Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp23 № 1 10—11 бб.
  • 3 | Алла хеҙмәтселәренең үрнәге

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 3 | Алла хеҙмәтселәренең үрнәге
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Был нимәне аңлата?
  • Был нисек ярҙам итә ала?
  • 2 | «Яҙмалар аша бирелгән йыуаныс»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
  • 4 | Изге Яҙмалағы файҙалы кәңәштәр
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
  • 1 | Доға. «Бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
  • Йәһүә һине бик ҡәҙерләй!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
wp23 № 1 10—11 бб.
Муса пәйғәмбәр, өмөтһөҙлөккә бирелеп, күккә ҡарай һәм Аллаға доға ҡыла.

3 | Алла хеҙмәтселәренең үрнәге

ИЗГЕ ЯҘМАЛА ТЕЛГӘ АЛЫНҒАН тоғро ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар «беҙҙең кеүек үк» кешеләр булған, беҙҙә булған хистәр уларҙа ла булған (ЯҠУБ 5:17).

Был нимәне аңлата?

Изге Яҙмала төрлө хис-тойғолар кисергән ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар тураһында хәбәр ителә. Улар араһында беҙ үҙебеҙҙекенә оҡшаш хистәр кисергән кешене таба алабыҙ.

Был нисек ярҙам итә ала?

Беҙ бөтәбеҙ ҙә аңлауға мохтаж. Ә инде психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешеләр өсөн был айырыуса мөһим. Изге Яҙманы уҡығанда, беҙҙең кеүек фекер йөрөткән һәм беҙҙекенә оҡшаш хистәр кисергән кешеләр тураһында күберәк белеп, беҙ үҙ ғазаптарыбыҙҙа яңғыҙ түгел икәнебеҙҙе аңлайбыҙ. Был беҙгә күңел тынғыһыҙлығы һәм борсоулы хис-тойғолар менән көрәшергә ярҙам итә.

  • Изге Яҙмала өмөтһөҙлөккә бирелгән һәм көсһөҙлөк тойған кешеләрҙең һүҙҙәрен табып була. Әгәр ҙә һеҙҙә, мин башҡа түҙә алмам, тигән уй тыуһа, белегеҙ: шундай уҡ хистәр Мусала, Ильяста һәм Дауытта ла булған (Һандар 11:14; 1 Батшалар 19:4; Зәбур 55:4).

  • Изге Яҙмала Һанна исемле ҡатын-ҡыҙ телгә алына. Бала таба алмағанға, көндәше бер туҡтауһыҙ уны мыҫҡыллап торған. Бының арҡаһында Һаннаның йәне бик ныҡ әрнегән (1 Самуил 1:6, 10).

  • Изге Яҙмала Әйүп исемле кешенең тормошо тасуирлана. Уның иманы көслө булһа ла, ул әсе әрнеү тойғоһо кисергән һәм бер ваҡыт былай тигән: «Тормошомдо нәфрәт итәм, бүтән йәшәгем килмәй» (Әйүп 7:16).

Алла хеҙмәтселәренең тиҫкәре уй-фекерҙәре менән нисек көрәшкәне тураһында уҡып белеү беҙҙе нығыта һәм бирешмәҫкә ярҙам итә.

Изге Яҙма нисек ярҙам итә? Кевин

Биполяр боҙолош миңә нисек тәьҫир итә?

Кевин ике дуҫы менән ҡәһүә эсеп ултыра.

«50 йәштәр тирәһендә миндә биполяр боҙолош таптылар. Ҡай саҡ мин тауҙар аҡтара алырҙай булам, ә ҡай саҡ үлә яҙып ятам».

Изге Яҙма миңә нисек ярҙам итә?

«Илсе Петрҙың үрнәге минең өсөн айырыуса яҡын. Ул хаталар ҡылған һәм бының арҡаһында үҙен булдыҡһыҙ итеп тойған. Бер урында тапалып торор һәм бойоғоп ултырыр урынына, ул дуҫтарынан ярҙам эҙләгән. Биполяр боҙолош киҫкенләшкән осорҙарҙа мин үҙемдең етешһеҙлектәрем тураһында сиктән тыш күп уйлайым һәм үҙемде бер нәмәгә лә эшкинмәгән итеп тоям. Мин дә, Петр кеүек, дуҫтарымдан алыҫлашмаҫҡа тырышам. Улар миңә бирешмәҫкә ярҙам итә.

Шулай уҡ мине Дауыттың үрнәге йыуата. Ул йыш ҡына төшөнкөлөккә бирелгән һәм үткәндә ҡылған хаталарына үкенгән. Мин уны бик яҡшы аңлайым, сөнки ҡайһы ваҡытта берәй нәмә эшләйем йә әйтәм дә, шунан быға үкенеп ҡуям. Мин Дауыттың 51-се мәҙхиәләге һүҙҙәренән ҙур йыуаныс табам. Дауыт 3-сө аятта былай тип яҙа: „Мин енәйәттәремде яҡшы беләм, гонаһым һәр ваҡыт минең алдымда“. Тормошомдоң иң ҡараңғы, шомло мәлдәрендә мин үҙемде тап шулай хис итәм. Ундай саҡтарҙа миңә үҙемдең яҡшы яҡтарымды күреүе бик ауыр. Әммә 10-сы аятта Дауыт былай ти: „Эй Раббым, миндә саф йөрәк булдыр, эсемә яңы рух, ҡаҡшамаҫ рух һал“. Алла үҙемә ыңғай ҡараш менән ҡарарға ярҙам итһен өсөн, мин уға ошоға оҡшаш үтенес менән мөрәжәғәт итәм. Ә инде 17-се аят күңелемде айырыуса йылыта. Унда: „Эй Раббым, үкенгән, өҙгөләнгән күңелде һин кире ҡаҡмаҫһың“, — тиелә. Был һүҙҙәр Алланың мине яратҡанына ышандыра.

Алла хеҙмәтселәренең өлгөһө һәм Алланың бөгөн миңә нимә биргәне тураһында уйланыу киләсәккә өмөтөмдө нығыта. Изге Яҙмалағы вәғәҙәләрҙең үтәлеүенә мин тамсы ла шикләнмәйем, һәм был миңә алға атларға ярҙам итә».

Өҫтәмә мәғлүмәт

2004 йылдағы «Уянығыҙ!» журналының (урыҫ) 8 ғинуар сығарылышындағы «Жить, превозмогая эмоциональный недуг» тигән мәҡәләне уҡығыҙ. Уны jw.org сайтында табып була.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу