Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 февраль 2—7 бб.
  • Йәһүәнең кисереүенә рәхмәтле булығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүәнең кисереүенә рәхмәтле булығыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • МАҠСАТ: ТАТЫУЛАШЫУ
  • ЫСУЛ: ЙОЛОП АЛЫУ
  • ХАҠ: ЙОЛОМ
  • ҺӨҘӨМТӘҺЕ: ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ АЗАТ ИТКӘН ҺӘМ ТӘҠҮӘ ТИП ИҒЛАН ИТКӘН
  • Йолом беҙҙе нимәгә өйрәтә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Йәһүәнең яратыуы мул фатихалар яуҙыра
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Йәһүәнең кисереүе һеҙҙең өсөн нимәне аңлата?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Кешеләрҙе гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн Йәһүә нимә эшләгән?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 февраль 2—7 бб.

6-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

18-СЕ ЙЫР Йолом өсөн рәхмәтлебеҙ

Йәһүәнең кисереүенә рәхмәтле булығыҙ

«Алла донъяны шул тиклем ярата, хатта... үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (ЯХЪЯ 3:16).

ТӨП ФЕКЕР

Был мәҡәләлә Йәһүәнең гонаһтарыбыҙҙы кисерер өсөн нимә эшләгәне ҡарала. Был беҙгә уның кисереүен нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итер.

1, 2. Беҙҙең хәлебеҙ ниндәй мәғәнәлә беренсе абзацта телгә алынған йәш егеттең хәленә оҡшаш?

БАЙ ғаиләлә үҫкән йәш егетте күҙ алдына килтерегеҙ. Бер көндө уның ата-әсәһе, фажиғәле хәлгә осрап, һәләк була. Ул ҡайғыға бата. Әммә хәл тағы ла насарая. Егет ата-әсәһенең бөтә мөлкәтте туҙҙырып бөтөргәнен һәм уға ҙур бурыстар ҡалдырғанын белеп ҡала. Уға был бурысты тиҙерәк ҡайтарып бирергә кәрәк, ләкин ул ғүмер буйы түләп бөтөргөһөҙ ҙур.

2 Ниндәйҙер мәғәнәлә хәлебеҙ шул йәш егеттең хәленә оҡшаш. Ата-бабаларыбыҙ, Әҙәм менән Һауа, камил булған һәм матур ожмахта йәшәгән (Баш. 1:27; 2:7—9). Улар мәңге бәхетле була алған. Ләкин һуңыраҡ ҡурҡыныс фажиғә булған — улар гонаһ ҡылған. Һөҙөмтәлә улар ожмахты ла, унда мәңге йәшәү мөмкинлеген дә юғалтҡан. Улар буласаҡ балаларына ниндәй мираҫ ҡалдырған? Изге Яҙма былай тип яуап бирә: «Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ килеп инә. Гонаһ менән бергә үлем килә, һәм был үлем бөтә кеше араһында тарала, сөнки бөтәһе лә гонаһ ҡылды» (Рим. 5:12). Әҙәм ҡалдырған мираҫ — үлемгә килтергән гонаһ. Уны бер кеше лә түләй алмаған ҙур бурыс менән сағыштырып була (Зәб. 48:9, 10).

3. Ни өсөн гонаһтарҙы бурыстар менән сағыштырып була?

3 Ғайса гонаһтарҙы бурыстар менән сағыштырған (Матф. 6:12; Лука 11:4). Гонаһ ҡылғанда беҙ Йәһүә алдында бурыслы булып китәбеҙ. Ул был бурысты ҡайтарыуыбыҙҙы талап итергә хоҡуҡлы. Беҙ был бурысты тик үлемебеҙ менән генә ҡаплай алабыҙ (Рим. 6:7, 23).

4. а) Кешеләр Әҙәм менән Һауа юғалтҡанды үҙ көстәре менән ҡайтара аламы? (Зәбур 48:8—10). б) Изге Яҙмала «гонаһ» тигән һүҙ нимәне аңлата? («Гонаһ» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

4 Әҙәм менән Һауа юғалтҡанды кире ҡайтарып буламы? Беҙ быны үҙ көсөбөҙ менән эшләргә маташҡан булһаҡ, бер нәмәгә лә ирешә алмаҫ инек. (Зәбур 48:8—10-ды уҡығыҙ.) Йәһүәһеҙ беҙҙе хайуандарҙыҡы кеүек киләсәк көтөр ине, мәңгелек тормошҡа йә терелеүгә өмөтөбөҙ булмаҫ ине (Вәғ. 3:19; 2 Пет. 2:12).

Гонаһ

Изге Яҙмала «гонаһ» тигән һүҙ нимәне аңлата?

  • Беренсенән: Әҙәмдең Йәһүәгә ҡаршы ҡылған гонаһын (Баш. 3:17—19; Рим. 5:14, 17).

  • Икенсенән: Әҙәмдән күскән насар уйҙарға һәм теләктәргә бирелеүҙе (Зәб. 50:7).

  • Өсөнсөнән: камил булмауыбыҙ арҡаһында (яңылыш йә аңлы рәүештә) ҡылған насар эштәрҙе (Яхъя 8:34; Яҡ. 1:14, 15).

5. Ҡайғыртыусан Атайыбыҙ Әҙәмдән мираҫ итеп алған бурысты түләргә нисек ярҙам иткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

5 Был мәҡәләнең башында иҫкә алынған йәш кешенең миҫалына ҡайтайыҡ. Әгәр бер бай кеше уның бурыстарын түләргә тәҡдим итһә, ул үҙен нисек хис итер ине? Әлбиттә, ул уның шундай йомартлығы өсөн бик рәхмәтле булыр ине! Шуның кеүек ҡайғыртыусан Атайыбыҙ Йәһүә лә Әҙәмдән мираҫ итеп алған бурыстарыбыҙҙы — гонаһтарыбыҙҙы — ҡапларға ҡарар иткән. Йәһүәне быны эшләргә нимә дәртләндергән? Ғайса былай тип аңлата: «Алла донъяны шул тиклем ныҡ ярата, хатта Улына ышанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормош алһын өсөн, үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16). Бынан тыш, был бүләк Йәһүә менән яҡын дуҫтар булып китергә мөмкинлек аса.

Рәсемдәрҙә: 1) Ғайса төндә кем менәндер һөйләшә; 2) Рим ғәскәриҙәре Ғайсаның кәүҙәһен бағананан төшөрә.

Ғайса, йолом ярҙамында кешеләр Йәһүәнең кисереүен ала ала, тип вәғәзләгән (Яхъя 3:16). Шунан һуң ул, был йоломдо түләр өсөн, үҙ ғүмерен теләп биргән. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)


6. Беҙ Изге Яҙмалағы ниндәй төшөнсәләрҙе ҡарап сығырбыҙ һәм ниндәй маҡсат менән?

6 Йолом беҙҙе гонаһтарыбыҙҙан нисек азат итә? Был һорауға яуап бирер өсөн беҙ Изге Яҙмалағы ошо төшөнсәләрҙе ҡарап сығырбыҙ: татыулашыу, йолоп алыу, йолом, азат ителеү һәм тәҡүә тип иғлан ителеү. Был беҙгә Йәһүәнең гонаһтарыбыҙҙы кисерер өсөн башҡарған эштәрен тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итер.

МАҠСАТ: ТАТЫУЛАШЫУ

7. а) Әҙәм менән Һауа мәңге йәшәү мөмкинлегенән тыш тағы нимә юғалтҡан? б) Әҙәм менән Һауаның тоҡомдары булараҡ, беҙ нимәгә мохтаж? (Римдарға 5:10, 11).

7 Әҙәм менән Һауа мәңге йәшәү мөмкинлеген генә түгел, күктәге Аталары Йәһүә менән дуҫлығын да юғалтҡан. Улар Алланың балалары булған (Лука 3:38). Ләкин Алланы тыңламағас, улар уның дошмандары булып киткән, һәм ул уларҙы үҙ ғаиләһенән ҡыуған. Әҙәм менән Һауа ҡабул иткән ҡарар уларҙың үҙҙәренә генә түгел, ә уларҙың бөтә тоҡомдарына, шул иҫәптән беҙгә лә тәьҫир иткән (Баш. 3:23, 24; 4:1). Шуға күрә беҙгә Алла менән татыулашырға кәрәк. (Римдарға 5:10, 11-ҙе уҡығыҙ.) Бер белешмәлә әйтелгәнсә, «татыулашырға» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «дошман булыуҙан туҡтап, дуҫ булып китеүҙе» аңлата. Шуныһы ғәжәйеп: был аҙымды беренсе булып Йәһүә яһаған. Ул быны нисек эшләгән?

ЫСУЛ: ЙОЛОП АЛЫУ

8. Йолоп алыу нимә ул?

8 Кешеләр менән татыулашыр өсөн, Йәһүә йолоп алыу сараһын урынлаштырған. Был юғалғанды ҡайтарырға мөмкинлек бирә. Бының өсөн юғалған нәмәгә алмашҡа тиң булған нәмә бирелә. Йолоп алыу сараһы булмаһа, Йәһүә менән татыу мөнәсәбәттәр һәм дуҫлыҡ мөмкин булмаҫ ине (1 Яхъя 4:10, төшөрмә).

9. Йәһүә исраилдарҙың гонаһтарын кисерер өсөн ниндәй тәртип урынлаштырған?

9 Йәһүә, боронғо Исраил халҡы менән яҡшы мөнәсәбәттә булыр өсөн, нимә эшләгән? Ул гонаһтарҙы кисерер өсөн билдәле бер тәртип урынлаштырған. Йыл һайын Исраилда Йолоу көнөн байрам иткәндәр. Был көндө баш рухани хайуандарҙы ҡорбанға килтергән. Әлбиттә, ундай ҡорбандар кешеләрҙең гонаһтарын тулыһынса ҡаплай алмаған, сөнки хайуандың ғүмере кешенең ғүмеренә тиң түгел. Ләкин Исраил халҡы тәүбә итеп Алла талап иткән ҡорбандарҙы килтергәндә, ул уларҙың гонаһтарын кисергән (Евр. 10:1—4). Бынан тыш, был ҡорбандар уларға гонаһлы булыуҙарын иҫенә төшөргән, шулай уҡ гонаһтарын тулыһынса һәм мәңгегә ҡапларлыҡ ҡорбанға мохтаж булыуҙарын күрһәткән.

10. Йәһүә кешелектең гонаһтарын кисерер өсөн нимә эшләгән?

10 Кешелектең гонаһтарын кисерер өсөн Йәһүә нимә эшләгән? Ул ергә үҙенең ҡәҙерле Улын ебәргән. Ғайса Мәсих «бик күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан» ителгән (Евр. 9:28). Ул «үҙ ғүмерен күптәр өсөн йолом итеп биргән» (Матф. 20:28). Йолом нимә ул?

ХАҠ: ЙОЛОМ

11. а) Изге Яҙмала әйтелгәнсә, йолом нимә ул? б) Ниндәй кеше генә йоломдо түләй алған?

11 Изге Яҙмалағы йолом тигән һүҙ йолоп алыр һәм татыулашыр өсөн түләнгән хаҡты аңлата. Йолом ярҙамында Йәһүә Әҙәм менән Һауа юғалтҡанды кире ҡайтара ала. Улар камил ғүмерҙәрен һәм мәңге йәшәргә мөмкинлектәрен юғалтҡан. Шуға күрә йолом улар юғалтҡандың хаҡына тура килергә тейеш булған (1 Тим. 2:6). Уны 1) камил, 2) ерҙә мәңге йәшәү мөмкинлегенә эйә булған һәм 3) үҙ ғүмерен башҡалар өсөн ҡорбан итеп бирергә әҙер булған ир-ат ҡына түләй алған. Тик шундай кешенең генә ғүмере Әҙәм юғалтҡан ғүмергә тиң була алған.

12. Ни өсөн Ғайса йолом хаҡын түләй алған?

12 Ғайса был йолом хаҡын түләй алған. Әйҙәгеҙ, быға өс сәбәпте ҡарап сығайыҡ. 1) Ул камил кеше булған һәм «гонаһ ҡылмаған» (1 Пет. 2:22). 2) Шуға күрә ул ерҙә мәңге йәшәй алған. 3) Ул беҙҙең хаҡҡа үҙ ғүмерен бирергә әҙер булған (Евр. 10:9, 10). Ғайса камил кеше булғанға, уның ғүмере Әҙәмдең гонаһ ҡылғанға тиклемге ғүмеренә тиң булған (1 Кәр. 15:45). Ғайса үлеп үҙ ғүмерен Әҙәм юғалтҡан ғүмергә алмаш итеп бирә алған (Рим. 5:19). Шулай итеп Ғайса «һуңғы Әҙәм» булып киткән. Хәҙер инде тағы бер камил кешенең килеүенең кәрәге юҡ. Ул үҙен «бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан» итеп килтергән (Евр. 7:27; 10:12).

13. Йолоп алыу менән йолом араһында ниндәй айырма бар?

13 Улай булғас, йолоп алыу менән йолом араһында ниндәй айырма бар? Йолоп алыу — Алланың кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе кире ҡайтарыр өсөн яһаған аҙымы. Ә йолом — гонаһлы кешеләрҙе йолоп алыр өсөн түләнгән хаҡ. Ғайсаның беҙҙең өсөн түккән ҡиммәтле ҡаны был йоломдоң хаҡы булып тора (Эфес. 1:7; Евр. 9:14).

ҺӨҘӨМТӘҺЕ: ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ АЗАТ ИТКӘН ҺӘМ ТӘҠҮӘ ТИП ИҒЛАН ИТКӘН

14. Артабан нимә ҡарап сығырбыҙ һәм ниндәй маҡсат менән?

14 Йәһүә беҙҙе йолоп алғанға беҙ нимәгә эйә? Был һорауға яуап бирер өсөн, әйҙәгеҙ, Йәһүәнең кисереүен тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам иткән ике төшөнсәне ҡарап сығайыҡ.

15, 16. а) Йолом ярҙамында беҙ нимәнән азат ителдек? б) Гонаһ менән үлемдән ҡотолоу тураһында уйланғанда, һеҙ нимә хис итәһегеҙ?

15 Изге Яҙма буйынса, йолом ҡотолоу, йәғни азатлыҡ бирә. Илсе Петер быны былай тип аңлатҡан: «Беләһегеҙ бит, һеҙ ата-бабаларығыҙҙан мираҫ итеп алған мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә кәмселекһеҙ һәм тапһыҙ бәрәстең, йәғни Мәсихтең ҡиммәтле ҡаны менән азат ителдегеҙ [һүҙмә-һүҙ «йолоп алындығыҙ»]» (1 Пет. 1:18, 19, төшөрмә).

16 Ғайсаның ҡорбаны күп ҡайғы килтергән гонаһ менән үлем ҡоллоғонан азат итә ала (Рим. 5:21). Беҙ Йәһүәгә һәм Ғайсаға азатлыҡ биргәне өсөн бик рәхмәтле. Был азатлыҡ Мәсихтең ҡиммәтле ҡаны, йә ғүмере, ярҙамында ғына мөмкин булған (1 Кор. 15:22).

17, 18. а) Тәҡүә тип иғлан ителеү һеҙҙең өсөн нимәне аңлата? б) Был һеҙгә нисек тәьҫир итә?

17 Тәҡүә тип иғлан ителеү өҫтөбөҙҙән бөтә ғәйепләүҙәр алып ташланғанын һәм ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн түләргә кәрәкмәгәнен аңлата. Йәһүә беҙҙе тәҡүә тип иғлан иткәндә үҙенең ғәҙел нормаларын боҙмай. Ул беҙҙе ҡаҙаныштарыбыҙ өсөн йә гонаһтарыбыҙға күҙ йомғанға түгел, ә беҙ йолоп алыуға ышанғанға һәм беҙҙең өсөн йолом хаҡы түләнгәнгә кисерә (Рим. 3:24; Ғал. 2:16).

18 Был беҙҙең өсөн нимәне аңлата? Ғайса менән күктә идара итәсәк кешеләр тәҡүә тип иғлан ителгән һәм Алла балалары булып киткән (Тит. 3:7; 1 Яхъя 3:1). Йәһүә уларҙың гонаһтарын кисергән, йәғни улар бер ҡасан да булмағандай кеүек, уларҙы юҡ иткән. Шуға улар батшалар һәм руханиҙар булып хеҙмәт итә ала (Рим. 8:1, 2, 30). Ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәр ҙә тәҡүә тип иғлан ителә һәм Алланың дуҫтары булып китә (Яҡ. 2:21—23). Уларҙың да гонаһтары кисерелгән. Армагеддонды кисереп сыҡҡан бихисап күп кешеләрҙең бер ҡасан да үлмәйенсә йәшәргә мөмкинлеге бар (Яхъя 11:26). Үлем йоҡоһона талған «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа» тереләсәк (Илс. 24:15; Яхъя 5:28, 29). Ваҡыт үтеү менән Йәһүәнең бөтә тыңлаусан хеҙмәтселәре «Алла балаларының данлы азатлығына» эйә булыр (Рим. 8:20, 21). Йолом алыу ярҙамында беҙҙе иҫ киткес киләсәк — Атабыҙ Йәһүә менән тулыһынса татыулашыу көтә!

19. Йәһүә һәм Ғайса ярҙамы менән беҙҙең хәлебеҙ нисек үҙгәрҙе? («Был беҙҙең өсөн нимәне аңлата?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

19 Эйе, ҡасандыр хәлебеҙ бөтә нәмәһен юғалтҡан һәм бурыстарға батҡан егеттең хәленә оҡшаш ине. Ләкин Йәһүәнең ярҙамы менән хәлебеҙ үҙгәрҙе. Ул, йолом түләп, беҙҙе йолоп алды. Ғайса Мәсихкә иман беҙҙе ҡотҡара, йәғни мираҫ итеп алынған гонаһтан һәм үлемдән азат итә. Шулай уҡ Йәһүә беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы кисерә һәм уларҙы бөтөнләй булмағандай кеүек юҡ итә. Ә иң мөһиме, беҙ хәҙер Йәһүә менән яҡын дуҫтар.

Рәсемдәрҙә: 1) төрлө милләттәге кешеләр; 2) Ғайса яфаланыу бағанаһын күтәреп китеп бара.

Был беҙҙең өсөн нимәне аңлата?

ТАТЫУЛАШЫУ. Был Йәһүәнең гонаһлы кешеләр менән яҡын мөнәсәбәттәр торғоҙор өсөн ҡуйған маҡсаты.

ЙОЛОП АЛЫУ. Йәһүәнең беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ҡаплар өсөн һәм уларҙы кисерер өсөн яһаған аҙымы.

ЙОЛОМ. Гонаһтарыбыҙ өсөн түләнгән хаҡ — Ғайсаның түгелгән ҡаны.

АЗАТ ИТЕЛЕҮ. Йолоп алыуҙың һөҙөмтәһе; гонаһтарыбыҙ өсөн түләүҙән азат ителеү

ТӘҠҮӘ ТИП ИҒЛАН ИТЕЛЕҮ. Был йолоп алыуҙың тағы бер һөҙөмтәһе; Йәһүәнең үткәндә ҡылған гонаһтарыбыҙҙы бөтөнләй юҡ итеүе.

20. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

20 Йәһүәнең һәм Ғайсаның беҙҙең өсөн нимә эшләгәндәре тураһында уйланғанда, йөрәгебеҙ рәхмәт тойғоһо менән тула (2 Кәр. 5:15). Әгәр улар ярҙам итмәһә, беҙҙең бер ниндәй ҙә өмөтөбөҙ булмаҫ ине. Киләһе мәҡәләлә беҙ бер нисә сағыу миҫал ҡарап сығырбыҙ. Улар ярҙамында беҙ шуны аңларбыҙ: Йәһүә ғәфү итә икән, беҙҙең ғәйеп тойғоһо кисерергә бер ниндәй ҙә сәбәптәр юҡ.

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Йәһүә ниндәй маҡсат менән гонаһтарыбыҙҙы кисерә?

  • Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы нимә нигеҙендә кисерә?

  • Ни өсөн һеҙ Йәһүәнең кисереүен ҡәҙерләйһегеҙ?

10-СЫ ЙЫР Йәһүә Алланы данла!

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу