Һуғыштарҙың ысын сәбәптәре
Изге Яҙма һуғыштарҙың, көс ҡулланыуҙың төп сәбәбен һәм ни өсөн кешеләрҙең уларҙы туҡтата алмағанын асыҡлай.
ГОНАҺ
Аллаһы Тәғәлә беренсе кешеләрҙе, Әҙәм менән Һауаны, үҙенә оҡшатып яратҡан (Башланмыш 1:27). Тимәк, Аллаға хас булған сифаттарҙы — мөхәббәт һәм тыныслыҡ һөйөү сифатын сағылдырыу улар өсөн тәбиғи булған (1 Кәринттәргә 14:33; 1 Яхъя 4:8). Әммә Әҙәм менән Һауа Аллаға ҡаршы фетнә күтәргән һәм гонаһ ҡылған. Бына ни өсөн беҙҙең һәр беребеҙ гонаһлы булып тыуа һәм ахыр сиктә үлә (Римдарға 5:12). Мираҫ итеп алынған гонаһ арҡаһында кешеләрҙең йөрәгенән «яуыз уйҙар сыға», ә был, үҙ сиратында, «яуыз эштәргә» килтерә (Марк 7:21, 22; Башланмыш 6:5).
КЕШЕЛЕК ИДАРАҺЫНЫҢ ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕ
Барлыҡҡа килтереүсе беҙгә башҡа кешеләр өҫтөнән идара итеү һәләтен һалмаған. Изге Яҙмала: «Барыусы хатта үҙ аҙымдарына ла йүнәлеш бирә алмай», — тиелә (Йәрәмиә 10:23, ЯДТ). Бына ни өсөн кешеләр булдырған хөкүмәттәр һуғыштарҙы бер нисек тә бөтөрә алмай.
ШАЙТАН ҺӘМ ЕНДӘР
Изге Яҙмала, «бөтә донъя Иблис хакимлығы аҫтында» ята, тип әйтелә (1 Яхъя 5:19). Шулай уҡ ул «кеше үлтереүсе» тип атала (Яхъя 8:44). Тап Шайтан һәм уға ҡушылған ендәр — күҙгә күренмәгән яуыз рухи көстәр — кешеләрҙе һуғыштарға һәм көс ҡулланыуға ҡоторта (Асылыш 12:9, 12).
Кешеләр һуғыштарҙың төп сәбәптәрен юҡ итә алмай, быны тик Алла ғына булдыра ала.