БИОГРАФИЯ
Йәһүәгә хеҙмәт итеү тормошто бәхетле һәм ҡыҙыҡлы итә
1951 йылда мин Канаданың Квебе́к провинцияһындағы бәләкәй генә Руэ́н ҡалаһына килдем. Адреста яҙылған йортто таптым да ишеккә шаҡыным. Оҙон буйлы бер ир кеше миңә ишек асты. Был Гилеад мәктәбен тамамлап миссионер булып хеҙмәт итергә килгән Марсе́ль Фильто́a ине. Уға 23, ә миңә ни бары 16 ғына йәш ине. Буйға ла мин унан күпкә бәләкәйерәк инем. Мин уға Руэн ҡалаһында пионер булып хеҙмәт итеүем хаҡындағы хатты күрһәттем. Ул уны уҡып сыҡты ла миңә ҡарап: «Ә әсәйең һинең бында икәнеңде беләме?» — тип һораны.
БАЛА САҒЫМ
Атай-әсәйем Канадаға Швейцариянан күсеп килгән һәм тау-ҡаҙылма эштәре барған Ти́мминс (Онта́рио провинцияһы) ҡалаһында урынлашҡан. Мин 1934 йылда тыуғанмын. Ә яҡынса 1939 йылда әсәйем «Күҙәтеү манараһын» уҡый башланы һәм шул уҡ ваҡыттан алып ул йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башланы. Ул беҙҙе, балаларын, һәр ваҡыт үҙе менән ала торғайны. Күп тә үтмәҫтән ул һыуға сумдырылды.
Әсәйемдең Йәһүә шаһиты булып китеүе атайымды һис тә шатландырманы. Ләкин әсәйем хәҡиҡәтте бик ныҡ яратты һәм Аллаға тоғро ҡалыу уның өсөн бөтә нәмәнән дә мөһимерәк ине. Хатта 1940-сы йылдарҙа Канадала Йәһүә шаһиттары тыйылған булһа ла, уның хәҡиҡәткә ҡарашы үҙгәрмәне. Атайым уны йыш ҡына мыҫҡыллай торғайны, ләкин әсәйем һәр ваҡыт уға ҡарата игелекле һәм ихтирамлы булды. Әсәйемдең иҫ киткес өлгөһө миңә һәм минең алты бер туғаныма Йәһүәгә хеҙмәт итеү юлын һайларға ярҙам итте. Бәхеткә ҡаршы, ваҡыт үтеү менән атайым үҙгәрҙе һәм үҙен беҙҙең менән яҡшыраҡ тота башланы.
ТУЛЫ ВАҠЫТЛЫ ХЕҘМӘТТЕ БАШЛАЙЫМ
1950 йылдың йәйендә мин Нью-Йорк ҡалаһында үткән «Теократия үҫеше» тип исемләнгән конгресҡа барҙым. Унда мин төрлө илдәрҙән килгән ҡәрҙәштәр менән аралаштым һәм Гилеад мәктәбен тамамлаған ҡәрҙәштәрҙең иҫ киткес интервьюларын ишеттем. Бының барыһы миндә даими пионер булып хеҙмәт итеү теләген уятты. Өйгә ҡайтҡас, мин шунда уҡ ғариза тултырҙым. Канада филиалы миңә яуап бирҙе һәм тәүҙә һыуға сумдырылырға кәңәш итте. 1950 йылдың 1 октябрендә мин һыуға сумдырылдым. Бер айҙан һуң даими пионер булып хеҙмәт итә башланым һәм мине Капуске́йсинг ҡалаһына күсенергә һоранылар. Был бәләкәй генә ҡала өйөбөҙҙән бер нисә йөҙ саҡрым йыраҡлыҡта ине.
Квебекта хеҙмәт итәм
1951 йылдың яҙында филиал француз телендә һөйләшкән ҡәрҙәштәргә Квебекка күсенергә тәҡдим итте. Унда вәғәзселәргә ҙур ихтыяж ине. Мин бала саҡтан уҡ француз һәм инглиз телендә һөйләштем, шуға ярҙам итергә булдым. Мине Руэн ҡалаһына билдәләнеләр. Был хаҡта биографиямдың башында инде әйтеп киткән инем. Унда мин бер кемде лә белмәнем, ҡулымда тик адрес ҡына бар ине. Әммә һөҙөмтәлә барыһы ла яҡшы килеп сыҡты. Беҙ Марсель менән яҡын дуҫтар булып киттек. Мин Квебекта дүрт йыл хеҙмәт иттем. Шул дүрт йылдың аҙағында мин хатта махсус пионер булып хеҙмәт итә башланым.
ГИЛЕАД МӘКТӘБЕ ҺӘМ ОҘАҠ ҒӘМӘЛГӘ АШМАҒАН ӨМӨТ
Квебекта хеҙмәт иткәндә мине Гилеад мәктәбенең 26-сы синыфына уҡырға саҡырҙылар. Мин бик шатландым. Уҡыу Са́ут-Ла́нсинг (Нью-Йорк штаты) ҡалаһында үтте. 1956 йылдың 12 февралендә уҡыу тамамланғас, мине Көнбайыш Африкаға хәҙерге Га́наb иленә билдәләнеләр. Ләкин унда китер алдынан миңә Канадаға кире ҡайтырға һәм, документтарым әҙер булғансы, «бер нисә аҙна» көтөргә кәрәк ине.
Бер нисә аҙна ете айға тиклем һуҙылды. Шул ваҡыт дауамында мин Торо́нто ҡалаһында Криппстар ғаиләһендә йәшәнем. Улар миңә ҡарата бик игелекле булды. Унда мин уларҙың Шейла исемле ҡыҙҙары менән таныштым. Беҙ бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ. Шейлаға кейәүгә сығырға тәҡдим итергә тип йыйынып ҡына йөрөй инем, миңә виза килде. Беҙ Шейла менән доға ҡылдыҡ һәм миңә Африкаға барырға кәрәк тигән ҡарарға килдек. Беҙ туй тураһындағы уйҙарыбыҙҙы ҡалдырып торҙоҡ һәм хат яҙышырға һөйләштек. Әлбиттә, айырылышыу еңел булманы, ләкин беҙ һуңыраҡ дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнебеҙҙе аңланыҡ.
Мин Африкаға бер ай буйы барҙым. Тәүҙә поезда, шунан йөк корабында барҙым, ә аҙаҡ самолетта остом. Ахыр сиктә мин А́ккрға (Гана) килеп еттем. Мине өлкә күҙәтеүсе итеп билдәләнеләр. Бөтә Гана, шулай уҡ Фил һөйәге яры Республикаһы (хәҙерге Кот-д’Ивуа́р) һәм Тоголе́нд (хәҙерге То́го) минең территориям ине. Ул ҙур булғанға күрә, филиал биргән джипта күп йөрөргә тура килде. Был иҫ киткес ине! Тормошомдоң һәр минуты миңә шатлыҡ килтерҙе!
Ял көндәрендә мин район конгрестарында телмәр менән сығыштар яһаным. Конгресс залдары булмағанға ҡәрҙәштәр, бамбуктан ҡыйыҡ яһап, уны пальманың ботаҡтары менән ҡаплай торғайны. Был беҙҙе ҡыҙыу ҡояштан яҡлай ине. Һыуытҡыстар булмағанға ҡәрҙәштәр, үҙҙәре менән ҡош-ҡорт, мал-тыуар алып килеп, уларҙан төшкө аш әҙерләй ине.
Был конгрестарҙа төрлө ҡыҙыҡ осраҡтар ҙа булды. Миссионер булып хеҙмәт иткән Херб Дже́ннингсc ҡәрҙәш телмәр менән сығыш яһағанда, ҡапыл сәхнә алдына башмаҡ килеп сыҡты. Херб ҡәрҙәш тымып ҡалды, ә ҡурҡҡан башмаҡ тегеләй-былай йүгерә башланы. Бәхеткә ҡаршы, дүрт көслө ир ҡәрҙәш уны кире ашханаға алып китте. Тамашасылар уларҙы алҡыштар менән оҙатып ҡалды.
Конгрестар араһында мин, күрше ауылдарға йөрөп, «Яңы донъя йәмғиәтенең эшмәкәрлеге» тигән фильм күрһәтә торғайным. Бының өсөн мин, ике ағас йә таяҡ араһына аҡ туҡыма тарттырып, проекторҙы тоҡандыра инем. Урындағы халыҡ бик ҡыуанды. Күптәр өсөн был улар күргән тәүге фильм ине. Экранда кешеләрҙең һыуға сумдырылғанын күргәндә улар шатланып ҡул саба ине. Был фильм күптәргә Йәһүә шаһиттарының бөтә донъя ойошмаһы булғанын аңларға ярҙам итте.
Туй көнөбөҙ. Гана. 1959 йыл
Шулай итеп Африкала хеҙмәт итеүемә ике йыл булды. 1958 йылда мин Нью-Йорк ҡалаһында үткән халыҡ-ара конгресҡа барҙым. Унда Шейла ла килде. Шул ваҡытта ул Квебекта махсус пионер булып хеҙмәт итә ине. Беҙ осрашыуыбыҙға бик шатландыҡ. Быға тиклем беҙ хат яҙыштыҡ, ә инде осрашҡас, мин шунда уҡ уға кейәүгә сығырға тәҡдим иттем, һәм ул ризалашты. Мин Норр ҡәрҙәшкә,d Шейла Гилеад мәктәбендә уҡып, миңә Африкала хеҙмәтемә ҡушыла аламы, тип һорап хат яҙҙым. Ул ризалашты. Шейла, ниһайәт, Ганаға килде. 1959 йылдың 3 октябрендә беҙ өйләнештек. Туйыбыҙ Аккра ҡалаһында үтте. Беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйырға тырыштыҡ. Йәһүә беҙҙе бының өсөн мул итеп фатихаланы.
КАМЕРУНДА БЕРГӘ ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ
Камерундағы филиалда хеҙмәт итәм
1961 йылда беҙҙе Камерунға ебәрҙеләр, миңә унда яңы филиал асырға йөкләмә бирҙеләр. Эш бик күп ине. Элек филиал хеҙмәтсеһе булып бер ҡасан да хеҙмәт итмәгәс, миңә күпкә өйрәнергә кәрәк булды. 1965 йылда беҙ Шейланың ауырға ҡалғанын белдек. Ысын ғына әйткәндә, атай-әсәй булып китәбеҙ тигән фекергә өйрәнеп китеүе еңел булманы. Инде үҙгәрештәргә шатланып, Канадаға кире ҡайтабыҙ тип йыйынып йөрөгән саҡта, беҙ тетрәндергес ҡайғы кисерҙек.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балабыҙ ваҡытынан алда тыуып үлде. Табип әйтеүенсә, беҙҙең малай тыуырға тейеш булған. Был ҡайғы 50 йылдан ашыу элек булһа ла, һаман да хәтерҙән сыҡмай. Ҡайғы беҙҙе ныҡ ҡаҡшатһа ла, беҙ инде яратып киткән миссионер хеҙмәтен ҡалдырманыҡ.
Шейла менән Камерунда. 1965 йыл
Камерундағы ир ҡәрҙәштәр сәйәсәттә ҡатнашмағандары өсөн эҙәрләүгә дусар булды. Ә президентты һайлау ваҡытында хәл тағы ла насарайҙы. 1970 йылдың 13 майында Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге рәсми рәүештә тыйылды. Беҙ шулай булыр тип көткән инек тә. Беҙҙең яңы матур филиалыбыҙҙы хөкүмәт тартып алды. Беҙ унда, биш ай элек кенә күсенгән инек. Бөтә миссионерҙарға, шул иҫәптән Шейла менән миңә лә илдән китер өсөн бер аҙна ғына ваҡыт бирелде. Ҡәрҙәштәрҙе ҡалдырыу шул тиклем ауыр ине. Беҙ уларҙы бик ярата инек һәм улар өсөн борсолдоҡ.
Киләһе ярты йыл беҙ Франциялағы филиалда булдыҡ. Мин Камерундағы ҡәрҙәштәрҙе артабан да нығытырға тырыштым. Шул уҡ йылдың декабрь айында беҙҙе Нигериялағы филиалға билдәләнеләр. Был филиал Камерундағы йыйылыштарҙың эшмәкәрлеге өсөн яуаплы ине. Нигериялағы ҡәрҙәштәр беҙҙе йылы итеп ҡаршы алды, һәм беҙ унда бер нисә йыл хеҙмәт иттек.
ЕҢЕЛ БУЛМАҒАН ҠАРАР
1973 йылда беҙгә ауыр ҡарар ҡабул итергә кәрәк ине. Шейланың етди ауырығанын беҙ инде белә инек. Нью-Йоркта конгреста булған саҡта Шейла: «Мин ныҡ арыным. Минең бөтөнләй хәлем юҡ. Быға бүтән сыҙай алмайым!» — тип ныҡ иланы. Ул ваҡытҡа беҙ Көнбайыш Африкала 14 йылдан ашыу хеҙмәт итә инек. Мин уның менән һәм уның тоғро хеҙмәте менән бик ғорурлана инем. Ләкин нимәнелер үҙгәртергә кәрәк ине. Беҙ бөтә ыңғай һәм кире яҡтар тураһында һөйләшеп алдыҡ, күп доға ҡылдыҡ һәм кире Канадаға ҡайтырға ҡарар иттек. Унда беҙ Шейланың һаулығы хаҡында яҡшыраҡ ҡайғырта алыр инек. Африканан китеү һәм тулы ваҡытлы хеҙмәтте ҡалдырыу тормошобоҙҙа иң ауыр ҡарар булды.
Канадаға ҡайтҡас, мин элекке дуҫыма эшкә урынлаштым. Ул Торонтоға яҡын ғына бер ҡалала машиналар һата торғайны. Беҙ Шейла менән ҡуртымға фатир таптыҡ һәм ҡулдан мебель һатып алдыҡ. Һөҙөмтәлә беҙ бурысҡа инмәйенсә күсендек. Бер көндө тулы ваҡытлы хеҙмәткә кире ҡайтырға өмөтләнеп, беҙ ябай ғына тормош алып барырға теләнек. Ғәжәйеп, был өмөт беҙ уйлағандан да иртәрәк тормошҡа ашты.
Шул ваҡытта Но́рвалда (Онтарио провинцияһы) Конгресс залының төҙөлөшө бара ине. Мин унда шәмбе көндәрендә ярҙам итергә булдым. Һуңыраҡ миңә был Конгресс залының күҙәтеүсеһе булырға тәҡдим иттеләр. Шейланың хәле яҡшыра ине. Шуға күрә беҙ был йөкләмәгә тотонорға булдыҡ. 1974 йылдың июнь айында беҙ Конгресс залының фатирына күсендек. Тулы ваҡытлы хеҙмәтебеҙгә кире ҡайтҡаныбыҙға бик шатландыҡ!
Бәхеткә ҡаршы, Шейланың һаулығы яҡшырғандан-яҡшыра барҙы. Ике йылдан һуң беҙ район хеҙмәтен башлай алдыҡ. Районыбыҙ Канада провинцияһындағы Манито́бала урынлашҡан ине. Унда ҡыш көндәре бик һыуыҡ. Әммә урындағы ҡәрҙәштәр беҙгә ҡайнар ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Беҙ ҡайҙа ғына булһаҡ та, Йәһүәгә хеҙмәтте дауам итеү иң мөһиме икәнен аңланыҡ.
ҒҮМЕРЛЕККӘ ҺАБАҠ АЛДЫМ
Беҙ бер нисә йыл район хеҙмәтендә ҡатнаштыҡ. Шунан һуң 1978 йылда беҙҙе Канадалағы Вефилгә саҡырҙылар. Оҙаҡламай минең менән күңелһеҙ, ләкин һабаҡ алырлыҡ осраҡ булды. Монреа́лдә үткән махсус осрашыуҙа миңә француз телендә сәғәт ярымлыҡ телмәр менән сығыш яһарға тәҡдим иттеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телмәр һөйләгәндә мин тамашасыларҙың иғтибарын тотоп ҡала алманым. Телмәрҙән һуң Хеҙмәт бүлегенән бер ир ҡәрҙәш яныма килеп нимәне яҡшыртып булғаны тураһында әйтте. Бөгөн мин, әлбиттә, үҙемдең оҫта телмәрсе булмағанымды таныйым. Ләкин ул ваҡытта мин уның менән ризалашманым. Беҙ бер-беребеҙгә ныҡ асыуландыҡ. Мин ҡәрҙәш тураһында, сиктән тыш тәнҡитсел, тип уйланым. Ул бит миңә бер маҡтау һүҙе лә әйтмәне. Уның кәңәште нисек биргәне миңә оҡшаманы, шуға күрә уны ҡабул итмәнем. Был минең етди хатам инем.
Тап ошо телмәр менән сығыш яһағандан һуң мин үҙемә мөһим һабаҡ алдым
Бер нисә көндән һуң минең менән филиал комитетының ағзаһы һөйләшеп алды. Мин ҡәрҙәштең кәңәшенә ҡаты яуап биргәнемде таныным һәм үкенгәнем хаҡында әйттем. Шунан мин Хеҙмәт бүлегенән булған теге ҡәрҙәш менән осраштым. Ул мине иғтибар менән тыңланы һәм ғәфү итте. Был осраҡ минең өсөн яҡшы һабаҡ булды. Мин баҫалҡы булыуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңланым (Ғиб. һүҙ. 16:18). Был хаҡта Йәһүәгә күп доға ҡылдым һәм киләсәктә бөтә кәңәштәрҙе ҡабул итергә ҡарар иттем.
Мин Канадалағы Вефилдә инде 45 йылдан ашыу хеҙмәт итәм. Ә 1985 йылдан алып филиал комитетында хеҙмәт итеү хөрмәтенә эйә булдым. 2021 йылдың февраль айында минең ҡәҙерле Шейлам үлеп китте. Мин уны бик ныҡ һағынам. Сәләмәтлегем бик үк яҡшы булмаһа ла, Йәһүә артабан да миңә күп йөкләмәләр бирә һәм мин үҙемде кәрәкле итеп тоям. Мин бәхетле һәм үҙ «ғүмеремдең тиҙ уҙып барған көндәре» тураһында уйламайым (Вәғ. 5:20). Эйе, ошо йылдар эсендә төрлө осраҡтар булды, әммә шатлыҡлы осраҡтар күберәк ине. Йәһүәне тормошомда беренсе урынға ҡуйғаныма бер ҙә үкенмәйем һәм бына инде 70 йылдан ашыу тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашам. Йәш ҡәрҙәштәребеҙ ҙә Йәһүәне беренсе урынға ҡуйһын тип доға ҡылам, сөнки шул саҡта ғына уларҙың тормоштары яҡты, мәғәнәле һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ!
a «Күҙәтеү манараһы» 2000 йылдың 1 февраль сығарылышында Марсель Фильтоның «Иегова мне прибежище и сила» тигән биографияһын (урыҫ) ҡарағыҙ.
b 1957 йылға тиклем Африканың был территорияһы Бөйөк Британияның колонияһы булған һәм Алтын Яр тип аталған.
c «Күҙәтеү манараһы» 2000 йылдың 1 декабрь сығарылышында Херберт Дженнингстың «Вы не знаете, что будет с вашей жизнью завтра» тигән биографияһын (урыҫ) ҡарағыҙ.
d Ул ваҡытта Нейтан Норр ҡәрҙәш Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге менән етәкселек итә ине.