33-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
130-СЫ ЙЫР Кисерергә әҙер булайыҡ
Йыйылыш гонаһ ҡылған кешегә Йәһүәнең ҡарашын нисек сағылдыра ала?
«Берәйһе гонаһ ҡылһа, Атабыҙ янында ярҙамсыбыҙ... бар» (1 ЯХЪЯ 2:1).
ТӨП ФЕКЕР
Беренсе быуатта Кәринт йыйылышындағы етди гонаһ ҡылған кешенең осрағы нисек хәл ителгән һәм беҙ ул осраҡтан ниндәй һабаҡтар ала алабыҙ?
1. Йәһүә бөтә кешеләр өсөн дә нимә теләй?
ЙӘһҮӘ кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәндә уларға һайлау ирке бүләк иткән. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ был бүләкте ҡулланабыҙ. Кеше ҡабул итә алған иң мөһим ҡарар — үҙеңде Йәһүәгә бағышлау һәм уның халҡына ҡушылыу. Йәһүә бөтәһенең дә шундай һайлау яһауҙарын теләй. Ни өсөн? Сөнки ул кешеләрҙе ярата һәм улар өсөн иң яҡшыһын ниәтләй. Йәһүә кешеләрҙең уның менән дуҫ булыуҙарын һәм мәңге йәшәүҙәрен теләй (Ҡан. 30:19, 20; Ғал. 6:7, 8).
2. Етди гонаһ ҡылған, әммә тәүбә итмәгән мәсихсегә Йәһүә нисек ҡарай? (1 Яхъя 2:1).
2 Әммә Йәһүә бер кемде лә үҙенә хеҙмәт итергә мәжбүр итмәй. Ул һәр кешегә һайлау мөмкинлеген биргән. Һыуға сумдырылған мәсихсе етди гонаһ ҡылып, Алла ҡанунын боҙһа, уның менән нимә булыр? Әгәр ул тәүбә итмәһә, уны йыйылыштан ситләштерергә кәрәк (1 Кәр. 5:13). Әммә хатта шул осраҡта ла Йәһүә гонаһ ҡылған кешенең кире ҡайтыуына өмөтләнә. Ысынында, Йәһүәнең тәүбә иткән мәсихсене кисерергә нигеҙе бар, сөнки ул бының өсөн йолом ҡорбаны түләгән. (1 Яхъя 2:1-ҙе уҡығыҙ.) Беҙҙең ҡайғыртыусан Аллабыҙ, гонаһ ҡылғандарға мөрәжәғәт итеп, уларҙы тәүбә итергә саҡыра (Зәк. 1:3; Рим. 2:4; Яҡ. 4:8).
3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Йәһүә гонаһҡа һәм гонаһ ҡылыусыларға уның кеүек ҡарауыбыҙҙы теләй. Быны нисек эшләп булғанын ошо мәҡәләнән белербеҙ. Мәҡәләне уҡығанда, шуға иғтибар итегеҙ: 1) Кәринт йыйылышындағы мәсихселәр гонаһ ҡылған имандашы менән нисек мөғәмәлә иткән? 2) Ул кеше тәүбә иткәс, Пауыл уның менән нисек мөғәмәлә итергә ҡушҡан? 3) Етди гонаһ ҡылған мәсихселәргә Йәһүә нисек ҡарай?
КӘРИНТ ЙЫЙЫЛЫШЫНДА БУЛҒАН ОСРАҠ НИСЕК ХӘЛ ИТЕЛГӘН?
4. Беренсе быуатта Кәринттәге йыйылышта ниндәй хәл тыуған? (1 Кәринттәргә 5:1, 2).
4 1 Кәринттәргә 5:1, 2-не уҡығыҙ. Илсе Пауыл үҙенең өсөнсө миссионер сәйәхәтендә булғанда яңы ғына барлыҡҡа килгән Кәринт йыйылышы тураһында насар хәбәр ишеткән. Шул йыйылыштан булған бер мәсихсе үҙенең үгәй әсәһе менән енси мөнәсәбәттә булған. Ундай тәртип шаҡ ҡатырғыс булған һәм «хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән»! Йыйылыш уның тәртибен түҙеп кенә ҡалмаған, ә хатта, моғайын, уның менән ғорурланғандыр. Бәлки, ҡайһы берәүҙәр, беҙ Йәһүә һымаҡ был кешегә шәфҡәтлек сағылдырабыҙ, тип уйлағандыр. Әммә Йәһүә үҙ халҡының гонаһ ҡылыуҙарын хупламай. Ул кеше үҙ тәртибе менән йыйылыштың абруйына тап төшөргән. Ул шулай уҡ уның менән аралашҡан башҡа мәсихселәргә насар йоғонто яһай алған. Пауыл был кеше менән нисек мөғәмәлә итергә ҡушҡан?
5. Пауыл йыйылыштарға нимә эшләргә ҡушҡан һәм ул нимәне күҙ уңында тотҡан? (1 Кәринттәргә 5:13). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
5 1 Кәринттәргә 5:13-тө уҡығыҙ. Алла Пауылды тәүбә итмәгән кешене йыйылыштан ситләштерергә кәрәклеге тураһында хат яҙырға рухландырған. Мәсихселәр был кешегә нисек ҡарарға тейеш булған? Пауыл уларға был кеше менән аралашмаҫҡа ҡушҡан. Был үҙ эсенә нимәне алған? Ул кеше менән бергә хатта ашарға ярамағанлыҡты аңлатҡан (1 Кәр. 5:11). Ризалашырһығыҙ, кем менәндер бергә ашау, ғәҙәттә, йылы аралашыуға килтерә. Бына ни өсөн мәсихселәр ундай кеше менән ваҡыт үткәрергә тейеш булмаған. Был йыйылышты ул кешенең насар йоғонтоһонан һаҡлай алған (1 Кәр. 5:5—7). Бынан тыш, йыйылыш менән яҡын аралашыуҙы юғалтҡас, ул кеше Йәһүәне ни тиклем ныҡ рәнйеткәнен аңлаған һәм ҡылған эштәренә үкенеп тәүбәгә килә алған.
Алла Пауылды тәүбә итмәгән кешене йыйылыштан ситләштерергә кәрәклеге тураһында хат яҙырға дәртләндергән. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)
6. Пауылдың хаты йыйылышҡа һәм гонаһ ҡылыусыға ниндәй йоғонто яһаған?
6 Пауыл Кәринттәге мәсихселәргә хат яҙғас, улар уны нисек ҡабул итер тип көткән. Һуңыраҡ Тит Пауылға шатландырғыс яңылыҡтар алып килгән. Йыйылыш Пауылдың күрһәтмәләре буйынса эш иткән (2 Кәр. 7:6, 7). Бынан тыш, Пауыл был хатты ебәргәндән һуң бер нисә ай үтеүгә гонаһ ҡылыусы тәүбә иткән! Ул үҙ ҡарашын һәм тәртибен үҙгәрткән һәм Йәһүәнең тәҡүә нормалары буйынса йәшәй башлаған (2 Кәр. 7:8—11). Хәҙер Пауыл йыйылышҡа ниндәй күрһәтмәләр бирер?
ТӘҮБӘ ИТКӘН КЕШЕГӘ ЙЫЙЫЛЫШ НИСЕК ҠАРАРҒА ТЕЙЕШ БУЛҒАН?
7. Гонаһ ҡылған кешене йыйылыштан ситләштереү ниндәй яҡшы һөҙөмтәләргә килтергән? (2 Кәринттәргә 2:5—8).
7 2 Кәринттәргә 2:5—8-ҙе уҡығыҙ. Пауыл «ундай кешегә күптәрегеҙ биргән яза етә» тигән. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, яза үҙ маҡсатына ирешкән: уны тәүбәгә килтергән (Евр. 12:11).
8. Пауыл йыйылышҡа нимә эшләргә ҡушҡан?
8 Пауыл йыйылышҡа ҡәрҙәшегеҙҙе «ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ» һәм «уға мөхәббәтегеҙҙе» күрһәтегеҙ тигән. Иғтибар итегеҙ, Пауыл тәүбә иткән кешене йыйылышҡа ҡабул итеүҙән тыш, уның өсөн тағы күберәкте эшләргә кәрәклеге тураһында әйткән. Йыйылыштағылар ундай кешене үҙ һүҙҙәре һәм эштәре менән уны яратҡанына һәм ғәфү иткәненә ышандырырға тейеш булған. Шулай эшләп, улар уның йыйылышҡа кире ҡайтыуына шат булыуҙарын күрһәткән.
9. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр тәүбә иткән ҡәрҙәште ғәфү итергә ашыҡмаған?
9 Тәүбә иткән мәсихсенең ҡайтыуына йыйылыштағыларҙың бөтәһе лә шат булғанмы? Изге Яҙмала был хаҡта әйтелмәһә лә, моғайын, юҡтыр. Ул кеше бит бөтә йыйылышҡа тап төшөргән, йә, бәлки, берәй ҡәрҙәште шәхсән рәнйеткәндер һәм уға күп ауырлыҡтар килтергәндер. Ҡәрҙәштәр Алланың әхлаҡи нормалары буйынса йәшәр өсөн күп көс һалған. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр, етди гонаһ ҡылған мәсихсегә кире ҡайтырға рөхсәт итеү һәм уны ҡәрҙәште кеүек йылы ҡабул итеү ғәҙелһеҙ, тип уйлағандыр. (Лука 15:28—30 менән сағыштырығыҙ.) Улай булғас, ни өсөн һуң йыйылыштағы ҡәрҙәштәр кире ҡайтҡан мәсихсене ысын күңелдән ҡабул итергә тейеш булған?
10, 11. Аҡһаҡалдар тәүбә иткән ҡәрҙәште кисерергә теләмәһә, был нимәгә килтерер ине?
10 Аҡһаҡалдар ысын йөрәктән тәүбә иткән кешене йыйылышҡа кире ҡабул итмәһә йә йыйылыштағылар уға яратыу күрһәтмәһә, нимә булыр ине? Пауыл әйткәнсә, «артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр» ине. Ул, Йәһүәгә бер ҡасан да хеҙмәт итә алмам, тип уйлай алыр ине. Бәлки, Алла менән дуҫлығын ҡайтарырға тырышлыҡтар һалмаҫ ине.
11 Тәүбә иткән кешене кисерергә теләмәгән ҡәрҙәштәр Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя алған. Ни өсөн? Шул саҡта улар мәрхәмәтле Йәһүәнең ҡарашын түгел, ә аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ Шайтандың ҡарашын сағылдырыр ине. Шайтан улар аша был кешене рухи яҡтан ҡаҡшата алыр ине (2 Кәр. 2:10, 11; Эфес. 4:27).
12. Йыйылыштағы мәсихселәр нисек Йәһүәнән өлгө ала алған?
12 Кәринт йыйылышындағы мәсихселәр, тәүбә иткән кешене ғәфү итеп, Шайтандан түгел, ә Йәһүәнән өлгө ала алған. Иғтибар итегеҙ, Изге Яҙмала Йәһүә тураһында нимә әйтелә. «Һин игелекле, ғәфү итергә әҙерһең», — тип доға ҡылған Дауыт (Зәб. 85:5 [86:5, ЯДТ]). Миҡай пәйғәмбәр: «Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, үҙ халҡының... ғәйебен ғәфү ҡылған... башҡа Алла бармы?» — тип яҙған (Миҡ. 7:18). Ә Ишағыя пәйғәмбәр: «Яман әҙәм ҡыуған юлын, залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын — Ул мәрхәмәтен күрһәтер; беҙҙең Аллабыҙға килһен — Ул ярлыҡауға бик йомарт», — тип әйткән (Ишағ. 55:7).
13. Ни өсөн тәүбә иткән мәсихсегә кире йыйылышҡа ҡайтырға рөхсәт ителгән? («Кәринт йыйылышындағы гонаһ ҡылған кешене ҡасан кире йыйылышҡа ҡабул иткәндәр?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
13 Йәһүәнән өлгө алыр өсөн, Кәринттәге мәсихселәргә тәүбә иткән ҡәрҙәште ҡабул итергә һәм үҙ яратыуына ышандырырға кәрәк булған. Пауылдың кәңәшен тотоп һәм тәүбә иткән мәсихсене ихлас ҡаршы алып, йыйылыштағылар «бөтә нәмәлә лә тыңлаусан» булыуҙарын күрһәткән (2 Кәр. 2:9). Йыйылыштан ситләштерелгән кеше бер нисә айҙан һуң инде тәүбә иткән. Ул кеше өсөн төҙәтеү саралары уңышлы булған. Шуға күрә уны йыйылышҡа кире ҡайтарыуҙы оҙаҡҡа һуҙыу аҡылһыҙ булған.
ШӘФҠӘТЛЕ ҺӘМ ҒӘҘЕЛ ЙӘҺҮӘНӘН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ
14, 15. Кәринт ҡалаһында булған осраҡтан беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? (2 Петер 3:9). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
14 Кәринт ҡалаһында булған осраҡ «нәсихәт биреү өсөн» Изге Яҙмала һаҡланған (Рим. 15:4). Был хәбәрҙән беҙ шуны беләбеҙ: Йәһүә етди гонаһ ҡылған һәм тәүбә итмәгән кешене йыйылышта ҡалдырмай. Ҡайһы берәүҙәр, Йәһүә — шәфҡәтле, ул гонаһ ҡылған кешегә йыйылышта ҡалырға һәм уның халҡы менән аралашырға рөхсәт итер, тип уйлай. Эйе, Йәһүә — шәфҡәтле. Ләкин ул үҙенең нормаларын түбәнәйтмәй. Ысынында Йәһүә шәфҡәтле булғанға тәүбә итмәгән мәсихсене йыйылыштан сығара (Йәһ. 4). Гонаһ ҡылған кешегә йыйылышта ҡалырға рөхсәт итеп, Йәһүә бөтәһен дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыр ине. Был Йәһүәнең шәфҡәтлегенә тура килмәй (Ғиб. һүҙ. 13:20; 1 Кәр. 15:33).
15 Шул уҡ ваҡытта Йәһүә бер кемдең дә һәләк булыуын түгел, ә мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙ ҡарашын үҙгәрткән һәм уның менән яңынан дуҫ булырға теләгән кешеләргә Йәһүә шәфҡәт күрһәтә (Йәз. 33:11; 2 Петер 3:9-ҙы уҡығыҙ). Бына ни өсөн Кәринттәге кеше гонаһ ҡылыуҙан туҡтағас һәм тәүбә иткәс, Йәһүә Пауыл аша йыйылышҡа был кешене кисерергә һәм кире ҡабул итергә ҡушҡан.
Йыйылышҡа кире ҡайтҡан мәсихсене йылы ҡаршы алып, ҡәрҙәштәр Йәһүәнең яратыуын һәм шәфҡәтлеген сағылдыра. (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
16. Кәринт йыйылышында булған осраҡтан һеҙ Йәһүә тураһында нимә белдегеҙ?
16 Кәринт йыйылышында булған осраҡ беҙгә Йәһүәнең яратыуын, тәҡүәлеген һәм ғәҙеллеген күрергә ярҙам итә (Зәб. 32:5 [33:5, ЯДТ]). Был беҙҙе Йәһүәне тағы ла күберәк данларға дәртләндерә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы һәм кисереүгә мохтаж. Беҙ Йәһүәгә бик рәхмәтле, сөнки ул беҙҙең өсөн йолом түләгән һәм уның нигеҙендә беҙҙе кисерә. Ысынында Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен бик ярата һәм уларға иң яҡшыһын теләй! Быны белеү беҙҙе йыуата.
17. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
17 Бөгөн кемдер етди гонаһ ҡылһа, аҡһаҡалдар, Йәһүәнән өлгө алып, ул кешегә тәүбәгә килергә нисек ярҙам итә ала? Мәсихсенең йыйылыштан ситләштерелеүе йә уны кире ҡабул итеүе хаҡында иғлан ителһә, йыйылыш быға нисек ҡарарға тейеш? Был һорауҙар киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.
109-СЫ ЙЫР Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