35-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ
Йыйылыштан ситләштерелгән мәсихселәргә нисек ярҙам күрһәтелә?
«Күктә лә тәүбә итеүгә мохтаж булмаған 99 тәҡүә кешегә ҡарағанда тәүбә иткән бер гонаһ ҡылыусы өсөн күберәк шатланырҙар» (ЛУКА 15:7).
ТӨП ФЕКЕР
Ни өсөн ҡайһы бер мәсихселәрҙе йыйылыштан ситләштерергә кәрәк? Аҡһаҡалдар уларға тәүбәгә килергә һәм Йәһүә менән дуҫлығын кире ҡайтарырға нисек ярҙам итә ала?
1, 2. а) Гонаһ ҡылып тәүбә итмәгән мәсихсегә Йәһүә нисек ҡарай? б) Йәһүә гонаһ ҡылған мәсихселәрҙең нимә эшләүҙәрен көтә?
ЙӘҺҮӘ һәр ҡайһы тәртипте хуплай, тип әйтеп булмай. Ул гонаһты нәфрәт итә (Зәб. 5:5—7 [5:4—6, ЯДТ]). Йәһүә беҙҙән Изге Яҙмала яҙылған тәҡүә нормаларына буйһоноуыбыҙҙы көтә. Әлбиттә, Йәһүә камил булмаған кешеләрҙән камиллыҡ көтмәй (Зәб. 129:3, 4 [130:3, 4, ЯДТ]). Шул уҡ ваҡытта ул, «уның сикһеҙ игелеген оятһыҙ тәртипте аҡлар өсөн ҡулланған» кешеләрҙе түҙеп тормай (Йәһ. 4). Изге Яҙмала яуыз кешеләр Армагеддон һуғышында «юҡ ителәсәк» тип әйтелә (2 Пет. 3:7; Асыл. 16:16).
2 Ләкин Йәһүә бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй. Алда ҡаралған мәҡәләләрҙән күреүебеҙсә, ул «бөтә кешенең тәүбәгә килгәнен көтә» (2 Пет. 3:9). Йыйылыштағы аҡһаҡалдар, түҙемлек сағылдырып, гонаһ ҡылған мәсихсегә тормошон үҙгәртергә һәм Йәһүә менән дуҫлығын ҡайтарырға ярҙам итә. Шулай эшләп улар Алланан өлгө ала. Әммә гонаһ ҡылыусыларҙың бөтәһе лә тәүбәгә килмәй (Ишағ. 6:9). Ҡайһы берәүҙәр аҡһаҡалдарҙың ҡат-ҡат ярҙам итеүенә ҡарамаҫтан гонаһ ҡылыуын дауам итә. Шул саҡта нимә эшләргә?
«ЯУЫЗЛЫҠ ҠЫЛЫУСЫНЫ ҮҘЕГЕҘҘӘН СИТЛӘШТЕРЕГЕҘ»
3. а) Изге Яҙмала әйтелгәнсә, тәүбә итергә теләмәгән мәсихселәргә ниндәй саралар ҡарала? б) Ни өсөн беҙ, гонаһ ҡылыусы кеше йыйылыштан китергә үҙе һайлаған, тип әйтә алабыҙ?
3 Гонаһ ҡылған мәсихсе тәүбә итмәһә, уны йыйылыштан ситләштерәләр, сөнки 1 Кәринттәргә 5:13-тә (ЯДТ) «яуызлыҡ ҡылыусыны үҙегеҙҙән ситләштерегеҙ» тигән күрһәтмә бирелә. Гонаһ ҡылған мәсихсе был юлды үҙе һайлаған тип әйтеп була, сөнки ул үҙе нимә сәскән, шуны ура (Ғал. 6:7). Ни өсөн беҙ шулай тип әйтә алабыҙ? Ул аҡһаҡалдарҙың тәүбәгә килергә ярҙам итеүҙәрен ҡабул итмәгән (2 Бат. 17:12—15). Үҙ эштәре менән ул Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәргә теләмәгәнен күрһәткән (Ҡан. 30:19, 20).
4. Ни өсөн тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусының йыйылыштан ситләштерелеүе тураһында иғлан ителә?
4 Тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусы йыйылыштан ситләштерелгәсa, был хаҡта йыйылышта иғлан ителә. Был иғлан кешене кәмһетер өсөн түгел, ә йыйылыш Изге Яҙмалағы, ундай кешеләр менән аралашмағыҙ һәм «ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа», тигән кәңәше буйынса эш итһен өсөн әйтелә (1 Кәр. 5:9—11). Йәһүәнең был күрһәтмәне бирер өсөн етди сәбәптәре булған. Илсе Пауыл яҙғанса, «аҙ ғына әсетке тотош ҡамырҙы [әсетә]» (1 Кәр. 5:6). Тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусылар Йәһүәнең тәҡүә нормалары буйынса йәшәргә теләгәндәрҙең рухилығына зыян килтерергә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 13:20; 1 Кәр. 15:33).
5. Йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсегә беҙ нисек ҡарарға тейеш?
5 Йыйылыштан ситләштерелгән имандашыбыҙға беҙ нисек ҡарарға тейеш? Уның менән аралашмаһаҡ та, уға өмөтһөҙ кешегә кеүек түгел, ә аҙашҡан һарыҡҡа кеүек ҡарарға кәрәк. Аҙашҡан һарыҡ көтөүенә кире ҡайтырға мөмкин. Онотмағыҙ, был мәсихсе үҙ тормошон Йәһүәгә бағышлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул әле Йәһүәгә ҡарата тоғролоҡ һаҡламай, шуға күрә ҡурҡыныс хәлдә (Йәз. 18:31). Әммә Йәһүә мәрхәмәтле Алла, һәм әлегә ул ваҡыт бирә, шуға кешенең үҙгәреүенә өмөтләнә алабыҙ. Аҡһаҡалдар йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсегә кире ҡайтырға нисек ярҙам итә ала?
АҠҺАҠАЛДАР ЙЫЙЫЛЫШТАН СИТЛӘШТЕРЕЛГӘНДӘРГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ?
6. Йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсегә ярҙам итер өсөн, аҡһаҡалдар ниндәй аҙымдар яһай?
6 Мәсихсе йыйылыштан ситләштерелһә лә, аҡһаҡалдар уға Йәһүәгә кире ҡайтырға ярҙам итер өсөн артабан да тырышлыҡтар һала. Тәүбә итмәгән мәсихсегә йыйылыштан ситләштереләсәге тураһында әйткәндә, аҡһаҡалдар комитеты уға, кире йыйылышҡа ҡайтыр өсөн, ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеге тураһында ла әйтер. Өҫтәүенә, гонаһ ҡылған мәсихсенең ҡарашы үҙгәргәнме-юҡмы икәнен белер өсөн, улар бер нисә айҙан һуң уға уның менән яңынан осрашырға теләгәнен белдерер. Әгәр ҡәрҙәш осрашырға теләһә, аҡһаҡалдар шул осрашыуҙа уны тәүбәгә килергә дәртләндерер. Ул ваҡытҡа ул үҙ ҡарашын һәм тәртибен үҙгәртмәһә лә, аҡһаҡалдар артабан да ваҡыт-ваҡыт уның менән осрашырға тырышыр.
7. Аҡһаҡалдар, Йәһүәнән өлгө алып, йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсегә нисек ҡыҙғаныу күрһәтә? (Йәрәмиә 3:12).
7 Аҡһаҡалдар, йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсегә ҡыҙғаныу күрһәтеп, Йәһүәнән өлгө ала. Мәҫәлән, боронғо ваҡытта Йәһүә үҙ халҡының тәүбә итеүен көтмәгән, ә, киреһенсә, үҙе беренсе булып аҙым яһаған. Улар үҙ ҡараштарын үҙгәртмәһә лә, Йәһүә уларға ҡат-ҡат пәйғәмбәрҙәрен ебәреп торған. Был журналдың икенсе мәҡәләһендә әйтелгәнсә, Йәһүә Осия пәйғәмбәргә һаман да гонаһ ҡылып йөрөгән ҡатынын ғәфү итеп, кире алырға ҡушҡан (Ос. 3:1). Шулай итеп ул үҙ халҡына ҡыҙғаныусан булыуын күрһәткән (Мал. 3:7). Йәһүәнән үрнәк алып, йыйылыштағы аҡһаҡалдар гонаһ ҡылған мәсихсенең йыйылышҡа ҡайтыуын бик теләй. (Йәрәмиә 3:12-не уҡығыҙ.)
8. Ғайсаның юлдан яҙған ул тураһындағы хикәйәһе нисек Йәһүәнең ҡыҙғаныусан булыуын күрергә ярҙам итә? (Лука 15:7).
8 Ғайсаның юлдан яҙған ул тураһындағы хикәйәһен иҫкә төшөрәйек. Улының ҡайтып килгәнен күреп ҡалып, «Атаһы ... улының ҡаршыһына йүгереп барып, уны ҡосаҡлап үбеп алған» (Лука 15:20). Иғтибар итегеҙ, атай кеше улының ғәфү үтенгәнен көтөп тормаған. Ул уны бик ныҡ яратҡан, шуға уның ҡаршыһына йүгереп барған. Йәһүә лә йыйылыштан ситләштерелгән мәсихселәргә шулай уҡ ҡарай. Аҡһаҡалдар Йәһүәнән өлгө алыр өсөн күп тырышлыҡтар һала. Улар юғалған һарыҡтарҙың һәр береһенең Йәһүәгә ҡайтыуҙарын теләй (Лука 15:22—24, 32). Гонаһ ҡылған мәсихсе кире йыйылышҡа ҡайтһа, күктә генә түгел, ә ерҙә лә — йыйылышта бөтәһе лә шатлана! (Лука 15:7-не уҡығыҙ.)
9. Йәһүә гонаһ ҡылыусыларҙы нимәгә ышандыра?
9 Был мәҡәләләрҙән күреүебеҙсә, Йәһүә тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыларҙы йыйылышта ҡалдырмай, ләкин ул уларға ярҙам итеп тора, сөнки уларҙың кире ҡайтыуын теләй. Йәһүә гонаһ ҡылғандарға ҡарата үҙ хистәрен Осия 14:5-тә белдергән. Унда былай тип яҙылған: «Мин уларҙы хыянаттан дауалармын, ихлас һөйөү менән яратырмын, сөнки уларға булған асыуым ҡайтты инде». Аҡһаҡалдар, Йәһүәнең ниндәй хистәр кисергәнен аңлап, кешенең тәүбә иткәнен күрһәткән хатта бәләкәй генә аҙымдарына ла иғтибар итеп, шунда уҡ ярҙамға килә. Шулай уҡ был һүҙҙәр йыйылыштан киткәндәрҙе Йәһүәнең яратыуына һәм уларҙы һағынып көтөүенә ышандырырға тейеш.
10, 11. Аҡһаҡалдар күп йылдар элек йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсегә нисек ярҙам итә ала?
10 Аҡһаҡалдар күп йылдар элек йыйылыштан ситләштерелгән кешегә нисек ярҙам итә ала? Бәлки, ундай кеше гонаһынан инде арынғандыр. Ҡайһы саҡта ул ни өсөн йыйылыштан ситләштерелгәнен хатта иҫкә төшөрә алмай. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, аҡһаҡалдар ундай мәсихсене табырға һәм уға барырға тырышыр. Осрашҡас, аҡһаҡалдар уның менән бергә доға ҡылыр һәм йыйылышҡа кире ҡайтырға дәртләндерер. Әлбиттә, күп йылдар йыйылышҡа йөрөмәгәс, уға рухи яҡтан ярҙам кәрәк булыр. Шуға ул йыйылышҡа ҡайтырға теләген белдерһә, аҡһаҡалдар берәй ҡәрҙәштең уның менән Изге Яҙма өйрәнеүе үткәреүен һорар. Ундай өйрәнеүҙе кеше әле йыйылышҡа ҡайтмаған булһа ла үткәрергә була. Һәр осраҡта ундай өйрәнеүҙе аҡһаҡалдар үҙҙәре ойоштора.
11 Аҡһаҡалдар Йәһүәнең мәрхәмәтле һәм ҡайғыртыусан булыуынан өлгө ала. Шуға күрә улар Йәһүәнән ситләшкән бар мәсихселәрҙе табырға тырыша һәм уларҙы кире ҡайтырға дәртләндерә. Гонаһ ҡылған мәсихсе тәүбә итһә, фекер йөрөтөү рәүешен һәм тәртибен үҙгәртһә, уның шунда уҡ йыйылышҡа кире ҡабул ителеүе ихтимал (2 Кәр. 2:6—8).
12. а) Ниндәй осраҡтарҙа аҡһаҡалдарға айырыуса һаҡ булырға кәрәк? б) Ни өсөн беҙ, ҡайһы бер гонаһ ҡылыусылар Йәһүәнең мәрхәмәтенә лайыҡһыҙ, тип уйларға тейеш түгел? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)
12 Ҡайһы бер осраҡтарҙа аҡһаҡалдар, кемделер йыйылышҡа кире ҡайтарыуы хаҡында һорауҙы хәл иткәндә, айырыуса һаҡ булырға тейеш. Мәҫәлән, был гонаһ ҡылыусы балалар менән үҙен аяуһыҙ тотоуҙа, мөртәтлектә, мәкерле ниәттән сығып никахын тарҡатыуҙа ғәйепле булһа, аҡһаҡалдар уның ысынлап та тәүбә иткәненә инанған булырға тейеш (Мал. 2:14; 2 Тим. 3:6). Улар йыйылыштағы ҡәрҙәштәр өсөн яуаплы. Шул уҡ ваҡытта уларға бына нимәне аңларға кәрәк: кеше ниндәй генә гонаһ ҡылһа ла, ләкин тәүбә итһә һәм яуыз эштәрен ҡалдырһа, Йәһүә уны кире ҡабул итә. Әлбиттә, гонаһ ҡылған кеше башҡалар менән мәкерле ниәттән сығып мөғәмәлә иткән икән, аҡһаҡалдар уның эшен айырыуса ентекләп ҡараясаҡ. Нисек кенә булһа ла, улар, был гонаһ ҡылыусы Йәһүәнең мәрхәмәтенә лайыҡ түгел, тип бер ҡасан да уйларға тейеш түгел (1 Пет. 2:10)b.
ЙЫЙЫЛЫШТАҒЫЛАР ҮҘҘӘРЕН НИСЕК ТОТОРҒА ТЕЙЕШ?
13. Шелтәләү алған һәм йыйылыштан ситләштерелгән мәсихселәргә ҡарашыбыҙ ниндәй булырға тейеш?
13 Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, йыйылышта мәсихсегә шелтәләү бирелгәне хаҡында иғлан ителһә лә, беҙ уның менән аралашыуыбыҙҙы дауам итә алабыҙ, сөнки ул үҙ гонаһтарында тәүбә иткән һәм насар тәртибен ҡалдырған (1 Тим. 5:20). Ул Йәһүә шаһиты булып ҡала һәм ҡәрҙәштәрҙең рухландырыуына мохтаж (Евр. 10:24, 25). Әммә йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсе менән беҙ бүтән аралашмайбыҙ һәм хатта уның менән бергә ашамайбыҙ ҙа (1 Кәр. 5:11).
14. Беҙ, өйрәтелгән выжданыбыҙ буйынса эш итеп, йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсе менән үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
14 Ҡарап сыҡҡан фекерҙәр йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсене бөтөнләй кире ҡағабыҙ тигәнде аңлатамы? Юҡ. Әлбиттә, беҙ уның менән аралашмаҫбыҙ һәм бергә ваҡыт үткәрмәҫбеҙ. Әммә ул мәсихсе, мәҫәлән, беҙҙең туғаныбыҙ йә элек дуҫыбыҙ булған булһа, Изге Яҙма нигеҙендә өйрәтелгән выжданыбыҙ буйынса эш итеп, уны йыйылышҡа саҡыра алабыҙ. Ә инде ул йыйылышҡа килһә, беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға тейеш? Элек беҙ унан һаулыҡ һорашмаҫ инек. Шулай ҙа был һорауҙа һәр мәсихсе Изге Яҙма нигеҙендә өйрәтелгән выжданы буйынса эш итә. Кемдер уның менән иҫәнләшә. Шулай ҙа беҙ уның менән оҙаҡ һөйләшеп тормаҫбыҙ.
Йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсене осрашыуға саҡырырғамы-юҡмы һәм уны сәләмләргәме-юҡмы икәнен хәл иткәндә, мәсихсе Изге Яҙма нигеҙендә өйрәтелгән выжданы буйынса эш итә. (14-се абзацты ҡарағыҙ.)
15. 2 Яхъя 9—11-ҙә ниндәй гонаһ ҡылыусылар тураһында әйтелә? («Илсе Яхъя һәм илсе Пауыл бер уҡ гонаһ тураһында яҙғанмы?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
15 Ҡайһы берәүҙәр: «Изге Яҙмала гонаһ ҡылған мәсихсене „сәләмләгән кеше уның яуыз эштәрендә ҡатнаша булып сыға“ тип әйтелмәгәнме ни?» — тигән һорау бирергә мөмкин. (2 Яхъя 9—11-ҙе уҡығыҙ.) Контекстан күренеүенсә, был аяттар мөртәттәргә һәм Изге Яҙманың нормаларына ҡаршы килгән эштәргә өндәгән кешеләргә ҡағыла (Асыл. 2:20). Шуға күрә йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсе мөртәттәрҙең тәғлимәттәрен ашҡынып һөйләһә йә башҡаларҙы боҙоҡ эштәргә этәрһә, аҡһаҡалдар уның менән осрашыу ойоштормаҫ. Әлбиттә, уның тәүбә итеүенә өмөт юғалтмайбыҙ. Ләкин әлегә был кешенән һаулыҡ һорашмаҫбыҙ һәм уны йыйылыштарға саҡырмаҫбыҙ.
ЙӘҺҮӘНЕҢ ҠЫҘҒАНЫУСАН ҺӘМ МӘРХӘМӘТЛЕ БУЛЫУЫНАН ӨЛГӨ АЛАЙЫҠ
16, 17. а) Йәһүә гонаһ ҡылыусыларҙы нимә эшләргә саҡыра? (Йәзәкил 18:32). б) Аҡһаҡалдар Йәһүә менән нисек хеҙмәттәшлек итә?
16 Беҙ был биш мәҡәләнән нимә белдек? Йәһүә бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй. (Йәзәкил 18:32-не уҡығыҙ.) Ул гонаһ ҡылыусыларҙың яңынан уның менән дуҫ булып китеүҙәрен көтә (2 Кәр. 5:20). Бына ни өсөн Йәһүә бөтә тарих дауамында үҙ халҡын тәүбәгә килергә һәм уға кире ҡайтырға ҡат-ҡат саҡырған. Аҡһаҡалдар Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итеп етди гонаһ ҡылғандарға тәүбәгә килергә ярҙам итә (Рим. 2:4; 1 Кәр. 3:9).
17 Йыйылыштан ситләштерелгәндәр, Йәһүәгә кире ҡайтҡанда, күктә ниндәй шатлыҡ булғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Юғалған һарығы йыйылышҡа кире ҡайтҡас, Йәһүә бик шатлана! Беҙ Йәһүәнең ҡыҙғаныусан, мәрхәмәтле һәм игелекле булыуы тураһында уйланған һайын, беҙҙең Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙ үҫә (Лука 1:78).
111-СЕ ЙЫР Шатланыр өсөн сәбәптәр
a Беҙ ул кеше тураһында «йыйылыштан сығарылған» тип түгел, ә 1 Кәринттәргә 5:13-тә (ЯДТ) яҙылғанса, йыйылыштан ситләштерелгән тип әйтербеҙ.
b Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ҡайһы бер кешеләр айырым бер гонаһ ҡылғаны өсөн түгел, ә Аллаға ҡаршы ныҡышмалыҡ менән гонаһ ҡылыуҙарын дауам иткәне өсөн бер ҡасан да кисерелмәйәсәк. Кеше ундай гонаһ ҡылғанмы-юҡмы икәнен тик Йәһүә менән Ғайса ғына билдәләй ала (Марк 3:29; Евр. 10:26, 27).