7-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
15-СЕ ЙЫР Йәһ Улын данлағыҙ!
Йәһүәнең кисереүе һеҙҙең өсөн нимәне аңлата?
«Әммә ярлыҡауың Үҙең менән» (ЗӘБ. 129:4).
ТӨП ФЕКЕР
Был мәҡәләлә беҙ Изге Яҙманан бер нисә сағыу миҫал ҡарап сығырбыҙ һәм уларҙың Йәһүәнең кисереүен ҡәҙерләргә нисек ярҙам иткәнен күрербеҙ.
1. «Мин һине ғәфү итәм» тигән һүҙҙәр ниндәй мәғәнә йөрөтөргә мөмкин?
«МИН ҺИНЕ ҒӘФҮ ИТӘМ». Күҙ алдына килтерегеҙ, ҡасандыр һеҙ рәнйеткән кеше һеҙгә ошо һүҙҙәрҙе әйтә. Шул саҡта өҫтөбөҙҙән ауыр йөк төшкәндәй була. Әммә ул кеше был һүҙҙәрҙе әйткәндә, нимәне күҙ уңында тота? Бөтә ҡаршылыҡтар артта ҡалдымы һәм һеҙ яңынан дуҫтармы? Ә, бәлки, ул был хаҡта бүтән һөйләшергә теләмәйҙер? Күреүебеҙсә, кешеләр кисергәндә төрлө нәмәне күҙ уңында тоторға мөмкин.
2. Йәһүәнең кисереүе Изге Яҙмала нисек тасуирлана? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)
2 Мәҙхиә йырлаусы Йәһүә тураһында: «Әммә ярлыҡауыңa Үҙең менән, шуға күрә лә Һинән ҡурҡабыҙ», — тигән (Зәб. 129:4). Йәһүәнең камил булмаған кешеләрҙе кисереүе ысынлап та үҙенсәлекле. Уның кисереүе кешеләрҙекенән ныҡ айырылып тора. Изге Яҙмала Алланың кисереүе тураһында һүҙ барғанда ҡайһы саҡта билдәле бер еврей һүҙе ҡулланыла. Был һүҙ кешеләрҙең кисереүен һүрәтләр өсөн бер ҡасан да ҡулланылмай.
3. Йәһүәнең кисереүе кешеләрҙекенән нимә менән айырылып тора? (Ишағыя 55:6, 7).
3 Кисергәндә Йәһүә кешенең гонаһтарын юҡ итә. Кеше Йәһүә менән яңынан дуҫ була ала. Беҙ Йәһүәгә беҙҙе тулыһынса кисергәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Ул йомартлыҡ күрһәтеп беҙҙе ҡат-ҡат кисерә. (Ишағыя 55:6, 7-не уҡығыҙ.)
4. Йәһүә беҙгә ысын кисереүҙең нимә икәнен аңларға нисек ярҙам итә?
4 Йәһүәнең кисереүе беҙҙекенән шулай ныҡ айырылып торғас, беҙ ысын кисереү нимә икәнен аңлай алабыҙмы? Эйе. Йәһүә беҙгә сағыу миҫалдар аша быны күрергә ярҙам итә. Был мәҡәләлә беҙ уларҙың бер нисәһен ҡарап сығырбыҙ. Улар беҙҙе Йәһүәнең кисереүенә ышандырыр. Беҙ шулай уҡ Алланың нисек гонаһты алып ташлағанын һәм емерелгән мөнәсәбәттәрҙе торғоҙорға теләгәнен күрербеҙ. Был миҫалдарҙы ҡарап сыҡҡанда беҙ күктәге наҙлы Атайыбыҙға тағы ла нығыраҡ рәхмәтле булырбыҙ.
ЙӘҺҮӘ ГОНАҺТЫ АЛЫП ТАШЛАЙ
5. Йәһүә гонаһтарыбыҙ менән нимә эшләй?
5 Изге Яҙмала гонаһтар йыш ҡына ауыр йөк менән сағыштырыла. Дауыт батша үҙ хистәрен бына нисек һүрәтләп биргән: «Ғәйептәрем баштан ашты, күтәрмәҫлек йөк булып иңемә ятты» (Зәб. 37:5). Ләкин Йәһүә тәүбә иткәндәрҙең гонаһтарын ғәфү итә (Зәб. 24:18; 31:5). Был аяттарҙа «ғәфү итергә» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе башлыса «күтәрергә» йә «йөрөтөргә» тигән мәғәнә йөрөтә. Эйе, беҙ Йәһүәнең гонаһ йөгөн елкәбеҙҙән нисек күтәреп алып киткәнен күҙ алдына килтерә алабыҙ!
«Ғәфү иттең» (Зәб. 31:5)
6. Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы ни тиклем йыраҡ алып китә?
6 Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы ни тиклем йыраҡҡа алып китә? Зәбур 102:12-лә: «Көнсығыш көнбайыштан ни ҡәҙәр алыҫ булһа, гонаһтарыбыҙҙы беҙҙән шулай йыраҡлатты», — тип әйтелә. Көнсығыш көнбайыштан шул тиклем йыраҡ, улар бер ҡасан да бер урында була алмай. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, Алла гонаһтарыбыҙҙы шул тиклем йыраҡҡа алып китә, хатта күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Йәһүә беҙҙе кисергәндә тулыһынса кисергәнен күрһәтә.
«Көнсығыш көнбайыштан ни ҡәҙәр алыҫ булһа» (Зәб. 102:12)
7. Йәһүә гонаһтарыбыҙ менән нимә эшләй? (Миҡай 7:18, 19).
7 Шулай итеп беҙ Йәһүәнең гонаһтарыбыҙҙы алып киткәнен аңланыҡ. Әммә артабан ул улар менән нимә эшләй? Ул уларҙы берәй ерҙә һаҡлаймы? Юҡ! Хизаҡыя батша Йәһүә тураһында: «Гонаһтарымды артҡа бырғаның», — тигән (Ишағ. 38:9, 17). Бындай рәсемде күҙ алдына килтереп була: Йәһүә тәүбә иткән кешенең гонаһтарын ала ла күҙ алдынан алып ташлай. Был һүҙбәйләнеште тағы ошолай тәржемә итеп була: «Гонаһтарымды улар бер ҡасан да булмағандай юйып ташланың». Оҡшаш фекер Миҡай 7:18, 19-ҙа бар (уҡығыҙ.). Унда Йәһүә тураһында: «Гонаһтарҙы диңгеҙ упҡынына ырғытырһың», — тип әйтелә. Боронғо ваҡытта диңгеҙ упҡынына берәй нәмә төшһә, уны бер ҡасан да алып булмаған.
«Гонаһтарымды артҡа бырғаның» (Ишағ. 38:17)
«Гонаһтарҙы диңгеҙ упҡынына ырғытырһың» (Миҡ. 7:19)
8. Был мәҡәләнең беренсе өлөшөнән беҙ нимә белдек?
8 Ҡарап сыҡҡан миҫалдарҙан күренеүенсә, Йәһүә беҙҙе кисергәндә гонаһтарыбыҙҙы тулыһынса юҡ итә, шулай итеп ул беҙҙе ғәйеп хисенән арындыра. Дауыт: «Яуыз эштәре ярлыҡанған, гонаһтары юйылған кешеләр бәхетле. Раббы кемдең гонаһын иҫәпкә алмаған, шул бәхетле», — тип әйткән (Рим. 4:6—8). Бына нимә ул ысын кисереү!
ЙӘҺҮӘ ГОНАҺТАРЫБЫҘҘЫ ЮЙА
9. Йәһүәнең беҙҙе тулыһынса кисергәнен ниндәй миҫал аша күреп була?
9 Изге Яҙмала башҡа миҫалдар ҙа килтерелә. Йолом нигеҙендә Йәһүә тәүбә иткән гонаһ ҡылыусыларҙы кисерә. Образлы әйткәндә, ул кешене гонаһтарынан йыуындыра, шулай итеп кеше таҙа булып китә (Зәб. 50:9; Ишағ. 4:4; Йәр. 33:8). Был таҙараныуҙың һөҙөмтәһен Йәһүә бына нисек һүрәтләй: «Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, ап-аҡ йөн кеүек булырҙар» (Ишағ. 1:18). Кейемдән ҡыҙыл тапты бөтөрөү еңел түгел. Шулай ҙа Йәһүә беҙҙе гонаһтан таҙартасағына һәм уларҙың эҙе лә ҡалмаясағына ышандыра.
«Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар» (Ишағ. 1:18)
10. Йәһүәнең кисереүҙә йомартлыҡ сағылдырыуын тағы ниндәй миҫал аша күреп була?
10 Үткән мәҡәләлә ҡаралғанса, гонаһтар бурыстар менән сағыштырыла (Матф. 6:12; Лука 11:4). Беҙ ҙур бурыс менән тыуғанбыҙ. Гонаһ ҡылған һайын бурысыбыҙ күбәйә. Ләкин кисергәндә Йәһүә бурысыбыҙҙы юҡҡа сығара. Ул кисергән гонаһтарыбыҙ өсөн бер нәмә лә талап итмәй. Кешегә бурысын кисерһәләр, ул шатлыҡ һәм еңеллек тоя. Йәһүәнең беҙҙе кисергәнен белеү шундай уҡ хистәр тыуҙыра!
«Беҙҙең бурыстарҙы кисер» (Матф. 6:12, төшөрмә)
11. Изге Яҙмалағы «гонаһтарығыҙ юйылыр» тигән һүҙҙәрҙе нисек аңлап була? (Илселәр 3:19, төшөрмә).
11 Илселәр 3:19-ҙы уҡығыҙ. Был аятҡа килтерелгән төшөрмәнән күренеүенсә, «кисерелер» тип тәржемә ителгән грек һүҙе һүҙмә-һүҙ «юйылыр» тигәнде аңлата. Йәһүә бурыстарыбыҙҙы, йәғни гонаһтарыбыҙҙы, кисереп кенә ҡалмай, ул уларҙы юйа. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ кемдәндер аҡса алдығыҙ, ти, ә ул һеҙҙең бурысығыҙҙы һыҙып ташлай. Ләкин һандар һыҙылған булһа ла, улар күренеп тора. Ә бына нимәнелер юйғанда, был бөтөнләй башҡаса була. Боронғо ваҡытта ҡараны ҡоромдан, ыҫмаланан һәм һыуҙан яһағандар. Шуға күрә яҙылғандарҙы еүеш сепрәк менән юйып ташлап булған. Шунан һуң унда нимә яҙылғанын бер кем дә уҡый алмаған, сөнки улар инде юҡҡа сыҡҡан. Шуның кеүек, Йәһүә лә гонаһтарыбыҙҙы кисереп кенә ҡалмай, ул уларҙы тулыһынса юйа. Был беҙҙе бик йыуата! (Зәб. 50:11).
«Гонаһтарығыҙ юйылыр» (Илс. 3:19, төшөрмә)
12. Болот тураһындағы миҫал беҙҙе нимәгә өйрәтә?
12 Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы нисек юйғанын күрһәтер өсөн тағы бер миҫал ҡуллана. «Енәйәттәреңде — томан, гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым», — тип әйтә ул (Ишағ. 44:22). Йәһүә гонаһтарҙы кисергәндә болотто таратҡандай тарата. Һөҙөмтәлә ул беҙгә лә, уға ла күренмәй.
«Енәйәттәреңде — томан, гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым» (Ишағ. 44:22)
13. Йәһүә гонаһтарығыҙҙы кисергәндә, һеҙ нимә хис итәһегеҙ?
13 Йәһүә беҙҙе кисергән икән, тимәк, беҙгә үҙебеҙҙе ғәйепләп, борсолорға кәрәкмәй, сөнки гонаһ өҫтөбөҙҙә юйылмаған тап кеүек ғүмерлеккә ҡалмай. Ғайса Мәсихтең ҡаны бурыстарыбыҙҙы тулыһынса юҡ итә. Хатта был бурыстар тураһындағы яҙыуҙар ҙа инде юҡ. Эйе, тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе тап шулай итеп кисерә лә.
ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕҢ МЕНӘН ЯҠШЫ МӨНӘСӘБӘТТӘРҘЕ ТОРҒОҘА
Күктәге Атайыбыҙ беҙҙе кисергәнгә, беҙ уның менән дуҫ була алабыҙ. (14-се абзацты ҡарағыҙ.)
14. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең кисереүенә ышана алабыҙ? ( Шулай уҡ фотоһүрәтте һәм рәсемде ҡарағыҙ.)
14 Йәһүә беҙҙе кисергәнгә, беҙ уның дуҫы була алабыҙ. Уның кисереүе беҙгә ғәйеп тойғоһонан арынырға ярҙам итә. Алла һаман да асыулана һәм беҙҙе язалар өсөн уңайлы ваҡыт эҙләй, тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Йәһүә ундай түгел! Беҙ уның, мин һине ғәфү итәм, тигән һүҙҙәренә тулыһынса ышана алабыҙ. Йәрәмиә пәйғәмбәр аша Йәһүә: «Енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм», — тип әйткән (Йәр. 31:34). Был фекерҙе илсе Пауыл да Еврейҙарға 8:12-лә ҡабатлаған. Ниндәй мәғәнәлә Йәһүә «иҫенә төшөрмәй»?
«Гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм» (Йәр. 31:34)
15. Ниндәй мәғәнәлә Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы башҡаса иҫенә төшөрмәй?
15 Изге Яҙмала «иҫкә төшөрөү» тигән һүҙ һәр ваҡытта ла «үткәндәрҙә булғанды уйлауҙы» аңлатмай. Ул ниндәйҙер эште үҙ эсенә алырға мөмкин. Мәҫәлән, Ғайсаның янында аҫылынып торған енәйәтсе: «Ғайса, Батшалығыңа килгәс, мине иҫеңә төшөр», — тип үтенгән (Лука 23:42, 43). Ул Ғайсаның уны иҫенә төшөрөүен генә түгел, ә уның өсөн нимәлер эшләүен һораған. Яуап итеп Ғайса был кешене терелтергә вәғәҙә биргән. Шуға күрә Йәһүә гонаһтарығыҙҙы «башҡаса иҫемә төшөрмәм» тип әйтә икән, тимәк, ул беҙҙе кисергән. Алла улар өсөн беҙгә бөгөн дә, киләсәктә лә яза бирмәйәсәк.
16. Йәһүәнең кисереүе беҙгә нимә бирә?
16 Әйҙәгеҙ, тағы бер сағыу миҫалға күҙ һалайыҡ. Ул беҙгә Йәһүәнең кисереүе биргән азатлыҡты ҡәҙерләргә ярҙам итер. Камил булмауыбыҙ арҡаһында Изге Яҙма беҙҙе «гонаһ ҡолдары» тип атай. Әммә Йәһүәнең кисереүе беҙҙе «гонаһтан азат» иткән (Рим. 6:17, 18; Асыл. 1:5). Беҙ үҙебеҙҙе күп йылдар ҡоллоҡта булғандан һуң азатлыҡҡа сыҡҡан ҡол кеүек тоябыҙ!
«Гонаһтан азат [ителдегеҙ]» (Рим. 6:18)
17. Ниндәй мәғәнәлә Йәһүәнең кисереүе беҙҙе һауыҡтыра? (Ишағыя 53:5).
17 Ишағыя 53:5-те уҡығыҙ. Йәһүәнең кисереүе менән бәйле һуңғы миҫалға иғтибар итәйек. Беҙҙе үлемесле ауырыуға дусар булған кеше менән сағыштырып була. Ләкин йолом ҡорбаны ярҙамында беҙ һауыҡтыҡ (1 Пет. 2:24). Гонаһ Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе емерә, ә йолом яңынан уның дуҫтары булып китергә мөмкинлек бирә. Кеше ҡаты ауырыуынан шәбәйгәс, үҙен яңынан тыуған кеүек бәхетле тоя. Шуның кеүек, беҙ ҙә рухи яҡтан һауыҡҡас һәм Йәһүәнең хуплауын алғас, ҡанатланып китәбеҙ.
«Уның яралары беҙгә сихәт биргән» (Ишағ. 53:5)
ЙӘҺҮӘНЕҢ КИСЕРЕҮЕН ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ
18. Йәһүәнең кисереүе тураһындағы миҫалдарҙан беҙ нимә белдек? («Йәһүә нисек кисерә?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
18 Йәһүәнең кисереүе тураһындағы миҫалдарҙы ҡарап сыҡҡас, беҙ нимәгә өйрәндек? Кисергәндә Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы юҡҡа сығара һәм уларҙы бер ҡасан да иҫенә төшөрмәй. Был күктәге Атабыҙ менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта кисереү Йәһүәнең бүләге икәнен онотмайыҡ. Йәһүә уны беҙ лайыҡ булғанға түгел, ә беҙҙе яратҡанға һәм йомарт игелек күрһәткәнгә бирә (Рим. 3:24).
19. а) Һеҙ Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәтле? (Римдарға 4:8). б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
19 Римдарға 4:8-ҙе уҡығыҙ. Беҙ Йәһүәгә беҙҙе кисергәне өсөн бигерәк рәхмәтле! (Зәб. 129:4). Ләкин Алланың кисереүен алыр өсөн тағы нимәлер эшләргә кәрәк. Ғайса: «Әгәр үҙегеҙгә ҡаршы гонаһ ҡылғандарҙы... кисермәһәгеҙ, Атайығыҙ ҙа һеҙҙең гонаһтарығыҙҙы кисермәҫ», — тигән (Матф. 6:14, 15). Шуға күрә Йәһүәнән өлгө алып башҡаларҙы кисереү бик мөһим. Киләһе мәҡәләлә быны нисек эшләп булғанын ҡарап сығырбыҙ.
46-СЫ ЙЫР Рәхмәт, Йәһүә!
a Еврей Яҙмаларының төп нөсхәһендә ҡулланылған ошо һүҙҙе шулай уҡ «һиндә ысын кисереү» тип тәржемә итеп була. Был үҙенсәлекле кисереүҙе Йәһүә генә бирә ала.