29-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
87-СЕ ЙЫР Килеп, көс-дәрт ал!
Беҙ үҙебеҙ кәңәш биргәндә...
«Өгөт-нәсихәтемде бирермен, күҙем һәр саҡ һиндә булыр» (ЗӘБ. 31:8).
ТӨП ФЕКЕР
Нисек яҡшы кәңәш бирергә?
1. Кәңәште кем бирергә тейеш? Аңлатығыҙ.
ҺЕҘГӘ кәңәш бирергә оҡшаймы? Ҡайһы берәүҙәр, эйе, тиер. Ә башҡалар кәңәш бирергә ояла, хатта ҡурҡа ла. Нисек кенә булмаһын, беҙ ваҡыт-ваҡыт башҡаларға кәңәш бирергә тейеш, сөнки был беҙҙең бурысыбыҙ. Ни өсөн? Ғайсаның һүҙҙәренән күренеүенсә, ысын шәкерттәр бер-береһен яратырға тейеш (Яхъя 13:35). Яратыуыбыҙҙы күрһәткән бер ысул — ҡәрҙәшкә үҙ ваҡытында кәрәкле кәңәш биреү. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙ башҡаларға «ихлас кәңәш» биреп, улар менән дуҫлығыбыҙҙы нығытабыҙ (Ғиб. һүҙ. 27:9).
2. Аҡһаҡалдарҙан нимә көтөлә һәм ни өсөн? («Аҙна уртаһында үткән осрашыуҙағы кәңәштәр» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
2 Тәү сиратта кем яҡшы кәңәш бирә белергә тейеш? Аҡһаҡалдар. Йәһүә менән Ғайса тап уларға бит йыйылыш хаҡында ҡайғыртырға ҡушҡан (1 Пет. 5:2, 3). Улар асыҡ телмәр аша беҙгә Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе еткерә. Шулай уҡ ҡәрҙәштәргә шәхси рәүештә кәңәштәр бирә. Ә берәй ҡәрҙәш йыйылышҡа йөрөмәй башлаһа, аҡһаҡалдар уға йыйылышҡа кире ҡайтырға ярҙам итә.
3. а) Яҡшы кәңәш бирергә нисек өйрәнеп була? (Ишағыя 9:6; «Кәңәш биргәндә, Ғайсанан үрнәк алығыҙ» тигән рамканы ла ҡарағыҙ). б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Изге Яҙмала башҡаларға яҡшы кәңәш биргән кешеләр телгә алына. Уларҙан күпкә өйрәнеп була. Иң яҡшы кәңәштәрҙе Ғайса биргән. Ул Изге Яҙмала «Ғәжәйеп Кәңәшсе» тип атала. (Ишағыя 9:6-ны уҡығыҙ.) Был мәҡәләлә беҙ ошо һорауҙарға яуап алырбыҙ: 1) Беҙҙән кәңәш һораһалар, нимә эшләргә? 2) Шулай уҡ кәңәш һорамаһалар, әммә уны бирергә кәрәк саҡта нисек эш итергә? 3) Кәңәште ни өсөн үҙ ваҡытында һәм әҙәпле итеп биреү мөһим?
БЕҘҘӘН КӘҢӘШ ҺОРАҺАЛАР
4, 5. Кемдер һеҙҙән кәңәш һораһа, үҙегеҙгә ниндәй һорау бирергә кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.
4 Берәйһе беҙҙән кәңәш һораһа, ғәҙәттә, был беҙгә оҡшай һәм беҙ уға шунда уҡ ярҙам итергә теләйбеҙ. Әммә башта үҙебеҙҙән: «Яҡшы кәңәш бирергә минең етерлек тәжрибәм һәм белемем бармы?» — тип һорарға кәрәк. Ҡайһы ваҡыт бер ниндәй ҙә кәңәш бирмәү, ә кешене уның һорауын яҡшы хәл итә белгән кешегә ебәреү яҡшыраҡ булыр ине.
5 Миҫал килтерәйек. Әйтәйек, һеҙҙең яҡын дуҫығыҙ ҡаты ауырып киткән, ти. Ул һеҙгә был ауырыуҙы дауалар өсөн бер нисә ысул тапҡаны тураһында әйтә һәм һеҙҙән уларҙың ҡайһыһын һайларға икәне хаҡында һорай. Бәлки, һеҙҙең был хаҡта үҙ фекерегеҙ барҙыр. Әммә һеҙ табип түгел һәм, был ауырыуҙы дауалар өсөн, медицина белемегеҙ юҡ. Шуға күрә иң яҡшыһы — дуҫығыҙға яҡшы табип табырға ярҙам итеү.
6. Кәңәш бирер алдынан нимә эшләү яҡшы булыр?
6 Берәй мәсьәләне нисек яйға һалып булғанын белһәк тә, моғайын, барыбер саҡ ҡына көтөргә кәрәк тигән ҡарарға килербеҙ. Ни өсөн? Ғибрәтле һүҙҙәр 15:28-ҙә: «Тоғро йөрәк уйлап яуап бирер», — тиелә. Шуға күрә кәңәш бирер алдынан тәүҙә яҡшы өйрәнеү үткәреү, доға ҡылыу һәм бар яҡтан да уйлап алыу яҡшыраҡ булыр. Шул саҡта фекеребеҙ Йәһүәнекенә тура килгәненә нығыраҡ инанырбыҙ. Әйҙәгеҙ, Натан пәйғәмбәр менән булған осраҡҡа иғтибар итәйек.
7. Натан менән булған осраҡтан нимәгә өйрәнеп була?
7 Дауыт батша Натан пәйғәмбәргә Йәһүә өсөн ғибәҙәтхана төҙөргә теләгәне тураһында әйткән. Натан шунда уҡ уға: «Бар әйҙә, ниәт иткәнеңде эшлә», — тигән. Әммә был Йәһүәнең ихтыярына тура килмәгән. Дауытҡа кәңәш бирер алдынан Натан пәйғәмбәр Йәһүәнең фекерен белергә тейеш булған (1 Йыл. 17:1—4). Был осраҡтан күренеүенсә, беҙҙән кәңәш һораһалар, «һөйләргә ҡабаланмаһаҡ», аҡыллы булыр ине (Яҡ. 1:19).
8. Ни өсөн кәңәш бирергә ашығырға кәрәкмәй?
8 Кәңәш бирер алдынан яҡшылап уйланыр өсөн тағы бер сәбәп бар. Күҙ алдына килтерегеҙ, кеше һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙе тыңлап, көйөнөслө эҙемтәләргә килтергән ҡарар ҡабул итә, ти. Шул саҡта һеҙ ҙә өлөшләтә ғәйепле буласаҡһығыҙ. Шуға күрә кәңәш бирергә ашыҡмағыҙ.
БЕҘҘӘН КӘҢӘШ ҺОРАМАҺАЛАР
9. Аҡһаҡалдар кәңәш бирер алдынан нимәгә инанырға тейеш? (Ғалаттарға 6:1).
9 Ҡайһы саҡта аҡһаҡалдар яңылыш аҙым яһаған ҡәрҙәшкә кәңәш бирергә тейеш. (Ғалаттарға 6:1-ҙе уҡығыҙ.) Бәлки, ул мәсихсе әлегә етди гонаһ ҡылмағандыр, әммә ул аҡылһыҙ эш итә һәм ҡурҡыныс яҡҡа атлай. Аҡһаҡалдарҙың маҡсаты — ҡәрҙәшкә мәңгелек тормошҡа илткән юлда ҡалырға ярҙам итеү (Яҡ. 5:19, 20). Ләкин уға кәңәш бирер алдынан аҡһаҡалдар тәүҙә уның яңылыш аҙым яһағанына инанырға тейеш. Уларға шуны иҫтә тоторға кәрәк: уларҙың ҡарары ҡәрҙәштең ҡарарынан айырылып торһа ла, Йәһүә күҙендә ул насар эш итә тигәнде аңлатмай әле (Рим. 14:1—4). Әгәр ҡәрҙәш үҙенең Йәһүә менән мөнәсәбәтенә зыян килтерһә, шул саҡта аҡһаҡалдар нимә эшләргә тейеш?
10—12. Аҡһаҡал һорамаған кешегә кәңәште биргәндә нимә эшләргә тейеш? (Рәсемдәрҙе лә ҡарағыҙ.)
10 Көтмәгәндә кешегә кәңәш биреү айырыуса ауыр. Ни өсөн? Илсе Пауыл әйткәнсә, ундай мәсихсе үҙенең яңылыш эш итеүен аңламаҫҡа мөмкин. Шуға аҡһаҡалдарға кәңәш бирер алдынан мәсихсене әҙерләргә кәрәк.
11 Һорамаған кешегә кәңәш биреү ҡаты ерҙә иген үҫтереүгә тиң. Игенсе ерҙе йомшартыр өсөн тәүҙә уны ҡаҙый. Шунан һуң ул орлоҡ сәсә, һыу һибә. Аҡһаҡалға ла шундай уҡ аҙымдар яһарға кәрәк. Тәүҙә ул ерҙе йомшарта, тип әйтеп була. Бының өсөн ул, уңайлы ваҡыт табып, ҡәрҙәшенә уның хаҡында ҡайғыртҡанын һәм уның менән һөйләшеп алырға теләгәнен әйтә. Аҡһаҡал игелекле һәм ҡыҙғаныусан булһа, унан кәңәш ҡабул итеүе еңелерәк булыр.
12 Ҡәрҙәш менән осрашҡас, аҡһаҡал ерҙе артабан да йомшартырға тырышыр. Мәҫәлән, ул, беҙ бөтәбеҙ ҙә хаталар яһайбыҙ һәм кәңәштәргә мохтажбыҙ, тип әйтергә мөмкин (Рим. 3:23). Тәрән хөрмәт күрһәтеп һәм ипле генә итеп, аҡһаҡал ҡәрҙәшкә Изге Яҙма ярҙамында уның яңылыш аҙымын күрһәтер. Ҡәрҙәш үҙенең хатаһын танығас, аҡһаҡал «орлоҡ сәсер» — ул ҡәрҙәшкә хәлде төҙәтер өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлатыр. Аҙаҡтан аҡһаҡал «орлоҡҡа һыу һибер» — ул ҡәрҙәште маҡтар һәм уның менән бергә доға ҡылыр (Яҡ. 5:15).
Һорамаған кешегә кәңәш биргәндә аҡһаҡалдар яратыу күрһәтергә һәм ипле булырға тейеш. (10—12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
13. Аҡһаҡалдар кешенең кәңәште дөрөҫ аңлағанына нисек инана ала?
13 Ҡайһы саҡта кешегә бер нәмә һөйләйһең, ә ул башҡаны ишетә. Шуға күрә аҡһаҡалдарға кешенең кәңәште дөрөҫ аңлағанына инаныр өсөн уға әҙәпле һорауҙар бирергә кәрәк (Вәғ. 12:11). Кешенең яуабынан уның нимәне һәм ни өсөн үҙгәртергә кәрәклеген аңлаймы-юҡмы икәнлеге күренә.
КӘҢӘШТЕ ҮҘ ВАҠЫТЫНДА ҺӘМ ӘҘӘПЛЕ ИТЕП БИРЕРГӘ КӘРӘК
14. Ни өсөн асыуланған саҡта кәңәш бирергә кәрәкмәй?
14 Камил булмағанға ҡайһы саҡта беҙ башҡаларҙы һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән рәнйетәбеҙ (Кол. 3:13). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, бер-беребеҙгә асыуланған саҡтарыбыҙ була (Эфес. 4:26). Ләкин шундай саҡта кәңәш бирергә кәрәкмәй. Ни өсөн? «Асыуланған кеше Аллаға яраҡлы тәҡүәлек буйынса эш итмәй» (Яҡ. 1:20). Асыуланған саҡта бирелгән кәңәш файҙаға ҡарағанда күберәк зыян килтерә. Улай булғас, беҙҙең асыуыбыҙҙы сығарған кешегә үҙ хистәребеҙҙе һәм фекерҙәребеҙҙе әйтә алмайбыҙмы ни? Әлбиттә, әйтә алабыҙ. Тик башта беҙгә тынысланырға кәрәк. Был йәһәттән Әйүпкә кәңәш биргән Илуй яҡшы өлгө ҡалдырған.
15. Беҙ Илуйҙан ниндәй өлгө ала алабыҙ? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
15 Илуй бер нисә көн дауамында Әйүптең ялған йыуатыусыларының ғәйепләүҙәренә нисек яуап биргәнен тыңлаған. Ул Әйүпте бик йәлләгән, ләкин уның бөтә иғтибарын үҙенә туплағанын һәм үҙен Аллаға ҡарағанда тәҡүәлерәк тип һанағанын күргәс, бик асыуланған. Шулай ҙа Илуй үҙ һүҙен әйтергә ашыҡмаған, ә сираты еткәс, Әйүп менән йомшаҡ һәм ихтирамлы итеп һөйләшкән (Әйүп 32:2; 33:1—7). Бының ярҙамында ул Әйүпкә яҡшы кәңәш бирә алған. Был осраҡтан беҙ үҙебеҙгә мөһим һабаҡ алабыҙ: кәңәште үҙ ваҡытында һәм яратыу, ихтирам күрһәтеп бирергә кәрәк (Вәғ. 3:1, 7).
Илуй Әйүпкә асыуланһа ла, уға шунда уҡ кәңәш бирмәгән. Ул тәүҙә тынысланған, шуға Әйүп менән йомшаҡ һәм ихтирамлы итеп һөйләшә алған. (15-се абзацты ҡарағыҙ.)
КӘҢӘШТӘРҘЕ ҠАБУЛ ИТЕРГӘ ҺӘМ БИРЕРГӘ ӘҘЕР БУЛАЙЫҠ
16. Зәбур 31:8-ҙәге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?
16 Мәҡәләнең төп аятында Йәһүә былай ти: «Өгөт-нәсихәтемде бирермен, күҙем һәр саҡ һиндә булыр». (Зәбур 31:8-ҙе уҡығыҙ.) Был һүҙҙәр Йәһүәнең беҙҙе һәр ваҡыт өйрәтеп торасағына ышандыра. Ул беҙгә аҡыллы кәңәштәр биреп кенә ҡалмай, ә уларҙы ҡулланырға ла ярҙам итә. Ниндәй яҡшы өлгө! Беҙ ҙә кешегә кәңәш биргән саҡта уны рухландырабыҙ һәм, ул аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә алһын өсөн, ярҙам ҡулы һуҙабыҙ.
17. Аҡһаҡалдар Изге Яҙмаға нигеҙләнгән аныҡ кәңәш биргәндә беҙ нимә хис итәбеҙ? (Ишағыя 32:1, 2).
17 Беҙ айырыуса бөгөн яҡшы кәңәштәргә бик мохтаж (2 Тим. 3:1). Изге Яҙмала аҡһаҡалдар «сүлдәге шишмә» менән сағыштырыла. (Ишағыя 32:1, 2-не уҡығыҙ.) Уларҙың Изге Яҙмаға нигеҙләнгән аныҡ кәңәштәре беҙгә Йәһүәгә хеҙмәт итергә көс өҫтәй. Ишетергә теләгәнде түгел, ә кәрәкле кәңәштәрҙе биргән дуҫтар — ысын бүләк. Уларҙың һүҙҙәре «көмөш һауыттағы алтын алма» кеүек (Ғиб. һүҙ. 25:11). Беҙҙең бөтәбеҙгә лә яҡшы кәңәш бирергә өйрәнеү һәм бирелгән кәңәштәрҙе ҡабул итә белеү бик мөһим.
109-СЫ ЙЫР Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