13-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
4-СЕ ЙЫР «Йәһүә — Көтөүсем минең»
Раббының ҡулынан килмәгән нәмә юҡ
«Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә?» (ҺАН. 11:23).
ТӨП ФЕКЕР
Был мәҡәлә Йәһүәнең матди ихтыяждарыбыҙ тураһында ҡайғыртасағына ышанысыбыҙҙы арттырыр.
1. Муса исраилдарҙы Мысырҙан сығарғанда Йәһүәгә таянғанын нисек күрһәткән?
ЕВРЕЙҘАРҒА яҙылған хатта Йәһүәнең көслө иманлы хеҙмәтселәре тураһында яҙылған. Уларҙың береһе — Муса (Евр. 3:2—5; 11:23—25). Исраилдарҙы Мысырҙан сығарғанда ул иҫ киткес иман күрһәткән. Уны фирғәүен дә, уның ғәскәре лә ҡурҡытмаған. Йәһүәгә таянып, Муса халыҡты Ҡыҙыл диңгеҙ аша үткәреп сүлгә алып барған (Евр. 11:27—29). Исраилдарҙың күпселеге Йәһүәнең улар тураһында ҡайғырта аласағына шикләнгән. Муса иһә Йәһүәгә ышаныуын дауам иткән һәм Йәһүә уның өмөтөн аҡлаған. Кешеләр ҡурҡыныс сүлдә үлмәһен өсөн, Алла уларға мөғжизәле рәүештә ризыҡ һәм һыу биреп торған (Сығ. 15:22—25; Зәб. 77:23—25)a.
2. Ни өсөн Алла Мусаға: «Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә?» — тигән һорау биргән (Һандар 11:21—23).
2 Исраилдар Мысырҙан сыҡҡандан һуң бер йыл тирәһе үткәс, Йәһүә уларға ит бирәсәге тураһында әйткән. Мусаның иманы көслө булһа ла, ул Йәһүәнең сүлдә бер нисә миллион кешене ит менән нисек туйҙырасағын аңлап бөтмәгән. Шуға күрә Йәһүә унан: «Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә?» — тип һораған. (Һандар 11:21—23-тө уҡығыҙ.) Бында «Раббының ҡулы» тигән һүҙбәйләнеш Алланың изге рухын, йәғни уның эш итеүсе көсөн аңлата. Асылда, Йәһүә Мусанан: «Әллә һин һүҙемде тормошҡа ашыра алыуыма шикләнәһеңме?» — тип һораған.
3. Ни өсөн Муса һәм исраилдар менән булған хәлде ҡарап сығыу файҙалы?
3 Моғайын, һеҙ ҙә Йәһүәнең һеҙҙең һәм ғаиләгеҙ хаҡында ҡайғырта аласағына шикләнгәнһегеҙҙер. Нисек кенә булмаһын, Муса һәм исраилдар менән булған хәл тураһында уйланыу файҙалы булыр. Ни өсөн улар Алланың ҡайғыртыуына шикләнгән? Беҙ был һорауға яуапты һәм уға ҡағылышлы ҡайһы бер принциптарҙы ҡарап сығырбыҙ. Был беҙҙең Йәһүәнең ҡулынан килмәгән нәмә юҡ икәненә ышанысыбыҙҙы нығытыр.
МУСА ҺӘМ ИСРАИЛДАР МЕНӘН БУЛҒАН ОСРАҠТАН ФӘҺЕМ АЛЫҒЫҘ
4. Ни өсөн исраилдар Йәһүәнең улар хаҡында ҡайғырта аласағына шикләнә башлаған?
4 Иҫебеҙгә төшөрәйек: исраилдар һәм улар менән бергә булған «бик күп сит халыҡ» инде күпмелер ваҡыт сүллек аша Вәғәҙә ителгән ергә атлаған (Сығ. 12:38; Ҡан. 8:15). Сит халыҡ кешеләре маннанан туйған һәм башҡа төрлө ризыҡ талап итә башлаған. Исраилдар ҙа зарлана башлаған. Улар Мысырҙа ашаған ризыҡты һағынған (Һан. 11:4—6). Ырыуҙаштарының зарланыуы арҡаһында Муса, мин барыһын да ит менән туҡландырырға тейеш, тип уйлай башлаған, әммә уны ҡайҙан алырға белмәгән (Һан. 11:13, 14).
5, 6. Сит халыҡ кешеләре исраилдарға ниндәй йоғонто яһаған һәм был беҙҙе нимәгә өйрәтә?
5 Сит халыҡ кешеләре Йәһүәнең улар өсөн башҡарған эштәрен ҡәҙерләмәгән, һәм был исраилдарға йоҡҡан. Беҙҙең менән дә шундай уҡ хәл булырға мөмкин. Рәхмәтле булмаған кешеләр менән тығыҙ аралашһаҡ, Йәһүә биргән нәмәләр беҙгә шатлыҡ килтермәй башларға мөмкин. Беҙҙең элекке тормошобоҙҙо һағыныуыбыҙ һәм башҡаларҙың тормошона күҙебеҙ ҡыҙа башлауы бар. Бөтә шарттарҙа булғаныбыҙ менән ҡәнәғәт булырға өйрәнһәк, бәхетлерәк булырбыҙ.
6 Исраилдарға шуны иҫтә тоторға кәрәк булған: уларҙың яңы өйө булып китәсәк ерҙә барыһы ла мул буласаҡ. Әммә был һүҙҙәр сүлдә түгел, ә Вәғәҙә ителгән ерҙә үтәлергә тейеш булған. Шуның шикелле, беҙгә лә иғтибарыбыҙҙы бөгөн тормошобоҙҙа етмәгән нәмәләргә түгел, ә яңы донъяла буласаҡ нәмәләргә тупларға кәрәк. Бынан тыш, Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы нығыта алған аяттар тураһында ла уйланыу мөһим.
7. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең ҡулынан барыһы ла килгәненә ышана алабыҙ?
7 «Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә?» Ни өсөн Алла ундай һорау биргән? Был һорауҙы биреп, Йәһүә, бәлки, үҙ көсөн генә түгел, ә шулай уҡ уның хеҙмәтселәре ҡайҙа ғына булһа ла, уларға ярҙам итә аласағын күрһәтергә теләгәндер. Йәһүә өсөн уның ҡулы етмәгән урындар юҡ! Ул хатта сүлдә лә исраилдарҙы ит менән туҡландыра алған. Йәһүә үҙ ҡөҙрәтен «һуҙылған ҡулы менән» күрһәтә алған (Зәб. 135:11, 12). Шуға күрә ниндәй генә бәләгә эләкһәк тә, Йәһүәнең беҙгә ярҙам итә аласағына бер ҙә шикләнмәйек (Зәб. 137:6, 7).
8. Беҙгә исраилдарҙың сүллектә яһаған хатаһын ҡабатламаҫҡа нимә ярҙам итер? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
8 Тиҙҙән Йәһүә исраилдарға күп итеп бүҙәнә ебәргән. Ләкин улар Йәһүәгә был мөғжизә өсөн бер ҙә рәхмәтле булмаған. Ҡомһоҙлоҡҡа бирелеп, улар ҡоштарҙы көн ярым буйы бер туҡтауһыҙ йыйған. Йәһүә «асыуы ялҡынланып... нәфселәрен тыя алмаған халыҡты» язаға тартҡан (Һан. 11:31—34). Был бик фәһемле осраҡ. Һаҡ булмаһаҡ, беҙҙең дә ҡомһоҙлоҡҡа бирелеүебеҙ бар. Баймы беҙ, ярлымы, әйҙәгеҙ, Йәһүә һәм Ғайса менән дуҫлығыбыҙҙы нығытыр өсөн, тәү сиратта күктә байлыҡ йыяйыҡ (Матф. 6:19, 20; Лука 16:9). Шул саҡта Алла беҙгә йәшәү өсөн кәрәк булғандың барыһын бирәсәк.
Исраилдар сүлдә ниндәй рух сағылдырған һәм был беҙҙе нимәгә өйрәтә? (8-се абзацты ҡарағыҙ.)
9. Беҙ нимәгә тулыһынса ышана алабыҙ?
9 Бөгөн дә Йәһүә, ҡөҙрәтле ҡулын һуҙып, үҙ хеҙмәтселәренә ярҙам итә. Был беҙҙең бер ҡасан да ризыҡҡа һәм аҡсаға ҡытлыҡ булмаҫ тигәнде аңлатамы? Юҡ, аңлатмайb. Ләкин Йәһүә һәр ваҡыт яныбыҙҙа булыр. Ниндәй генә ауырлыҡ менән осрашһаҡ та, ул беҙҙе ҡалдырмаҫ. Киләһе ике өлкәлә Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ: 1) аҡса етмәгәндә һәм 2) олоғайғас үҙебеҙҙе нисек тәьмин итеүебеҙ тураһында уйлағанда?
АҠСА ЕТМӘГӘНДӘ
10. Донъя хәле насарайғанға, беҙҙең ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуыбыҙ бар?
10 Был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, аҡса эшләүе тағы ла ауырыраҡ булыуы ихтимал. Сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, һуғыштар, тәбиғәт афәттәре йә яңы пандемиялар беҙҙе көтөлмәгән сығымдарға, эшебеҙҙе, мөлкәтебеҙҙе йә өйөбөҙҙө юғалтыуға килтерергә мөмкин. Ғаиләбеҙҙе тәьмин итер өсөн, бәлки, яңы эш эҙләргә йә икенсе ергә күсенергә тура килер. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә Йәһүәгә таяныуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?
11. Матди ауырлыҡтарҙы йырып сығырға нимә ярҙам итә ала? (Лука 12:29—31).
11 Борсолоуҙарыбыҙҙы иң тәүҙә Йәһүәгә һөйләргә кәрәк (Ғиб. һүҙ. 16:3). Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, унан зирәклек һәм йән тыныслығы һорағыҙ. (Лука 12:29—31-ҙе уҡығыҙ.) Үҙегеҙҙә булған нәмәләр менән ҡәнәғәт булыр өсөн, өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ (1 Тим. 6:7, 8). Беҙҙең jw.org сайтыбыҙҙа матди ауырлыҡтарға ҡағылышлы күп мәҡәләләр һәм видеояҙмалар бар. Унда күптәргә ярҙам иткән яҡшы кәңәштәр табырһығыҙ.
12. Эш һайлағанда, ниндәй һорауҙар мәсихсегә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер?
12 Ҡайһы берәүҙәр өйҙән йыраҡҡа китеп эшләргә ризалашҡан, әммә һуңыраҡ был аҡылһыҙ ҡарар булғанын аңлаған. Яңы эшкә ризалашыр алдынан уның ыңғай һәм кире яҡтарын иҫәпкә алығыҙ. Ҙур эш хаҡы тәҡдим итһәләр ҙә, был эш ғаиләгеҙҙең рухилығына нисек тәьҫир итәсәге тураһында ла уйланығыҙ (Лука 14:28). Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Аҡса эшләйем тип, йыраҡҡа китһәм, никахым зыян күрмәҫме? Мин йыйылышымдың бөтә осрашыуҙарына йөрөй алырмынмы, вәғәзләргә һәм ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәрергә мөмкинлегем булырмы?» Ә балаларығыҙ булһа, үҙегеҙгә бындай мөһим һорау бирегеҙ: «Балаларым янында булмаһам, мин уларҙы „Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп“, тәрбиәләй алырмынмы?» (Эфес. 6:4). Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Изге Яҙманы хөрмәт итмәгән туғандарығыҙҙың һәм дуҫтарығыҙҙың кәңәштәренә түгел, ә Йәһүәнең кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙc. Азияла йәшәгән То́ни исемле ҡәрҙәшкә бер нисә тапҡыр сит илдә яҡшы эш тәҡдим иткәндәр. Доға ҡылғас һәм ҡатыны менән кәңәшләшкәс, ул бер ҡайҙа ла бармаҫҡа булған. Бының урынына, улар сығымдарын кәметергә һәм ябайыраҡ тормош алып барырға ҡарар иткән. Үткәндәргә ҡарап, Тони былай ти: «Әлдә бер ҡайҙа ла бармағанмын. Мин бер нисә кешегә хәҡиҡәткә килергә ярҙам иттем. Балаларым да Йәһүәне бик ярата. Матфай 6:33 буйынса йәшәһәк, Йәһүә беҙҙең хаҡта һис шикһеҙ ҡайғыртасаҡ. Беҙ быны үҙебеҙ татыныҡ».
ОЛОҒАЙҒАС ҮҘЕБЕҘҘЕ НИСЕК ТӘЬМИН ИТЕҮЕБЕҘ ТУРАҺЫНДА УЙЛАҒАНДА
13. Олоғайғас йәшәрлек аҡса булһын өсөн, инде хәҙер нимә эшләп була?
13 Олоғайғас үҙебеҙҙе нисек тәьмин итеүебеҙ тураһындағы уйҙар беҙҙе борсорға мөмкин. Ошо һорауҙа ла Йәһүәнең ҡулынан килмәгән нәмә юҡ икәненә ышаныуыбыҙҙы нисек күрһәтергә? Уның Һүҙе, Изге Яҙма, беҙҙе олоғайғас нисек йәшәүебеҙ хаҡында алдан уйларға һәм тырышып эшләргә дәртләндерә (Ғиб. һүҙ. 6:6—11). Мөмкинлек булһа, күпмелер аҡса йыйып барыу аҡыллы булыр ине. Эйе, аҡса ниндәйҙер мәғәнәлә кешене «һаҡлай» (Вәғ. 7:12). Шул уҡ ваҡыт аҡса эшләү тормошобоҙҙа иң мөһим нәмә булып китергә тейеш түгел.
14. Еврейҙарға 13:5-тәге һүҙҙәр беҙгә киләсәгебеҙ тураһында сиктән тыш борсолмаҫҡа нисек ярҙам итә?
14 Ғайса үҙенең бер ғибрәтле хикәйәһендә, «үҙе өсөн байлыҡ йыйып, Алла алдында бай булырға ынтылмаған кеше» аҡылһыҙ эш итә, тип әйткән (Лука 12:16—21). Бер кем дә иртәгә нимә булырын белмәй (Ғиб. һүҙ. 23:4, 5; Яҡ. 4:13—15). Бынан тыш, Ғайсаның шәкерттәре өҫтәмә ауырлыҡ менән осрашыр. Уның һүҙҙәре буйынса, беҙгә «бөтә мөлкәтебеҙҙән баш тартырға» әҙер булырға кәрәк (Лука 14:33). Беренсе быуатта Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәр, мөлкәттәрен юғалтһа ла, шатлыҡтарын һаҡлап ҡала алған (Евр. 10:34). Беҙҙең көндәрҙә күп кенә ҡәрҙәштәр сәйәсәттә ҡатнашыуҙан баш тартҡанға эшһеҙ ҡалған (Асыл. 13:16, 17). Уларға нимә ярҙам иткән? Улар Йәһүәнең: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», — тигән вәғәҙәһенә тулыһынса ышанған. (Еврейҙарға 13:5-те уҡығыҙ.) Эйе, киләсәгебеҙҙе планлаштырғанда беҙ ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын эшләйбеҙ, ә ҡалғанын Йәһүә ҡулына тапшырабыҙ. Олоғайғас, көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуһа ла, Алла беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына ышанабыҙ.
15. Йәһүәгә таянған ата-әсәләр балаларына ниндәй ҡараш һаҡларға тейеш? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
15 Ҡайһы бер мәҙәниәттә ата-әсәләр ҡартайған көндә улар беҙҙе ҡарар тигән уй менән бала таба. Әммә Изге Яҙмала: «Балалар атай-әсәйҙәренә түгел, ә атай-әсәйҙәр балаларына байлыҡ тупларға тейеш бит», — тип әйтелә (2 Кәр. 12:14). Әлбиттә, олоғайған ата-әсәләргә ярҙам кәрәк булғанда күп кенә балалар быны шатланып эшләй (1 Тим. 5:4). Ләкин Йәһүәгә таянған ата-әсәләр шуны аңлай: балаларҙан файҙаланыу түгел, ә уларға Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булып китергә ярҙам итеү ысын бәхет килтерә (3 Яхъя 4).
Киләсәккә ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә ир менән ҡатын Изге Яҙмалағы принциптарҙы иҫәпкә ала. (15-се абзацты ҡарағыҙ.)d
16. Атай-әсәйҙәр балаларын үҙ аллы тормошҡа нисек әҙерләй ала? (Эфестарға 4:28).
16 Атай-әсәйҙәр, һеҙ балаларығыҙҙы оло тормошҡа нисек әҙерләй алаһығыҙ? Һәр бер эштә Йәһүәгә таяныуығыҙ улар өсөн өлгө булһын. Бәләкәй саҡтан уҡ уларҙы тырышып эшләүҙән шатлыҡ табырға өйрәтегеҙ (Ғиб. һүҙ. 29:21; Эфестарға 4:28-ҙе уҡығыҙ). Ә мәктәпкә йөрөй башлағас, уҡыуға дөрөҫ ҡараш үҫтерегеҙ. Һеҙ Изге Яҙмалағы принциптарҙы тәрән тикшерһәгеҙ һәм уның кәңәштәрен ҡулланһағыҙ, балаларығыҙға тейешле белем һайларға ярҙам итә алырһығыҙ. Һеҙҙең маҡсатығыҙ уларҙы үҙҙәрен тәьмин итергә өйрәтеү генә түгел, ә вәғәз эшен дә яратырға, хатта, бәлки, пионер хеҙмәтен башларға ярҙам итеү.
17. Беҙгә нимәне һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк?
17 Йәһүәнең матди ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртыу ҡулынан килә һәм ул быны эшләргә бик теләй ҙә. Был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, беҙгә тағы ла нығыраҡ Аллаға таянырға кәрәк булыр. Ниндәй генә хәл булһа ла, беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ: Йәһүә беҙгә ярҙам ҡулын һуҙыр. Уның ҡулынан килмәгән нәмә юҡ бит!
150-СЕ ЙЫР Ҡотолор өсөн, Хоҙайҙы эҙлә
a «Күҙәтеү манараһы» 2023 йылдың октябрь сығарылышында «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
b «Күҙәтеү манараһы» 2014 йылдың 15 сентябрь сығарылышында «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
c «Күҙәтеү манараһы» (тат.) 2014 йылдың 15 апрель сығарылышында «Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
d ФОТОҺҮРӘТТӘ. Бер пар Батшалыҡ залын төҙөүҙә ҡатнашҡан ҡыҙы һәм кейәүе менән аралаша.