12-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
119-СЫ ЙЫР Иманыбыҙ ныҡ булһын!
Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ
«Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ бит» (2 КӘР. 5:7).
ТӨП ФЕКЕР
Ҡарарҙар ҡабул иткәндә үҙебеҙгә түгел, ә Йәһүәгә таяныуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?
1. Ни өсөн илсе Пауыл үҙ тормошо менән ҡәнәғәт булған?
ИЛСЕ Пауыл төрмәлә ултырған саҡта үҙенең тиҙҙән үләсәген белгән. Әммә үткәндәргә боролоп ҡарап, ул үҙ тормошо менән ҡәнәғәт булған. «Мин... аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым», — тигән ул (2 Тим. 4:6—8). Пауыл, үҙ тормошон Йәһүәгә бағышлап, аҡыллы ҡарар ҡабул иткән. Йәһүә уны хуплай икәнен ул белгән. Беҙ ҙә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәм Йәһүәнең хуплауын тойорға теләйбеҙ. Беҙгә нимә ярҙам итер?
2. Иман менән йәшәү нимәне аңлата?
2 Пауыл үҙе һәм башҡа тоғро мәсихселәр тураһында: «Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ», — тип әйткәндә нимәне күҙ уңында тотҡан? (2 Кәр. 5:7). Иман менән йәшәмәгән кешеләр ҡарарҙар ҡабул иткәндә күргәндәренә, ишеткәндәренә һәм хистәренә генә таяна. Иман менән йәшәгән кешеләр иһә ҡарарҙар ҡабул иткәндә Йәһүәнең ҡарашын иҫәпкә ала. Шулай итеп улар уға һәм уның кәңәштәренә ышанғандарын күрһәтә (Зәб. 118:66; Евр. 11:6).
3. Иман менән йәшәгәндәрҙе ниндәй бүләктәр көтә? (2 Кәринттәргә 4:18).
3 Әлбиттә, ҡайһы бер ҡарарҙарҙы ҡабул иткәндә, беҙгә күргәндәребеҙҙе, ишеткәндәребеҙҙе һәм хистәребеҙҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Әммә етди һорауҙарҙа тойғоларға ғына таяныу проблемаларға килтерергә мөмкин. Ни өсөн? Сөнки тойғоларыбыҙ ышанысһыҙ, улар беҙҙе алдай ала. Ә иң ҡурҡынысы — күргәндәр буйынса ғына йәшәһәк, иртәме-һуңмы Йәһүәне күңелһеҙләндереүебеҙ бар (Вәғ. 11:9; Матф. 24:37—39). Иман менән йәшәһәк, Йәһүәне һөйөндөрөрбөҙ (Эфес. 5:10). Алланы тыңлап, бәхетле булырбыҙ һәм ысын тыныслыҡ тойорбоҙ (Зәб. 15:8, 9; Ишағ. 48:17, 18). Шулай уҡ иман менән йәшәһәк, Алла беҙгә мәңгелек тормош бүләк итер. (2 Кәринттәргә 4:18-ҙе уҡығыҙ.)
4. Күҙ күргән нәмәләр менән, әллә иман менән йәшәйбеҙме икәнен нисек аңлап була?
4 Һәр беребеҙгә үҙебеҙҙән былай тип һорарға кәрәк: «Мин нисек ҡарарҙар ҡабул итәм? Күргәндәргә таянаммы, әллә Йәһүәгә ышанаммы һәм уның кәңәштәре буйынса эш итәмме?» Әйҙәгеҙ, киләһе өс өлкәлә иман менән йәшәүебеҙҙе нисек күрһәтеп булғанын ҡарап сығайыҡ: эш эҙләгәндә, тормош иптәшен һайлағанда һәм ойошманан күрһәтмәләр алғанда. Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, нимәне иҫәпкә алырға кәрәклегенә лә иғтибар итербеҙ.
ЭШ ЭҘЛӘГӘНДӘ
5. Эш эҙләгәндә нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?
5 Һәр кеше үҙенең һәм яҡындарының йәшәр өсөн бөтә нәмәһе булыуын теләй (Вәғ. 7:12; 1 Тим. 5:8). Ҡайһы бер эштә бик яҡшы түләйҙәр. Шул саҡта көндәлек сығымдарҙан тыш, киләсәк өсөн аҡса һалып барырға була. Ә ҡайһы бер эш хаҡы иң кәрәкле әйберҙәргә генә етә. Әлбиттә, эш һайлағанда, күпме түләүҙәре тураһында ҡыҙыҡһынабыҙ. Әммә шул хаҡта ғына уйлаһаҡ, тимәк, беҙ күргәндәребеҙ менән генә йәшәйбеҙ.
6. Эш эҙләгәндә иман менән йәшәүебеҙҙе нисек күрһәтеп була? (Еврейҙарға 13:5).
6 Иман менән йәшәһәк, эшебеҙ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға нисек тәьҫир итәсәге тураһында уйланырбыҙ. Үҙебеҙҙән былай тип һорарға кәрәк: «Миңә Йәһүә нәфрәт иткәнде эшләргә тура килмәҫме?» (Ғиб. һүҙ. 6:16—19); «Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә, вәғәзләргә һәм Изге Яҙманы өйрәнергә ваҡытым ҡалырмы?»; «Эш арҡаһында ғаиләмде оҙаҡҡа ҡалдырмаҫмынмы?» (Флп. 1:10). Был һорауҙар өҫтөндә уйланыу беҙгә был эшкә ризалашырғамы-юҡмы икәнен хәл итергә ярҙам итер. Башҡа эште табыу ауыр булһа ла, ундай эшкә ризалашыу аҡыллы булмаҫ. Беҙ иман менән йәшәйбеҙ, шуға күрә Йәһүәнең беҙҙең хаҡта ҡайғыртыр өсөн юл табасағына бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Был ҡарарҙарыбыҙҙан күренергә тейеш (Матф. 6:33; Еврейҙарға 13:5-те уҡығыҙ).
7, 8. Көньяҡ Америкала йәшәгән ир ҡәрҙәш иман менән йәшәгәнен нисек күрһәткән? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
7 Көньяҡ Америкала йәшәгән Хавье́рa ир ҡәрҙәшебеҙ иман менән йәшәгәнен бына нисек күрһәткән. Ул былай ти: «Эшемдә юғарыраҡ дәрәжәле урын алырға мөмкинлек тыуҙы. Шул саҡта мин ике тапҡырға күберәк аҡса алыр инем һәм үҙем өсөн ҡыҙыҡлы булған эш менән шөғөлләнер инем». Шул уҡ ваҡытта Хавьер пионер хеҙмәтен башларға теләгән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Мине буласаҡ начальнигым менән һөйләшеүгә саҡырҙылар. Һөйләшер алдынан мин доға ҡылдым һәм бер ҙә шикләнмәнем: минең өсөн нимә иң яҡшыһы икәнен Йәһүә һәйбәтерәк белә. Әлбиттә, күберәк аҡса алырға һәм өҫтөмә күберәк яуаплылыҡ алырға теләһәм дә, был эштең рухи маҡсаттарыма ҡамасаулауын теләмәнем».
8 Хавьер былай тип дауам итә: «Начальник миңә йыш ҡына эштән һуң ҡалып эшләргә тура килеүе хаҡында әйтте. Мин уға ипле генә итеп, был эш миңә тура килмәй, сөнки мин кис ваҡытын хеҙмәткә бағышлайым, тип аңлаттым». Хавьер уның тәҡдименән баш тартҡан. Ике аҙнанан һуң ул пионер хеҙмәтен башлаған, ә һуңыраҡ шул уҡ йылды ярты көнлөк эш тапҡан. Ул былай ти: «Йәһүә доғаларымды ишетте һәм миңә пионер графигына тап килгән эш бирҙе. Мин бәхетлемен, сөнки хәҙер Йәһүә һәм йыйылыш өсөн күберәкте эшләй алам».
Һеҙгә юғарыраҡ дәрәжәле эш тәҡдим итһәләр, Йәһүә менән кәңәшләшегеҙ. Ул һеҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә. (7, 8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
9. Тео ҡәрҙәштең миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?
