Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp21 № 2 10—12 бб.
  • Яңы донъяла йәшәр өсөн нимә эшләргә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Яңы донъяла йәшәр өсөн нимә эшләргә?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • АХЫР ВАҠЫТЫНДА ИҪӘН ҠАЛЫР ӨСӨН, АЛЛАНЫ ЯҠШЫ БЕЛЕРГӘ КӘРӘК
  • ИЗГЕ ЯҘМАНЫ КӨН ҺАЙЫН УҠЫҒЫҘ
  • АЛЛАНАН ЯРҘАМ ҺОРАҒЫҘ
  • Алла беҙҙең өсөн нимә эшләгән?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
  • Мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Һин Алланың яңы донъяһында йәшәй алаһың!
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Ни өсөн Ғайса яфа сигеп үлгән?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
wp21 № 2 10—12 бб.

Яңы донъяла йәшәр өсөн нимә эшләргә?

Үткән мәҡәләләрҙән күренгәнсә, Алла оҙаҡламай был боҙоҡ донъя төҙөлөшөн һәм уның барлыҡ проблемаларын юҡ итәсәк. Быға тулы гарантия бар, сөнки Изге Яҙмала ошондай вәғәҙә бирелә:

«Донъя... үтеп китә» (1 ЯХЪЯ 2:17).

Был донъя юҡ ителгәндә иҫән ҡалыусылар булырына шикләнмәҫкә була, сөнки артабан шул уҡ аятта былай тиелә:

«Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй».

Шуға күрә, иҫән ҡалырға теләһәк, Алла ихтыярын үтәргә кәрәк. Алла ихтыяры нимәлә икәнен белер өсөн, башта Алланың үҙе менән танышырға кәрәк.

АХЫР ВАҠЫТЫНДА ИҪӘН ҠАЛЫР ӨСӨН, АЛЛАНЫ ЯҠШЫ БЕЛЕРГӘ КӘРӘК

Фотоһүрәттәрҙә: 1. Арыған һәм йонсоған медсестра больницала иҙәндә ултыра. 2. Ул ашханала төшкө аш ашай һәм хеҙмәттәшенең рәхәтләнеп журнал уҡып ултырғанын күрә. 3. Хеҙмәттәше уға Изге Яҙманан бер аят күрһәтә һәм jw.org визит карточкаһы бирә.

Ғайса пәйғәмбәр: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы... танып белеү — ана шул мәңгелек тормош», — тигән (Яхъя 17:3). Был донъяның ахырында иҫән ҡалып, мәңге йәшәр өсөн, Алла тураһында белем алырға кәрәк. Алланың барлығын таныу һәм уның тураһында әҙ-мәҙ белеү генә етерлек түгел. Уның дуҫы булып китеү мөһим. Берәйһе менән дуҫлашыр өсөн, ваҡыт һәм көс кәрәк. Алла менән дуҫлашыр өсөн дә шулай. Изге Яҙманан, Алла менән дуҫлыҡ булдырып, уны һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән бер нисә мөһим хәҡиҡәтте ҡарап сығайыҡ.

Изге Яҙманан белеп булған хәҡиҡәттәр

Медсестра өйҙә jw.org сайтына керә.

Алла беҙҙең ожмахта йәшәүебеҙҙе теләй.

Ул беренсе кешеләрҙе — Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтереп, уларҙы ерҙәге Эден баҡсаһы тип аталған матур бер урынға урынлаштырған. Әҙәм менән Һауа һәр яҡтан да камил булған. Алла уларға, рәхәтләнеп йәшәһендәр һәм бәхетле булһындар өсөн, кәрәк булғандың барыһын да биргән. Улар мәңге йәшәй алған. Алла менән дуҫ булып ҡалһалар, улар бер ҡасан да үлмәҫ ине. Ләкин улар, Алланың ябай әмерен тыңламайынса, үҙҙәренсә эш итергә булған.

Ни өсөн тормош ғазаптар һәм ауырлыҡтар менән тулы?

Алланың әмерен боҙғас, Әҙәм мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан һәм үҙенең бөтә тоҡомдарын да был мөмкинлектән мәхрүм иткән. Изге Яҙма былай тип аңлата: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған» (Римдарға 5:12). Кеше ата-әсәһенән берәй генетик ауырыу мираҫ итеп ала алған кеүек, Әҙәмдең бөтә тоҡомдары унан камилһыҙлыҡ мираҫ итеп алған. Бына ни өсөн бөтә кешеләр ҙә ҡартая һәм үлә.

Алла беҙ ҡотолһон өсөн инде бик күпте эшләгән.

Изге Яҙмала былай әйтелә: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16). Алла Ғайса Мәсихте ергә, беҙҙең өсөн ғүмерен бирһен, тип ебәргән. Һиндостандан булған 86 йәшлек бер ир был турала: «Был Йәһүәнеңa мине бик ныҡ яратҡанын күрһәтә. Уның яратыуы күңелемде йылытты һәм мәңгелек тормошҡа өмөт бүләк итте», — тигән.

Аллаға беҙҙең хаҡҡа эшләгән эштәре өсөн нисек рәхмәт белдерергә?

Изге Яҙмала, Аллаға рәхмәтебеҙҙе уның әмерҙәрен үтәп белдерә алабыҙ, тип әйтелә (1 Яхъя 2:3). Йәһүә Алла беҙҙе бик ярата һәм беҙҙең хәҙер үк рәхәтләнеп йәшәүебеҙҙе теләй (Ишағыя 48:17, 18). Ул беҙҙең ғазап сигеүебеҙҙе теләмәй. Ул, әгәр кәңәштәремде тыңлаһағыҙ, инде хәҙер үк бәхетле булырһығыҙ, ә киләсәктә мәңге йәшәй алырһығыҙ, тип вәғәҙә бирә.

ИЗГЕ ЯҘМАНЫ КӨН ҺАЙЫН УҠЫҒЫҘ

Төшкө аш ваҡытында медсестра эскәмйәлә Изге Яҙма уҡып ултыра.

Был донъяның ахыры ваҡытында иҫән ҡалыр өсөн, Алланан ярҙам һорағыҙ һәм уның ихтыярын үтәгеҙ

Үлмәҫ өсөн, беҙгә көн һайын ашарға кәрәк. Ләкин Ғайса: «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр», — тигән (Матфей 4:4).

Бөгөн Йәһүәнең һүҙҙәрен Изге Яҙмала табып була. Был изге китапты өйрәнеп, һеҙ Алланың элек нимә эшләгәне, бөгөн нимә эшләүе һәм киләсәктә нимә эшләйәсәге тураһында мөһим хәҡиҡәттәр белерһегеҙ.

АЛЛАНАН ЯРҘАМ ҺОРАҒЫҘ

Әгәр Алланы тыңларға теләһәгеҙ, ләкин ул насар тип һанаған нәмәләрҙән ҡотолоуы ауыр булһа, нимә эшләргә? Был осраҡта һеҙгә уны яҡшыраҡ белергә кәрәк.

Бына Азиянан булған бер ҡатындың осрағы. Ул әхлаҡһыҙ тормош алып барған. Изге Яҙма өйрәнгән ваҡытта Алланың фәхешлектән ҡасырға ҡушҡанын белгән (1 Коринфтарға 6:18). Ул Алланан көс һорап доға ҡылған һәм Алла хөкөм иткән был эште эшләүҙән туҡтаған. Ләкин ҡай саҡта уның һаман да дөрөҫ булмаған теләктәре тыуа. «Башыма әхлаҡһыҙ уйҙар инһә, — ти ул, — мин Йәһүәгә доға ҡылып был турала йәшермәй һөйләйем. Үҙем генә быны еңә алмаҫымды беләм. Доға мине көслө итә һәм Йәһүәгә яҡынайта». Ошо ҡатын һымаҡ, миллионлаған кеше Алла тураһында күберәк белем ала. Алла уларға тормоштарын үҙгәртергә һәм үҙе хуплағанса йәшәргә көс бирә (2 Коринфтарға 4:7).

Һеҙ Алланы яҡшыраҡ белгән һайын, ул да һеҙҙе яҡшыраҡ белер һәм үҙ дуҫы итеп ҡәҙерләр (Галаттарға 4:9; Зәбур 25:14). Шул саҡта һеҙ Алланың яңы донъяһында йәшәргә яраҡлы булырһығыҙ. Ә яңы донъя ниндәй булыр? Ошо хаҡта киләһе мәҡәләлә һүҙ барыр.

a Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың исеме.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу