Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 апрель 20—25 бб.
  • Беҙ бер үҙебеҙ түгел

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Беҙ бер үҙебеҙ түгел
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ АЛЫП БАРА
  • ЙӘҺҮӘ ФИЗИК ИХТЫЯЖДАРЫБЫҘ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТА
  • ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ЯҠЛАЙ
  • ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ЙЫУАТА
  • ЙӘҺҮӘ ҺӘР ВАҠЫТТА ЛА ЯНЫБЫҘҘА БУЛЫР
  • Йәһүәнең «тере Алла» булыуын һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йәһүә китек күңеллеләрҙе һауыҡтыра
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • «Биреүҙә бәхет күберәк»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 апрель 20—25 бб.

17-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

99-СЫ ЙЫР Ҡәрҙәштәрем иҫәпһеҙ күп

Беҙ бер үҙебеҙ түгел

«Һиңә ярҙам итәм» (ИШАҒ. 41:13).

ТӨП ФЕКЕР

Был мәҡәләлә Йәһүәнең беҙгә нисек ярҙам итеүенә дүрт ысул ҡарап сығырбыҙ.

1, 2. а) Ни өсөн беҙгә ауырлыҡтарыбыҙ менән япа-яңғыҙ ҡалырбыҙ тип ҡурҡырға кәрәкмәй? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

ЕТДИ ауырлыҡтар менән осрашҡанда беҙ үҙебеҙҙе ҡоторонған диңгеҙ уртаһында бәләкәй генә кәмәлә кеүек хис итәбеҙ. Әммә, ысынында, ауырлыҡтар менән осрашҡанда беҙ япа-яңғыҙ түгел. Күктәге ҡайғыртыусан Атайыбыҙ ауырлыҡтарыбыҙҙы күрә һәм ярҙам итергә вәғәҙә итә. Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә йылы итеп: «Һиңә ярҙам итәм», — тип өндәшә (Ишағ. 41:13).

2 Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә? Ул: 1) беҙҙе алып бара, 2) физик ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғырта, 3) беҙҙе яҡлай һәм 4) йыуата. Тормошобоҙҙа ниндәй генә хәл булмаһын, Йәһүә беҙҙе бер ҡасан да онотмаясағына һәм ҡалдырмаясағына ышандыра. Шуға күрә беҙ бер ҡасан да бер үҙебеҙ генә ҡалмаҫбыҙ.

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ АЛЫП БАРА

3, 4. Йәһүә беҙҙе нисек алып бара? (Зәбур 47:15).

3 Зәбур 47:15-те уҡығыҙ. Йәһүә беҙҙең тормош юлында үҙ аллы барыуыбыҙҙы көтмәй — ул беҙгә йүнәлеш күрһәтә. Бөгөн ул үҙ хеҙмәтселәрен Изге Яҙма ярҙамында алып бара (Зәб. 118:105). Изге Яҙмалағы кәңәштәр беҙгә яҡшы ҡарарҙарa ҡабул итергә һәм Аллаға оҡшаған сифаттар үҫтерергә ярҙам итә. Мәҫәлән, Йәһүә беҙҙе кисерергә, бөтә нәмәлә намыҫлы булырға һәм башҡаларҙы ысын күңелдән яратырға өйрәтә (Зәб. 36:8; Евр. 13:18; 1 Пет. 1:22). Аллаға тыңлаусан булыуыбыҙ бөгөн бәхетле йәшәүебеҙгә һәм киләсәктә мәңге йәшәүебеҙгә бәйле. Йәһүәне тыңлағанда беҙ яҡшы атай-әсәйҙәр, ирҙәр, ҡатындар һәм дуҫтар була алабыҙ.

4 Бынан тыш, Алла Һүҙендә ысынлап та йәшәгән кешеләрҙең миҫалдары яҙылған. Уларҙың ауырлыҡтары һәм борсолоуҙары тураһында уҡығанда, беҙ йыш ҡына уларҙың тормошо беҙҙекенә оҡшаш икәнен күрәбеҙ (1 Кәр. 10:13; Яҡ. 5:17). Был миҫалдар беҙҙең өсөн кәм тигәндә ике яҡтан файҙалы. Беренсенән, беҙ башҡаларҙың оҡшаш һынауҙарҙы йырып сыға алғанын күрәбеҙ, тимәк, беҙ яңғыҙ түгел (1 Пет. 5:9). Икенсенән, ауырлыҡтарҙы йырып сығыр өсөн һәм шатлыҡты юғалтмаҫ өсөн нисек эш итергә өйрәнәбеҙ (Рим. 15:4).

5. Йәһүә беҙҙе алып барыр өсөн кемде ҡуллана?

5 Шулай уҡ Йәһүә беҙҙе алып барыр өсөн имандаштарыбыҙҙы ҡулланаb. Мәҫәлән, район күҙәтеүселәре, йыйылыштарға килеп, беҙҙе рухландыра. Уларҙың телмәрҙәре иманыбыҙҙы нығыта һәм берҙәм булырға ярҙам итә (Илс. 15:40—16:5). Аҡһаҡалдар ҙа йыйылышта һәр мәсихсегә Йәһүә менән дуҫлыҡ һаҡлап ҡалырға ярҙам итергә тырыша (1 Пет. 5:2, 3). Атай-әсәйҙәр балаларын Йәһүәне яратырға, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәм файҙалы ғәҙәттәр үҫтерергә өйрәтә (Ғиб. һүҙ. 22:6). Етлеккән ҡыҙ ҡәрҙәштәр иһә йәш ҡыҙҙарға өлгө күрһәтә, уларға ғәмәли кәңәштәр бирә һәм эскерһеҙ маҡтай (Тит. 2:3—5).

6. Йәһүәнең ярҙамын ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?

6 Беҙ яҡшы ҡарарҙар ҡабул итә алһын өсөн һәм бәхетле булһын өсөн, Йәһүә барыһын эшләй. Беҙ уның ярҙамын ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ? Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6-ла: «Үҙ белдегеңә таянма, бөтөн йөрәгең менән Раббыңа инан», — тиелә. Шулай эш итһәк, ул беҙҙең «һуҡмағыбыҙҙы турайтыр», йәғни күп проблемаларҙан һаҡлар. Йәһүә беҙҙе бик яҡшы белә, ярата һәм шәхсән беҙгә кәрәкле булған күрһәтмәләр бирә. Беҙ бының өсөн уға бик рәхмәтлебеҙ! (Зәб. 31:8).

ЙӘҺҮӘ ФИЗИК ИХТЫЯЖДАРЫБЫҘ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТА

7. Йәһүә физик ихтыяждарыбыҙ хаҡында нисек ҡайғырта? (Филипиҙарға 4:19).

7 Филипиҙарға 4:19-ҙы уҡығыҙ. Йәһүә рухи ихтыяждарыбыҙ хаҡында ғына түгел, физик ихтыяждарыбыҙ хаҡында ла ҡайғырта. Беҙгә ризыҡ, кейем, йәшәргә урын кәрәк икәнен ул яҡшы белә, шуға үҙебеҙҙе һәм ғаиләбеҙҙе тәьмин итер өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалай (Матф. 6:33; 2 Тис. 3:12). Ҡайһы саҡта беҙ, йәшәр өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәребеҙ булырмы, тип борсолабыҙ. Әлбиттә, был хистәр тәбиғи. Ләкин Йәһүә артыҡ борсолмаҫҡа кәңәш итә. (Матфай 6:25-кә «Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (тат.) комментарийҙы ҡарағыҙ.) Ни өсөн? Сөнки Атабыҙ беҙҙе ауыр саҡта бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ (Матф. 6:8; Евр. 13:5). Әгәр Йәһүә беҙҙең турала ҡайғыртырға вәғәҙә иткән икән, беҙҙең быға шикләнергә бер сәбәп тә юҡ.

8. Йәһүә Дауыт хаҡында нисек ҡайғыртҡан?

8 Йәһүәнең Дауыт хаҡында нисек ҡайғыртҡаны тураһында уйланығыҙ. Дауыт Шаулдан ҡасып йөрөгән саҡта Алла уға һәм уның кешеләренә бар кәрәклеһен биреп торған. Шул ваҡыттарҙы иҫенә төшөрөп, Дауыт былай тип яҙған: «Мин йәш инем, инде ҡартайҙым, әммә тәҡүәнең ситкә тибелгәнен, тоҡомоноң икмәк һорап теләнгәнен һис күрмәнем» (Зәб. 36:25). Моғайын, һеҙ ҙә Йәһүәнең һеҙгә һәм ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам иткәне тураһында күп осраҡтар һөйләй алырһығыҙ.

9. Йәһүә афәттәр ваҡытында үҙ халҡы тураһында нисек ҡайғырта? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

9 Йәһүә шулай уҡ афәттәр ваҡытында ла үҙ халҡы хаҡында ҡайғырта. Мәҫәлән, беренсе быуатта аслыҡ булғанда төрлө ерҙәрҙә йәшәгән мәсихселәр мохтажлыҡта булған имандаштарына ярҙам иткән (Илс. 11:27—30; Рим. 15:25, 26). Бөгөн дә Алла халҡы шундай уҡ йомартлыҡ күрһәтә. Йәһүә яратыу менән үҙ хеҙмәтселәрен афәт булған ерҙәргә ризыҡ, һыу, кейем һәм дарыу ебәрергә дәртләндерә. Төҙөү эшендә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәр зыян күргән өйҙәрҙе һәм Батшалыҡ залдарын ремонтлай. Өҫтәүенә, Йәһүә шаһиттары бәлә күргән ҡәрҙәштәргә шунда уҡ эмоциональ һәм рухи ярҙам күрһәтәc.

«Ҡәрҙәштәребеҙ Малавила тәбиғәт афәтенән һуң матди һәм рухи ярҙам ала» тигән фотоһүрәттәрҙә: 1) ҙур территорияны һыу баҫҡан; 2) Гейдж Флигл ҡәрҙәш имандаштарыбыҙ менән аралаша; 3) ир ҡәрҙәштәр машинанан ризыҡ тултырылған тоҡтарҙы төшөрә.

Йәһүә беҙҙе афәттәр ваҡытында нисек йыуата? (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)e


10, 11. Бористың осрағы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

10 Йәһүә уға әлегә хеҙмәт итмәгән кешеләр тураһында ла ҡайғырта. Йомарт Аллабыҙҙан өлгө алып, беҙ ҙә Йәһүә шаһиты булмаған кешеләргә игелек күрһәтер өсөн мөмкинлектәр эҙләйбеҙ (Ғал. 6:10). Шул саҡта кешеләр йыш ҡына беҙҙең хаҡта һәм Аллабыҙ тураһында күберәк белергә теләй. Украинала йәшәгән Борис исемле бер кешенең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул мәктәптә директор булып эшләгән. Үҙе Йәһүә хеҙмәтсеһе булмаһа ла, ул Йәһүә шаһиты булған уҡыусыларына һәр ваҡытта ла игелекле һәм иғтибарлы булған. Борис һуғыш барған ерҙәрҙән илдең тынысыраҡ еренә ҡасырға ҡарар иткәс, ҡәрҙәштәребеҙ уға ярҙам иткән. Һуңыраҡ Борис Иҫкә алыу кисәһенә килгән. Йәһүә шаһиттары тураһында ул бына нимә тигән: «Улар мине бик йылы ҡаршы алды һәм минең хаҡта эскерһеҙ ҡайғыртты. Уларға ҙур рәхмәт!»

11 Беҙ ҙә, шәфҡәтле күктәге Атайыбыҙҙан өлгө алып, ҡәрҙәштәребеҙгә генә түгел, ә бәләгә тарыған бөтә кешеләргә лә игелек ҡылырға теләйбеҙ (Лука 6:31, 36). Яратыуыбыҙ уларҙың күңелдәрен иретер һәм улар Мәсихтең шәкерте булып китергә теләр тип өмөтләнәбеҙ (1 Пет. 2:12). Әммә улай булмаһа ла, беҙ барыбер бәхетле, сөнки «биреүҙә бәхет күберәк» (Илс. 20:35).

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ЯҠЛАЙ

12. Йәһүә үҙ халҡына ниндәй яҡлау бирергә вәғәҙә иткән? (Зәбур 90:1, 2, 14).

12 Зәбур 90:1, 2, 14-те уҡығыҙ. Бөгөн Йәһүә беҙҙе рухи яҡтан яҡлай. Ул Шайтанға хаҡ табыныуҙы юҡ итергә бер ҡасан да рөхсәт итмәйәсәк (Яхъя 17:15). Бөйөк афәт ваҡытында Йәһүә үҙ халҡын рухи зыяндан ғына түгел, шулай уҡ физик зыяндан да яҡларға вәғәҙә итә, һәм беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Асыл. 7:9, 14).

13. Йәһүә һәр беребеҙҙе нисек яҡлай?

13 Ә һәр беребеҙҙе Йәһүә нисек яҡлай? Изге Яҙма аша ул беҙгә нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен аңларға ярҙам итә (Евр. 5:14). Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәү Алла менән дуҫлығыбыҙҙы яҡлай, тормошобоҙҙо бәхетлерәк һәм сәләмәтлерәк итә (Зәб. 90:4). Бынан тыш, Йәһүә беҙгә йыйылыш биргән (Ишағ. 32:1, 2). Ҡәрҙәштәребеҙ Алланы ярата һәм уны тыңлай. Улар менән йыйылыш осрашыуҙарында, хеҙмәттә, ял иткәндә бергә ваҡыт үткәрһәк, донъяның насар йоғонтоһона ҡаршы тороу еңелерәк (Ғиб. һүҙ. 13:20).

14. а) Ни өсөн Алла беҙҙе бөтә һынауҙарҙан да яҡламай? б) Зәбур 9:11-ҙәге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

14 Боронғо ваҡытта Йәһүә үҙенең ҡайһы бер хеҙмәтселәрен букваль зыяндан яҡлаған, ләкин ул быны һәр ваҡытта ла эшләмәгән. Һәр кем көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә эләгергә мөмкин (Вәғ. 9:11). Йәһүә ҡайһы бер хеҙмәтселәренең эҙәрләүҙәргә дусар булыуына, хатта үлеүенә юл ҡуйған. Улар, тоғро ҡалып, Шайтандың ялғансы булыуын иҫбатлаған (Әйүп 2:4—6; Матф. 23:34). Беҙҙең дә оҡшаш һынауҙар менән осрашыуыбыҙ бар. Йәһүә һынауҙарҙы юлыбыҙҙан алып ташламаһа ла, ул үҙен яратҡандарҙы бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ (Зәб. 9:11)d.

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ЙЫУАТА

15. Йәһүә беҙҙе нисек доға, Изге Яҙма һәм йыйылыш аша йыуата? (2 Кәринттәргә 1:3, 4).

15 2 Кәринттәргә 1:3, 4-те уҡығыҙ. Ҡайһы саҡта беҙҙе күңел төшөнкөлөгө, борсолоу һәм бойоғоу хистәре биләп ала. Бәлки, һеҙҙең дә хәҙер тормошоғоҙҙа ауыр осорҙор һәм үҙегеҙҙе яңғыҙ тояһығыҙҙыр. Йәһүә хистәрегеҙҙе бик яҡшы аңлай. Ул беҙҙең йән әрнеүебеҙҙе белә, улай ғына ла түгел, ул «беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата». Ул быны нисек эшләй? Уға доғала күңелебеҙҙе бушатҡанда, ул яуап итеп «әҙәм аҡылы етмәҫтәй, бар нәмәнән юғары булған Алла именлеге» бирә (Флп. 4:6, 7). Шулай уҡ Изге Яҙма аша Йәһүәнең беҙгә нимә әйткәнен уҡығанда беҙгә еңел булып китә. Ул беҙҙе үҙ яратыуына ышандыра, зирәк булырға өйрәтә һәм өмөт бирә. Бынан тыш, беҙ йыйылыш осрашыуҙарында Изге Яҙманан рухландырғыс фекерҙәр ишеткәндә һәм ҡайғыртыусан дуҫтарыбыҙҙың нығытыуын тойғанда йыуаныс алабыҙ.

16. Нейтан менән Присцилланан һеҙ нимәгә өйрәндегеҙ?

16 Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен Изге Яҙма аша йыуатҡанына һәм нығытҡанына бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Не́йтан менән Присци́лла бер нисә йыл элек вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсенергә ҡарар иткән. Нейтан былай ти: «Йәһүәнең беҙҙе фатихалаясағына бер ҙә шикләнмәй инек». Ләкин яңы урында улар эш таба алмаған һәм көтөлмәгәндә икеһенең дә һаулыҡтарына бәйле ауырлыҡтар тыуған. Һөҙөмтәлә уларға кире өйҙәренә ҡайтырға тура килгән. Ләкин унда ла уларҙың аҡсалары етмәгән. Нейтан былай тип иҫенә төшөрә: «Йәһүә беҙгә нишләптер ярҙам итмәй кеүек һәм беҙҙе фатихаламай кеүек тойола ине. Мин хатта беҙ Йәһүә алдында, бәлки, ғәйеплелер тип уйлап ҡуйҙым». Ләкин ваҡыт уҙғас, Нейтан менән Присцилла Йәһүәнең уларҙы ауыр ваҡытта ташламағанын һәм һәр ваҡытта ла яндарында булғанын аңлай башлаған. Нейтан былай тип бүлешә: «Шул ауыр осорҙа Изге Яҙма беҙҙең өсөн ысын дуҫ булып китте. Ул беҙгә йыуаныс һәм аҡыллы кәңәштәр бирә ине. Беҙ иғтибарыбыҙҙы ауырлыҡтарға түгел, ә Йәһүәнең уларҙы йырып сығырға ярҙам иткәненә тупланыҡ. Был Алланың беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясағына ышанысыбыҙҙы нығытты».

17. Йәһүә Хельга исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙе нисек йыуатҡан? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

17 Йыуаныстың тағы бер сығанағы — имандаштарыбыҙ. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Әйҙәгеҙ, Венгрияла йәшәгән Хе́льга исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ менән танышайыҡ. Ул тиҫтәләгән йылдар дауамында күп ауырлыҡтар кисергән. Улар арҡаһында Хельга төшөнкөлөккә бирелгән һәм үҙен эшкинмәгән итеп тойған. Ләкин үткәндәргә әйләнеп ҡарап, Хельга Йәһүәнең бөтә был ваҡыт дауамында ҡәрҙәштәр аша йыуатып торғанын аңлаған. Ул былай тип яҙа: «Минең ауырлыҡтарым баштан ашҡан ине. Эштә ныҡ арый инем һәм ауырыу баламды ҡараным. Ләкин көсөм бөттө тигәндә, Йәһүә мине күтәреп ала ине. Йәһүә мине йыуатырға вәғәҙә бирҙе һәм һуңғы 30 йыл дауамында ул мине йыуатмаған көн булманы. Йыш ҡына ул мине ҡәрҙәштәр аша нығытты. Мин күп тапҡыр уларҙан, иң кәрәк саҡта, йылы итеп яҙылған смс-хәбәрҙәр, игелекле һүҙҙәр яҙылған открыткалар ала инем йә маҡтау һүҙҙәре ишетә торғайным».

«Оло йәштәге ир ҡәрҙәшебеҙ өсөн йыуаныс» тигән фотоһүрәттәрҙә: 1) ул балалар уның өсөн төшөргән рәсемдәрҙе ҡарап ултыра; 2) ир ҡәрҙәш уға смс-хәбәр ебәрә; 3) ирле-ҡатынлы бер пар уға пакет тулы ризыҡ һәм пицца алып килгән; 4) ир ҡәрҙәш уға шылтырата; 5) бәләкәй генә ҡыҙыҡай уға бүләк итеп бирер өсөн ожмахты һәм унда арыҫланды төшөрә.

Йәһүә һинең аша башҡаларҙы нисек йыуата ала? (17-се абзацты ҡарағыҙ.)


18. Беҙ башҡаларҙы нисек йыуата алабыҙ?

18 Башҡаларҙы йыуатҡанда беҙ Аллабыҙҙан өлгө алабыҙ. Беҙ уларҙы иғтибар менән тыңлайбыҙ, уларҙы ҡыҙғанабыҙ һәм уларға ғәмәли ярҙам күрһәтәбеҙ (Ғиб. һүҙ. 3:27). Беҙ ғазап күргәндәрҙең барыһын да, шул иҫәптән әлегә Аллаға хеҙмәт итмәгән кешеләрҙе лә йыуатырға тырышабыҙ. Күршеләребеҙ ҡайғырғанда, ауырығанда йә борсолғанда беҙ уларға киләбеҙ, уларҙы тыңлайбыҙ һәм Изге Яҙмалағы йыуаныслы фекерҙәр менән бүлешәбеҙ. «Йыуатыусы Алланан» өлгө алып, беҙ ҡәрҙәштәребеҙгә һынауҙарҙа ныҡ булып ҡалырға ярҙам итәбеҙ. Шулай уҡ Йәһүәгә ышанмаған кешеләр менән игелекле мөғәмәлә итеүебеҙ, бәлки, уларҙың йөрәген йомшартыр һәм улар Аллабыҙ тураһында күберәк белергә теләр (Матф. 5:16).

ЙӘҺҮӘ ҺӘР ВАҠЫТТА ЛА ЯНЫБЫҘҘА БУЛЫР

19. Йәһүә беҙҙең өсөн нимә эшләй һәм беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ?

19 Йәһүә уны яратҡандарҙың бөтәһе хаҡында ла бик ныҡ ҡайғырта. Ауырлыҡтар менән осрашҡанда ул беҙҙе ҡалдырмай. Атай менән әсәй үҙ балаһын яратыу менән биләп алған кеүек, Йәһүә һәр ваҡытта ла үҙенең тоғро хеҙмәтселәре янында. Ул беҙҙе алып бара, физик ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғырта, яҡлай, йыуата. Ҡайғыртыусан күктәге Атайыбыҙҙан өлгө алып, беҙ башҡаларҙы нығытабыҙ һәм рухландырабыҙ. Был донъяла тормош ауырлыҡтар һәм ғазаптар менән тулы. Ләкин Йәһүәнең беҙҙең менән булыуына шикләнмәйбеҙ. Ул бит үҙе: «Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен», — тип әйткән (Ишағ. 41:10). Был һүҙҙәр Йәһүәнең һәр ваҡыт яныбыҙҙа булыуына һәм беҙ яңғыҙ түгел икәненә ышандыра!

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Йәһүә беҙҙе нисек алып бара?

  • Йәһүә беҙҙең физик ихтыяждарыбыҙ хаҡында нисек ҡайғырта?

  • Йәһүә беҙҙе нисек яҡлай һәм йыуата?

100-СӨ ЙЫР Ҡунаҡсыл булайыҡ

a «Күҙәтеү манараһы» 2011 йылдың 15 апрель сығарылышында «Аллаға дан килтерерлек ҡарарҙар ҡабул итегеҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

b «Күҙәтеү манараһы» 2024 йылдың февраль сығарылышында «Йәһүәнең күрһәтмәләренә буйһоноғоҙ» тигән мәҡәләнең 22—24-се биттәрендә 11—14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.

c Күптән түгел булған миҫалдарҙы табыр өсөн, jw.org сайтында эҙләү юлына «ярҙам күрһәтеү» тигән һүҙбәйләнеште индерегеҙ.

d «Күҙәтеү манараһы» 2017 йылдың февраль сығарылышында «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

e ФОТОҺҮРӘТТӘ. Малавиҙа тәбиғәт афәтенән зыян күргән ҡәрҙәштәр матди һәм рухи ярҙам ала.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу