Яңы йыйылышҡа күсеү. Һеҙ барыһын да булдыра алырһығыҙ!
ҺЕҘҘЕҢ ҡасан да булһа, икенсе йыйылышҡа күскәнегеҙ булдымы? Эйе булһа, һеҙ, моғайын, Жан-Ша́рль ҡәрҙәштең һүҙҙәре менән ризалашырһығыҙ. Ул былай тигән: «Был еңел түгел. Яңы йыйылышҡа өйрәнеп китергә, шул уҡ ваҡытта яҡындарыңдың рухи сәләмәтлеге тураһында ла ҡайғыртып торорға кәрәк». Күсенгәндәргә эш, йәшәү урыны, яңы мәктәп эҙләргә һәм шул уҡ ваҡытта башҡа климатҡа, мәҙәниәткә һәм вәғәзләү территорияһына өйрәнергә кәрәк.
Николя́ менән Сели́н башҡа бер ауырлыҡ менән осрашҡан. Франциялағы филиал уларға башҡа йыйылышҡа күсергә тәҡдим иткән. Улар былай ти: «Тәүҙә беҙ бик шатландыҡ. Ләкин һуңыраҡ беҙ дуҫтарыбыҙҙы ныҡ һағынабыҙ икәнен аңланыҡ. Ә яңы йыйылышта беҙ бер кем менән дә йүнләп танышмаған инек»a. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, яңы йыйылышҡа күсеүҙе нимә еңеләйтер? Урындағы ҡәрҙәштәр нисек булышлыҡ күрһәтә ала? Яңы йыйылышҡа күсеү һеҙҙең һәм ундағы ҡәрҙәштәр өсөн дә фатиха булһын өсөн нимә эшләргә?
ДҮРТ ЯҠШЫ ПРИНЦИП
Йәһүәгә таянығыҙ
1. Йәһүәгә таянығыҙ (Зәб. 37:5). Японияла йәшәгән Казу́ми ҡәрҙәшебеҙ үҙ йыйылышында 20 йыл хеҙмәт иткән. Ләкин иренең эше арҡаһында уларға күсенергә тура килгән. Ул нисек «юлын Йәһүәгә» тапшырған? Казуми былай ти: «Мин ҡайһы ваҡытта бошона инем йә үҙемде бик яңғыҙ тоя инем. Хатта ҡайһы саҡта ҡурҡыу биләп ала торғайны. Ләкин мин барыһын Йәһүәгә һөйләй инем, һәм ул миңә һәр ваҡыт көс өҫтәп торҙо».
Яңы шарттарҙа Йәһүәгә таянырға нимә ярҙам итер? Үҫемлеккә үҫер өсөн һыу һәм туҡлыҡлы тупраҡ кәрәк. Шуның шикелле, иманыбыҙҙы ла туҡландырып торорға кәрәк. Юғарыла иҫкә алынған Николя Ибраһимдың, Ғайсаның һәм Павелдың тормошо тураһында тикшереүҙәр үткәргән. Был ирҙәр, Алланың ихтыярын үтәр өсөн, ҙур ҡорбандарға барған. Уларҙың миҫалдары ҡәрҙәшебеҙҙең Йәһүәгә ышанысын нығытҡан. Изге Яҙманы даими өйрәнеү үҙгәрештәргә яраҡлашып китергә ярҙам итер. Өҫтәүенә, рухи яҡтан байытыр, һәм һеҙҙең яңы йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән бүлешерлек фекерҙәрегеҙ булыр.
Сағыштырмағыҙ
2. Сағыштырмағыҙ (Вәғ. 7:10). Жюль ҡәрҙәшебеҙ Бениндан Ҡушма Штаттарға күсенгәс, бөтөнләй икенсе төрлө мәҙәниәт менән осрашҡан. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Мин йыйылышта үҙем тураһында бөтәһенә лә бөтә нәмәне һөйләргә тейеш кеүек инем». Жюль ҡәрҙәш өсөн был ғәҙәти булмаған, шуға ул башҡаларҙан ситләшә башлаған. Ләкин уларҙы яҡшыраҡ белгәс, уның ҡарашы үҙгәргән. Жюль былай тип дауам итә: «Мин кешеләрҙең бөтә ерҙә лә бер төрлө булыуын аңланым. Тик улар төрлөсә һөйләшә һәм үҙҙәрен төрлөсә тота. Уларҙы нисек бар, шулай итеп ҡабул итеү мөһим». Шуға әлеге йыйылышты элекке йыйылышығыҙ менән сағыштырмағыҙ. Пионер булып хеҙмәт иткән Анн-Лиз ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Мин яңы урында элеккесә булыр тип бер ҙә көтмәнем. Мин бит яңы нәмәләргә өйрәнер өсөн күсендем».
Яңы йыйылышҡа күсенгән өлкәндәргә лә сағыштырыуҙар яһарға кәрәкмәй. Унда ҡәрҙәштәр нимәнелер башҡаса эшләйҙер. Башҡаса эшләү дөрөҫ түгел тигәнде аңлатмай бит. Шуға күрә кәңәш бирер алдынан иғтибарлы булыу һәм урындағы шарттар менән танышыу аҡыллыраҡ булыр (Вәғ. 3:1, 7б). Ҡәрҙәштәргә үҙеңдең ҡараштарыңды тағыр урынына, уларға үрнәк күрһәтеү яҡшыраҡ (2 Кор. 1:24).
Беренсе булып аҙым яһағыҙ
3. Тырышлыҡтар һалығыҙ (Флп. 1:27). Күсенеү күп көс һәм ваҡыт талап итһә лә, урындағы йыйылышҡа шунда уҡ йөрөй башлау бик мөһим. Мөмкинлек булһа, ҡәрҙәштәр менән видеоэлемтә аша түгел, ә йыйылышҡа барып күрешеү яҡшыраҡ. Яңы йыйылыштағы ҡәрҙәштәр һеҙҙе бер ҡасан да күрмәһә йә бик һирәк күрһә, улар һеҙгә нисек ярҙам итә алыр? Люси́нда ҡәрҙәш ике ҡыҙы менән Көньяҡ Африканың бер ҙур ҡалаһына күсенгән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Дуҫтарыбыҙ беҙгә тиҙерәк йыйылыштың эштәренә сумырға, башҡалар менән хеҙмәттәшлек итергә һәм йыйылышта әүҙем ҡатнашырға кәңәш итте. Шулай уҡ беҙ өйөбөҙҙө вәғәз осрашыуҙарын үткәрер өсөн тәҡдим иттек».
Яңы йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән иңгә-иң хеҙмәт итегеҙ. Был һеҙгә лә, уларға ла көс өҫтәр. Йыйылыш өлкәндәре Анн-Лиз ҡәрҙәште һәр вәғәзсе менән хеҙмәт итергә өндәгән. Һөҙөмтәһе ниндәй булған? «Яңы рухи ғаиләнең өлөшө булып китер өсөн тап шул кәрәк икәнен мин тиҙ аңланым», — тип әйтә ул. Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә ҡатнашығыҙ. Шулай итеп был һеҙҙең дә йыйылышығыҙ икәнен тойорһоғоҙ. Күберәк тырышлыҡтар һалған һайын, һеҙ яңы урындағы ҡәрҙәштәр менән туғандар кеүек булып китерһегеҙ.
Яңы дуҫтар табығыҙ
4. Яңы дуҫтар табығыҙ (2 Кор. 6:11—13). Кеше менән дуҫлашыр өсөн, уның менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу мөһим. Осрашыуға иртәрәк килергә һәм унда күпмелер ваҡыт ҡалып аралашырға планлаштырығыҙ. Шул саҡта һеҙҙең ҡәрҙәштәр менән һөйләшеп алырға ваҡытығыҙ булыр һәм улар менән яҡынданыраҡ танышырһығыҙ. Уларҙың исемдәрен иҫтә ҡалдырырға маҡсат ҡуйығыҙ. Кешегә исеме менән өндәшһәләр, уға бик оҡшай. Шулай уҡ алсаҡ булһағыҙ һәм үҙегеҙҙе дуҫтарса тотһағыҙ, башҡалар һеҙгә тартылыр һәм һеҙ тиҙҙән яңы дуҫтар табырһығыҙ.
Башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итеү урынына, үҙ-үҙең булып ҡалыу хәйерлерәк. Ябай аралашыуҙа танышыу еңелерәк. Люсинда былай ти: «Беҙ ҡәрҙәштәрҙе үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡыра торғайныҡ. Шулай итеп беҙ яҡшы дуҫтар таптыҡ».
«БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ ҠАБУЛ ИТЕГЕҘ»
Ҡайһы берәүҙәрҙе Батшалыҡ залына барырға кәрәк тигән уйҙар ҡурҡыта, сөнки улар бер кемде лә белмәй. Йыйылышҡа күскәндәргә һәр беребеҙ нисек булышлыҡ күрһәтә ала? Илсе Павел былай тип яҙған: «Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ» (Рим. 15:7). Мәсихтән өлгө алып, йыйылыш өлкәндәре, уларҙың йыйылышына күскәндәр тиҙерәк өйрәнеп китһен өсөн, улар хаҡында ҡайғырта ала. («Күсенеүҙе нисек еңеләйтергә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Әммә яңы килгәндәр үҙҙәрен ғаиләлә кеүек тойһон өсөн, бөтәһе лә, шул иҫәптән балалар ҙа, күпте эшләй ала.
Йыйылышығыҙға күскәндәрҙе нисек ысын күңелдән ҡабул итергә? Уларҙы ҡунаҡҡа саҡырырға, уларға ярҙам тәҡдим итергә була. Мәҫәлән, пионер булып хеҙмәт иткән урындағы ҡыҙ ҡәрҙәш үҙенең йыйылышына күскән бер ҡыҙ ҡәрҙәшкә экскурсия үткәргән һәм йәмәғәт транспорт менән нисек ҡулланырға икәнен аңлатҡан. Күсенеп килгән ҡәрҙәшебеҙгә шундай хәстәрлек ҙур файҙа килтергән.
РУХИ ҮҪЕШ ӨСӨН МӨМКИНЛЕК
Саранча оса башлаһын өсөн, уның ҡанаттары нығынырға тейеш. Бының өсөн ул бер нисә тапҡыр тиреһен һала. Шуның кеүек, һеҙгә лә яңы йыйылышта Йәһүәгә «ҡанаттар йәйеп» хеҙмәт итергә ҡамасаулаған һәр төрлө кәртәләрҙән арынырға кәрәк. Николя менән Селин былай ти: «Күсенеүҙе тренажер менән сағыштырып була. Яңы шарттарҙа, яңы кешеләр менән уртаҡ тел табыр өсөн яңы сифаттар кәрәк». Жан-Шарль ҡәрҙәш күсенеүҙең уның ғаиләһенә нисек тәьҫир иткәне тураһында былай ти: «Яңы йыйылыш балаларыбыҙға яҡшы йоғонто яһаны. Инде бер нисә айҙан һуң ҡыҙыбыҙ аҙна уртаһында үткән осрашыуҙарҙа ҡатнаша башланы, ә улыбыҙ һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булып китте».
Бәлки, һеҙ ҙә вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсенергә теләйһегеҙҙер, ләкин ниндәйҙер сәбәп һеҙҙе тотҡарлайҙыр. Был мәҡәләләге кәңәштәрҙе үҙ йыйылышығыҙҙа ҡулланып ҡарағыҙ һәм шул саҡта күп нәмәләрҙе башҡа яҡтан күрерһегеҙ. Быға үҙегеҙ ҙә ғәжәпләнерһегеҙ! Иманығыҙҙы артабан да нығытығыҙ. Йыйылышта беренсе булып аҙым яһағыҙ. Төрлө ҡәрҙәштәр менән хеҙмәткә яҙылығыҙ. Яңы дуҫтар табығыҙ, ә булғандарын ҡәҙерләгеҙ. Йыйылышта кемгә ярҙам итеп булғаны хаҡында уйланығыҙ. Мәсихселәрсә яратыу күрһәтеп, һеҙ рухи яҡтан сәскә атҡандай булырһығыҙ һәм Йәһүәнең хуплауын тойорһоғоҙ, сөнки «нәҡ шундай ҡорбандар» уны һөйөндөрә (Евр. 13:16; Яхъя 13:35).
Эйе, күсенеү ауырлыҡтар менән бәйле. Ләкин күп кенә ҡәрҙәштәр был ауырлыҡтарҙы инде йырып сыҡҡан һәм яңы урында үҙҙәрен бәхетле тоя. Һеҙ ҙә булдыра алаһығыҙ! «Күсенеү йөрәгемдә элекке һәм яңы дуҫтарым өсөн дә урын күп икәнен күрергә ярҙам итте», — ти Анн-Лиз. Казуми ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Күсенеү миңә Йәһүәне башҡа яҡтан күрергә ярҙам итте. Хәҙер мин уға күберәк таянам». Жюль былай ти: «Минең хәҙер яңы дуҫтарым бар. Миңә улар менән рәхәт. Был йыйылыш минең өсөн ғаиләм булып китте. Уларҙы ҡалдырырға тура килһә, бик ҡыйын булыр инде».
a «Күҙәтеү манараһы» 1994 йылдың 15 май сығарылышында «Как быть проповеднику, когда томит ностальгия» (урыҫ) тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.