Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp21 № 3 12—14 бб.
  • Хәүефһеҙ киләсәккә йөҙ процент гарантия бармы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Хәүефһеҙ киләсәккә йөҙ процент гарантия бармы?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КЕШЕНЕКЕНӘН ЮҒАРЫРАҠ ЗИРӘКЛЕК
  • Нимә яҡшы, ә нимә насар? Изге Яҙма — ышаныслы күрһәтмәләр сығанағы
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2024
  • Изге Яҙма ниндәй китап ул?
    Изге Яҙмалар ниндәй китап ул?
  • «Йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
  • Ғаилә өсөн тағы ла күберәк кәңәштәр
    Уянығыҙ! 2018
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
wp21 № 3 12—14 бб.
Бер ир Изге Яҙма уҡый

Хәүефһеҙ киләсәккә йөҙ процент гарантия бармы?

Үткән мәҡәләләрҙә әйтелгәнсә, кешеләр яҡшы киләсәккә төрлө юлдар менән ирешергә тырыша: кемдер яҙмышҡа ышана, кемдер юғары белемгә йә байлыҡҡа таяна, кемдер яҡшы эштәр эшләй. Ләкин быларҙың барыһы ла кәрәкле урынға дөрөҫ булмаған карта ярҙамында барып етергә маташыуға тиң. Был, хәүефһеҙ киләсәккә берәү ҙә гарантия бирә алмай, тигәнде аңлатамы? Юҡ, аңлатмай. Ундай гарантия бар!

КЕШЕНЕКЕНӘН ЮҒАРЫРАҠ ЗИРӘКЛЕК

Ғәҙәттә, ҡарар ҡабул итер алдынан беҙ үҙебеҙҙән олораҡ һәм тәжрибәлерәк кеше менән кәңәшләшәбеҙ. Шуға күрә, яҡшы киләсәккә ирешер өсөн, үҙебеҙҙән күпкә олораҡ һәм зирәгерәк Затҡа мөрәжәғәт итәйек. Уның кәңәштәрен 3 500 йыл элек яҙыла башлаған изге китаптар йыйынтығында табып була. Был йыйынтыҡ Изге Яҙма тип атала.

Ни өсөн Изге Яҙмаға ышанып була? Сөнки Ғаләмдә уның авторынан олораҡ һәм зирәгерәк берәү ҙә юҡ. Ул «Боронғонан йәшәп килгән Зат» тип атала, һәм уның тураһында, «мәңгенән-мәңгегә» йәшәй, тип әйтелә (Данил 7:9; Зәбур 90:2). Ул — «күктәрҙе яратҡан хаҡ Алла, ерҙе... Барлыҡҡа килтереүсе» (Ишағыя 45:18). Ул беҙгә үҙенең исемен асҡан, уның исеме — Йәһүә (Зәбур 83:18).

Изге Яҙманы кешелекте Барлыҡҡа килтереүсе биргән икән, тимәк, был китап бөтә раса һәм культура кешеләре өсөн. Уның кәңәштәре ваҡыт менән һыналған һәм бөтә ил кешеләре өсөн дә файҙалы. Шул тиклем күп телдәргә тәржемә ителгән һәм шул тиклем киң таралған башҡа китап юҡa. Беҙҙең планеталағы һәр кеше тип әйтерлек уны үҙ телендә уҡый һәм уның кәңәштәрен ҡуллана ала. Бының барыһы Изге Яҙмала яҙылған ошо һүҙҙәргә тура килә:

«[Алла] кеше айырма[й]... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (ҒӘМӘЛДӘР 10:34, 35).

Ҡайғыртыусан ата-әсәләр балаларын тәрбиәләгән һәм өйрәткән кеүек, хәстәрлекле Атайыбыҙ Йәһүә беҙгә үҙенең Һүҙе Изге Яҙма аша ярҙам тәҡдим итә (2 Тимофейға 3:16). Һеҙ уның һүҙҙәренә ышана алаһығыҙ, сөнки ул беҙҙе бар иткән һәм беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә.

ИҢ ЫШАНЫСЛЫ МӘҒЛҮМӘТ СЫҒАНАҒЫ

Фотоһүрәттәрҙә: 1. Бер ир метроның вагонында смартфонынан нимәлер уҡып китеп бара. 2. Уның смартфонының экранында Изге Яҙма тексы.

Изге Яҙмала яҙылғандарға ышанып була, сөнки яҡынса 2 000 йыл элек ул бөгөнгө ваҡиғаларҙы һәм кешеләрҙең сифаттарын теп-теүәл итеп алдан әйткән.

ВАҠИҒАЛАР

«Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр» (ЛУКА 21:10, 11).

КЕШЕЛӘРҘЕҢ ТӘРТИБЕ

«Ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер. Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ, ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле, хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән... кешеләр артыр» (2 ТИМОФЕЙҒА 3:1—4).

Изге Яҙманың бөгөнгө ваҡиғаларҙы теүәл итеп алдан әйткәнен белгәс, һеҙ ниндәй һығымта яһанығыҙ? Һеҙ, моғайын, Гонконгта йәшәгән Леун менән ризалашырһығыҙ. Ул былай тигән: «Изге Яҙма пәйғәмбәрлектәре бик күптән яҙылған. Ниндәйҙер кешенең киләсәкте шул тиклем теүәл әйтеүе мөмкин түгел. Мин Изге Яҙманы беҙҙән күпкә аҡыллыраҡ һәм тәжрибәлерәк Зат биргәненә ныҡ ышанам».

Йөҙләгән Изге Яҙма пәйғәмбәрлектәре инде үтәлгәнb. Был Изге Яҙманың ысынлап та Алла Һүҙе икәнен иҫбатлай. «Мин Алла, һәм минең кеүек бер кем юҡ. Мин баштан уҡ нимә булырын... алдан әйтәм», — ти Йәһүә (Ишағыя 46:9, 10). Шуға күрә һеҙҙең Изге Яҙмала киләсәк тураһында әйтелгәндәргә ышаныр өсөн бөтә сәбәптәр ҙә бар.

БӨГӨН ҺӘМ КИЛӘСӘКТӘ БӘХЕТЛЕ ТОРМОШ

Ата-әсәһе балалары менән ҡулға-ҡул тотоношоп яландан китеп бара.

Әгәр Изге Яҙмала яҙылғанса эш итһәгеҙ, һеҙ тормошоғоҙҙоң ни тиклем яҡшырғанын күрерһегеҙ. Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

АҠСАҒА ҺӘМ ЭШКӘ ДӨРӨҪ ҠАРАШ

«Ике ус ауыр эш менән ел ҡыуыуға ҡарағанда бер ус ял яҡшыраҡ» (ВӘҒӘЗСЕ 4:6).

ҒАИЛӘ ТОРМОШО

«Һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен» (ЕФЕСТАРҒА 5:33).

КЕШЕЛӘР АРАҺЫНДАҒЫ МӨНӘСӘБӘТ

«Асыуыңды тый, ярһыуыңды баҫ, күңелһеҙләнеп китмә һәм яманлыҡ ҡылырға керешмә» (ЗӘБУР 37:8).

Изге Яҙма кәңәштәрен ҡулланыу һеҙгә бөгөн файҙа килтереп кенә ҡалмаҫ, ә шулай уҡ яҡты киләсәккә юл асыр. Изге Яҙмала, Алла беҙҙең өсөн иҫ киткес киләсәк әҙерләгән, тип әйтелә.

ТЫНЫСЛЫҠ ҺӘМ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК

«Йыуаштар... сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ» (ЗӘБУР 37:11).

БАРЫҺЫ ӨСӨН ДӘ ЙОРТ ҺӘМ АҘЫҠ

«Кешеләр йорттар төҙөр һәм шунда йәшәр, йөҙөм баҡсалары ултыртыр һәм уларҙың емештәрен ашар» (ИШАҒЫЯ 65:21).

АУЫРЫУ ҺӘМ ҮЛЕМ БУЛМАҪ

«Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (АСЫЛЫШ 21:4).

Ошондай киләсәктә йәшәр өсөн, нимә кәрәк? Был турала һеҙ киләһе мәҡәләнән белерһегеҙ.

a Изге Яҙманың тәржемә ителеүе һәм таратылыуы хаҡында күберәк мәғлүмәтте www.jw.org сайтында табып була (ИЗГЕ ЯҘМА ТӘҒЛИМӘТТӘРЕ > ТАРИХ ҺӘМ ИЗГЕ ЯҘМА).

b Күберәк белер өсөн, «Изге Яҙма. Алла йә кеше һүҙеме?» тигән китаптың (тат.) 9-сы бүлеген ҡарағыҙ. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған, www.jw.org сайтында бар (КИТАПХАНА > КИТАПТАР ҺӘМ БРОШЮРАЛАР).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу