10-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
31-СЕ ЙЫР Алла юлында йөрө!
Йәһүә һәм Ғайса кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнегеҙ
«[Мәсихтеке] кеүек уй-фекер йүнәлеше менән ҡоралланығыҙ» (1 ПЕТ. 4:1).
ТӨП ФЕКЕР
Илсе Петер Ғайсаның фекер йөрөтөү рәүешен нисек үҙләштергән һәм беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
1, 2. а) Алланы яратыу үҙ эсенә нимәне ала? б) Ғайса Йәһүәне «бөтә аҡылы менән» яратҡанын нисек күрһәткән?
«ЙӘҺҮӘ Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» (Лука 10:27). Ғайса әйтеүенсә, был — Муса ҡанунында иң мөһим әмер. Беҙ Йәһүәне бөтә йөрәктән яратырға тейеш, сөнки йөрәгебеҙҙә теләктәребеҙ, хис-тойғоларыбыҙ һаҡлана. Шулай уҡ беҙ Йәһүәгә тулыһынса тоғро булырға һәм уға бөтә көсөбөҙҙө бирергә тейеш. Аҡыл менән нисек ҡулланыуыбыҙ ҙа бик мөһим. Әлбиттә, беҙ Йәһүәнең бөтә фекер йөрөтөүенә бер ҡасан да төшөнә алмаҫбыҙ. Ләкин «Мәсих аңы» тураһында күберәк белергә тырышһаҡ, беҙ Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен яҡшыраҡ аңларбыҙ, сөнки ул Атаһының камил сағылышы (1 Кәр. 2:16).
2 Ғайса Йәһүәне «бөтә аҡылы менән» яратҡан. Ул Алланың унан нимә көткәнен белгән һәм уның ихтыярын үтәргә бик теләгән. Хатта бының арҡаһында ғазап сигергә тура килһә лә, ул ҡурҡмаған. Атаһының йөрәген һөйөндөрөү уның төп маҡсаты булған. Ул бөтә уйҙарын шуға туплаған. Ул башҡа нәмәләргә тормошонда мөһим урын биләргә рөхсәт итмәгән.
3. Петер Ғайсанан нимәгә өйрәнгән һәм башҡаларҙы нимәгә дәртләндергән? (1 Петер 4:1).
3 Петер һәм башҡа илселәр Ғайса менән күп ваҡыт үткәргән. Уларҙың уның кеүек фекер йөрөтөргә һәм бөтә нәмәгә уның кеүек ҡарарға өйрәнергә иҫ киткес мөмкинлеге булған. Петер үҙенең беренсе хатында имандаштарын Мәсихтеке кеүек «уй-фекер йүнәлеше менән ҡоралланырға»a өндәгән (1 Петер 4:1-ҙе уҡығыҙ.) Петер ҡулланған «ҡоралланығыҙ» тигән һүҙ — хәрби термин. Әгәр мәсихселәр Ғайсаның фекер йөрөтөүен өлгө итеп алһа, улар көслө ҡоралға эйә буласаҡ. Был ҡорал уларға гонаһлы теләктәр менән һәм Шайтан донъяһының тәьҫире менән көрәшергә ярҙам итәсәк (2 Кәр. 10:3—5; Эфес. 6:12).
4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
4 Был мәҡәләлә беҙ Ғайсаның фекер йөрөтөү рәүешен ентекләберәк ҡарап сығырбыҙ. Был беҙгә: 1) Йәһүә һымаҡ уйларға, 2) баҫалҡы һәм 3) айыҡ аҡыллы булырға ярҙам итер.
ЙӘҺҮӘ КЕҮЕК УЙЛАРҒА ӨЙРӘНЕГЕҘ
5. Петерҙең Йәһүә кеүек фекер йөрөтмәгәнен ниндәй осраҡ күрһәтә?
5 Бер тапҡыр Петер тыуған хәлгә Йәһүә һымаҡ ҡарамаған. Әйҙәгеҙ, был осраҡты ҡарап сығайыҡ. Ғайса илселәренә Йәрүсәлимгә барырға тейешлеге хаҡында, үҙенең ҡулға алынасағы, ғазап күрәсәге һәм үлтереләсәге тураһында әйткән (Матф. 16:21). Петер Ғайсаның Мәсих икәнен белгән һәм Алла халҡын ҡотҡарасағына өмөтләнгән. Шуға күрә Йәһүәнең Ғайсаның үлеменә юл ҡуйыуы Петер өсөн аҡылға һыймаҫлыҡ булған (Матф. 16:16). Петер Ғайсаны ситкәрәк алып китеп уға: «Үҙеңде йәллә, Хужам! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен!» — тигән (Матф. 16:22, төшөрмә). Петер менән Ғайса төрлө ҡарашта булған. Сәбәбе нимәлә? Ғайсанан айырмалы булараҡ, Петер был хәлгә Йәһүә кеүек ҡарамаған.
6. Ғайсаның Йәһүә һымаҡ фекер йөрөткәне нимәнән күренгән?
6 Ғайса һәр ваҡыт күктәге Атаһы һымаҡ уйлаған. Ул Петергә: «Кит янымдан, Шайтан! Һин минең өсөн абыныу ташы, сөнки һиндә Алла уйҙары түгел, ә кеше уйҙары», — тигән (Матф. 16:23). Ғайса Йәһүәнең ихтыярын үтәр өсөн үҙенең ғазаптар кисерергә һәм үлергә тейешлеген белгән. Петерҙең кәңәше яҡшы ниәттәрҙән булһа ла, Ғайса уны тәүәккәллек менән кире ҡаҡҡан. Был осраҡ Петерҙе Йәһүәнең нимә уйлағанын аңларға һәм уның уйҙарын үҙләштерергә өйрәткән. Был беҙҙең өсөн дә ҡиммәтле һабаҡ.
7. Петер Йәһүәнең фекер йөрөтөүен үҙләштергәнен һуңыраҡ нисек күрһәткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
7 Һуңыраҡ Петер Алла кеүек уйларға өйрәнергә теләгәнен күрһәткән. Алла еврей халҡынан булмаған кешеләрҙең дә уның халҡы булып китәсәге хаҡында ҡарар иткәс, ул Петерҙе Кәрнилигә ебәргән. Еврей халҡы, ғәҙәттә, башҡа милләттәге кешеләр менән аралашмаған. Шуға күрә Алланың йөкләмәһен үтәр өсөн, Петергә үҙ фекер йөрөтөүен үҙгәртергә кәрәк булған. Ул Йәһүәнең башҡа милләттән булған халыҡтарға нисек ҡарағанын аңлағас, ундай кешеләргә ҡарашын үҙгәрткән. Һөҙөмтәлә Петер «бер һүҙһеҙ» Йәһүә ҡушҡан ергә барған (Илс. 10:28, 29). Ул Кәрнилигә һәм уның өйҙәгеләренә вәғәзләгән һәм тегеләре һыуға сумдырылған. Улар башҡа халыҡтан беренсе мәсихселәр булып киткән (Илс. 10:21—23, 34, 35, 44—48).
Петер Кәрнилиҙең өйөнә инә. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)
8. Йәһүә кеүек фекер йөрөтөүебеҙҙе нисек күрһәтеп була? (1 Петер 3:8).
8 Йылдар үткәс, Петер имандаштарына: «Бер фекерле... булығыҙ», — тип яҙған. (1 Петер 3:8-ҙе уҡығыҙ.) Һәр беребеҙ Алланың уйҙарын үҙләштерергә тырышһа, беҙ бер фекерле булырбыҙ. Ә Алланың уйҙары хаҡында Изге Яҙманан белеп була. Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә бер фекерле булырға кәрәк? Мәҫәлән, Ғайса үҙ шәкерттәрен Батшалыҡты тормошта беренсе урынға ҡуйырға дәртләндергән (Матф. 6:33). Әйтәйек, йыйылышығыҙҙа кемдер тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға теләй, ти. «Үҙеңде йәллә» тип әйтер урынына, уны маҡтағыҙ һәм төрлө яҡтан булышлыҡ күрһәтегеҙ.
БАҪАЛҠЫ БУЛЫҒЫҘ
9, 10. Ғайсаның иҫ киткес баҫалҡы булғаны нимәнән күренә?
9 Үлеме алдынан кисен Ғайса Петерҙе һәм башҡа илселәрен баҫалҡы булырға өйрәткән. Был осраҡ улар менән һуңғы киске аш ваҡытында булған. Бер нисә сәғәт алдараҡ Ғайса Петер менән Яхъяны барыһын да алдан әҙерләп ҡуйырға һораған. Моғайын, улар һыу менән таҫтамал да әҙерләгәндер. Кемдер ҡунаҡтарҙың аяҡтарын йыуырға тейеш булған. Ләкин кем, үҙен кесе итеп тотоп, башҡаларҙың аяғын йыуыр икән?
10 Илселәр бөтөнләй көтөлмәгән хәл күрә: Ғайса өҫкө кейемен сисеп, биленә таҫтамал бәйләй. Шунан тасҡа һыу һалып, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башлай (Яхъя 13:4, 5). Шулай итеп Ғайса бигерәк баҫалҡы булыуын күрһәтә, сөнки, ғәҙәттә, был эште хеҙмәтсе башҡара. Ғайса бер-бер артлы бөтә шәкерттәренең аяғын йыуа. Моғайын, был күп кенә ваҡыт алғандыр, ләкин Ғайса баҫалҡылыҡ менән был эште аҙағына тиклем үҙе башҡара. Ул хатта уға хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариоттың да аяғын йыуа. Шунан Ғайса түҙемлек менән: «Һеҙгә нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? Һеҙ мине „Остаз“ һәм „Хужа“ тип атайһығыҙ, һәм һеҙ хаҡ, сөнки был ысынлап та шулай. Әгәр мин, һеҙҙең Хужағыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ», — ти (Яхъя 13:12—14).
Баҫалҡылыҡ... эске булмышыбыҙҙан башлана
11. Петерҙең баҫалҡылыҡҡа өйрәнгәне нимәнән күренә? (1 Петер 5:5, төшөрмә). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
11 Петер был осраҡтан баҫалҡы булырға өйрәнгән. Бер тапҡыр, Ғайса инде күктә булғанда, Петер тыумыштан аҡһаҡ булған кешене һауыҡтырған (Илс. 1:8, 9; 3:2, 6—8). Әлбиттә, был мөғжизәне күрер өсөн күп кеше йыйылған (Илс. 3:11). Петер үҙен нисек тотҡан? Ул үҫкән йәмғиәттә дәрәжә ҙур роль уйнаған. Кешеләрҙең уның менән ғәжәпләнеүен күреп, ул эреләнеп китмәҫме? Петер, үҙен кесе итеп тотоп, кешеләрҙең иғтибарын үҙенә түгел, ә Йәһүә менән Ғайсаға туплаған һәм бөтә данды уларға биргән. Ул былай тип әйткән: «Ғайсаның исеме һәм уның исеменә булған иманыбыҙ арҡаһында һеҙ күргән һәм белгән ошо кешенең аяҡтары нығынып китте» (Илс. 3:12—16). Һуңынан Петер мәсихселәргә хат яҙғанда уларҙы «баҫалҡылыҡ менән билегеҙҙе быуығыҙ» тип өндәгән. Шул саҡта Ғайсаның таҫтамал менән билен быуып илселәренең аяғын йыуған осраҡ күҙ алдыбыҙға килә. (1 Петер 5:5-те уҡығыҙ, төшөрмә.)
Мөғжизә ҡылғас, Петер бөтә данды Йәһүәгә һәм Ғайсаға биргән. Рәхмәт һәм маҡтау һүҙҙәре көтмәйенсә игелек ҡылһаҡ, беҙҙең баҫалҡы булыуыбыҙ күренер. (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
12. Нисек беҙ баҫалҡылыҡ үҫтерә алабыҙ?
12 Петерҙән өлгө алып, беҙ ҙә баҫалҡылыҡ үҫтерә алабыҙ. Онотмағыҙ, баҫалҡы булыу итәғәтле һүҙҙәр әйтеүҙән генә тормай. Петер телгә алған баҫалҡылыҡ эске булмышыбыҙҙан, йәғни үҙебеҙ һәм башҡалар тураһында нимә уйлауыбыҙҙан башлана. Беҙ изге эштәрҙе кешеләрҙең беҙҙең менән һоҡланыуҙарын теләгәнгә түгел, ә Йәһүәне һәм кешеләрҙе яратҡанға эшләйбеҙ. Баҫалҡы булһаҡ, Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәргә хеҙмәт итеү үҙенән-үҙе шатлыҡ килтерә. Башҡалар игелекле эштәребеҙҙе күрәме-юҡмы беҙҙең өсөн мөһим түгел (Матф. 6:1—4).
«АЙЫҠ АҠЫЛЛЫ БУЛЫҒЫҘ»
13. Айыҡ аҡыллы булыу нимәне аңлата?
13 Ниндәй мәсихсене айыҡ аҡыллы тип атап була? (1 Пет. 4:7). Ундай кеше ҡарар ҡабул итер алдынан Алланың ҡарашын белергә тырыша. Йәһүә менән мөнәсәбәттәр уның өсөн иң мөһиме. Ул үҙе тураһында сиктән тыш уйламай, һәм бөтә һорауҙарға ла яуапты белә алмағанын таный. Өҫтәүенә, ул йыш доға ҡыла. Шулай итеп ул Аллаға таянғанын һәм бөтә нәмәлә лә уның кәңәштәрен иҫәпкә алғанын күрһәтәb.
14. Нисек Петер бер осраҡта аҡылһыҙ эш иткән?
14 Үлеме алдынан, төндә, Ғайса илселәренә: «Ошо төндө һеҙ бөтәгеҙ ҙә мине ташлап китерһегеҙ», — тигән. Петер иһә: «Хатта бөтәһе лә һине ташлап китһә лә, мин бер ҡасан да һине ташламам», — тип, уға ҡаршы төшкән. Һуңыраҡ Ғайса бер нисә шәкертен: «Уяу булығыҙ һәм, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, гел доға ҡылығыҙ», — тип өндәгән (Матф. 26:31, 33, 41). Әгәр Петер был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалған булһа, бәлки, үҙенең Ғайса шәкерте булыуы хаҡында әйтергә ҡыйыулығы етер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Остазынан ваз кискән һәм быға бик үкенгән (Матф. 26:69—75).
15. Ғайсаның үлер алдынан айыҡ аҡыллы булыуы нимәлә сағылған?
15 Ғайса, камил булһа ла, үҙенә таянмаған. Ул тулыһынса Йәһүәгә ышанған һәм үлер алдынан төнө буйы доға ҡылып сыҡҡан. Был уға Алланың ихтыярын үтәргә ҡыйыулыҡ биргән (Матф. 26:39, 42, 44; Яхъя 18:4, 5). Һис шикһеҙ, Ғайсаның доға ҡылыуға шундай етди һәм ихтирамлы ҡарашы Петерҙең хәтерендә ғүмерлеккә уйылып ҡалған.
16. Петерҙең айыҡ аҡыллы булып киткәне нимәлә күренә? (1 Петер 4:7).
16 Ваҡыт уҙыу менән Петер һәр эш алдынан доға ҡылырға һәм Йәһүәнән йүнәлеш эҙләргә мөһим икәнен аңлаған. Терелгән Ғайса Петерҙе һәм башҡа илселәрен вәғәзләргә ярҙам иткән изге рух биреләсәгенә ышандырған. Ә әлегә улар Йәрүсәлимдә ҡалырға тейеш булған (Лука 24:49; Илс. 1:4, 5). Петер был ваҡытты нисек ҡулланған? Ул һәм башҡа мәсихселәр «гел бергә йыйылып, доға ҡылған» (Илс. 1:13, 14). Һуңыраҡ үҙенең беренсе хатында Петер имандаштарын айыҡ аҡыллы булырға һәм һәр ваҡыт Йәһүәгә доға ҡылырға өндәгән. (1 Петер 4:7-не уҡығыҙ.) Күреүебеҙсә, Петер Йәһүәгә таянырға өйрәнгән һәм йыйылыштың терәге булып киткән (Ғал. 2:9).
17. Беҙгә һәр ваҡытта ла нимә эшләргә кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
17 Айыҡ аҡыллы булыр өсөн беҙ ҙә йыш доға ҡылабыҙ. Хатта ябай һорауҙарҙа ла беҙ үҙебеҙгә таянмайбыҙ, ә кәңәш һорап Йәһүәгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Айырыуса мөһим ҡарар ҡабул итер алдынан беҙ уның күрһәтмәләрен эҙләйбеҙ. Беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен ул бит һәйбәтерәк белә.
Петер үҙеңә таянырға түгел, ә Йәһүәнән кәңәш эҙләргә кәрәк икәнен аңлаған. Айырыуса мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ ҙә айыҡ аҡыллы булырға һәм күп доға ҡылырға теләйбеҙ. (17-се абзацты ҡарағыҙ.)c
18. Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен аңларға нимә ярҙам итер?
18 Беҙ Йәһүәгә үҙенеке кеүек сифаттар биргәненә бик рәхмәтлебеҙ (Баш. 1:26). Әлбиттә, беҙ уларҙы камил рәүештә сағылдыра алмайбыҙ (Ишағ. 55:9). Ләкин Петерҙән өлгө алып, Йәһүәнең фекер йөрөтөүенә яҡшыраҡ төшөнә алабыҙ. Әгәр баҫалҡы, айыҡ аҡыллы булһаҡ һәм үҙ фекерҙәребеҙҙе Йәһүәнекенә тура килтерергә тырышһаҡ, беҙ уңышҡа өлгәшә алырбыҙ.
30-СЫ ЙЫР Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым
a 1 Петер 4:1-ҙәге «уй-фекер йүнәлеше» тигән һүҙбәйләнеште «фекер йөрөтөү рәүеше» тип тә тәржемә итергә була.
b Айыҡ аҡыл тураһында күберәк белер өсөн, jw.org сайтында йә JW Library® ҡушымтаһында «Объяснение библейских стихов» (урыҫ) тигән рубрикала «2 Тимәтигә 1:7. „Алла беҙгә ҡурҡыу рухы түгел, ә... айыҡ аҡыл биргән“» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
c РӘСЕМДӘ. Ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ эшкә урынлашырға килгән. Үҙ сиратын көтөп ултырғанда ул эстән генә доға ҡыла.