Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 апрель 2—7 бб.
  • «Кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе... хәл итегеҙ»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе... хәл итегеҙ»
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ҒАЙСА ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ ҠАРАР ИТКӘН
  • НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘ ТАБЫНЫУЫБЫҘҒА ЛАЙЫҠ?
  • НИ ӨСӨН БЕҘ ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮҘЕ ҺАЙЛАНЫҠ?
  • ЙӘҺҮӘГӘ АРТАБАН ДА ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ
  • Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Йәһүәнең «тере Алла» булыуын һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йәһүә китек күңеллеләрҙе һауыҡтыра
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 апрель 2—7 бб.

14-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

8-СЕ ЙЫР Йәһүә — һыйыныр урыныбыҙ

«Кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе... хәл итегеҙ»

«Мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ» (ЕШ. 24:15).

ТӨП ФЕКЕР

Был мәҡәлә ярҙамында беҙ Йәһүәгә ни өсөн хеҙмәт итергә ҡарар иткәнебеҙҙе иҫкә төшөрөрбөҙ.

1. Ысынлап та бәхетле булыр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн? (Ишағыя 48:17, 18).

ЙӘҺҮӘ беҙҙе бик ныҡ ярата һәм ул беҙҙең хәҙер ҙә, киләсәктә лә бәхетле булыуыбыҙҙы теләй (Вәғ. 3:12, 13). Ул беренсе кешене барлыҡҡа килтергәндә уға иҫ киткес һәләттәр биргән. Әммә башҡалар менән идара итергә һәм нимә яҡшы, нимә насар икәнен хәл итергә һәләт бирмәгән (Вәғ. 8:9; Йәр. 10:23). Йәһүә шуны белә: ысынлап та бәхетле булыр өсөн, беҙ уға хеҙмәт итергә һәм буйһонорға тейеш. (Ишағыя 48:17, 18-ҙе уҡығыҙ.)

2. Шайтан беҙҙе нимәгә ышандырырға маташа һәм Йәһүә уның ялғанын нисек фаш иткән?

2 Шайтан беҙҙе, Йәһүәһеҙ ҙә бәхетле була алаһығыҙ һәм кешеләр Алланың идара итеүенә мохтаж түгел, тип ышандырырға тырыша (Баш. 3:4, 5). Был ялғанды фаш итер өсөн, Йәһүә кешеләргә идара итеүҙең төрлө формаларын һынап ҡарарға мөмкинлек биргән. Күреүебеҙсә, кешеләрҙең идара итеүе яҡшы нәмәләргә килтермәне. Шул уҡ ваҡытта Изге Яҙмала Аллаға хеҙмәт итеүҙән ысын шатлыҡ тапҡан күп кенә ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың миҫалдары бар. Уларҙың иң бәхетлеһе — Ғайса Мәсих. Әйҙәгеҙ, ни өсөн ул Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡарар иткәнен ҡарап сығайыҡ. Шулай уҡ ни өсөн Йәһүә табыныуыбыҙға лайыҡ икәнен беләйек. Аҙаҡ ни өсөн Йәһүәгә табынырға ҡарар иткәнебеҙҙе иҫкә төшөрәйек.

ҒАЙСА ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ ҠАРАР ИТКӘН

3. Шайтан Ғайсаға нимә тәҡдим иткән һәм Ғайса нимәне һайлаған?

3 Ерҙә йәшәгәндә Ғайсаға, кемгә хеҙмәт итергә, тигән ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған. Ғайсаның һыуға сумдырылыуынан һуң күп тә үтмәҫтән, Шайтан уға, әгәр тубыҡланып миңә бер табынһаң, һиңә бөтә донъя батшалыҡтарын бирермен, тип әйткән. Әммә Ғайса уға: «Кит, Шайтан! Сөнки „Йәһүә Аллаңа табын, тик уға ғына хеҙмәт ит“, — тип яҙылған», — тигән (Матф. 4:8—10). Ни өсөн Ғайса Йәһүәгә табыныуҙы һайлаған? Бер нисә сәбәпте ҡарап сығайыҡ.

4, 5. Ни өсөн Ғайса Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлаған?

4 Ғайсаның Йәһүәгә хеҙмәт итеүенең төп сәбәбе — Атаһын бик ныҡ яратыу (Яхъя 14:31). Ғайса шулай уҡ, Йәһүәгә табыныу — берҙән-бер дөрөҫ һайлау икәнен белә (Яхъя 8:28, 29; Асыл. 4:11). Йәһүә тормошто барлыҡҡа килтергән, ул ышаныслы һәм йомарт (Зәб. 32:4; 35:10; Яҡ. 1:17). Ул Ғайсаға һәр ваҡытта ла дөрөҫөн һөйләгән һәм Улына күп бүләктәр биргән (Яхъя 1:14). Шайтан иһә, киреһенсә, кешеләргә гонаһ менән үлемдән башҡа бер нәмә лә бирмәгән. Ул ялғансы, ҡомһоҙ һәм үҙен генә ярата (Яхъя 8:44). Бының барыһын да иҫәпкә алып, Ғайса Шайтанға оҡшаш булырға һәм Йәһүәгә ҡаршы сығырға тигән уйҙы хатта башына ла килтермәгән (Флп. 2:5—8).

5 Тағы ни өсөн Ғайса Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлаған? Ул үҙенең тоғро булыуы ниндәй фатихалар килтерәсәге тураһында уйлаған (Евр. 12:2). Ғайса, тоғро ҡалып, Атаһына үҙ исемен изгеләндерергә һәм гонаһ менән үлемде юҡ итергә мөмкинлек бирәсәген белгән.

НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘ ТАБЫНЫУЫБЫҘҒА ЛАЙЫҠ?

6, 7. Ни өсөн күптәр Йәһүәгә хеҙмәт итмәй һәм ни өсөн Алла кешеләрҙең табыныуына лайыҡ?

6 Бөгөн күптәр Йәһүәгә хеҙмәт итмәй, сөнки уның ни тиклем яҡшы булыуын һәм улар өсөн күпме игелек ҡылғанын белмәй. Улар илсе Пауыл Афинала вәғәзләгән кешеләргә оҡшаш (Илс. 17:19, 20, 30, 34).

7 Пауыл уларға, хаҡ Алла «барыһына ла йәшәү, һулыш һәм башҡа бөтә нәмәне бирә», тип аңлатҡан. Ә шунан: «Уның арҡаһында беҙ йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ», — тип өҫтәгән. Алла «бер кешенән бөтә халыҡтарҙы бар иткән» (Илс. 17:25, 26, 28). Бына ни өсөн ул бөтә кешеләрҙең уға табыныуына лайыҡ.

8. Йәһүә нимәне бер ҡасан да эшләмәҫ һәм ул беҙҙе яратҡанын нисек күрһәтә?

8 Барлыҡҡа килтереүсе һәм Хаким булараҡ, Йәһүә бөтә кешеләрҙе лә үҙенә табынырға мәжбүр итә алыр ине, әммә ул бер ҡасан да улай эшләмәҫ. Бының урынына, Алла үҙенең барлығын һәм беҙҙе яратыуын төрлөсә дәлилләй. Ул мөмкин тиклем күберәк кешенең уға мәңгегә дуҫ булып китеүен теләй (1 Тим. 2:3, 4). Шуға Йәһүә беҙҙе вәғәзләргә һәм уның иҫ киткес ниәттәре тураһында башҡаларға һөйләргә өйрәтә (Матф. 10:11—13; 28:19, 20). Ул беҙҙе йыйылыштар аша берләштерә һәм бүләк итеп ҡайғыртыусан аҡһаҡалдар бирә (Илс. 20:28).

9. Йәһүәнең бөтә кешеләрҙе лә яратҡаны нимәнән күренә?

9 Йәһүә хатта уға ышанырға теләмәгән кешеләрҙе лә ярата. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: тарих дауамында миллиардлаған кеше Йәһүәне тыңламайынса үҙҙәре нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен хәл итә. Быға ҡарамаҫтан, Йәһүә, улар шатланып йәшәһен өсөн, бөтә нәмәне биреп тора (Матф. 5:44, 45; Илс. 14:16, 17). Уның ярҙамында улар дуҫтар табып, ғаилә ҡороп, эштәренән ҡәнәғәт алып йәшәй (Зәб. 126:3; Вәғ. 2:24). Күктәге Атайыбыҙҙың бөтә кешеләрҙе лә яратҡанын аңлар өсөн был дәлилдәр етерлек түгелме ни? (Сығ. 34:6). Ни өсөн беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайланыҡ һәм ул беҙҙе бының өсөн нисек фатихалай? Әйҙәгеҙ, иҫебеҙгә төшөрәйек.

НИ ӨСӨН БЕҘ ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮҘЕ ҺАЙЛАНЫҠ?

10. а) Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙҙең төп сәбәбе нимәлә? (Матфай 22:37). б) Йәһүә шәхсән һеҙгә нисек сабыр булды? (Зәбур 102:13, 14).

10 Беҙ, Ғайса кеүек, Йәһүәгә хеҙмәт итәбеҙ, сөнки уны бик яратабыҙ. Был — иң төп сәбәп. (Матфай 22:37-не уҡығыҙ.) Уның сифаттары тураһында күберәк белгән һайын, беҙ уға тағы ла нығыраҡ тартылабыҙ. Мәҫәлән, Йәһүә бик түҙемле. Исраилдар уға буйһонмағанда, ул: «Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ», — тип үтенгән (Йәр. 18:11). Йәһүә беҙҙең камил булмауыбыҙҙы һәм тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай. (Зәбур 102:13, 14-те уҡығыҙ.) Йәһүәнең сабырлығы һәм башҡа күркәм сифаттары тураһында уйлағанда, һеҙҙең уға мәңге хеҙмәт итергә теләгегеҙ тыумаймы ни?

11. Күктәге Атабыҙға хеҙмәт итергә беҙҙең тағы ниндәй сәбәптәр бар?

11 Шулай уҡ беҙ Йәһүәгә, был дөрөҫ булғанға хеҙмәт итәбеҙ (Матф. 4:10). Бынан тыш, хеҙмәтебеҙ күп яҡшылыҡ килтерә. Йәһүәгә тоғро ҡалып, беҙ уның исемен изгеләндерәбеҙ, Шайтандың ялғансы булыуын иҫбатлайбыҙ һәм Атабыҙҙың йөрәген һөйөндөрәбеҙ. Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлап, беҙ мәңгелек тормошто һайлайбыҙ! (Яхъя 17:3).

12, 13. Джейн һәм Пэм ҡәрҙәштәрҙең миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

12 Хатта балалар ҙа Йәһүәгә ҡарата тәрән яратыу үҫтерә ала. Был мөхәббәт йылдар уҙыу менән тағы ла көслөрәк булып китергә мөмкин. Бына ике бер туған ҡыҙҙарҙың Джейн менән Пэмдыңa миҫалы. Изге Яҙманы өйрәнә башлағанда уларға 11 һәм 10 йәш булған. Ата-әсәһе уларға Йәһүә шаһиттары менән аралашырға рөхсәт иткән, тик ҡыҙҙар ял көндәрендә бөтә ғаиләһе менән сиркәүгә йөрөргә тейеш булған. Джейн былай тип бүлешә: «Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнгәндә алған белемдәрем мине бик яҡланы. Мәктәптәге балаларҙың күбеһе наркотик һәм енси әхлаҡһыҙлыҡтың нимә икәнен инде татып ҡараған ине. Ә мин был нәмәләрҙән ситтә торҙом».

13 Бер нисә йылдан һуң был ҡыҙҙар һыуға сумдырылған. Һуңыраҡ улар пионер булып хеҙмәт итә башлаған һәм шул уҡ ваҡытта ата-әсәһе хаҡында ҡайғыртҡан. Уҙған йылдарға әйләнеп ҡарап, Джейн былай ти: «Мин Йәһүәнең үҙ дуҫтарына тоғро булыуына һәм уларҙы бер ҡасан да ҡалдырмаясағына инандым. 2 Тимәтигә 2:19-ҙа: „Раббы Үҙенекеләрҙе белә“, — тип әйтелә бит». Эйе, беҙҙең Аллабыҙ уны яратҡан һәм уға хеҙмәт иткән кешеләр янында.

14. Һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән беҙ Йәһүәнең исемен яла яғыуҙан нисек яҡлай алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

14 Беҙ Йәһүәнең исемен яла яғыуҙан яҡларға теләйбеҙ. Ошондай осраҡты ҡарап сығайыҡ: әйтәйек, һеҙҙең яҡын дуҫығыҙ бар. Ул игелекле, йомарт һәм киң күңелле. Ләкин бер ваҡыт кемдеңдер уны аяуһыҙ һәм намыҫһыҙ булыуҙа ғәйепләгәнен ишетәһегеҙ, ти. Һеҙ нисек эш итерһегеҙ? Һеҙ дуҫығыҙҙы яҡларһығыҙ. Шуның шикелле, Шайтан һәм уның яғында торғандар Йәһүә тураһында ялған таратып, уның абруйын ҡаҡшатырға тырыша. Ләкин беҙ Алла тураһында башҡаларға дөрөҫөн һөйләйбеҙ һәм ҡыйыулыҡ менән уның исемен яҡлайбыҙ (Зәб. 33:2; Ишағ. 43:10). Һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән беҙ Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итергә теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ.

Фотоһүрәттәрҙә: 1) бер ҡатын Йәһүә шаһиттарының конгресы үткән урын янында ҡаршылыҡ акцияһы ойошторған мөртәттәргә иғтибар итә; 2) һуңыраҡ шул уҡ ҡатын күсмә стенд менән хеҙмәт иткән ике Йәһүә шаһиты менән һөйләшә.

Йәһүәнең изге исемен яҡларһығыҙмы? (14-се абзацты ҡарағыҙ.)b


15. Тормошон үҙгәрткәс, илсе Пауыл ниндәй фатихалар урған? (Филипиҙарға 3:7, 8).

15 Йәһүәнең йөрәген ҡыуандырыр өсөн һәм хеҙмәттә күберәк ҡатнашыр өсөн, беҙ тормошобоҙҙо теләп үҙгәртәбеҙ. Мәҫәлән, илсе Пауыл йәһүд динендә мөһим урын биләй алған, әммә ул Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн һәм Ғайсаның шәкерте булып китер өсөн барыһынан баш тартҡан (Ғал. 1:14). Һөҙөмтәлә Пауыл тулы мәғәнәле тормош алып барған һәм уға Мәсих менән бергә күктә идара итеү хөрмәте тейгән. Пауыл ундай тормош һайлағанына бер ҡасан да үкенмәгән. Беҙ ҙә Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булып китеүебеҙгә бер ҡасан да үкенмәҫбеҙ. (Филипиҙарға 3:7, 8-ҙе уҡығыҙ.)

16. Джулияның осрағы беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

16 Йәһүәгә хеҙмәт итеү беренсе урында булһа, беҙ бөгөн дә, киләсәктә лә күп фатихалар урырбыҙ. Джу́лия исемле ҡәрҙәшебеҙҙең осрағын ҡарап сығайыҡ. Ул бала сағында сиркәү хорында йырлаған. Бер тәжрибәле опера йырсыһы был һәләтле ҡыҙға иғтибар иткән һәм уны опера сәнғәтенә өйрәтә башлаған. Тиҙҙән Джулия бик күренекле булып киткән һәм ҙур залдарҙа концерттар менән сығыш яһаған. Бер дәрәжәле музыкаль мәктәбендә уҡыған саҡта уның синыфташы уға Алланың исеме Йәһүә икәне хаҡында әйткән. Оҙаҡламай Джулия Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Ул аҙнаһына ике мәртәбә өйрәнгән. Ваҡыт уҙыу менән ул тормошон музыкаль карьераға түгел, ә Йәһүәгә бағышларға ҡарар иткән. Был ҡарар уға еңел бирелмәгән. Джулия былай тип бүлешә: «Күптәр миңә, һин үҙ талантыңды ергә күмәһең, тине. Әммә мин бөтә көсөмдө Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бирергә теләй инем». Джулия 30 йыл элек ҡабул иткән ҡарары тураһында нимә уйлай? Бына уның һүҙҙәре: «Минең йөрәгемдә тыныслыҡ. Йәһүәнең киләсәктә күңел түремдә булған теләктәремде үтәйәсәгенә мин бер ҙә шикләнмәйем» (Зәб. 144:16).

Джулияның һайлауын сәхнәләштерелгән фотоһүрәттәр: 1) ул сәхнәлә күп кеше алдында йырлай; 2) ул йыйылышта ире менән бергә йырлай.

Йәһүәгә хеҙмәт итеү беренсе урында булһа, тормошобоҙ бәхетле һәм фатихаларға мул булыр. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)c


ЙӘҺҮӘГӘ АРТАБАН ДА ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ

17. Ваҡыттың бик әҙ ҡалғанын белеү Йәһүәгә хеҙмәт иткәндәргә һәм ундай һайлау яһамағандарға нисек тәьҫир итә?

17 Беҙ был донъяның ахырында йәшәйбеҙ. Илсе Пауыл: «Әҙ генә, бик әҙ генә ҡалды, һәм килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ», — тип яҙған (Евр. 10:37). Был һүҙҙәр нимә аңлата? Әлегә Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләрҙең уның яғына баҫыр өсөн бик әҙ ваҡыты ҡала (1 Кәр. 7:29). Ә Алла хеҙмәтселәрен был һүҙҙәр һынауҙарҙың бөтөүенә «әҙ генә» ваҡыт ҡалғанына ышандыра.

18. Ғайса менән Йәһүә һеҙҙән нимә көтә?

18 Ғайса кешеләрҙе уның шәкерттәре булып китергә һәм уның артынан барырға дәртләндергән (Матф. 16:24). Моғайын, һеҙ ҙә Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт итәһегеҙҙер. Бик яҡшы! Бирешмәгеҙ. Йәһүә һеҙҙең был юлда ҡалыуығыҙҙы теләй. Был юлдан барыу еңел түгел, ләкин унда һеҙҙе күп шатлыҡ һәм фатихалар көтә (Зәб. 34:27).

19. Джин ҡәрҙәштең тормошо беҙҙе нимәгә өйрәтте?

19 Ҡайһы берәүҙәр, Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн күп нәмәнән баш тартырға һәм шатлыҡһыҙ тормош алып барырға кәрәк, тип уйлай. Әгәр һин йәш булһаң, Йәһүәгә хеҙмәт итеп күпте юғалтаһың кеүек күренергә мөмкин. Джин исемле йәш ир ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Тормошом ситтән үтеп бара кеүек күренә ине. Минең тиңдәштәрем гел күңел аса ине, ҡыҙҙар менән йөрөй ине һәм атыштар менән бәйле видеоуйындар уйнай ине. Ә минең күңел асыуым йыйылыш һәм вәғәз ине». Шундай фекер йөрөтөү Джинға нисек тәьҫир иткән? Ул былай тип дауам итә: «Мин ике төрлө тормош алып бара башланым. Тәүҙә күңелле ине, әммә был оҙаҡҡа етмәне. Мин ысынлап та бәхетле булып китә алманым. Шул саҡта мин Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә яңыса ҡараным. Йәһүәнең миңә шул тиклем күп яҡшы нәмәләр тәҡдим иткәнен аңланым. Миңә тик тыңлаусан булырға ғына кәрәк булған икән. Шуға күрә мин ысын күңелдән уға хеҙмәт итергә булдым. Шул ваҡыттан алып, минең Йәһүәгә әйткән бер доғам да яуапһыҙ ҡалманы».

20. Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйһегеҙ?

20 Дауыт батша Йәһүәгә: «Ниндәй бәхетле Һин һайлап алып, Үҙеңә яҡынайтҡан, өйөңдөң ишек алдында йәшәткән кеше!» — тип йырлаған (Зәб. 64:5). Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә Йәһүәгә тәүәккәллек менән хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итәйек. Беҙ Ешуаның: «Мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ» тигән һүҙҙәренә тулыһынса ҡушылабыҙ (Еш. 24:15).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ғайса ни өсөн Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡарар иткән?

  • Ни өсөн Йәһүә табыныуыбыҙға лайыҡ?

  • Һеҙ ни өсөн Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайланығыҙ?

28-СЕ ЙЫР Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?

a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

b ФОТОҺҮРӘТТӘ. Ҡатын кеше конгресс үткән урын янынан үтеп бара һәм Йәһүә шаһиттарына ҡаршы сыҡҡан мөртәттәрҙең ҡысҡырыуын ишетә. Һуңыраҡ ул дөрөҫөн белергә теләп, күсмә стенд менән хеҙмәт иткән Йәһүә шаһиттары менән һөйләшә.

c ФОТОҺҮРӘТТӘ. Был сәхнәләштерелгән фотоһүрәттәр Джулияның ниндәй һайлау яһағанын күрһәтә: ул үҙ тормошон музыкаль карьераға түгел, ә Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бағышлаған.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу