Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w24 октябрь 2—5 бб.
  • 1924. Йөҙ йыл элек

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 1924. Йөҙ йыл элек
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ҠЫЙЫУЛЫҠ МЕНӘН ЭФИРҒА СЫҒАБЫҘ
  • ҠЫЙЫУЛЫҠ МЕНӘН РУХАНИҘАРҘЫ ФАШ ИТӘБЕҘ
  • БИК ҠЫЙЫУ БУЛДЫҠ
  • АРТАБАН НИМӘ БУЛҒАН?
  • 1922. Йөҙ йыл элек
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • 1919. Йөҙ йыл элек
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
w24 октябрь 2—5 бб.

1924. Йөҙ йыл элек

«БЮЛЛЕТЕНДЕҢ»a 1924 йыл ғинуар айының сығарылышында былай тиелгән булған: «Һыуға сумдырылған һәр вәғәзсе Аллаға күберәк хеҙмәт итер өсөн мөмкинлектәр эҙләй. Йылдың башы бының өсөн — иң яҡшы осор». Шул йыл дауамында Изге Яҙманы тикшереүселәр, был саҡырыуҙы ҡабул итеп, ҡыйыулыҡ менән вәғәзләгән һәм быны яҡшыраҡ эшләр өсөн яңы ысулдар тапҡан.

ҠЫЙЫУЛЫҠ МЕНӘН ЭФИРҒА СЫҒАБЫҘ

Вефилдә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр йылдан ашыу ваҡыт Нью-Йорк ҡалаһындағы Ста́тен утрауында WBBR радиостанцияһын төҙөү эштәрендә ҡатнашҡан. Улар ағастарҙы киҫкән, эшселәр өсөн ҙур йорт һәм студия өсөн айырым бина төҙөгән. Был эштәрҙе тамамлағас, ҡәрҙәштәр кәрәкле радио ҡорамалдар йыя башлаған. Әммә барыһы ла шыма барған тип әйтеп булмай.

Радиостанцияның төп антеннаһын ҡуйыу еңел булмаған. Ул 90 метрҙан ашыу оҙонлоҡта булған һәм уны 60 метрҙан бейегерәк ике бағана араһына элеп ҡуйырға кәрәк булған. Тәүҙә ҡәрҙәштәрҙең тырышлыҡтары уңышһыҙ булған, әммә улар бирешмәгән. Ләкин Йәһүә менән улар барыһын да булдырған. Шул проектта ҡатнашҡан Ка́лвин Про́ссер былай тип иҫенә төшөрә: «Антеннаны шунда уҡ элеп ҡуя алһаҡ беҙ ғорурланып: „Ҡалай беҙ афарин!“ — тип әйтер инек». Әммә ҡәрҙәштәр бөтә данды Йәһүәгә биргән, сөнки уның ярҙамы менән генә булдыра алғандарын аңлаған. Ысынында уларҙың ауырлыҡтары бының менән бөтмәгән.

WBBR радио станцияһының антеннаһын күтәргән ваҡытта

Ул ваҡытта радио тапшырыуҙар яңы ғына үҫеш ала башлаған. Магазиндарҙа кәрәкле ҡорамалдар һатылмаған. Әммә ҡәрҙәштәр яҡында ғына ҡулдан яһалған 500 ватлы передатчик тапҡан. Микрофон һатып алыр урынына, улар телефондың микрофонын ҡулланған. Февраль айының бер кисендә ҡәрҙәштәр был ҡорамалды эшләтеп ҡарарға булған. Улар Батшалыҡ йырҙары менән эфирға сығырға булған. Эрне́ст Ло́у беренсе тапшырыуҙың нисек тамамланғанын иҫенә төшөргәндә йылмайып ҡуя ине. Йырлаған саҡта студияға судьяb Рутерфорд шылтыратҡан. Ул яҡынса 25 саҡрым йыраҡлыҡта Бруклинда был беренсе тапшырыуҙы тыңлаған.

«Был ҡот осҡос йырлауығыҙҙы туҡтатығыҙ, — тигән Рутерфорд ҡәрҙәш. — Һеҙ бит урамдағы бесәйҙәр кеүек сыйылдашаһығыҙ!» Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡәрҙәштәр уңайһыҙланып, тиҙ генә передатчикты һүндереп ҡуйған. Әммә улар радио ҡорамалдың эшләй икәнен күргән һәм станцияны эшләтеп ебәрергә әҙер булған.

1924 йылдың 24 февралендә беренсе рәсми тапшырыу ваҡытында Рутерфорд ҡәрҙәш радиостанцияны «Мәсих Батшалығының эштәренә» бағышлаған. Ул былай тигән: «Был радиостанция кешеләргә, уларҙың ниндәй диндә булыуына ҡарамаҫтан, Изге Яҙманы тағы ла яҡшыраҡ белергә һәм ниндәй ваҡытта йәшәгәнебеҙҙе аңларға ярҙам итәсәк».

Һул яҡта: Рутерфорд ҡәрҙәш иң беренсе студияла

Уң яҡта: радио ҡорамалдар

Беренсе тапшырыу иҫ китмәле булған. Киләһе 33 йыл дауамында Йәһүә шаһиттары WBBR радиостанцияһын Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе таратыр өсөн әүҙем ҡулланған.

ҠЫЙЫУЛЫҠ МЕНӘН РУХАНИҘАРҘЫ ФАШ ИТӘБЕҘ

1924 йылдың июль айында Изге Яҙманы тикшереүселәр Колу́мбус ҡалаһында (Ога́йо штаты) конгресҡа йыйылған. Улар төрлө илдәрҙән килгән. Телмәрҙәр инглиз, ғәрәп, венгр, грек, итальян, литва, немец, поляк, урыҫ, украин, француз, шулай уҡ скандинав телдәрендә яңғыраған. Телмәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре радио аша тапшырылған. Ҡәрҙәштәрҙең үтенесе буйынса, конгреста нимә булғанын урындағы гәзиттә көн һайын яҙып торғандар.

Колумбус ҡалаһында (Огайо штаты) үткән конгресс. 1924 йыл

24 июлдә, кесаҙна көнө, 5 000-дән ашыу ҡәрҙәш вәғәзгә барған. Улар яҡынса 30 000 китап таратҡан һәм меңәрләгән Изге Яҙма өйрәнеүен башлаған. «Күҙәтеү манараһында» был көн «конгрестың иң шатлыҡлы өлөшө» тип аталған булған.

Тағы бер иҫтәлекле осраҡ: 25 июлдә, йома көнө, Рутерфорд ҡәрҙәш руханиҙарҙы фаш иткән мәғлүмәт уҡыған. Был мәғлүмәт юридик документ формаһында яҙылған булған. Унда, сәйәси, дини һәм коммерция етәкселәре «кешеләргә Алла Батшалығы алып киләсәк фатихалар тураһында белергә ҡамасаулай», тип әйтелгән. Бынан тыш, шул документта, ул кешеләр «Милләттәр Лигаһы яғында тора һәм уны „Алла Батшалығының ерҙәге сәйәси сағылышы“ тип иғлан итә» тип яҙылған. Изге Яҙманы тикшереүселәргә шундай хәбәрҙе вәғәзләр өсөн ҙур ҡыйыулыҡ кәрәк булған.

Һуңыраҡ «Күҙәтеү манараһында» былай тип әйтелгән ине: «Колумбуста йыйылған Алланың бәләкәй генә ғәскәре иманда тағы ла көслөрәк булып китте... ...Хәҙер уларҙы бер ниндәй көстәр ҙә йә дошмандың утлы уҡтары ла ҡурҡыта алмаясаҡ». Шул конгреста булған Ле́о Кла́ус былай тип иҫенә төшөргән: «Конгрестан һуң унда ишеткәндәребеҙ тураһында яныбыҙҙа йәшәгән бөтә кешеләргә һөйләргә ашҡынып тора инек».

«Руханиҙар фаш ителә» тигән буклет

Рутерфорд ҡәрҙәштең ғәйепләү хаты «Руханиҙар фаш ителә» тигән буклетта сыҡҡан. Был буклеттың миллионлаған данаһы баҫтырылған һәм октябрь айында Изге Яҙманы тикшереүселәр уларҙы тарата башлаған. Кли́вленд (Оклахо́ма штаты) тигән бәләкәй генә ҡалала йәшәгән Фрэнк Джо́нсон үҙ участкаһында вәғәзен тамамлағас, ҡәрҙәштәр менән осрашырға тейеш булған. Улар уны машинала алып китергә тейеш булған. Ләкин уның әле 20 минут ваҡыты булған. Урамда көтөп тороу ҡурҡыныс булған, сөнки ул күптәргә вәғәзләп уларҙы асыуландырған, һәм улар уны инде һағалап йөрөгән. Джонсон ҡәрҙәш яҡындағы сиркәүҙә йәшенергә булған. Унда бер кем дә булмағас, ул «Руханиҙар фаш ителә» тигән буклетты пасторҙың Изге Яҙмаһына һәм һәр ултырғысҡа һалып сыҡҡан. Фрэнк бик тиҙ эш иткән. Уның әле ваҡыты булған, шуға тағы ике сиркәүҙә буклеттар таратып сыҡҡан.

Шунан Фрэнк ҡәрҙәштәр менән осрашырға тейеш булған урынға йүгергән һәм автозаправка артына йәшенгән. Йәшенгән урынынан ул машинала ҡыуып килгән ирҙәрҙең уны күрмәйенсә янынан үтеп киткәндәрен күргән. Тиҙҙән ҡәрҙәштәр килеп еткән, ул тиҙ генә машинаға һикергән, һәм улар китеп өлгөргән.

Ҡәрҙәштәрҙең береһе былай тип иҫенә төшөрә: «Ҡаланан сыҡҡанда беҙ теге өс сиркәүҙе күрҙек. Уларҙың һәр береһенең алдында 50-гә яҡын кеше тора ине. Ҡайһы берҙәре буклет уҡый ине, ә кемдер уны пасторға күрһәтә ине. Улар ҡулына эләкһәк, хәтәр булыр ине! Беҙ, дошмандарҙың күҙ алдында Йәһүәнең эшен башҡара алғаныбыҙ өсөн, уға бик рәхмәтле инек».

БИК ҠЫЙЫУ БУЛДЫҠ

Юзеф Кретт

Башҡа илдәрҙә лә Изге Яҙманы тикшереүселәр шулай уҡ ҡыйыу булған. Францияның төньяғында Ю́зеф Кретт ҡәрҙәш Польшанан килгән шахтерҙарға вәғәзләгән. Ул «Үлгәндәр тиҙҙән тереләсәк» тигән телмәр менән сығыш яһарға булған. Ҡәрҙәштәр уға саҡырыу ҡағыҙҙарын таратырға ярҙам иткән. Урындағы рухани был хаҡта белеп ҡалғас, үҙенең кешеләренә унда бармаҫҡа ҡушҡан. Ләкин уның һүҙҙәре уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ҡәрҙәшебеҙҙең телмәрен тыңларға 5 000-дән ашыу кеше, шул иҫәптән рухани үҙе лә килгән. Юзеф уға үҙенең дини ҡараштарын яҡларға тәҡдим иткән, ләкин рухани теләмәгән. Сығышынан һуң Кретт ҡәрҙәш үҙе менән булған бөтә әҙәбиәтте кешеләргә таратып бөткән. Был уларҙың рухи яҡтан ас булыуҙарын күрһәткән (Амос 8:11).

Клод Браун

Клод Бра́ун Африкаға Гана иленә (элек Алтын Яр) вәғәзләргә килгән. Ул телмәрҙәр менән сығыш яһаған, әҙәбиәт таратҡан һәм бының ярҙамында күп кешелер хәҡиҡәтте ишеткән. Джон Бла́нксон фармацевтҡа уҡып йөрөгән сағында Браун ҡәрҙәштең телмәрен тыңлаған. Ул шунда уҡ хәҡиҡәтте тапҡанын аңлаған. «Хәҡиҡәт әйтерһең дә эсемдә ташып тора ине, — тип иҫенә төшөрә Джон. — Мин бер туҡтауһыҙ хәҡиҡәт тураһында бөтә курсташтарыма һөйләнем».

Джон Бланксон

Изге Яҙманан Джон Алланың Троица түгел икәнен белгән. Шуға күрә Англикан сиркәүенә барып, был хаҡта ул руханиҙан һораған. Ләкин тегеһе: «Һин христиан түгел, һин Иблистең хеҙмәтсеһе! Бар сығып кит бынан!» — тип ҡысҡырып, уны ҡыуып сығарған.

Джон өйөнә ҡайтҡас, руханиға хат яҙған. Ул уның менән осрашырға һәм башҡа кешеләр алдында Троица тураһында һөйләшеп алырға тәҡдим иткән. Яуап итеп рухани Джонға өлкән уҡытыусының кабинетына килергә ҡушҡан. Уҡытыусы Джондан, ысынлап та руханиға яҙҙыңмы, тип һораған.

— Эйе, сэр, — тигән Джон.

Уҡытыусы Джондың руханиға ғәфү үтенеп хат яҙыуын талап иткән. Шуға күрә Джон былай тип яуап яҙған:

«Сэр, минең уҡытыусым һеҙҙән ғәфү үтенергә һораны. Мин быны эшләргә риза. Тик бының өсөн һеҙ ялған тәғлимәттәргә өйрәткәнегеҙҙе танырға тейеш».

— Бланксон, һин шулай тип яҙырға ҡурҡмайһыңмы? — тип аптырап һораған уҡытыусы.

— Юҡ, сэр, сөнки мин дөрөҫөн яҙырға теләйем.

— Һине бит шунда уҡ ҡыуып сығарасаҡтар. Һин дәүләт сиркәүенең руханийына ҡаршы сығып, был дәүләт учреждениеһында уҡыуымды дауам итә алам, тип уйлайһыңмы?

— Сэр, лекциялар ваҡытында нимәлер аңлашылмаһа, беҙ бит һорау бирә алабыҙ?

— Әлбиттә, бирә алаһығыҙ.

— Мин тап шулай эшләнем дә. Теге джентльмен беҙҙе Изге Яҙмаға өйрәтте, ә мин уға һорау бирҙем. Әгәр ул яуап бирә алмай икән, ни өсөн мин унан ғәфү үтенеп уға хат яҙырға тейеш?

Бланксон хат яҙмаһа ла, уны ҡыуып сығармағандар.

АРТАБАН НИМӘ БУЛҒАН?

«Күҙәтеү манараһы» декабрь айының сығарылышында былай тип әйтелгән ине: «Беҙ Дауыттың „алыш өсөн ҡеүәт менән билем быуҙың“ тигән һүҙҙәре менән тулыһынса килешәбеҙ (Зәбур 17:40 [18:39, ЯДТ]). Был иҫ киткес йыл булды! Беҙ күп уңыштарға өлгәштек, сөнки Алланың ҡулы беҙҙең менән булды... Уның тоғро хеҙмәтселәре... шатлыҡ менән вәғәзләне».

Йыл аҙағында ҡәрҙәштәр Чикаго янында тағы бер радиостанция төҙөргә булған. Улар уны WORD тип атаған, был «һүҙ» тигәнде аңлата. Был исем бик тура килгән, сөнки шул станция ярҙамында Алла Һүҙе тағы ла киңерәк таралған. 5 000 ватлы передатчик сигналды йөҙәр километр йыраҡлыҡҡа, хатта Канадаға тиклем тапшыра алған.

1925 йылда Йәһүә Асылыш китабының 12-се бүлегендәге пәйғәмбәрлектең мәғәнәһен асҡан. Был аңлатыу ҡайһы берәүҙәргә оҡшамаған, улар хатта Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтаған. Әммә күптәр ҡыуанған, сөнки күктә нимә булғанын һәм был ваҡиғалар Алланың ерҙә йәшәгән хеҙмәтселәренә нисек тәьҫир иткәнен тағы ла яҡшыраҡ аңлаған.

a Хәҙер ул «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» эш дәфтәре.

b Джозеф Франклин Рутерфорд ул ваҡытта Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең эшмәкәрлеге менән етәкселек иткән. Вефилгә тиклем ул ваҡыт-ваҡыт Миссури штатының 8-се суд округының махсус судьяһы булып эшләгән. Шуға күрә уны «судья» тип атағандар.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу