Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp25 № 1 10—13 бб.
  • Һуғыштар нисек юҡ ителәсәк?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һуғыштар нисек юҡ ителәсәк?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • АЛЛА КЕШЕЛЕК ХӨКҮМӘТТӘРЕН ЮҠҠА СЫҒАРАСАҠ
  • АЛЛА ГОНАҺТЫ ЮҠ ИТӘСӘК
  • АЛЛА ШАЙТАНДЫ ҺӘМ ЕНДӘРҘЕ ЮҠ ИТӘСӘК
  • Һуғыштарҙың ысын сәбәптәре
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2025
  • Изге Яҙмала нимә әйтелә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Алла Батшалығы нимә ул?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Алла Батшалығы нимә башҡарасаҡ?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2025
wp25 № 1 10—13 бб.

Һуғыштар нисек юҡ ителәсәк?

Изге Яҙмала, һуғыштарҙы кешеләр түгел, ә Аллаһы Тәғәлә бөтөрөр, тиелә (Зәбур 45:10).

АЛЛА КЕШЕЛЕК ХӨКҮМӘТТӘРЕН ЮҠҠА СЫҒАРАСАҠ

Һармагеддонa тип аталған Алла һуғышы ваҡытында ер йөҙөндәге бөтә кешелек хөкүмәттәре юҡ ителер (Асылыш 16:16). Ул ваҡытта «бөтә донъя батшалары» бергәләп «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйы[лыр]» (Асылыш 16:14). Һармагеддон ер йөҙөндә булған һуғыштарҙың иң һуңғыһы булыр.

Алла кешелек хөкүмәттәре урынына күктән идара итәсәк Батшалыҡ, йәғни хөкүмәт урынлаштырыр. Был Батшалыҡ бер ҡасан да емерелмәҫ (Даниял 2:44). Батша итеп Алла үҙенең Улы Ғайса Мәсихте һайлаған (Ишағыя 9:6, 7; Матфай 28:18) Тап шул хөкүмәт, йәғни Батшалыҡb тураһында Ғайса үҙ шәкерттәрен доға ҡылырға өйрәткән дә (Матфай 6:9, 10). Алла Батшалығының идараһы аҫтында ер шарындағы бөтә кешеләр тыныслыҡта, берҙәмлектә йәшәр.

Әлеге идарасыларҙан айырмалы рәүештә, Ғайса үҙенә бирелгән хакимлыҡты үҙ файҙаһына бер ҡасан да ҡулланмаҫ. Ғайса ғәҙел булғанға һәм бөтә кешеләрҙе бер тигеҙ күргәнгә, бер кем дә расаһы, милләте, сығышы арҡаһында кәмһетелмәҫ (Ишағыя 11:3, 4). Бер кемгә лә үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшергә тура килмәҫ. Ни өсөн? Сөнки Ғайса һәр кешенең именлеге хаҡында ҡайғыртыр. Изге Яҙмала Ғайса Мәсих тураһында: «Ярҙам һорап саҡырған фәҡирҙе, таянысы булмаған ярлыны ҡотҡарыр. [...] Уларҙы йәбер-золомдан йолоп алыр», — тиелә (Зәбур 71:12—14).

Алла Батшалығының идараһы аҫтында кешелек, ниһайәт, һәләкәтле ҡоралдарҙан арыныр (Миҡай 4:3). Был Батшалыҡ шулай уҡ «яуызлыҡ эшләүселәр[ҙе]», йәғни һуғышыуҙан туҡтарға теләмәгән кешеләрҙе юҡ итер (Зәбур 36:9, 10). Ирҙәр, ҡатындар һәм балалар ер йөҙөнөң ниндәй генә төбәгендә йәшәһә лә, үҙҙәрен хәүефһеҙ тойор (Йәзәкил 34:28).

Алла Батшалығының идараһы аҫтында кешеләр камил шарттарҙа рәхәтләнеп йәшәр. Бөгөн төрлө проблемалар, мәҫәлән, ярлылыҡ, аслыҡ һәм торлаҡ булмауы кешеләрҙе көрәшергә этәрә. Әммә Алла Батшалығы бөтә был проблемаларҙы юҡҡа сығарыр. Һәр кешенең етерлек файҙалы ризығы, уңайлы йорто булыр (Зәбур 71:16; Ишағыя 65:21—23).

Алла Батшалығы һуғыштарҙың ҡот осҡос эҙемтәләрен бөтөрөр. Был үҙ эсенә физик яраларҙы ғына түгел, шулай уҡ психик һәм эмоциональ яраларҙы ла ала. Алла үлгән кешеләрҙе ерҙәге тормош өсөн терелтер (Ишағыя 25:8; 26:19; 35:5, 6). Беҙ ғәзиз яҡындарыбыҙ менән ҡабат осрашырбыҙ, ә инде һуғыш менән бәйле ҡурҡыныс хәтирәләр беҙҙе бүтән бер ҡасан да ғазапламаҫ (Асылыш 21:4).

АЛЛА ГОНАҺТЫ ЮҠ ИТӘСӘК

Алла Батшалығы бөтә кешеләрҙе берләштерер, һәм улар берҙән-бер хаҡ Аллаға, «мөхәббәт һәм именлек» Аллаһына, Йәһүәгәc, хеҙмәт итер (2 Кәринттәргә 13:11). Кешеләр татыулыҡта йәшәргә өйрәнер (Ишағыя 2:3, 4; 11:9). Аллаға тыңлаусан булғандарҙың барыһы ла гонаһтың эҙемтәләренән азат ителер (Римдарға 8:20, 21).

АЛЛА ШАЙТАНДЫ ҺӘМ ЕНДӘРҘЕ ЮҠ ИТӘСӘК

Алла Батшалығы һуғыштарға ҡотортҡан рухи заттарҙы — Шайтан менән ендәрҙе юҡ итер (Асылыш 20:1—3, 10). Кешелек уларҙың йоғонтоһонан азат ителгәс, бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ хөкөм һөрөр (Зәбур 71:7).

Бер ҙә шикләнмәгеҙ: Алланың һуғыштарҙы бөтөрөр тигән вәғәҙәһе үтәлмәй ҡалмаҫ. Быны эшләр өсөн уның теләге лә, мөмкинлектәре лә бар.

  • Алла зирәклеккә лә, көс-ҡеүәткә лә эйә, шуға ул һуғыштарҙы бөтөрә ала (Әйүп 9:4). Уның өсөн булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ (Әйүп 42:2).

  • Кешеләрҙең ғазапланыуын күргәндә, Алланың йөрәге әрней (Ишағыя 63:9). Ул «яуызды, золом яратыусыны» нәфрәт итә (Зәбур 10:5).

  • Алла һәр ваҡыт үҙ һүҙен тота, ул бер ҡасан да алдамай (Ишағыя 55:10, 11; Титҡа 1:2).

Алла ер йөҙөндә ҡаҡшамаҫ тыныслыҡ урынлаштырыр.

Ни өсөн Алла һуғыштарға юл ҡуя?

Алланың ни өсөн һуғыштарҙы һаман да бөтөрмәйәсәген белер өсөн, jw.org сайтында «Ни өсөн Алла ғазаптарға юл ҡуя?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

a jw.org сайтында «Армагеддон һуғышы нимә ул?» тигән мәҡәләне уҡығыҙ.

b jw.org сайтында «Алла Батшалығы нимә ул?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

c Йәһүә — Алланың шәхси исеме (Сығыш 3:15).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу