Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w22 октябрь 2—5 бб.
  • 1922. Йөҙ йыл элек

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 1922. Йөҙ йыл элек
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • РУХЛАНДЫРҒЫС НИӘТТӘР
  • МЕҢЛӘГӘН РАДИО ТЫҢЛАУСЫЛАР
  • ADV
  • МӨҺИМ ЭШ
  • 1919. Йөҙ йыл элек
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • 1924. Йөҙ йыл элек
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • 1921. Йөҙ йыл элек
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • 1920. Йөҙ йыл элек
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
w22 октябрь 2—5 бб.
Конгрестағы сәхнә, 1922 йыл. Сәхнә өҫтөндәге плакатта «Батшаны һәм уның Батшалығын иғлан итегеҙ!» тип яҙылған. Сәхнәнең төбөндә «ADV» тип яҙылған.

Сәхнә һәм уның өҫтөндә торған плакат

1922. Йөҙ йыл элек

«АЛЛА... Ғайса Мәсих аша… еңеү бирә» (1 Кор. 15:57). Был һүҙҙәр 1922 йылдың йыллыҡ аяты итеп һайланған булған һәм Изге Яҙманы тикшереүселәрҙе тоғро булыуҙары бүләкләнәсәгенә ышандырған. Эйе, шул йыл эсендә Йәһүә был ашҡыныусан вәғәзселәрҙе бүләкләгән. Улар үҙҙәре китаптарҙы баҫтыра һәм төпләй башлаған, ә шулай уҡ Батшалыҡ хаҡындағы хәҡиҡәтте таратыр өсөн радионы ҡулланған. Был эштәрҙә Йәһүәнең фатихаһы күренгән. Һуңыраҡ, 1922 йылдың көҙөндә, Йәһүә уларҙы тағы бер тапҡыр фатихалаған. Изге Яҙманы тикшереүселәр Сидар-Пойнтта (Огайо штаты, АҠШ) иҫтәлекле конгресс үткәрә алған. Шул конгреста булған ваҡиға Йәһүә ойошмаһының эшмәкәрлегенә һаман тәьҫир итә.

РУХЛАНДЫРҒЫС НИӘТТӘР

Вәғәз эше киңәйгән һайын, әҙәбиәткә ихтыяж артҡан. Журналдарҙы ағай-ҡәрҙәштәр Бруклиндағы Вефилдә сығарған, ә ҡаты тышлы китаптарҙы ялланған типографияла баҫтырған. Әммә улар инде күп айҙар беҙҙең заказдарҙы өлгөртә алмағанға, вәғәзселәргә хеҙмәттә китаптар етмәгән. Шунда Рутерфорд ҡәрҙәш типография өсөн яуаплы булған Роберт Мартин ҡәрҙәштән китаптарҙы үҙҙәре баҫтырыу тураһында нимә уйлағанын һораған.

Бруклинда Конкорд урамындағы типография

Мартин ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Бының тураһында уйлауҙан тын ҡыҫыла ине, сөнки яңы типографияны асыу китаптар баҫыу менән бәйле бөтә эштәрҙе үҙебеҙгә башҡарырға кәрәк булғанын аңлата ине». Ҡәрҙәштәр Бруклинда Конкорд урамы 18 адресы буйынса бер бинаны ҡуртымға алған һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алған.

Әммә ҡайһы берәүҙәр был яңы үҫешкә ҡыуанмаған. Яңы типографияға элек беҙҙең китаптарҙы баҫтырған компанияның директоры килгән. «Типографияғыҙ бик һәйбәт, әммә арағыҙҙа был яңы техниканы белгән кеше юҡ, ярты йылдан бының барыһы сүп-сарға әйләнәсәк», — тигән ул.

«Ышандырырлыҡ итеп һөйләй, — тип яҙған Мартин ҡәрҙәш. — Әммә ул беҙҙең менән һәр ваҡыт булған Алланы иҫәпкә алмай». Мартин ҡәрҙәш хаҡ булған. Тиҙҙән яңы төпләү оҫтаханаһы көнөнә 2 000 китап сығарған.

Линотипта эшләгән ағай-ҡәрҙәштәр

МЕҢЛӘГӘН РАДИО ТЫҢЛАУСЫЛАР

Йәһүә хеҙмәтселәре китаптар баҫтырып ҡына ҡалмаған, улар шулай уҡ шатлыҡлы хәбәрҙе таратыуҙа яңы ысулды — радиотапшырыуҙы ҡулланған. 1922 йылдың 26 февралендә йәкшәмбе көнө Рутерфорд ҡәрҙәш беренсе тапҡыр радионан сығыш яһаған. Ул «Бөгөн йәшәгән миллионлаған кеше бер ҡасан да үлмәйәсәк» тигән телмәр һөйләгән. Ул телмәр Лос-Анджелестан радио аша тапшырылған.

