Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp23 № 1 12—13 бб.
  • 4 | Изге Яҙмалағы файҙалы кәңәштәр

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 4 | Изге Яҙмалағы файҙалы кәңәштәр
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Был нимәне аңлата?
  • Был нисек ярҙам итә ала?
  • Изге Яҙмалағы кәңәштәр ҡайһы берәүҙәргә нисек ярҙам иткән?
  • Психик сәләмәтлектең ҡаҡшауы — донъя күләмендәге проблема
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
  • 3 | Алла хеҙмәтселәренең үрнәге
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
  • Психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешегә нисек ярҙам итергә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
  • Изге Яҙма тормошомдо нисек яҡшырта ала?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
wp23 № 1 12—13 бб.
Көләс йөҙлө ҡатын велосипедта китеп бара.

4 | Изге Яҙмалағы файҙалы кәңәштәр

ИЗГЕ ЯҘМАЛА БЫЛАЙ ТИЕЛӘ: «Изге Яҙма тотош... файҙалы» (2 ТИМОФЕЙҒА 3:16).

Был нимәне аңлата?

Изге Яҙма медицина китабы булмаһа ла, унда ғәмәли һәм файҙалы кәңәштәр бар. Ундағы кәңәштәр психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешеләргә ярҙам итә ала. Әйҙәгеҙ, ундай кәңәштәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.

Был нисек ярҙам итә ала?

«Табип һау кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк» (МАТФАЙ 9:12).

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙ ҡайһы берҙә медицина ярҙамына мохтаж булырға мөмкин. Күптәр ышаныслы сығанаҡтарҙан психик ауырыуҙары тураһында күберәк белгәс һәм табиптарға мөрәжәғәт иткәс, үҙҙәрен күпкә яҡшыраҡ хис итә башлаған.

«Тән күнекмәһенең ярҙамы [бар]» (1 ТИМОФЕЙҒА 4:8).

Физик һаулыҡты нығытыу психик һаулыҡты ла нығытырға ярҙам итә ала. Шуға күрә физик күнегеүҙәр өсөн ваҡыт бүлегеҙ. Файҙалы ризыҡ менән туҡланығыҙ һәм йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ.

«Шат йөрәк — яҡшы дауа ул, ә рух төшөнкөлөгө кешене хәлһеҙләндерә» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 17:22).

Изге Яҙманан дәртләндергес өҙөктәр уҡыу һәм ирешә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйыу үҙеңде бәхетле тойорға ярҙам итә. Иғтибарыбыҙҙы ыңғай нәмәләргә туплау һәм киләсәктә барыһының да яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә ышаныу ҙа психик ауырыу менән көрәшергә көс бирер.

«Тыйнаҡтарға зирәклек хас» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 11:2)

Бәлки, һеҙгә теләгәнегеҙҙең барыһын эшләргә көс етмәйҙер. Шуға күрә башҡаларҙың ярҙамын ҡабул итергә оялмағыҙ. Дуҫтарығыҙ һәм туғандарығыҙ, моғайын, һеҙгә ярҙам итергә теләй, әммә ярҙамды нисек күрһәтергә икәнен белмәй. Шуға күрә уларға үҙегеҙҙең нимәгә мохтаж булғанығыҙҙы әйтегеҙ. Ләкин уларҙан күпте көтмәгеҙ һәм уларҙың һәр ҡайһы ярҙамы өсөн рәхмәтле булығыҙ.

Изге Яҙмалағы кәңәштәр ҡайһы берәүҙәргә нисек ярҙам иткән?

«Мин үҙем менән нимәлер булғанын һиҙә инем. Шуға күрә табипҡа барып күренергә булдым. Ул миңә нимә арҡаһында үҙемде шулай хис иткәнемде аңлатып бирҙе. Шунда мин үҙем менән нимә булғанын аңланым һәм, һаулығымды яҡшыртыр өсөн, ниндәй дауалау ысулдарын ҡулланырға кәрәклеген белдем» (Никольa, биполяр боҙолош менән ауырыған ҡатын).

Бер ҡатын табип менән һөйләшеп ултыра.

«Беҙ ҡатыным менән иртә һайын бергәләп Изге Яҙманы уҡыйбыҙ. Был башымды ыңғай фекерҙәр менән тултырырға ярҙам итә. Үҙемде айырыуса ауыр хис иткән көндәрҙә уҡыған аяттарҙың ҡайһы берҙәре бойоҡҡан күңелемде йылытып ебәрә» (Питер, депрессия менән ауырыған ир).

«Мин башҡаларға үҙ ауырыуым тураһында һөйләргә ояла инем. Әммә бер яҡын дуҫым мине иғтибар менән тыңланы һәм хәлемде аңларға тырышты. Уның менән һөйләшеп алғас, миңә яҡшы булып ҡалды. Ул миңә яңғыҙ түгел икәнемде аңларға ярҙам итте» (Чи Ю, туҡланыу тәртибенең боҙолоуынан интеккән ҡатын).

«Изге Яҙма ярҙамында мин эштең дә, ялдың да үҙ урыны булырға тейешлеген аңланым. Ундағы аҡыллы кәңәштәр миңә ауырыуым менән көрәшергә ярҙам итә» (Тимоти, обсессив-компульсив боҙолош менән ауырыған ир).

a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

«Күңелһеҙлектән арынып, шатлыҡлы бул» тигән ҡәләм менән төшөрөлгән йәнһүрәт.
Өҫтәмә мәғлүмәт

«Күңелһеҙлектән арынып, шатлыҡлы бул» тигән ҡәләм менән төшөрөлгән йәнһүрәтте (тат.) ҡарағыҙ. Уны jw.org сайтында табып була.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу