беҙгә, бәлки, ниндәйҙер ҡорбандарға барыуы ауыр булыр, мәҫәлән, тормошобоҙҙо ябайлаштырырға йә вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсенергә. Башҡа бер ауырлыҡ: Йәһүәнең беҙҙе хуплауына шикләнә башлауыбыҙ бар. Ҡайһы бер маҡсаттарға ирешә алмағанда, вәғәзләүҙең емештәрен күрмәгәндә йә теократик проекттарҙа күп ауырлыҡтарға осрағанда шундай шиктәр тыуырға мөмкин.

10. Йәһүәнең беҙгә нисек ярҙам итәсәген белмәгәнгә, беҙ ниндәй мөһим сифаттар үҫтерә алабыҙ?

10 Йәһүәнең беҙгә нисек ярҙам итәсәген белмәгәнгә, беҙ баҫалҡылыҡ һәм тыйнаҡлыҡ кеүек мөһим сифаттар үҫтерә алабыҙ. Беҙ Алланың юлдары һәм фекерҙәре беҙҙекенән күпкә бейегерәк икәнен яҡшыраҡ аңлай башлайбыҙ (Ишағ. 55:8, 9). Шулай уҡ Йәһүәгә күберәк таянырға өйрәнәбеҙ, сөнки ул бит беҙгә бөтә эштә лә уңыш бирә ала. Хеҙмәттә уңышҡа өлгәшһәк йә бирелгән йөкләмәне яҡшы итеп башҡарһаҡ, беҙ бының өсөн күктәге Атабыҙҙы данлайбыҙ (Зәб. 126:1; 1 Кәр. 3:7). Хатта беҙ өмөтләнгәнсә килеп сыҡмаһа ла, Алла бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай икәнен онотмайбыҙ (Ишағ. 26:12). Беҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, ә Йәһүә инде үҙ өлөшөн индерер. Әлбиттә, Алла боронғо ваҡытта үҙ хеҙмәтселәре өсөн мөғжизәләр ҡылған кеүек, беҙҙең өсөн дә мөғжизәләр ҡылыр тип көтмәйбеҙ. Ләкин уның беҙгә йүнәлеш бирәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Илс. 16:6—10).

11. Беҙ Йәһүә тураһында нимә беләбеҙ?

11 Беҙ Йәһүәнең ҡайғыртыусан, ғәҙел һәм аҡыллы булыуын беләбеҙ. Йәһүәнең үҙе һәм имандаштарыбыҙ өсөн башҡарған бөтә эштәребеҙҙе бик ҡәҙерләгәнен дә беләбеҙ. Шулай уҡ Йәһүә уға тоғро булғандарҙы һәр ваҡытта фатихалап торғанын да беләбеҙ (Евр. 11:6).

БЕҘ ИРТӘГӘ НИМӘ БУЛЫРЫН БЕЛМӘЙБЕҘ

12. Яҡуп 4:13, 14-тә яҙылғанса, беҙ нимәне белмәйбеҙ?

12 Яҡуп 4:13, 14-те уҡығыҙ. Иртәгә беҙҙе нимә көткәнен беҙ белмәйбеҙ. Был донъяла һәр кешенең көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә эләгеүе бар (Вәғ. 9:11). Шуға пландарыбыҙ тормошҡа ашырмы-юҡмы һәм башлаған эштең һөҙөмтәһен күрербеҙме-юҡмы икәнен беҙ белмәйбеҙ.

13. Тормоштағы билдәһеҙлек арҡаһында ниндәй хистәр тыуырға мөмкин?

13 Тормоштағы билдәһеҙлек ысын ауырлыҡҡа әйләнеп китергә мөмкин. Ни өсөн? Киләсәк тураһында борсолоуҙар йыш ҡына шатлығыбыҙҙы урлай. Көтөлмәгән бәлә-ҡазалар арҡаһында йән тыныслығын юғалтабыҙ. Ә теләктәребеҙ тормошҡа ашмаһа, беҙ бойоғабыҙ һәм өмөтөбөҙ өҙөлә (Ғиб. һүҙ. 13:12).

14. Беҙҙең бәхетебеҙ нимәгә бәйле? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

14 Ауырлыҡтар менән осрашҡанда сыҙам ҡалып, беҙ күктәге Атабыҙҙан файҙа алыр өсөн генә түгел, ә уны яратҡанға хеҙмәт иткәнебеҙҙе раҫлайбыҙ. Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә беҙҙе бөтә ауырлыҡтарҙан һаҡламай һәм тормошобоҙҙо алдан билдәләмәй. Ул шуны белә: киләсәктә нимә көткәнен белеүебеҙ бәхетебеҙгә бәйле түгел. Йәһүәнең кәңәштәрен эҙләһәк һәм тыңлаһаҡ, шул саҡта беҙ бәхетле (Йәр. 10:23). Ҡарарҙар ҡабул иткәндә унан ярҙам һораһаҡ, беҙ: «Әгәр Йәһүә теләһә, иҫән булырбыҙ, тегене йә быны эшләрбеҙ», — тип әйткән кеүек булабыҙ (Яҡ. 4:15).

Фотоһүрәттәрҙә: 1) атай кеше улы менән иң кәрәкле әйберҙәр тултырылған рюкзак әҙерләй; улар унда Изге Яҙманы ла һала; 2) атай-әсәй улы менән тент аҫтында ҡойма ямғырҙан йәшенеп ултыра; улар рюкзактағы әйберҙәрҙе ҡуллана.

Йәһүәнең кәңәштәрен эҙләү һәм тыңлау беҙгә яҡлау бирә. (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)b


15. Беҙ киләсәк тураһында нимә беләбеҙ?

15 Иртәгә нимә булырын белмәһәк тә, Йәһүәнең беҙгә мәңгелек тормош вәғәҙә иткәнен беләбеҙ. Кемдер — күктә, ә кемдер ерҙә йәшәйәсәк. Йәһүә бер ҡасан да алдамай һәм уға үҙ вәғәҙәләрен ғәмәлгә ашырырға бер кем дә һәм бер нәмә лә ҡамасаулай алмай (Тит. 1:2). Беҙ быны яҡшы беләбеҙ. Ул ғына «ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп [килә]; борон замандарҙан алып ни булырын алдан [белдерә]». Йәһүәнең боронғо ваҡытта әйткән бөтә вәғәҙәләре үтәлгән. Шулай уҡ Алланың киләсәк тураһында әйткәндәренең бөтәһе лә үтәләсәк (Ишағ. 46:10). Бер нәмә лә беҙҙе Йәһүәнең мөхәббәтенән айыра алмай (Рим. 8:35—39). Беҙ бөтә ауырлыҡтарҙы йырып сыға алһын өсөн, ул беҙҙе йыуатыр һәм зирәклек тә, көс тә бирер. Йәһүә һәр ваҡыт беҙгә ярҙам итәсәк һәм беҙҙе фатихалаясаҡ (Йәр. 17:7, 8).

ЙӘҺҮӘНЕҢ БЕҘҘЕ НИ ТИКЛЕМ ЯҠШЫ БЕЛГӘНЕН АҢЛАП БӨТӨРӘ АЛМАЙБЫҘ

16. Йәһүә һәр кеше тураһында нимә белә һәм был һеҙҙә ниндәй хистәр уята? (Зәбур 138:1—6).

16 Зәбур 138:1—6-ны уҡығыҙ. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ беҙҙең турала барыһын да белә. Ул тыумышыбыҙҙан алып беҙҙең физик, эмоциональ һәм аҡыл үҫешебеҙҙе күҙәтә. Уның беҙҙең менән ҡыҙыҡһыныуы бер ваҡытта ла һүрелмәй. Ул нимә әйткәнебеҙҙе һәм ни өсөн шулай тип әйткәнебеҙҙе, шулай уҡ нимә эшләгәнебеҙҙе һәм ни өсөн шулай эш иткәнебеҙҙе белә. Дауыт батша әйткәнсә, Йәһүә беҙҙе ҡайғыртыуы менән солғап ала һәм беҙ бер ҡасан да уның иғтибарынан ситтә ҡалмайбыҙ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Сикһеҙ ҡөҙрәтле Аллабыҙ, ерҙе һәм күкте Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, һеҙҙең менән шул тиклем ҡыҙыҡһына! Был һеҙҙә ниндәй хистәр уята? Моғайын, һеҙ Дауыт батшаның һүҙҙәре менән ризалашырһығыҙ. Ул: «Был ғилемең хайран минең өсөн, аң-зиһенем етмәҫлек юғары», — тип яҙған (Зәб. 138:6).

17. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәргә Йәһүәнең ҡайғыртыусан һәм хәлебеҙгә инә белгән Алла булыуына ышаныуы ауыр?

17 Бәлки, тәрбиә, мәҙәниәт йә элекке дини ҡараштарыбыҙ арҡаһында Йәһүәне беҙҙең менән ҡыҙыҡһынған ҡайғыртыусан Атай тип күреүе еңел түгелдер. Йә беҙ элек ҡылған хаталарҙы иҫкә төшөрөп: «Улар шул тиклем ҡот осҡос, Йәһүә минең дуҫым булырға теләр микән?» — тип уйлайбыҙҙыр. Дауыттың да шундайыраҡ хистәре булған (Зәб. 37:19, 22). Ә ҡайһы саҡта кемгәлер Йәһүәне шатландырыр өсөн тормошон үҙгәртеүе бик ауыр. Ундай кеше: «Йәһүә ысынлап та мине аңлаһа, ни өсөн ул мине нисек бармын шулай ҡабул итмәй? Ни өсөн ул миңә арынырға ауыр булған нәмәләрҙән баш тартыуымды талап итә?» — тигән һорауҙар бирәлер.

18. Ни өсөн Йәһүәнең беҙҙе үҙебеҙҙән дә яҡшыраҡ белә икәненә шикләнергә кәрәкмәй? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

18 Йәһүәнең беҙҙе үҙебеҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белеүенә шикләнергә кәрәкмәй. Ул хатта үҙебеҙ иғтибар итмәгән яҡшы яҡтарыбыҙҙы күрә. Унан бер ниндәй ҙә хатаны йәшереп булмай. Әммә ул барыбер беҙҙе ярата, сөнки ни өсөн шулай эш иткәнебеҙҙе йә ниндәй хистәр тойғаныбыҙҙы яҡшы аңлай (Рим. 7:15). Йәһүә эске булмышыбыҙҙы һәм ниндәй булып китә алыуыбыҙҙы күрә. Әгәр быны иҫтә тотһаҡ, был беҙгә шатланып хеҙмәт итергә көс өҫтәр.

Фотоһүрәттәрҙә: 1) ир ҡәрҙәш бойоғоп тәҙрәгә ҡарап ултыра; тышта ҡараңғы һәм ямғыр яуа; 2) шул уҡ ир ҡәрҙәш ожмахта дуҫтары менән тауҙағы һуҡмаҡ буйлап бара һәм матур тәбиғәт менән һоҡлана.

Йәһүә яңы донъяла тормоштоң иҫ киткес буласағына ышанысыбыҙҙы нығыта. Был беҙгә көтөлмәгән фажиғәле хәлдәрҙе йырып сығырға ярҙам итә. (18, 19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)c


19. Йәһүә тураһында беҙ нимәне теүәл беләбеҙ?

19 Йәһүә — мөхәббәт ул. Беҙ быны беләбеҙ һәм быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ (1 Яхъя 4:8). Ул беҙҙе нимәлер эшләргә йә эшләмәҫкә һорай икән, тимәк, ул беҙҙе ярата һәм беҙҙең өсөн иң яҡшыһын теләй. Йәһүә шулай уҡ мәңге йәшәүебеҙҙе теләй, һәм беҙ быны ла беләбеҙ. Бының өсөн ул хатта йолом түләгән. Мәсихтең ҡорбаны, камил булмауыбыҙға ҡарамаҫтан, үҙ хеҙмәтебеҙ менән Йәһүәне шатландыра алыуыбыҙға ышаныс өҫтәй (Рим. 7:24, 25). Эйе, «Алла йөрәгебеҙҙән бөйөк һәм бөтә нәмәне» лә белә (1 Яхъя 3:19, 20). Йәһүә беҙҙең уйҙарыбыҙҙы һәм хистәребеҙҙе яҡшы аңлай һәм уның ихтыярын үтәй алыуыбыҙға бер ҙә шикләнмәй.

20. Әгәр нимәнелер белмәһәк, сиктән тыш борсолмаҫҡа нимә ярҙам итер?

20 Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә белергә кәрәк нәмәләрҙең бөтәһен дә аса. Шуға күрә әгәр берәй нәмәне белмәһәк, борсолорға кәрәкмәй. Киреһенсә, иғтибарыбыҙҙы мөһим нәмәләргә тупларға кәрәк. Шулай итеп беҙ тулыһынса Йәһүәгә — «белеме камил» Аллаға таянғаныбыҙҙы күрһәтербеҙ (Әйүп 36:4). Хәҙер беҙ нимәнелер аңламаһаҡ та, киләсәктә Йәһүәнән мәңге өйрәнәсәгебеҙҙе беләбеҙ. Беҙ был ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, сөнки күркәм Аллабыҙ тураһында белем алыуҙан туҡтамаҫбыҙ (Вәғ. 3:11).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ахырҙың ҡасан килерен белмәүебеҙ ни өсөн яҡшы?

  • Иртәгә нимә булырын белмәүебеҙ ни өсөн яҡшы?

  • Йәһүәнең беҙҙе яҡшы белгәнен иҫтә тотоу ни өсөн файҙалы?

104-СЕ ЙЫР Изге рух — Алланың бүләге

a Ғайса Шайтандың яуыз донъяһына ҡаршы һуғыш башлаясаҡ. Шуға ул Армагеддондың килер көнөн һәм еңеү көнөн инде белә тигән һығымта яһап була (Асыл. 6:2; 19:11—16).

b ФОТОҺҮРӘТТӘ. Ғаиләһе фажиғәле хәлгә әҙер булһын өсөн, атай кеше улы менән иң кәрәкле әйберҙәр тултырылған рюкзак йыя.

c ФОТОҺҮРӘТТӘ. Ауырлыҡтар менән осрашҡан ир ҡәрҙәшебеҙ киләсәктә буласаҡ иҫ киткес тормош тураһында уйлана.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу