22-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
15-СЕ ЙЫР Йәһ Улын данлағыҙ!
Ғайса өсөн Йәһүәнең исеме ни тиклем мөһим?
«Мин уларға һинең исемеңде астым һәм артабан да асырмын» (ЯХЪЯ 17:26).
ТӨП ФЕКЕР
Ғайса Йәһүәнең исемен нисек асҡан, нисек изгеләндергән һәм нисек яҡлаған?
1, 2. а) Үлеме алдынан Ғайса нимә эшләгән? б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡаралыр?
БЕҘҘЕҢ эраның 33 йылының 14 нисан көнө. Ғайса оҙаҡламай уға хыянат итәсәктәрен, уны хөкөм итеп, ғәйепләү ҡарары сығарасаҡтарын һәм язалап үлтерәсәктәрен белә. Төн етәрәк ул тоғро илселәре менән Йәрүсәлимдәге бер йорттоң өҫкө бүлмәһендә йыйыла. Махсус киске аш тамамланғас, Ғайса шәкерттәренә күп рухландырғыс һүҙҙәр әйтә. Шунан, өйҙән сығыр алдынан, ул доға ҡыла. Был мөһим доға Яхъя китабының 17-се бүлегендә яҙылған.
2 Ғайсаның доғаһынан күренеүенсә, уны шул кистә нимә борсоған? Ерҙә хеҙмәт иткәндә уның өсөн нимә мөһим булған? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап алайыҡ.
«МИН УЛАРҒА ҺИНЕҢ ИСЕМЕҢДЕ АСТЫМ»
3. «Мин уларға һинең исемеңде астым» тип әйткәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан? (Яхъя 17:6, 26).
3 Ғайса: «Мин уларға һинең исемеңде астым», — тип доға ҡылған. Үҙ доғаһында ул был фекерҙе ике тапҡыр ҡабатлаған. (Яхъя 17:6, 26-ны уҡығыҙ.) Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Уның шәкерттәре Алла исемен белмәгәнме ни? Әлбиттә, белгән. Улар бит йәһүдтәр булған. Был исем Еврей Яҙмаларында меңәрләгән тапҡыр осрай. Тимәк, Ғайса Алланың исеме Йәһүә булыуына өйрәтеп кенә ҡалмаған, ә был исем артында ниндәй шәхес торғанын аңлатҡан. Ғайса шәкерттәренә Йәһүәне, уның ниәттәрен, эштәрен һәм сифаттарын яҡшыраҡ белергә ярҙам иткән. Йәһүәне Ғайса кеүек бер кем дә шул тиклем яҡшы белмәй бит.
4, 5. а) Берәй кемдең исеме һеҙҙең өсөн нисек әһәмиәтлерәк булып китә? Миҫал килтерегеҙ. б) Ғайсаның шәкерттәренә Йәһүәне яҡшыраҡ белергә нимә ярҙам иткән?
4 Берәй кемдең исеме һеҙҙең өсөн ниндәй осраҡта әһәмиәтлерәк булып китә? Күҙ алдына килтерегеҙ, йыйылышығыҙҙа аҡһаҡал булып хеҙмәт иткән Талғат исемле ир ҡәрҙәш хирург булып эшләй, ти. Һеҙ уны инде күп йылдар беләһегеҙ. Бер көндө һеҙгә ашығыс медицина ярҙамы кәрәк була һәм ул, операция яһап, ғүмерегеҙҙе ҡотҡара. Ризалашырһығыҙ, хәҙер был ҡәрҙәштең исемен ишеткәндә уның үҙегеҙ өсөн нимә эшләгәнен иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Талғаттың исеме — һеҙҙең өсөн йыйылышығыҙҙағы аҡһаҡалдың исеме генә түгел, ә һеҙҙе үлемдән ҡотҡарған табиптың исеме.
5 Шуның кеүек, Ғайсаның шәкерттәре Алла исемен инде белгән. Ләкин Ғайсаның хеҙмәте ярҙамында был исем улар өсөн әһәмиәтлерәк булып киткән. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки Ғайса нимә генә һөйләһә лә, нимә генә эшләһә лә, ул тап Атаһы кеүек эш иткән. Шәкерттәре Ғайсаның өйрәтеүен тыңлағанда һәм уның башҡалар менән нисек мөғәмәлә итеүен күргәндә Йәһүәне яҡшыраҡ белгән (Яхъя 14:9; 17:3).
«ҺИН МИҢӘ БИРГӘН ИСЕМЕҢ ХАҠЫНА...»
6. Ниндәй мәғәнәлә Йәһүә Ғайсаға үҙ исемен биргән? (Яхъя 17:11, 12).
6 Ғайса шәкерттәре тураһында: «Изге Атайым... һин миңә биргән исемең хаҡына уларҙы һаҡла», — тип доға ҡылған. (Яхъя 17:11, 12-не уҡығыҙ.) Был һүҙҙәр Ғайсаны Йәһүә тип атарҙар тигәнде аңлатҡанмы? Юҡ. Ғайса бит: «Исемең хаҡына», — тип әйткән. Тимәк, Ғайсаның исеме Йәһүә булып китмәгән. Улай булғас, Алла Ғайсаға үҙ исемен ниндәй мәғәнәлә биргән? Тәү сиратта, Ғайса Йәһүәнең вәкиле булған һәм уның исеменән һөйләгән. Ергә килгәс, ул Атаһы исеменән күп бөйөк эштәр башҡарған (Яхъя 5:43; 10:25). Бынан тыш, Ғайсаның исеме «Йәһүә — ҡотҡарыу» тигәнде аңлата. Күреүебеҙсә, Алланың һәм уның Улының исеме тығыҙ бәйле.
7. Ни өсөн Ғайса Йәһүәнең исеменән һөйләй алған? Миҫал килтерегеҙ.
7 Миҫал килтерәйек. Президенттың вәкиле сит илдә уның исеменән һөйләй. Шуға күрә вәкилдең һүҙҙәрен президенттың һүҙҙәренә тиңләргә була. Ғайса ла Йәһүәнең вәкиле булған һәм кешеләр менән уның исеменән һөйләшкән (Матф. 21:9; Лука 13:35).
8. Ғайса ергә килгәнгә тиклем нисек Йәһүәнең исеменән эш иткән? (Сығыш 23:20, 21).
8 Ғайса Изге Яҙмала Һүҙ тип атала, сөнки Йәһүә уның аша фәрештәләргә лә, кешеләргә лә кәрәкле мәғлүмәт һәм күрһәтмәләр еткергән (Яхъя 1:1—3). Күрәһең, Ғайса сүлдә исраилдар хаҡында ҡайғыртҡан фәрештә булған. Йәһүә үҙ халҡына был фәрештәне тыңларға ҡушҡанда: «Мин уны Үҙ исемемдән ебәрҙем»a, — тигән. (Сығыш 23:20, 21-ҙе уҡығыҙ.) Шулай итеп Йәһүә Ғайсаның уның вәкиле булып хеҙмәт иткәнен асыҡ аңлатҡан. Ғайса үҙ Атаһының исемен яҡлауҙа һәм уны данлауҙа төп роль уйнай.
«АТАЙ, ИСЕМЕҢДЕ ДАНЛА»
9. Йәһүәнең исеме Ғайса өсөн бик мөһим булғанын нимә күрһәтә?
9 Күреүебеҙсә, Ғайса күктә хеҙмәт иткәндә Йәһүәнең исеме уның өсөн бик мөһим булған. Ерҙә йәшәгәндә лә уның Алла исеменә ҡарашы үҙгәрмәгән. Ерҙәге хеҙмәтенең аҙағында Ғайса: «Атай, исемеңде данла», — тип үтенгән. Уның Атаһы шунда уҡ көслө тауыш менән: «Данланым һәм тағы данлармын», — тип яуап биргән (Яхъя 12:28).
10, 11. а) Ғайса Йәһүәнең исемен нисек данлаған? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.) б) Ни өсөн Йәһүәнең исемен изгеләндерергә һәм уның абруйын яҡларға кәрәк?
10 Ғайса ла Атаһының исемен данлаған. Ул быны нисек эшләгән? Ул башҡаларға Алланың иҫ киткес сифаттары һәм ғәжәйеп эштәре тураһында һөйләгән. Улай ғына түгел, ул Алла исемен изгеләндергән һәм уның абруйын яҡлағанb. Ғайса үҙ шәкерттәрен доға ҡылырға өйрәткәндә бының мөһимлеген күрһәткән. Ул: «Күктәге Атайыбыҙ, исемең изге тип танылһын», — тигән (Матф. 6:9).
11 Ни өсөн Йәһүәнең исемен изгеләндерергә һәм уның абруйын яҡларға кәрәк? Эден баҡсаһында Шайтан Аллаға яла яҡҡан. Шайтан, Йәһүә Әҙәм менән Һауаны алдай һәм уларҙы яҡшы нәмәләрҙән мәхрүм итә, тигән фекер белдергән (Баш. 3:1—5). Шулай итеп Шайтан Йәһүәне яуызлыҡ эшләүҙә ғәйепләгән һәм Йәһүәнең абруйына, йәғни изге исеменә һөжүм иткән. Һуңыраҡ Әйүп көндәрендә Шайтан, кешеләр Йәһүәгә унан нимәлер алыр өсөн генә хеҙмәт итә, тигән. Шулай уҡ был яла яғыусы, бер кеше лә Йәһүәне ысын күңелдән яратмай һәм ауырлыҡтар менән осрашһа, уға хеҙмәт итеүҙән туҡтаясаҡ, тип әйткән (Әйүп 1:9—11; 2:4). Ысынында кем ялғансы икәнен күрер өсөн һәм уны фаш итер өсөн ваҡыт талап ителгән.
Ғайса шәкерттәренә Йәһүәнең исемен изгеләндереү бик мөһим икәнен аңлатҡан. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)
«МИН ҮҘ ҒҮМЕРЕМДЕ... БИРӘМ»
12. Йәһүәнең исемен яратҡанға күрә Ғайса нимә эшләргә әҙер булған?
12 Йәһүәне яратҡанға Ғайса Атаһының исемен изгеләндерер өсөн һәм уның абруйын яҡлар өсөн көсөнән килгәндең барыһын эшләргә теләгән. «Мин үҙ ғүмеремде... бирәм», — тигән ул (Яхъя 10:17, 18). Ғайса хатта Алла исеме хаҡына үлергә әҙер булғанc. Беренсе камил кешеләр, Әҙәм менән Һауа, Йәһүәне кире ҡағып, Шайтан яғына баҫҡан. Уларҙан айырмалы булараҡ, Ғайса үҙ теләге менән ергә килгән һәм Атаһын яратҡанын раҫлаған. Ул Йәһүәгә ғүмере буйы тыңлаусан булған (Евр. 4:15; 5:7—10). Хатта яфаланыу бағанаһында ғазаплы үлем кисерһә лә, ул Аллаға тоғро ҡалған (Евр. 12:2). Шулай итеп ул Йәһүәне һәм уның исемен яратҡанын иҫбатлаған.
13. Ни өсөн Ғайса Шайтандың ялғансы булыуын барыһынан да яҡшыраҡ иҫбатлай алған? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
13 Ғайса үҙенең бөтә тормошо менән Йәһүә түгел, ә Шайтан ялғансы икәнен иҫбатлаған (Яхъя 8:44). Ғайсанан яҡшыраҡ Йәһүәне башҡа бер кем дә белмәгән. Әгәр Шайтандың Йәһүәгә ҡарата ғәйепләүҙәре ысын булған булһа, Ғайса быны белер ине. Ләкин Ғайса Йәһүәгә тулыһынса ышанған, шуға аҙаҡҡа тиклем уның абруйын, йәғни исемен яҡлаған. Хатта Йәһүә Ғайсаны ташлап киткән кеүек күренһә лә, ул Аллаға тоғро ҡалыр өсөн үлергә әҙер булған (Матф. 27:46)d.
Ғайса Йәһүәнең түгел, ә Шайтандың ялғансы булыуын иҫбатлаған. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)
«ҺИН ҠУШҠАН ЭШТЕ БАШҠАРЫП СЫҒЫП, МИН ҺИНЕ... ДАНЛАНЫМ»
14. Йәһүә Ғайсаны тоғролоғо өсөн нисек бүләкләгән?
14 Үлеме алдынан төндә Ғайса Йәһүәгә: «Һин ҡушҡан эште башҡарып сығып, мин һине... данланым», — тигән. Ғайса тоғролоғо өсөн Йәһүәнән фатихалар аласағына бер ҙә шикләнмәгән (Яхъя 17:4, 5). Атаһы уның ышанысын аҡлаған. Йәһүә Ғайсаны ҡәберҙә ҡалдырмаған (Илс. 2:23, 24). Ул Улын терелткән һәм уға күктә «юғары» урын биргән (Флп. 2:8, 9). Ваҡыт уҙыу менән Ғайса Алла Батшалығының батшаһы булып киткән. Был Батшалыҡ нимә эшләйәсәк? Яуапты беҙ Ғайсаның өлгөлө доғаһынан уҡый алабыҙ. Унда: «Һинең Батшалығың килһен. Ихтыярың, күктә үтәлгән кеүек, ерҙә лә үтәлһен», — тип әйтелгән (Матф. 6:10).
15. Киләсәктә Ғайса нимә эшләр?
15 Яҡын киләсәктә Ғайса Алланың дошмандары менән һуғышыр һәм яуыз кешеләрҙе Армагеддонда юҡ итер (Асыл. 16:14, 16; 19:11—16). Унан һуң ул Шайтанды «упҡынға» ташлар. Унда Шайтан үлемгә оҡшаш хәлдә булғас, бер нәмә лә эшләй алмаҫ (Асыл. 20:1—3). Үҙенең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында Ғайса ерҙә тыныслыҡ урынлаштырыр һәм кешеләрҙе камиллыҡҡа ҡайтарыр. Ул үлгәндәрҙе терелтер һәм ерҙе ожмахҡа әйләндерер. Йәһүәнең ниәте тулыһынса үтәлер! (Асыл. 21:1—4).
16. Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы үткәс, тормош ниндәй булыр?
16 Ғайсаның Меңйыллыҡ идараһы үткәндән һуң тормоштоң ниндәй буласағын күҙ алдына килтерегеҙ. Гонаһ һәм камилһыҙлыҡ юҡҡа сыҡҡан. Йолом нигеҙендә кешеләргә үҙ гонаһтары өсөн инде ғәфү үтенергә кәрәкмәй. Шулай уҡ улар руханилыҡҡа ла мохтаж түгел, сөнки уларҙың Алла менән мөнәсәбәттәре тулыһынса торғоҙолған. Һуңғы «дошман» — үлем юҡ ителгән. Үлгәндәр терелгән. Ерҙә йәшәгән бөтә кешеләр камил (1 Кәр. 15:25, 26).
17, 18. а) Меңйыллыҡ идара аҙағына еткәс, нимә булыр? б) Идара итеүе тамамланғас, Ғайса нимә эшләр? (1 Кәринттәргә 15:24, 28). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
17 Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы аҙағына еткәс, тағы бер ғәжәйеп нәмә булыр! Бер кем дә Йәһүәнең изге һәм ғәҙел Алла булыуына шикләнмәҫ. Ни өсөн? Эден баҡсаһында Шайтан, Йәһүә кешеләрҙе алдай, уларҙы яратмай, ә тик улар менән идара итә, тигән. Шулай ҙа Йәһүәне тәрән хөрмәт иткән кешеләр һәр ваҡытта ла булған. Уларҙың тормошо Йәһүәнең идараһы иң яҡшыһы икәнен иҫбатлай. Меңйыллыҡ идара аҙағында Йәһүәнең абруйы тулыһынса изгеләндереләсәк. Ул үҙенең ҡайғыртыусан Атай булыуын тулыһынса иҫбатлаясаҡ.
18 Шулай итеп Шайтандың Йәһүә тураһында әйткән бөтә ғәйепләүҙәре ялған булғаны мәңгегә иҫбат ителер. Идара итеүе тамамланғас, Ғайса нимә эшләйәсәк? Шайтан кеүек Йәһүәгә ҡаршы сығырмы? Юҡ. (1 Кәринттәргә 15:24, 28-ҙе уҡығыҙ.) Ғайса Батшалыҡты Атаһына тапшырыр. Ул Йәһүәнең хакимлығына буйһонор. Шайтандан айырмалы булараҡ, Ғайса Атаһын яратҡанға күрә бөтә хакимлыҡтан баш тартырға әҙер.
Меңйыллыҡ идараһы тамамланғандан һуң Ғайса батшалыҡты Йәһүәгә ҡайтара. (18-се абзацты ҡарағыҙ.)
19. Ғайса өсөн Йәһүәнең исеме ни тиклем мөһим?
19 Йәһүәнең Ғайсаға үҙ исемен бирергә теләгәне ғәжәп түгел! Алла Улын үҙ вәкиле итеп билдәләгән, һәм Ғайса үҙенә бирелгән йөкләмәне еренә еткереп үтәгән. Был мәҡәләнән күреүебеҙсә, Ғайса өсөн Йәһүәнең исеменән мөһимерәк нәмә юҡ. Ул был исем өсөн үҙенең ғүмерен ҡорбан иткән һәм Меңйыллыҡ идараһы тамамланғас, ул шатланып Йәһүәгә бөтә хакимлыҡты кире тапшырасаҡ. Беҙ Ғайсанан нисек өлгө ала алабыҙ? Быны киләһе мәҡәләнән белербеҙ.
16-СЫ ЙЫР Йәһте Улын майлағаны өсөн ололағыҙ!
a Ҡайһы саҡта фәрештәләр ҙә, Йәһүәнең вәкилдәре булараҡ, уның исеменән хәбәрҙәр еткергән. Бына ни өсөн Изге Яҙмала ҡайһы бер осраҡтарҙа фәрештә һөйләһә лә, Йәһүә әйткән, тип яҙылған (Баш. 18:1—33). Мәҫәлән, беҙ Изге Яҙмала, Муса Йәһүәнән ҡанун алған, тип уҡыйбыҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер аяттарҙа, Йәһүә был ҡанунды бирер өсөн фәрештәләрҙе ҡулланған, тип әйтелә (Лев. 27:34; Илс. 7:38, 53; Ғал. 3:19; Евр. 2:2—4).
b АҢЛАТМА. «Изгеләндереү» — берәй нәмәгә изге нәмәгә кеүек, йәғни тәрән хөрмәт һәм ихтирам менән ҡарауҙы аңлата. Берәй кешенең абруйын «яҡлау» — уға ҡарата бөтә ялған ғәйепте кире ҡағыуҙы һәм уның ғәйепле түгел икәнен раҫлауҙы аңлата.
c Ғайсаның үлеме шулай уҡ кешеләргә мәңге йәшәргә мөмкинлек асҡан.
d «Күҙәтеү манараһы» 2021 йылдың апрель сығарылышында 30—31-се биттәрҙә «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.