Программаны яҡынса 25 000 кеше тыңлаған. Ҡайһы берәүҙәр радиотапшырыу өсөн рәхмәттәр әйтеп хаттар яҙған. Хаттарҙың береһе Санта-Ана ҡалаһында (Калифорния штаты) йәшәгән Уиллард Ашфордтан булған. Ул Рутерфорд ҡәрҙәшкә мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы сығышы өсөн рәхмәт әйткән һәм былай тип өҫтәгән: «Беҙҙең ғаиләлә өс кеше ауырый һәм өйҙән сыға алмай. Радио булмаһа, һеҙ күрше йортта сығыш яһаһағыҙ ҙа, телмәрегеҙҙе ишетә алмаҫ инек».

Киләһе аҙналарҙа башҡа тапшырыуҙар ҙа булған. Йыл аҙағында «Күҙәтеү манараһында», радио аша кәм тигәндә 300 000 кеше шаһитлыҡ алды, тип әйтелгән булған.

Бының барыһы Изге Яҙманы тикшереүселәрҙе Бруклиндағы Вефилдән йыраҡ булмаған Статен утрауында үҙҙәренең радиостанцияһын төҙөргә дәртләндергән. Алдағы йылдарҙа улар Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе киңерәк таратыр өсөн был WBBR радиостанцияһын ҡулланған.

ADV

«Күҙәтеү манараһы» 1922 йылдың 15 июнь сығарылышында 5-енән алып 13-сө сентябргә тиклем Сидар-Пойнтта үтәсәк конгресс тураһында иғлан ителгән. Конгресҡа килгән Изге Яҙманы тикшереүселәр шатлыҡлы итеп аралашҡан.

Программаның башында Рутерфорд ҡәрҙәш делегаттарға бындай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт иткән: «Мин тулы ышаныс менән әйтә алам, Раббы был конгресты фатихалаясаҡ һәм ерҙә бер ҡасан да булмаған шаһитлыҡ бирәсәк». Башҡа докладсылар ҙа ҡәрҙәштәрҙе вәғәз эшендә ҡатнашырға дәртләндергән.

Сидар-Пойнтта конгреста йыйылған делегаттар. 1922 йыл

Йома, 8 сентябрь көнө, 8 000-гә яҡын кеше Рутерфорд ҡәрҙәштең телмәр менән сығыш яһауын түҙемһеҙлек менән көткән һәм программкаларҙа баҫтырылған «ADV» тигән хәрефтәрҙең мәғәнәһен аңлатыр тип өмөтләнгән. Урын алғанда ҡайһы берәүҙәр сәхнә өҫтөндә ыҡсым итеп төрөлгән ҙур рулондың эленеп торғанын күргән. Конгресҡа Талсы ҡалаһынан (Оклахома штаты) килгән Артур Клаус үҙенә барыһы ла яҡшы күренгән һәм ишетелгән урын тапҡан, сөнки конгреста тауыш көсәйтеүсе аппаратура ҡулланылмаған.

«Беҙ һәр бер һүҙҙе йотлоғоп тыңланыҡ»

Йыйылған делегаттарға ҡамасауламаҫ өсөн конгрестың рәйесе, Рутерфорд ҡәрҙәш сығыш яһағанда залға инергә ярамай, тип иғлан иткән. Сәғәт 9:30-ҙа Рутерфорд ҡәрҙәш Ғайса Мәсихтең Матфей 4:17-ләге «күктәр Батшалығы яҡынлашты» тигән һүҙҙәре менән телмәрен башлаған. Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе кешеләргә нисек еткереү тураһында һөйләгәндә, ул былай тип әйткән: «Ғайса үҙенең килеү осоронда уңыш йыясағы һәм тоғроларҙы үҙенә йәлеп итәсәге тураһында иғлан иткән».

Төп залда ултырған Клаус ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөргән: «Беҙ һәр бер һүҙҙе йотлоғоп тыңланыҡ». Әммә көтөлмәгәндә, уның эсе ауырта башлаған һәм сығырға тура килгән. Ул залға кире инә алмаясағын аңлап, теләмәйенсә генә ишек яғына йүнәлгән.

Бер нисә минуттан уның хәле яҡшырған. Кире залға китеп барғанда, Артур залда яңғыраған көслө алҡыштарҙы ишеткән. Был уның ҡыҙыҡһыныуын тағы ла нығыраҡ уятҡан. Артур был иҫ киткес телмәрҙең нимә менән бөтәсәген ишетер өсөн стена буйлап менергә тура килһә лә, быны эшләйәсәкмен, тип ҡарар иткән. Ул ваҡытта Клаус ҡәрҙәшкә 23 йәш кенә булған, шуға күрә ул йәһәт кенә ҡыйыҡҡа менгән. Быялалы рамдарҙан торған түбәнең бер нисә асмаһы асыҡ булған. Уларға яҡыныраҡ килгәс, барыһын да яҡшы ишеткән.

Әммә түбәлә Артур бер үҙе булмаған — унда инде уның бер нисә дуҫы булған.

Уларҙың береһе, Фрэнк Джонсон, уның янына йүгереп килеп:

— Үткер бәкең бармы? — тип һораған.

— Әлбиттә! — тигән Артур.

— Һин — беҙҙең доғаларыбыҙға яуап! — тип шатланған Фрэнк. — Анау ҙур рулонды күрәһеңме? Был плакат. Судьяныa иғтибар менән тыңла. Ул «иғлан итегеҙ, иғлан итегеҙ, иғлан итегеҙ» тигәс, дүрт бауҙы киҫерһең.

Шулай итеп Артур ҡулына бәке тотоп башҡалар менән бергә сигналды көткән. Оҙаҡламай Рутерфорд ҡәрҙәш телмәренең юғары нөктәһенә еткән. Ул илһамланып һөйләгән. Рутерфорд ҡәрҙәш яңғырап торған көслө тауыш менән: «Көрәште туҡтатмағыҙ, Вавилонды ҡыйратығыҙ, уның ташы өҫтөндә таш ҡалдырмағыҙ. Бөтә ерҙә вәғәзләгеҙ, Йәһүәнең хаҡ Алла икәнен һәм Ғайса Мәсихтең хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы икәнен донъя белергә тейеш. Был тарихта иң мөһим осор! Бына, Батша идара итә! Һеҙ — уның хәбәрселәре. Шуға күрә Батшаны һәм уның Батшалығын иғлан итегеҙ, иғлан итегеҙ, иғлан итегеҙ!»

Артур һәм ҡәрҙәштәр бауҙарҙы киҫкәс, рулон бик матур итеп асылып киткән, һәм барыһы ла ифрат ҙур плакатта «Батшаны һәм Батшалыҡты иғлан итегеҙ!» тигән яҙыуҙы күргән («ADV» тигән хәрефтәр — инглиз телендәге «Advertise the King and Kingdom» тигән һүҙҙәрҙең беренсе өс хәрефе).

МӨҺИМ ЭШ

Сидар-Пойнтта үткән конгресс ҡәрҙәштәргә мөһим эшкә — Батшалыҡ хаҡында вәғәзләү эшенә — иғтибарҙарын йүнәлтергә ярҙам иткән, һәм улар шатланып был эшкә тотонған. Оклахоманан булған бер китап таратыусы (ул ваҡытта пионерҙарҙы шулай атағандар) былай тип яҙған: «Беҙ шахтерҙар йәшәгән районда вәғәзләйбеҙ. Унда кешеләр бик ярлы йәшәй. Йыш ҡына улар „Алтын быуат“ журналынан һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәндә, күҙ йәштәрен тыя алмай». Ағай-ҡәрҙәш былай тип бүлешкән: «Шундай кешеләрҙе йыуатыу — үҙе бер фатиха!»

Изге Яҙманы тикшереүселәр Ғайсаның Лука 10:2-ләге «ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ» тигән һүҙҙәренең ни тиклем мөһим икәнен аңлаған. 1922 йылдың аҙағына улар Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе тағы ла көслөрәк ашҡыныу менән вәғәзләргә ҡарар иткән.

a Рутерфорд ҡәрҙәште ҡайһы саҡта «судья» тип атағандар, сөнки ул ваҡыт-ваҡыт Миссури штатында махсус судья булып хеҙмәт иткән.

Бөтә донъя буйынса шаһитлыҡ

1922 йылдың 26 февралендә Изге Яҙманы тикшереүселәр «бөтә донъя буйынса шаһитлыҡ» биреүҙә ҡатнашҡан. Ҡыҙыҡһынған кешеләр «Бөгөн йәшәгән миллионлаған кеше бер ҡасан да үлмәйәсәк» тигән телмәрҙе тыңлай алһын өсөн, улар бөтә ер шарында махсус осрашыуҙар үткәргән.

Телмәрҙе кәм тигәндә 33 телгә тәржемә иткәндәр. «Күҙәтеү манараһында», докладсыларҙың бөтәһе лә тиерлек ҡатнашты, тип әйтелгән ине. Изге Яҙманы тикшереүселәр Великобританияла 306 осрашыу ойошторған. Унда 67 010 кеше килгән. Бельгияла, Францияла һәм Швейцарияла был телмәрҙе француз телендә 15 000-дән ашыу кеше тыңлаған. Был рухи эштең һөҙөмтәләренә шатланған Изге Яҙманы тикшереүселәр шул йылды тағы өс көн — 25 июндә, 29 октябрҙә һәм 10 декабрҙә «бөтә донъя буйынса шаһитлыҡ» биреүҙә ҡатнашҡан.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу