БИОГРАФИЯ
Өлгө алырлыҡ ҡәрҙәштәрҙән өйрәнеү миңә күп фатихалар килтерҙе
ҮҪМЕР сағымда миңә вәғәздә ҡатнашыу ауыр ине. Ә өлкәнәйгәс, миңә төрлө вазифалар тапшырыла башланы, әммә мин үҙемде уларҙы үтәр өсөн әҙер тип һанамай инем. Ләкин өлгө алырлыҡ ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы менән мин ҡурҡыуҙарымды еңдем һәм, 58 йыл буйы тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашып, күп фатихалар алдым. Һеҙгә шул хаҡта һөйләп биргем килә.
Мин Канаданың Квебек провинцияһында, Квебек ҡалаһында тыуғанмын. Был яҡтарҙа кешеләр француз телендә һөйләшә. Атай-әсәйем Луи менән Зелия мине наҙлап, яратып үҫтерҙе. Атайым оялсан кеше ине һәм уҡырға ярата ине. Ә мин яҙышырға ярата инем һәм берәй ҡасан журналист булырға хыяллана инем.
Миңә 12 йәш булғанда, өйөбөҙгә атайым менән эшләгән Родольф Суси исемле кеше үҙенең дуҫы менән килде. Улар Йәһүә шаһиттары ине. Мин Шаһиттар тураһында бик әҙ белә инем һәм уларҙың дине менән ҡыҙыҡһынмай инем. Шулай ҙа уларҙың һорауҙарыбыҙға игелекле итеп логикалы яуаптар биргәндәренә һәм Изге Яҙманы оҫта ҡулланғандарына таң ҡалдым. Атай-әсәйем дә быға һоҡланды, шуға күрә Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашты.
Ул саҡта мин католик мәктәбендә уҡый инем һәм ҡайһы ваҡыт Изге Яҙманан белгәндәремде синыфташтарыма һөйләй торғайным. Ахыр сиктә шул хаҡта уҡытыусылар белеп ҡалды, ә улар руханиҙар ине. Ҡараштарымдың дөрөҫ булмағанын Изге Яҙма нигеҙендә раҫлау урынына, уларҙың береһе бөтә класс алдында мине бола ҡуптарыуҙа ғәйепләне! Миңә бик ауыр булды, әммә был хәл фатихалар килтерҙе: мин шул руханиҙар өйрәткән тәғлимәттәр Изге Яҙмаға тура килмәй икәнен асыҡ күрҙем. Мин был мәктәптән китергә кәрәклеген аңланым, шунлыҡтан, атай-әсәйемдән рөхсәт алып, икенсе мәктәпкә күстем.
ХЕҘМӘТТЕ ЯРАТЫРҒА ӨЙРӘНӘМ
Мин Изге Яҙма өйрәнеүемде дауам иттем, әммә рухи яҡтан яй үҫтем, сөнки өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләргә ҡурҡа инем. Кешеләргә ҙур йоғонто яһаған католик сиркәүе вәғәз эшебеҙгә ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтте. Квебектың премьер-министры Морис Дюплесси сиркәүҙең иң яҡын сәйәси союздашы булғанға, халыҡ төркөмдәре Йәһүә шаһиттарына бәйләнә һәм хатта уларға һөжүм итә ине. Ул ваҡытта вәғәзләр өсөн ҙур ҡыйыулыҡ кәрәк булды.
Гилеад мәктәбенең туғыҙынсы синыфында уҡып сыҡҡан Джон Рей исемле ағай-ҡәрҙәш миңә ҡурҡыуҙарымды еңергә ярҙам итте. Был бик тәжрибәле ҡәрҙәш йомшаҡ, тыйнаҡ һәм йыуаш кеше ине. Ул миңә тура кәңәштәр һирәк бирә торғайны, күберәк үрнәге менән өйрәтә ине. Джон французса ауыр һөйләшкәнгә, мин уның менән йыш хеҙмәт иттем һәм уға телде өйрәнергә ярҙам иттем. Уның менән аралашыу миңә Йәһүә шаһиты булырға ныҡлы ҡарар ҡабул итергә ярҙам итте. Шулай итеп, Шаһиттар менән беренсе тапҡыр осрашҡандан һуң 10 йыл үткәс, 1951 йылдың 26 майында мин һыуға сумдырылдым.
Джон Рей ҡәрҙәштең (А) яҡшы үрнәге миңә (Б) өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләүҙән ҡурҡмаҫҡа ярҙам итте
Квебектағы бәләкәй генә йыйылышыбыҙҙа күбеһе пионерҙар ине. Уларҙың яҡшы йоғонтоһо мине пионер хеҙмәтен башларға дәртләндерҙе. Ул ваҡытта беҙ, өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, Изге Яҙманы ғына ҡуллана инек. Баҫмалар булмағанға, беҙ Алла Һүҙен оҫта ҡулланырға өйрәндек. Шуға күрә, хәҡиҡәтте яҡлар өсөн, мин Изге Яҙмалағы аяттарҙы яҡшыраҡ белергә тырыштым. Әммә беҙ католик сиркәүенең рәсми хуплауын алмаған Изге Яҙма тәржемәһен ҡулланғанда, күптәр хатта Алла Һүҙенән уҡылған аяттарҙы тыңларға теләмәй ине.
1952 йылда мин йыйылышымда хеҙмәт иткән Симона Патри исемле тоғро апай-ҡәрҙәшкә өйләндем. Беҙ Монреалгә күсендек, һәм 1953 йылда ҡыҙыбыҙ Лиза тыуҙы. Туйыбыҙ алдынан пионер хеҙмәтен ҡалдырһаҡ та, беҙ Симона менән ябай тормош алып барырға тырыштыҡ, шунлыҡтан йыйылыш эштәрендә әүҙем ҡатнаша алдыҡ.
Ун йылдан һуң ғына мин хеҙмәтемде киңәйтеү тураһында етди уйлана башланым. 1962 йылда, Канадалағы Вефилдә бер ай дауам иткән өлкәндәр өсөн Изге хеҙмәт мәктәбендә уҡығанда, мин Камилль Уэллетт исемле ағай-ҡәрҙәш менән бер бүлмәлә йәшәнем. Уның хеҙмәт менән янып тороуы миңә ныҡ тәьҫир итте, сөнки ул, минең кеүек, ғаиләле кеше ине. Ул ваҡытта Квебекта балалы мәсихселәрҙең пионер булып хеҙмәт итеүҙәре хаҡында һирәк кенә ишетеп була ине, әммә Камилль шундай маҡсат ҡуйған ине. Ул мине үҙ шарттарым тураһында уйланырға дәртләндерҙе. Бер нисә айҙан һуң мин үҙемдең даими пионер булып хеҙмәт итә алғанымды аңланым. Ҡайһы берәүҙәр ҡарарымдың дөрөҫлөгөнә шикләнһә лә, мин Йәһүәнең тырышлыҡтарымды фатихалаясағына тулыһынса ышана инем.
МАХСУС ПИОНЕРҘАР БУЛЫП КИРЕ КВЕБЕККА ҠАЙТАБЫҘ
1964 йылда беҙ Симона менән тыуған ҡалабыҙ Квебекка махсус пионерҙар итеп билдәләндек. Унда беҙ бер нисә йыл хеҙмәт иттек. Ул ваҡытҡа унда вәғәзләүе еңелерәк булып киткән ине, әммә ҡайһы бер кешеләр һаман да ҡаршылыҡ күрһәтә ине.
Бер тапҡыр шәмбе көндө Квебектан алыҫ булмаған Сент-Мари тигән бәләкәй генә ҡалала мине ҡулға алдылар. Мине полиция участкаһына алып киттеләр һәм рөхсәтһеҙ өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәнем өсөн камераға яптылар. Һуңыраҡ мин Байяржон фамилиялы ҡырыҫ сырайлы судья алдына тороп баҫтым. Ул минән, адвокатың кем, тип һораны. Мин Глен Хауa ҡәрҙәштең исемен телгә алғас, судья ҡыҙып китеп: «Шул ғына етмәгәйне!» — тине. Глен Хау ҡәрҙәш Йәһүә шаһиттарын яҡлауҙа уңышлы булған адвокат булараҡ киң билдәле ине. Тиҙҙән суд миңә ғәйепһеҙ тип табылғаным хаҡында хәбәр итте.
Ҡаршылыҡтар арҡаһында Квебекта йыйылыш осрашыуҙарын үткәреү өсөн яраҡлы урын табыуы ауыр ине. Бәләкәй генә йыйылышыбыҙ йылылыҡ үткәрелмәгән иҫке гараж ғына таба алды. Ҡыштың ҡаты һыуыҡтарында гаражды әҙ генә булһа ла йылытыр өсөн, ҡәрҙәштәр йылытҡыс ҡулланды. Беҙ йыш ҡына, осрашыу башланыр алдынан бер нисә сәғәт алдан килеп, шул йылытҡыс янында йыйыла инек һәм, рухландырғыс осраҡтар һөйләп, бер-беребеҙҙе нығыта инек.
Вәғәз эшенең шул йылдарҙа күп емештәр килтергәнен күреү бик шатлыҡлы ине. 1960-сы йылдарҙа Квебек ҡалаһында, Кот-Нор өлкәһендә һәм Гаспе ярымутрауында бер нисә генә бәләкәй йыйылыш бар ине. Ә бөгөн унда ике теократик район, һәм ҡәрҙәштәр матур Батшалыҡ залдарында йыйыла.
КҮСЕП ЙӨРӨҮ ХЕҘМӘТЕНӘ ТОТОНАБЫҘ
1977 йылда мин Торонтола күсеп йөрөүсе күҙәтеүселәр осрашыуында булдым (Канада)
1970 йылда беҙ Симона менән район хеҙмәтенә билдәләндек. Шунан, 1973 йылда мин өлкә күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт итә башланым. Ул йылдарҙа мин күсеп йөрөү хеҙмәтендә ҡатнашҡан Лорье Сомюрb һәм Дейвид Сплэйнc кеүек тәжрибәле ҡәрҙәштәрҙән күп нәмәгә өйрәндем. Һәр конгрестан һуң беҙ Дейвид менән уҡытыу оҫталығын яҡшыртыу йәһәтенән бер-беребеҙгә кәңәштәр бирә торғайныҡ. Хәтеремдә, бер тапҡыр Дейвид миңә былай тине: «Леонс, миңә һинең һуңғы телмәрең бик оҡшаны. Ул шәп килеп сыҡты, әммә мин ундағы бөтә материалдан өс телмәр яһар инем!» Эйе, мин телмәрҙәремдә бигерәк күп мәғлүмәт бирә инем. Миңә ҡыҫҡараҡ һөйләргә өйрәнергә кәрәк ине.
Мин көнсығыш Канаданың төрлө ҡалаларында хеҙмәт иттем
Өлкә күҙәтеүселәренең вазифаларына район күҙәтеүселәрен дәртләндереү ҙә керә ине. Әммә, мин район күҙәтеүсеһе менән хеҙмәттәшлек итергә килгәндә, Квебекта күп ҡәрҙәштәр, мине яҡшы белгәнгә, йыш ҡына минең менән хеҙмәт итергә теләй ине. Миңә улар менән вәғәзләү бик оҡшай ине, әммә шул арҡала район күҙәтеүсеһе менән әҙ ваҡыт үткәрә инем. Бер саҡ район күҙәтеүселәренең береһе миңә былай тине: «Һинең ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәреүең маҡтауға лайыҡ, әммә был аҙна минеке бит. Мин дә дәртләндереүгә мохтажмын!» Был кәңәш минең өсөн бик файҙалы булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1976 йылда көтөлмәгән ҡайғы килде. Ҡәҙерле ҡатыным Симона ҡаты ауырыу арҡаһында үлеп китте. Ул Йәһүәне яратты һәм фиҙаҡәр рух сағылдырҙы, шуға күрә минең өсөн яҡшы ҡатын һәм дуҫ булды. Хеҙмәттә әүҙем ҡатнашыу миңә ҡайғыны кисереп сығырға ярҙам итте. Йәһүәгә шул ауыр ваҡытта мине нығытып торғаны өсөн бик рәхмәтлемен. Һуңыраҡ мин инглиз телендә һөйләшкән һәм хеҙмәт менән янып торған Кэролин Эллиот исемле пионер апай-ҡәрҙәшкә өйләндем. Ул Квебекка хеҙмәтен киңәйтер өсөн күскән ине. Кэролин алсаҡ күңелле кеше, ул башҡаларға, айырыуса яңғыҙ һәм оялсан кешеләргә бик иғтибарлы. Уның менән район хеҙмәтендә ҡатнашыу минең өсөн ҙур фатиха булды.
БИК ӘҺӘМИӘТЛЕ ЙЫЛ
1978 йылдың ғинуарында мине Квебекта беренсе Пионерҙар мәктәбен үткәрергә билдәләнеләр. Мин бик тулҡынландым, сөнки уҡыу программаһы минең өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә таныш түгел ине. Бәхеткә ҡаршы, мин уҡытҡан беренсе синыфта күп тәжрибәле пионерҙар булды. Үҙем уҡытыусы булһам да, мин уларҙан күп нәмәгә өйрәндем!
Һуңыраҡ, 1978 йылда Монреалдең Олимпик стадионында «Еңеү килтергән иман» тип исемләнгән халыҡ-ара конгресс үтте. Ул Квебекта үткән конгрестарҙың иң ҙуры ине. Унда 80 000-дән ашыу кеше булды. Мин конгреста журналистар менән аралашыу өсөн яуаплы инем. Уларҙың беҙҙең хаҡта маҡтап яҙғандары бик шатлыҡлы ине. Телевидениела һәм радиола беҙҙән алынған интервьюлар 20 сәғәттән ашыу яңғыраны, ә прессала йөҙәрләгән мәҡәлә баҫтырылды. Шулай итеп иҫ киткес шаһитлыҡ бирелде!
ЯҢЫ БИЛДӘЛӘНЕҮ
1996 йылда тормошомда ҙур үҙгәреш булды. Һыуға сумдырылғандан алып мин Квебекта француз телендә вәғәзләнем, ә хәҙер мине Торонто өлкәһенең инглиз территорияһына билдәләнеләр. Мин үҙемде был билдәләнеүгә яраҡһыҙ итеп тоя инем һәм, инглиз телен насар белгәнгә, телмәрҙәр менән сығыш яһарға ныҡ ҡурҡа инем. Миңә йышыраҡ доға ҡылырға һәм Йәһүәгә тулыраҡ таянырға кәрәк булды.
Торонтолағы шул ике йылды иҫкә төшөрөп, ул ваҡыт бик шатлыҡлы булды, тип әйтә алам. Кэролин түҙемлек менән миңә инглиз телендә иркенерәк һөйләшергә ярҙам итте, һәм ҡәрҙәштәр ҙә мине был йәһәттән дәртләндереп торҙо. Беҙ тиҙ арала күп яңы дуҫтар таптыҡ.
Район конгрестарын ойоштороуға бәйле эштәр бик күп булһа ла, мин йыш ҡына йома көнө кис бер сәғәт тирәһе өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй инем. Бәлки, ҡайһы берәүҙәр: «Ни өсөн былай ҙа тығыҙ булған ял көндәре алдынан хеҙмәткә барырға?» — тип уйлағандыр. Әммә вәғәздә булған яҡшы һөйләшеүҙәр миңә көс өҫтәй торғайны. Бөгөн дә вәғәздә ҡатнашыу минең рухымды күтәрә.
1998 йылда беҙ Кэролин менән Монреалгә махсус пионерҙар итеп билдәләндек. Бер нисә йыл мин йәмәғәт урындарында хеҙмәт итеүҙе ойошторҙом һәм, кешеләрҙең Йәһүә шаһиттарына ҡарата тиҫкәре ҡарашын үҙгәртер өсөн, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек иттем. Бөгөн беҙ Кэролин менән күптән түгел Канадаға күсеп килгән сит ил кешеләренә вәғәзләйбеҙ. Йыш ҡына улар Изге Яҙма тураһында күберәк белергә теләй.
Ҡатыным Кэролин менән
Мин һыуға сумдырылғандан һуң инде 68 йыл үтте. Үткәндәргә ҡарап, мин был йылдарҙың фатихаларға мул булғанын күрәм. Хеҙмәтте яратырға өйрәнгәнгә һәм күптәргә хәҡиҡәткә килергә ярҙам иткәнгә, мин үҙемде бик бәхетле кеше тип һанайым. Балалары үҫеп еткәс, ҡыҙым Лиза ла ире менән пионер хеҙмәтен башланылар. Ҡыҙымдың ашҡынып хеҙмәт итеүен күреү күңелемде йылыта. Яҡшы өлгө күрһәткән һәм миңә аҡыллы кәңәштәр биргән ҡәрҙәштәргә айырыуса рәхмәтлемен. Улар миңә рухи яҡтан үҫергә һәм төрлө теократик йөкләмәләр башҡарырға ярҙам итте. Мин шуны аңланым: Йәһүәнең ойошмаһы биргән билдәләнеүгә тоғро ҡалыр өсөн, уның ҡеүәтле изге рухына таянырға кәрәк (Зәб. 51:11). Йәһүәнең исемен данлау — минең өсөн бөйөк хөрмәт. Миңә шундай мөмкинлек биргәне өсөн Йәһүәгә һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым! (Зәб. 54:6).
a 2000 йыл 22 апрель һанында сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналында (урыҫ) Глен Хау ҡәрҙәштең «Һуғыш һеҙҙеке түгел, ә Алланыҡы» тип аталған биографияһын ҡарағыҙ.
b Лорье Сомюрҙың биографияһын 1976 йыл 15 ноябрь һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (ингл.) табып була.
c Дейвид Сплэйн Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһендә хеҙмәт итә.