9 Әлеге булған эшегеҙ Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙгә зыян килтерһә, нимә эшләргә? Бына Конгола йәшәгән Те́о ҡәрҙәштең миҫалы. Ул былай тип һөйләй: «Мин хыялланған эшемде таптым. Өс тапҡырға күберәк аҡса ала башланым һәм мине бөтәһе лә хөрмәт итә ине». Ләкин эштән һуң ҡалып эшләргә тура килгәс, Тео йыш ҡына йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырған. Бынан тыш, ҡайһы бер хеҙмәттәштәре уны фирманың намыҫһыҙ эштәрен йәшерергә һәм кешеләрҙе алдарға этәргән. Тео был эштән китергә теләгән, ләкин эшһеҙ ҡалырмын тип ҡурҡҡан. Уға нимә ярҙам иткән? Ул былай ти: «Мине Абаҡум 3:17—19-ҙағы һүҙҙәр нығытты. Аҡсаһыҙ ҡалһам да, Йәһүәнең минең хаҡта нисек тә булһа ҡайғыртасағын аңланым. Шуға мин был эштән киттем». Тео артабан былай тип бүлешә: «Ҡайһы бер эш биреүселәр, кеше яҡшы эш хаҡы алыр өсөн, туғандары һәм Аллаға табыныуҙы ҡорбан итергә әҙер, тип уйлай. Йәһүә һәм туғандарым менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡала алғаныма мин бик шатмын. Бер йылдан һуң Алла миңә яҡшы эш табырға ярҙам итте. Аҡсаһы бик күп булмаһа ла, йәшәр өсөн етә. Ә иң мөһиме, хеҙмәт итергә ваҡытым ҡала. Әлбиттә, был, Йәһүә тормошоңда беренсе урында булһа, һин бер ҡасан да аҡсаға мохтаж булмаҫһың тигәнде аңлатмай. Ләкин ул һине ҡалдырмаясаҡ». Әйҙәгеҙ, үҙ ҡарарҙарыбыҙ менән Йәһүәнең кәңәштәренә һәм вәғәҙәләренә ышанғаныбыҙҙы күрһәтәйек. Ә ул, үҙ сиратында, беҙҙе фатихаһынан айырмаҫ.
ТОРМОШ ИПТӘШЕН ҺАЙЛАҒАНДА
10. Тормош иптәшен һайлағанда нимәне иҫәпкә алыу мөһим, шул уҡ ваҡытта нимәне оноторға ярамай?
10 Никах — Йәһүәнең бүләге. Кеше өсөн ғаилә ҡороу тәбиғи. Ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙb буласаҡ ирен күҙәткәндә, моғайын, уның холҡона, төҫ-буйына һәм абруйына иғтибар итер. Шулай уҡ ул уның аҡсаны нисек тотоуына, туғандары хаҡында нисек ҡайғыртыуына һәм был егет янында үҙен бәхетле хис итәме икәненә лә иғтибар итер. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла бик мөһим. Ләкин тик шул турала ғына уйлаһа, тимәк, ул күргәндәре буйынса ғына йәшәй.
11. Тормош иптәшен һайлағанда иман менән йәшәгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була? (1 Кәринттәргә 7:39).
11 Тормош иптәшен һайлағанда ҡәрҙәшебеҙ Изге Яҙманың кәңәштәренә ҡолаҡ һалһа, Йәһүә бик ғорурлана. Улар бик иртә ғаилә ҡорорға ашыҡмай, сөнки үҙҙәренең бөтә яҡтан өлгөрөүҙәрен көтә (1 Кәр. 7:36). Тормош иптәшен һайлағанда улар Йәһүә ир һәм ҡатын өсөн кәрәкле тип һанаған сифаттарға иғтибар итер (Ғиб. һүҙ. 31:10—13, 26—28; Эфес. 5:33; 1 Тим. 5:8). Ә инде Йәһүә шаһиты булмаған кеше улар менән ҡыҙыҡһынһа, улар уның тәҡдимен кире ҡаға. Ундай ҡәрҙәштәр 1 Кәринттәргә 7:39-ҙағы кәңәште иҫтә тота (уҡығыҙ). Был ҡәрҙәштәр Йәһүәнең уларҙың эмоциональ ихтыяждары хаҡында ҡайғыртасағын белә, шуға күрә имандары буйынса йәшәй (Зәб. 54:23).
12. Розаның осрағы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?
12 Бына Колумбияла пионер булып хеҙмәт иткән Роза исемле ҡәрҙәштең осрағы. Ул онлайн-уҡытыусы булып эшләгән һәм уға бер егет менән йыш аралашырға тура килгән. Был егет ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙгә күҙ һалған. Роза ла уны оҡшатҡан. Ул былай ти: «Ул бик яҡшы егет кеүек күренде: барыһына ла ярҙам итергә ярата һәм сәләмәт тормош алып бара ине. Ул миңә ҡарата шундай иғтибарлы булды. Буласаҡ иремде нәҡ шундай итеп күҙ алдына килтерҙем. Ләкин ул Йәһүә шаһиты түгел ине». Роза былай тип дауам итә: «Уға юҡ тип әйтеү ауыр ине. Ысынында мин уның менән осрашып йөрөргә теләнем, сөнки ул ваҡытта мин үҙемде бер аҙ яңғыҙ итеп тоя инем. Кейәүгә сыҡҡым килә ине, әммә йыйылышта оҡшаған ир ҡәрҙәш юҡ ине». Шулай ҙа Роза күҙ күргән нәмәләр менән йәшәмәгән. Ул ҡарарының Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә нисек тәьҫир итәсәге тураһында уйлаған. Шунлыҡтан ул теге егет менән бәйләнеште өҙгән һәм бөтә иғтибарын хеҙмәткә туплаған. Бер аҙҙан уны Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбенә саҡырғандар. Хәҙер ул махсус пионер булып хеҙмәт итә. «Йәһүә мине күп бүләктәр менән фатихаланы һәм күңелемде ысын бәхет менән тултырҙы», — тип тамамлай Роза. Ҡайһы бер ҡарарҙар, айырыуса теләгән нәмәләрҙән баш тартырға кәрәк саҡта, ауыр бирелә. Ләкин иман менән йәшәһәк, быға бер ҡасан да үкенмәҫбеҙ!
ОЙОШМАНАН КҮРҺӘТМӘЛӘР АЛҒАНДА
13. Беҙ ойошманың ҡайһы бер күрһәтмәләренә нисек ҡарауыбыҙ бар?
13 Урындағы аҡһаҡалдар, район күҙәтеүселәре, филиал һәм Етәксе кәңәшмә йыш ҡына беҙгә хеҙмәткә ҡағылышлы күрһәтмәләр бирә. Әммә ҡайһы ваҡыт теге йә был күрһәтмәнең ни өсөн бирелгәнен аңламауыбыҙ ихтимал. Шул саҡта беҙҙең бөтә иғтибарҙы был ҡарарҙың тормошобоҙҙо ҡатмарлаштырғанына ғына йә күрһәтмәне биргән ир ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәренә генә туплауыбыҙ бар.
14. Йәһүә ойошмаһынан алған күрһәтмәләргә буйһонорға нимә ярҙам итер? (Еврейҙарға 13:17).
14 Беҙ Йәһүәнең үҙ ойошмаһы менән етәкселек итеүенә һәм шарттарыбыҙҙы яҡшы белеүенә ышанабыҙ. Шуға күрһәтмәләр алғанда, беҙ ыңғай ҡараш һаҡлайбыҙ һәм уларҙы шунда уҡ ҡулланабыҙ. (Еврейҙарға 13:17-не уҡығыҙ.) Тыңлаусан булып, йыйылыш берҙәмлегенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ (Эфес. 4:2, 3). Әлбиттә, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған ир ҡәрҙәштәр камил түгел. Шулай ҙа беҙ шикләнмәйбеҙ, уларға буйһонһаҡ, Йәһүә беҙҙе фатихаларынан айырмаҫ (1 Сам. 15:22). Ә инде берәй нәмәне төҙәтергә кәрәк булһа, Йәһүә быны үҙ ваҡытында мотлаҡ эшләйәсәк (Миҡ. 7:7).
15, 16. Бер ир ҡәрҙәшкә бирелгән күрһәтмәләргә буйһонорға нимә ярҙам иткән? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
15 Иман менән йәшәү ҙур файҙа килтергәнен бер миҫал күрһәтә. Перу илендә испан теленән тыш, башҡа телдәр, мәҫәлән, кечуа теле киң таралған. Ҡәрҙәштәр күп йылдар дауамында йыйылыштың бөтә территорияһында кечуа телендә һөйләшкән кешеләрҙе эҙләгән. Әммә һуңынан яңы сыҡҡан закон арҡаһында уларға башҡаса вәғәзләргә тура килгән (Рим. 13:1). Ҡайһы берәүҙәр, был вәғәз эшен тотҡарлар, тип борсолған, ләкин күрһәтмәләргә ҡолаҡ һалғас, Йәһүәнең фатихаларын татыған.
16 Кечуа йыйылыштарының береһендә аҡһаҡал булып хеҙмәт иткән Ке́вин ҡәрҙәштең дә шиктәре булған. Ул былай тип аңлата: «„Беҙ хәҙер кечуа телендә һөйләшкән кешеләрҙе нисек табырбыҙ?“ — тип уйлап ҡуйҙым мин». Кевин нимә эшләгән? Ул былай ти: «Мин Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5-тә яҙылғанды иҫемә төшөрҙөм дә Муса тураһында уйланым. Йәһүә уға исраилдарҙы Мысырҙан сығарырға һәм Ҡыҙыл диңгеҙгә алып барырға ҡушҡан. Бер саҡ халыҡ үҙҙәрен тоҙаҡҡа эләккән кеүек һәм мысырҙарҙан бер нисек тә ҡотола алмаҫ кеүек тойған. Шулай ҙа Муса Йәһүәгә буйһонған. Алла мөғжизә ҡылып уны фатихалаған» (Сығ. 14:1, 2, 9—11, 21, 22). Кевин яңыса вәғәзләй башлаған. Һөҙөмтәһе ниндәй булған? Ул былай тип дауам итә: «Йәһүәнең фатихалары иҫ киткес булды. Элек беҙ оҙаҡ йөрөнөк, әммә бер-ике кешене генә осрата торғайныҡ. Хәҙер иһә беҙ башлыса кечуа райондарында вәғәзләйбеҙ. Һөҙөмтәлә һөйләшеүҙәр, ҡабат килеп китеүҙәр һәм Изге Яҙма өйрәнеүҙәре күбәйҙе. Йыйылыш осрашыуҙарына ла күберәк кеше килә башланы». Эйе, иман менән йәшәһәк, Йәһүә беҙҙе һис шикһеҙ бүләкләйәсәк.
Күптәр ҡәрҙәштәребеҙгә кечуа телендә һөйләшкән кешеләрҙе ҡайҙа табып булғанын әйткән. (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
17. Был мәҡәлә һеҙҙе нимәгә өйрәтте?
17 Был мәҡәләнән күреүебеҙсә, эш эҙләгәндә, тормош иптәшен һайлағанда һәм ойошманан күрһәтмәләр алғанда иман менән йәшәү үтә мөһим. Ләкин беҙгә Йәһүәнең ҡарашын бында ғына түгел, ә тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрендә лә иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, фильм ҡарауға, ял итеүгә, белем алыуға йә бала тәрбиәләүгә ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә беҙгә күҙ күргән нәмәләр менән генә сикләнергә ярамай. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең хистәре, уның кәңәштәре һәм беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағы тураһында онотмайыҡ. Шул саҡта беҙ «һәр ваҡыт һәм мәңге Аллабыҙ Раббы исеме менән йәшәрбеҙ»! (Миҡ. 4:5).
156-СЫ ЙЫР Иман аша
a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
b Был абзацта һүҙ ҡыҙ ҡәрҙәш тураһында барһа ла, был мәғлүмәт ир ҡәрҙәшкә лә ҡағыла.