Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp21 № 1 14—15 бб.
  • Доға һеҙгә нисек ярҙам итә ала?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Доға һеҙгә нисек ярҙам итә ала?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Аллаға нисек доға ҡылырға?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Доға Алла менән дуҫлыҡты нығыта
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Алла доғаларыбыҙҙы ишетәме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Алла ишетһен өсөн, нисек доға ҡылырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
wp21 № 1 14—15 бб.

Доға һеҙгә нисек ярҙам итә ала?

Ҡаты ауырыуға дусар булғас, Памела, медицина ярҙамы һорап, табиптарға мөрәжәғәт иткән. Әммә ул шулай уҡ, ошо ауыр хәлде кисереп сығырға көс һорап, Аллаға доға ҡылған. Доға уға ярҙам иткәнме?

«Рактан дауаланған саҡта мин йыш ҡына көслө ҡурҡыу хисе кисерә инем, — ти Памела. — Ләкин Йәһүә Аллаға доға ҡылғанда күңелемде тыныслыҡ солғап ала ине, һәм мин айыҡ фекер йөрөтә ала инем. Мин әле лә туҡтауһыҙ һыҙланыуҙан интегәм, шулай ҙа доға ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә. Кешеләр үҙемде нисек хис итеүем тураһында һорашҡанда, мин: «Бик шәптән булмаһа ла, рухымды төшөрмәйем!» — тип яуап бирәм.

Әлбиттә, доға ҡылыр өсөн тормошоңа ҡурҡыныс янағанын көтөргә кәрәкмәй. Бөтәбеҙ ҙә ҙурмы-бәләкәйме ауырлыҡтарға юлыға һәм йыш ҡына уларҙы еңер өсөн ярҙамға мохтаж була. Шундай саҡта доға ярҙам итә аламы?

Изге Яҙмала былай әйтелә: «Үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал, һәм ул һиңә ярҙам итер. Тәҡүә кешегә ул бер ҡасан да йығылырға бирмәҫ» (Зәбур 55:22). Ниндәй йыуаныслы фекер! Шулай итеп, доға нисек ярҙам итә ала? Аллаға дөрөҫ итеп доға ҡылғанда, ул ауырлыҡтарҙы кисереп сығыр өсөн кәрәк булғандың барыһын да бирә. («Доға ниндәй файҙа килтерә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

Доға ниндәй файҙа килтерә?

Йән тыныслығы

Элек эшен юғалтҡан теге эшлекле ир, йылмайып, ышаныслы атлап бара.

«Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ. Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар» (Филиптарға 4:6, 7). Аллаға проблемаларығыҙҙы һөйләп, күңелегеҙҙе бушатҡанда, ул стресс ваҡытында тыныс булып ҡалырға һәм аҡыл менән эш итергә ярҙам итәсәк.

Алланан килгән зирәклек

Элек доғаны доғалыҡтан уҡыған ҡатын өйөндә Изге Яҙма уҡып ултыра.

«Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә» (Яҡуб 1:5). Стресс ваҡытында беҙ ҡай саҡ хаталы ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Алланан зирәклек һорап доға ҡылһағыҙ, ул үҙенең Һүҙендә — Изге Яҙмала яҙылған файҙалы принциптарҙы иҫегеҙгә төшөрөр.

Көс һәм йыуаныс

Элек дауаханала булған пар бергәләп паркта йөрөй. Ире ҡатынына йомшаҡ ҡына итеп ҡул таяғы менән атларға ярҙам итә.

«Саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә» (2 Коринфтарға 4:7). Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе булғанға, Йәһүә Алла ауырлыҡты хәл итергә йә уға бирешмәйенсә йәшәргә көс бирә ала (Ишағыя 40:29). Изге Яҙмала Йәһүә шулай уҡ «һәр яҡлап йыуатыусы Алла» тип атала. Ул беҙҙе «барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата» ала (2 Коринфтарға 1:3, 4).

ҺЕҘ ДОҒА ҠЫЛЫРҺЫҒЫҘМЫ?

Йәһүә, әлбиттә, һеҙҙе үҙенә доға ҡылырға мәжбүр итмәй. Киреһенсә, ул һеҙҙе наҙлы итеп шулай эшләргә саҡыра (Иремия 29:11, 12). Ләкин үткәндә Алла доғаларығыҙға яуап бирмәгән кеүек булһа, нимә эшләргә? Күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Яратҡан ата-әсәләр тап балалары көткән ваҡытта һәм тап улар теләгәнсә ярҙам итмәҫкә лә мөмкин. Моғайын, ата-әсәләрҙең проблеманы яҡшыраҡ хәл итеү юлы барҙыр. Ләкин бер нәмә шик тыуҙырмай: хәстәрлекле ата-әсәләр балаларына ярҙам итә.

Йәһүә Алла — иң хәстәрлекле Атай — шулай уҡ һеҙгә ярҙам итергә теләй. Әле ҡарап сыҡҡан кәңәштәрҙе ентекләп тикшерһәгеҙ һәм уларҙы тормошта ҡулланыр өсөн көсөгөҙҙән килгәнде эшләһәгеҙ, Алла һеҙҙең доғаларығыҙға иң яҡшы юл менән яуап бирәсәк! (Зәбур 34:15; Матфей 7:7—11).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу