Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w23 август 18 б.—19 б. 3 абз.
  • Уҡыусыларҙың һорауҙары

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Уҡыусыларҙың һорауҙары
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Исемең изге тип танылһын
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Йәһүәнең исеме беҙҙең өсөн ни тиклем мөһим
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Ғайса өсөн Йәһүәнең исеме ни тиклем мөһим?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Алланың исеме нисек?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
w23 август 18 б.—19 б. 3 абз.
Фәрештәләр һәм кешеләр Йәһүәгә шатланып ғибәҙәт ҡыла. Улар Алланың күктәге арбаһына боролоп уны маҡтай.

Йәһүә үҙ исеменең мәңге данланыуы хаҡында ҡайғыртҡан

Уҡыусыларҙың һорауҙары

«Күҙәтеү манараһы» 2020 йылдың июнь сығарылышында «Исемең изге тип танылһын» тигән мәҡәләлә Йәһүәнең исемен изгеләндереүгә һәм уның идара итеү хоҡуғына ҡағылышлы темалар ҡаралды. Унда ниндәй яңы аңлау тураһында һүҙ барҙы?

Ул мәҡәләнән беҙ бөтә фәрештәләргә һәм кешеләргә ҡағылышлы бер генә мөһим бәхәсле һорау бар икәнен белдек. Был — Йәһүәнең бөйөк исемен изгеләндереү. Йәһүәнең хакимлығы иң яҡшыһымы һәм кешеләр Аллаға тоғро булырмы тигән һорауҙар — шул бәхәсле һорауҙың ике яғы.

Ни өсөн беҙ хәҙер, Йәһүә исеменән һәм шул исемде изгеләндереүҙән мөһимерәк бер нәмә лә юҡ, тип әйтәбеҙ? Әйҙәгеҙ, өс сәбәпте ҡарап сығайыҡ.

Йылан Һауа менән һөйләшә.

Эдендағы фетнәнән башлап, Шайтан Алла исемен хурлауҙан туҡтамай

Беренсенән, Эден баҡсаһында Шайтан Йәһүәнең исеменә, йәғни абруйына тап төшөргән. Мәкерле һорау биргәндә, был яуыз фәрештәнең тел төбөндә: «Йәһүә ҡомһоҙ һәм ул Әҙәм менән Һауанан сиктән тыш күп талап итә», — тигән мәғәнә ятҡан. Шунан Шайтан Йәһүәнең һүҙҙәренә ҡапма-ҡаршы фекер әйткән һәм шулай итеп Алланы ялғансы итеп һүрәтләгән. Асылда, Шайтан Йәһүәнең исеменә яла яҡҡан һәм Иблис, йәғни «яла яғыусы» булып киткән (Яхъя 8:44). Һауа, уның ялғанына ышанып, Йәһүәгә буйһонмаған һәм шулай итеп Алла хакимлығына ҡаршы сыҡҡан (Баш. 3:1—6). Шайтан бөгөнгө көнгә тиклем, Йәһүә тураһында ялған һөйләп, уның исемен хурлай. Уның ялғанына ышанған кешеләр, ғәҙәттә, Йәһүәне тыңламай. Бына ни өсөн Алла хеҙмәтселәре Йәһүәнең изге исеменә яла яғыуҙы ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек тип күрә. Шайтандың Йәһүә исеменә һөжүм итеүе донъялағы бөтә бәлә-ҡазаларҙың төп сәбәбе булып тора.

Икенсенән, бөтә аҡыллы заттарҙың файҙаһына эш итеп, Йәһүә үҙ исемен бөтә ғәйепләүҙәрҙән таҙартасаҡ һәм уны яҡлаясаҡ. Йәһүә өсөн был бик мөһим. Бына ни өсөн ул: «Бөйөк исемемде — мин, һис шикһеҙ, изге итермен», — тип әйтә (Йәз. 36:23). Ғайса ла: «Исемең изге тип танылһын», — тиеп, доғаларыбыҙҙа иң беренсе урында нимә торорға тейеш икәнен асыҡ күрһәткән (Матф. 6:9). Изге Яҙмала Йәһүәнең исемен данлау ни тиклем мөһим икәненә күп тапҡыр баҫым яһала. Бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ. «Йәһүәне исеме өсөн данлағыҙ» (1 Йыл. 16:29; Зәб. 96:8). «Уның шөһрәтле исеменә мәҙхиәләр йырла» (Зәб. 66:2). «Һинең исемеңде мәңге данлармын» (Зәб. 86:12). Йәһүә үҙе күктән өндәшкән бер осраҡ Иерусалим ғибәҙәтханаһында булған. Унда Ғайса Йәһүәнән: «Атам! Исемеңдең данлы бөйөклөгөн күрһәт», — тип һораған. Алла уға: «Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен!» — тип яуап биргән (Яхъя 12:28)a.

Өсөнсөнән, Йәһүәнең исеме, йә абруйы, уның ниәте менән бәйле. Әйҙәгеҙ, Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы тамамланғас һәм кешеләр һуңғы һынау аша үткәс нимә буласағы тураһында уйланайыҡ. Ул ваҡытта бөтә фәрештәләр һәм кешеләр Йәһүәнең исеменә нисек ҡарар? Был һорауға яуап алыр өсөн, бәхәсле һорауҙың ике яғына иғтибар итәйек: кешеләр Йәһүәгә тоғро булырмы, һәм уның идара итеү рәүеше иң яҡшымы? Кешеләргә Аллаға тоғролоғон иҫбатларға кәрәк булырмы? Юҡ. Һуңғы һынау артта ҡалыр, кешеләр камил булып китер һәм мәңге йәшәр. Уларға Йәһүәнең идараһы иң яҡшыһы икәнен иҫбатларға тура килерме? Юҡ. Ул ваҡытта күктәге һәм ерҙәге аҡыллы заттар берҙәм булыр һәм Алла хакимлығына теләп буйһонор. Ә Йәһүә исеме хаҡында нимә әйтеп була?

Ул ваҡытҡа Йәһүәнең исеме тулыһынса изгеләндереләсәк һәм ялғандан таҙартыласаҡ. Әммә уның исеме һаман да Алланың бөтә хеҙмәтселәренең тормошонда төп урын биләйәсәк. Ни өсөн? Сөнки улар Йәһүәнең үҙ эштәрен артабан нисек башҡарғанын күрер. Ғайса, кеселеклек сағылдырып, бөтә хакимлыҡты Йәһүәгә тапшырғас, Алла бөтә кешеләр өсөн бөтә нәмә буласаҡ (1 Кор. 15:28). Унан һуң кешеләр «Алла балаларының данлы азатлығына» эйә булыр (Рим. 8:21). Ниһайәт, Йәһүә үҙ ниәтен тормошҡа ашырасаҡ: бөтә фәрештәләрҙе һәм кешеләрҙе бер ғаиләгә берләштерәсәк (Ефес. 1:10).

Быларҙың барыһы ла тормошҡа ашҡас, Йәһүәнең ғаиләһе нимә хис итер? Һис шикһеҙ, бөтәбеҙ ҙә Йәһүәнең матур исемен маҡтарға теләрбеҙ. Алла тарафынан рухландырылып, Дауыт батша: «Йәһүә Алла... маҡталһын. Уның шөһрәтле исеме мәңге маҡталһын», — тип йырлаған (Зәб. 72:18, 19). Йәһүә беҙҙе үҙ эштәре менән мәңге һоҡландырыр, һәм беҙҙең уны данлар өсөн һәр ваҡыт сәбәптәребеҙ булыр.

Йәһүәнең исеме уның эске булмышын сағылдыра. Уның исеме тураһында уйлағанда беҙ, моғайын, уның мөхәббәтен иҫкә төшөрәбеҙҙер (1 Яхъя 4:8). Йәһүә беҙҙе барлыҡҡа килтереп, беҙгә йолом ҡорбаны биреп һәм уның хакимлығы иң яҡшыһы икәнен иҫбатлап, беҙгә яратыуын күрһәткән. Беҙ быны бер ҡасан да онотмаҫбыҙ. Бынан тыш, беҙ уның ҡайнар яратыуын артабан да тойорбоҙ. Күктәге Атайыбыҙға яҡынлашыу һәм уның данлыҡлы исемен маҡтау беҙгә мәңге шатлыҡ килтерер (Зәб. 73:28).

a Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә «үҙенең исеме хаҡына» эш итә. Мәҫәлән, ул үҙ хеҙмәтселәрен етәкләй, ҡотҡара, ғәфү итә һәм уларҙың ғүмерен һаҡлай. Быларҙың барыһын да ул үҙенең бөйөк исеме — Йәһүә тигән исеме хаҡына эшләй (Зәб. 23:3; 31:3; 79:9; 106:8; 143:11).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу