Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb23 май 5 б.
  • Һин иҡтисади көрсөккә әҙерһеңме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һин иҡтисади көрсөккә әҙерһеңме?
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Һин әҙерһеңме?
    Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
  • Һуңғы көндәрҙең һуңғы көндәрендә әҙер бул
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Һин халыҡ сыуалыштарына әҙерһеңме?
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2022
Башҡаларын асырға
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
mwb23 май 5 б.

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Һин иҡтисади көрсөккә әҙерһеңме?

Донъяла иҡтисади хәлдең тотороҡһоҙ булыуы беҙҙе бер ҙә ғәжәпләндермәй. Ни өсөн? Сөнки беҙ был замандың һуңғы көндәрендә йәшәйбеҙ. Изге Яҙма беҙҙе «ышанысһыҙ байлыҡҡа» таянмаҫҡа өйрәтә (1Тм 6:17; 2Тм 3:1). Иҡтисади көрсөк була ҡалһа, Иосафат батшаның өлгөһө беҙгә был көрсөккә әҙер булырға нисек ярҙам итә ала?

Иосафатҡа дошмандар ҡаршы сыҡҡанда, ул Йәһүәгә таянған (2Йыл 20:9—12). Ул шулай уҡ, халыҡты яҡлар өсөн, алдан уҡ саралар күргән, мәҫәлән, ҡалаларҙы нығытҡан һәм унда ғәскәрҙәр урынлаштырған (2Йыл 17:1, 2, 12, 13). Иосафаттан өлгө алып, беҙгә лә, ауыр ваҡыттарға әҙерләнер өсөн, Йәһүәгә таянырға һәм билдәле аҙымдар яһарға кәрәк.

ИҠТИСАДИ КӨРСӨККӘ НИСЕК ӘҘЕРЛӘНЕРГӘ?

Рухи яҡтан әҙерләнеү. Булғанына ҡәнәғәт бул һәм Йәһүәнең төп ихтыяждарың хаҡында ҡайғыртасағына ышанысыңды үҫтер (Мф 6:26; 1Тм 6:8). Шул ихтыяждарыңды ҡәнәғәтләндерер өсөн Изге Яҙмалағы принциптарҙы бер ҡасан да боҙмаҫҡа ныҡлы ҡарар ит (Рм 2:21). Әгәр ут һүнһә йә интернет эшләмәй китһә, шундай саҡтарҙа рухи аҙыҡ менән нисек туҡланасағыңды алдан уйлаштыр. Баҫтырылған бер нисә әҙәбиәтте берәй ергә һалып ҡуй һәм, мөмкинлек булһа, электрон яйланмаңа кәрәкле әҙәбиәттәрҙе күсереп ал.

Матди яҡтан әҙерләнеү. Аҡса менән бәйле ауырлыҡтар тыумаҫ борон, бурыстарҙан ҡотолорға тырыш һәм кәрәкмәгән сығымдарҙы кәмет (Ғһ 22:7). Мөмкинлек булһа, аҙыҡ-түлек һәм беренсе кәрәк-яраҡ нәмәләрҙең запасын әҙерләп ҡуй. Аҡсаны һаҡсыл тотонор өсөн, кемдер, бәлки, баҡсала емеш-еләктәр һәм йәшелсәләр үҫтерергә булыр.

«ҺЕҘ АФӘТТӘРГӘ ӘҘЕРМЕ?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

«Һеҙ афәттәргә әҙерме?» тигән видеояҙманан кадр. Түңәрәктәрҙә Изге Яҙма, иң кәрәкле әйберҙәр тултырылған рюкзак менән смартфон һәм төҙөүселәр һүрәтләнгән.
  • Беҙ афәткә нисек әҙерләнә алабыҙ?

«Һеҙ афәттәргә әҙерме?» тигән видеояҙманан кадр. Ағай-ҡәрҙәштәр афәттән зыян күргәндәргә ярҙам итә: бинаны тергеҙә һәм йөк машинаһын бушата.
  • Башҡаларға ярҙам итер өсөн беҙ нисек әҙерләнә алабыҙ?

МАҠСАТ

Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында 2022 йылдағы «Уянығыҙ!» журналының 1-се сығарылышын (тат.) ҡарап сығығыҙ. Афәткә әҙерләнер өсөн, тағы ниндәй өҫтәмә аҙымдар яһай алғанығыҙ хаҡында фекер алышығыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу